Антипин Иван Алексеевич

Антипин Иван Алексеевич (11 сентябрь 1921 йыл21 декабрь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Штурмлаусы авиация полкы лётчигы. Генерал‑майор (2004). Советтар Союзы Геройы (1944).

Антипин Иван Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 сентябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыҙыл Еҙем, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 21 декабрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Луцк, Украина
Ерләнгән урыны Луцк
Һөнәр төрө офицер, мемуарист
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание младший лейтенант[d], лейтенант, өлкән лейтенант[d] һәм Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Күре һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Алтын Йондоҙ» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Алексеевич Антипин 1921 йылдың 11 сентябрендә хәҙерге Башҡортостандың Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте рус.

9 класс тамамлаған. Һуңынан махсус комсомол наборы буйынса Белорет ҡалаһындағы аэроклубҡа уҡырға инә.

1941 йылдың апрелендә Башҡорт АССР-ының Архангел район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылда Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай, ошо йылдың октябренән фронтта.

5-се һауа армияһының 1-се штурмлаусы авиация корпусы 292-се штурмлаусы авиация дивизияһы 667-се штурмлаусы авиация полкы осоусыһы лейтенант Иван Антипин 1944 йыл башына дошмандың тере көсөн һәм хәрби техникаһын штурмлау өсