Софи Лорен

итальян актрисаһы һәм йырсыһы

Софи́ Лоре́н[10] (Sophia Loren; ысын исеме — Софи́я Вилла́ни Шиколо́не, итал. Sofia Villani Scicolone; 20 сентябрь 1934 йыл) — итальян актёры, йырсы. Канны (1961), Венеция (1958, 1998, 2002), Мәскәү (1965, 1997), Берлин (1994) кинофестивалдәренең почетлы премияларына лайыҡ. Сан-Себастьянда МКФ-ның иң яҡшы актрисаһы Призы (1974) хужаһы. Биш тапҡыр «Алтын глобус» премияһы лауреаты («донъя публикаһының яратҡан актрисаһы» махсус номинацияһында). Сит ил фильмында иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «Оскар» премияһының Беренсе лауреаты (1962). «Кинематографҡа һүрелмәҫ гүзәллек биргән иҫтә ҡалырлыҡ ролдәргә бай карьераһы өсөн» тапшырылған почётлы «Оскар» (1991) хужаһы.

Софи Лорен
итал. Sophia Loren
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Италия
 Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме итал. Sofia Costanza Brigida Villani Scicolone
Псевдоним Sophia Loren
Тыуған көнө 20 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[3][4][5][…] (90 йәш)
Тыуған урыны Рим, Италия короллеге[d]
Атаһы Риккардо Шиколоне[d]
Әсәһе Ромильда Виллани[d]
Бер туғандары Анна-Мария Шиколоне[d]
Хәләл ефете Карло Понти[d] һәм Карло Понти[d]
Балалары Карло Понти[d] һәм Эдоардо Понти[d]
Әһәмиәтле кеше Марчелло Мастроянни
Өсөн хөкөм ителгән несоблюдение налогового законодательства[d]
Һөнәр төрө актёр, модель, йырсы, автобиограф, участница конкурса красоты, кино актёры, актёр озвучивания
Биләгән вазифаһы председатель жюри Каннского кинофестиваля[d]
Уҡыу йорто Школа Жаннин Мануэль[d]
Әүҙемлек урыны Италия[6]
Күҙ төҫө ореховый[d]
Сәс төҫө көрән сәс[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Фильмография Фильмография Софи Лорен[d]
Милке Q107723397?[7]
Жанр Комедия һәм мелодрама[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы RCA Victor[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 1,74 метр[8]
Һештег SophiaLoren
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][9]
 Софи Лорен Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

үҙгәртергә

София Шиколоне 1934 йылдың 20 сентябрендә Италияның баш ҡалаһы Римдә тыуа. Ул тыуғандан һуң ғаилә Неаполь янындағы ҙур булмаған балыҡсылар ҡаласығы Поццуолиға күсә, Софияның бала сағы һәм үҫмер йылдары шунда үтә. Үҫмер сағында уға «Стеккетто» ҡушаматы тағыла, тәржемәлә «Шыйҙа» — буйының оҙон булыуы һәм ябыҡлығы быға сәбәп. Ун дүрт йәшендә урындағы матурлыҡ конкурсында еңеүе уның данға табан барған юлда иң тәүге баҫҡысы була, шунан һуң Софиялар ғаиләһе Римгә күсенә. 1950 йылда София «Мисс Италия» конкурсында ҡатнаша һәм «Мисс Элегантлыҡ» призын яулай.

Сираттағы конкурс ваҡытында София продюсер һәм үҙенең буласаҡ тормош юлдашы, 22 йәшкә олораҡ Карло Понти менән таныша. Ул мәлдә Понтиҙың ғаиләһе була, ә католик өсөн айырылыу бик сетерекле хәл. Ватикандың айырылышыуҙы раҫлауын көтөп-көтөп арығас, Карло менән София йәшерен рәүештә Мексикала өйләнешә. Байтаҡ ваҡыттан айырылышыу, ысынлап та, раҫлана һәм 1966 йылдың апрелендә Карло икенсе тапҡыр Софияға өйләнә.

Тәүҙә Понти үҙенең ҡатынын «Аҡ ҡолдарҙы һатыу» (1953) кеүек әллә ни киң танылыу алмаған кинофильмдарҙа секс-бомба сифатында күрергә теләй. Ул София Лазарро (итал. Lazarro) псевдонимы аҫтында төшә башлай, әммә 1953 йылда Понти кәңәше буйынса уны Лоренға алмаштыра (ул мәлдә популяр швед актрисаһы Мартой Торенға оҡшаш). 1960-сы йылдарҙа Карло Понти, халыҡ-ара ғауға ҡубыуҙан ҡурҡып, йәш Лорендың бөтә эротик фильмдарын да һатып ала.

1950-се йылдар уртаһына София йондоҙға һәм Италияның секс-символына әйләнә. «Аттила» (1954) фильмы — Лорендың сит илгә прокатҡа сыҡҡан беренсе фильмы, Энтони Куинн уның партнеры була.

 
«Һыуҙағы йорт» (1958) фильмында Кэри Грант менән.

Бөтә донъяға танылыу

үҙгәртергә

Витторио де Сиканың «Неаполь алтыны» (1954) фильмында Лорен тәүге тапҡыр етди кинотәнҡитселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә, унда София үҙенең характерына хас ролде — ҡаны уйнап торған неополитан лавкасын уйнай.

Де Сика София Лорендың актёрлыҡ һәләтен тулы кимәлдә аса. "Чочара"ла Жан-Поль Бельмондо менән (1961, Канн фестивале призы һәм «Оскар», Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн), «Кисә, бөгөн, иртәгә» (1963), «Итальянса никах» (1964, Мәскәү фестивале призы), «Көнбағыштар» (1970) — ошо режиссёр фильмдары. Һуңғы өс картинала Марчелло Мастроянни София Лорендың парнеры була, улар кино тарихында иң атаҡлы дуэтты тыуҙырыуға өлгәшә.

«Чочара» фильмындағы әсә роле — София Лорендың актёрлыҡ һәләтенең иң юғары нөктәһе. Был неореалистик фильм Альберто Моравиа романы буйынса төшөрөлә. Ошо роль өсөн Лоренға «Оскар» премияһы бирелә. Шулай итеп, беренсе тапҡыр был номинацияла премия инглиз телендә төшөрөлмәгән фильмға тапшырыла.

Голливуд карьераһы

үҙгәртергә

1957 йылдан Лоренға Голливудта киноға төшөргә тәҡдиме даими килеп тора. Ул «MGM» һәм «Paramount Pictures» кеүек компаниялар контракттары буйынса Американың хыялдар фабрикаһында әүҙем эшләй. «Ғорурплыҡ һәм мөхәббәт дәрте» Голливудта төшкән тәүге фильмдарының береһе, унда София Фрэнк Синатра һәм Кэри Грант (1957) менән уйнай. Гранттың итальян актрисаһына ғишыҡ тотоуы тураһында имеш-мимеш күп йөрөй, әммә был турала әллә ни бер нимә лә билдәле түгел.

«Рим империяһының түңкәрелеүе» фильмы өсөн ул донъяла беренсе булып миллион доллар гонорар ала. 1967 йылда уға бөйөк Чаплиндың «Гонконгтан килгән графиня» фильмында урыҫ фәхишәһе ролен уйнарға тура килә.

Ун биш йыл барышында (1957—1972) Лорен Голливудтың иң популяр булған артистарының бөтәһе менән дә тип әйтерлек төрлө фильмдарҙа бергә уйнай.

 
209 йылдың июнендә актриса Джоан Коллинз менән

1994 йылда ул һуңғы тапҡыр Мастроянни менән Роберт Олтмендың «Юғары мода» фильмында, ә 1996 йылда Джек Леммон һәм Уолтер Маттау менән «Мыжыҡ ҡарттар болара» фильмында уйнай.

2002 йылда ул үҙенең улы Эдуардо Понтиның «Тик беҙҙең арала ғына» фильмында төп ҡатын-ҡыҙ ролдәренең береһен башҡара.

Модель карьераһы

үҙгәртергә

2014 йылда Damiani ювелир компанияһы актриса хөрмәтенә «Sophia Loren» тип аталған биҙәүестәр коллекцияһын сығара. Коллекцияға аҡ һәм алһыу алтындан алҡа, мунсаҡ, сылбырға тағылған сулпы, беләҙек һәм балдаҡ инә[11]. Софи Лорен коллекцияның йөҙө була һәм коллекцияның фотосессияһында һәм промотурында ҡатнаша.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Кинола уңышҡа өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, Софии Лорен балаһы булмауҙы бик ауыр кисерә. Бер нисә йыл буйы ул түлһеҙлектән дауалана. 1968 йылда улы кескәй Карло Понти- (инг.)баш. (инг.)баш., ә дүрт йылдан — икенсе улы Эдоардо (инг.)баш. (инг.)баш..тыуа.

1970-се йылдарҙың икенсе яртыһында Лорен кинола һирәгерәк күренә, ә 1984 йылдан уның ролдәре бөтөнләй уңышлы булмай. В 1979—1980 йылдарҙа автобиографик китабын сығара һәм уның буйынса телефильм төшөрә. 1982 йылда һалым түләүҙән ситләшкән өсөн 18 көнгә төрмәгә ябып ҡуялар. Артабанғы йылдарҙа ул тағы ла бер хәтирәләр китабын яҙа һәм парфюмерия серияһына нигеҙ һала. 1999 йылда уның «Рецептар һәм иҫтәлектәр» тигән китабы сыға.

2007 йылда 72 йәшлек актриса танылған «Пирелли» календары өсөн киноға төшә.

София Лорен йор һүҙле булыуы менән билдәле. Уның китаптарындағы ҡайһы бер һүҙбәйләнештәр Италияла тапҡыр һүҙҙәргә әйләнгән. Генуяның архиепоскобы бер тапҡыр, Ватикан, нигеҙҙә, кешеләрҙе клонлаштырыуҙы хупламай, әммә Софии Лорен өсөн иҫкәрмә яһай алыр ине, тип мәрәкәләй..

София Лорендың Голливудтың «Дан аллеяһында» (№ 2000) йондоҙо бар.

Этобиконың Торонто районында урамдарҙың береһе София Лорен[12] исемен йөрөтә.

Фильмография

үҙгәртергә

1950 - Голос (Madonna di Piedigrotta) - Девушка в толпе на празднике

1950 - Морские сердца (Cuori sul mare) - Девушка в ресторане

1950 - Тото Тарзан (Totò Tarzan) - Одна из девушек племени

1950 - Шесть жён Синей Бороды (Le sei mogli di Barbablù) - Похищенная девушка

1951 - Анна (Anna) - Девушка из ночного клуба

1951 - Волшебник (Il mago per forza) - Невеста

1951 - Миллионерша из Милана (Milano miliardaria)

1952 - Мечта о Зорро (Il sogno di Zorro) - Кончита

1952 - Настройщик прибыл (È arrivato l'accordatore) - Подруга Джульетты

1952 - Фаворитка (La Favorita) - Леонора

1953 - Аида (фильм-опера Aida) - Аида

1953 - Африка за морями (Africa Under the Seas) - Барбара Лама

1953 - Воскресный день добрых людей (Good Folk's Sunday) - Инес

1953 - Две ночи с Клеопатрой (Due notti con Cleopatra) - Клеопатра/Ниска

1953 - Мы находимся в галерее (Ci troviamo in galleria) - Мариса

1953 - Паломники любви (Pellegrini d'amore)

1953 - Страна Кампанелли (The Country of the Campanelli)

1953 - Торговля белыми рабынями (The White Slave Trade) - Эльвира

1954 - Аттила (Attila) - Юста Грата Гонория

1954 - Нищета и благородство (Miseria e nobilа) Гемма

1954 - Жаль, что ты каналья (Too Bad She) - Лина Строппиани

1954 - Золото Неаполя (The Gold of Naples) - София

1954 - Неаполитанская карусель (Neapolitan Carousel) - Сисина

1955 - Женщина с реки (Woman of the River) - Нивес Монголини

1955 - Знак Венеры (Il segno di Venere) - Агнес Тирабасси

1955 - Прекрасная мельничиха (La bella mugnaia) - Кармела

1955 - Хлеб, любовь и… (Pane, amore e...) - Донна София

1956 - Счастье быть женщиной (Lucky to Be a Woman) - Антониетта Фаллари

1957 - Гордость и страсть (The Pride and the Passion) - Хуана

1957 - Легенда о былом (Legend of the Lost) - Дита

1957 - Мальчик на дельфине (Boy on a Dolphin) - Фаэдра

1958 - Плавучий дом (Houseboat) - Чинция Дзаккарди

1958 - Ключ (The Key) - Стелла

1958 - Любовь под вязами (Desire Under the Elms) - Анна Кэбот

1958 - Чёрная орхидея (The Black Orchid) - Роуз Бианко

1959 - Такая женщина (That Kind of Woman) - Кэй/Катерина

1960 - Дыхание скандала (A Breath of Scandal) - Принцесса Олимпия

1960 - Миллионерша (The Millionairess) - Эпифания Парерга

1960 - Чертовка в розовом трико (Heller in Pink Tights) - Анджела Россини

1960 - Чочара (La ciociara) - Чезира

1960 - Это началось в Неаполе (It Started in Naples) -Лючия Курчио

1961 - Эль Сид (El Cid) - Химен

1962 - Боккаччо-70 (Boccaccio '70) Зои

1962 - Затворники Альтоны (The Condemned of Altona) - Джоанна

1962 - Мадам Бесцеремонность (Madame Sans-Gêne) - Катрин Юбшер

1962 - Пять миль до полуночи (Five Miles to Midnight) - Лиза Маклин

1963 - Вчера, сегодня, завтра - Аделина Сбаратти / Анна Мольтени / Мара

1964 - Брак по-итальянски (Matrimonio all'italiana) - Филумена Мартурано

1964 - Падение Римской империи (The Fall of the Roman Empire) - Луцилла

1965 - Операция «Арбалет» (Operation Crossbow) - Нора

1966 - Арабеска (Arabesque) - Ясмин Азир

1966 - Графиня из Гонконга (A Countess from Hong Kong) - Наташа Александрова, молодая графиня из России

1966 - Юдифь (Judith) - Юдифь

1967 - Жила-была… (C’era una volta…) - Изабелла Санделоро

1969 - Привидения по-итальянски (Ghosts - Italian Style) - Мария Поджаконо

1969 - Подсолнухи (Sunflower) - Джованна

1970 - Моё имя Клоун (Mera Naam Joker) - камео

1971 - Жена священника (The Priest's Wife) - Валерия Билли

1972 - Белый, красный и… (Bianco, rosso e…) - Эрмана Германа

1972 - Леди Свобода (Lady Liberty) - Маддалена Циарапицо

1972 - Человек из Ламанчи (Man of La Mancha) - Альдонца / Дульсинея

1974 - Вердикт (Verdict) Тереза Леони

1974 - Короткая встреча (Brief Encounter) - Анна Джессон

1974 - Поездка (Il viaggio) - Адриана де Мауро

1975 - Браво, куколка! (Get Rita) - Пупа (Куколка)

1976 - Перевал Кассандры (Cassandra Crossing) - Дженифер Рисполи Чемберлен

1977 - Необычный день/Особый день (Special Day) - Антониетта

1978 - Анджела (Angela) - Анджела Кинкэйд

1978 - Звездная мишень (Brass Target) - Мара

1978 - Кровавая стычка между двумя мужчинами (Blood Feud) - Титина Патерно

1979 - Огневая мощь (Firepower) - Адель Таска

1980 - История Софи Лорен (Sophia Loren: Her Own Story) - камео

1981 - Нотр-Дам с Круазет (Notre Dame de la Croisette) - камео

1984 - Нечто белокурое (Qualcosa di biondo) - Аврора

1986 - Смелость (Courage) - Марианна Миральдо

1987/2008 - сериал "Биография" (Biography) - камео

1988 - Счастливый пилигрим (Fortunate Pilgrim) - Лючия Санта Ангелуцци-Корбо

1990 - Суббота, воскресенье и понедельник (Saturday, Sunday and Monday) - Роза Приори

1994 - Высокая мода (Ready to Wear) - Изабелла де Ла Фонтейн

1995 - Старые ворчуны разбушевались (Grumpier Old Men) - Мария Рагетти

1997 - Солнце (Soleil) - Мама Леви

2001 - Франческа и Нунциата (Francesca and Nunziata) - Франческа Монторси

2002 - Только между нами (Between Strangers) - Оливия

2002/2003 - сериал "Шоу Грэма Нортона" - камео

2004 - В стеклянном доме (Lives of the Saints) - Тереза

2004 - Фаршированные перцы идут в дело (Too Much Romance... It's Time for Stuffed Peppers) - Мария

2004 - Признанная Европа (Europa riconosciuta) - камео

2006 - Турин 2006: 20-я зимняя Олимпиада (Turin 2006: XX Olympic Winter Games) - камео

2006 - Марчелло, одна сладкая жизнь (Marcello, una vita dolce) - камео

2008 - Ярость Пазолини (La rabbia di Pasolini) - камео

2009 - Девять (Nine) - Мать Гвидо

2010 - Мой дом полон зеркал (My House Is Full of Mirrors) - Ромильда

2011 - Тачки 2. Мама Тополино, голос

2013 - Человеческий голос (La voce umana/Angela)

Наградалары һәм номинациялары

үҙгәртергә
Кинематографические награды
Йыл Атамаһы Награда Категория Һөҙөмтә
1961 Чочара Канн кинофестивале Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн Көмөш премия Еңеүсе
1962 Чочара Оскар Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Еңеүсе
1962 Чочара Британия академияһы Иң яҡшы сит ил актрисаһы Еңеүсе
1964 Золотой глобус Иң яҡшы кинодебют Еңеүсе
1965 Итальянса никах Оскар Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Номинант
1965 Итальянса никах Алтын глобус Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Номинант
1965 Алтын глобус Иң яҡшы кинодебют Еңеүсе
1965 Итальянса никах Серебряная премия Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Еңеүсе
1966 Алтын глобус Иң яҡшы кинодебют Номинант
1969 Алтын глобус Иң яҡшы кинодебют Еңеүсе
1970 Алтын глобус Иң яҡшы кинодебют Номинант
1971 Алтын глобус Лучший кинодебют Номинант
1977 Алтын глобус Лучший кинодебют Еңеүсе
1991 Оскар «Донъя кинематографы хазиналарының береһенә» почетлы премия хужаһы Еңеүсе
1994 Берлин кинофестивале Почетлы Алтын Айыу Еңеүсе
1995 Юғары мода Алтын глобус Икенсе пландағы Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле Номинант
1997 Махсус Көмөш «Изге Георгий» Донъя кинематографына индергән өлөшө өсөн Еңеүсе
1998 Венеция кинофестивале Донъя кинематографына индергән өлөшө өсөн Алтын арыҫлан Еңеүсе

1991 йылда Софи Лорен Почётный легион[13] француз орденының Кавалер тәреһе менән бүләкләнә, ә 1996 йылда «Италия Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының[14][15] Ҙур тәреһенә лайыҡ була. 2012 йылдың декабрендә Софи Лоренға Изге Агата санмарин орденының[16].Бөйөк офицеры дәрәжәһе бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118574302 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #118574302 // Sophia Loren (нем.) — 2012—2016.
  4. Sophia Loren // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Sophia Loren // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. https://www.acmi.net.au/creators/80149 (ингл.)
  7. https://hedendaagsesieraden.nl/2021/07/31/bulgari/
  8. http://colchide.com/people/sophia-loren-ses-mensurations-sa-taille-son-poids/
  9. https://data.performing-arts.ch/a/f0fdb227-1aed-4d93-8abc-2f488714e71d / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  10. В разных странах известна также как Софи́я Ло́рен или Со́фия Ло́рен.
  11. Gemtech. www.gemtech.ru. Дата обращения: 16 август 2016.
  12. Sophia Loren Court, Toronto, Ontario at Google Maps
  13. Sophia Loren Archives - Profile - Awards and Recognitions (ингл.). lorenarchives.com. Дата обращения: 5 март 2017. Архивировано 5 март 2017 года.
  14. Sofia Loren diventa cavaliere (итал.). la Repubblica.it (15 март 1997). Дата обращения: 5 март 2017. Архивировано 5 март 2017 года.
  15. Conferimento di onorificenze dell'ordine "Al merito della Repubblica italiana". (GU Serie Generale n.56 del 8-3-1997 - Suppl. Ordinario n. 52) (итал.). Gazzetta Ufficiale (8 март 1997). Дата обращения: 5 март 2017. Архивировано 5 март 2017 года.
  16. Sophia Loren riceve onorificenza da Repubblica di San Marino (итал.). RB Casting (9 декабрь 2012). Дата обращения: 5 март 2017. Архивировано 5 март 2017 года.
  • Софи Лорен. Авт.: Уоррен Харрис. Москва, «Эксмо», 2007. ISBN 978-5-699-21239-2

Һылтанмалар

үҙгәртергә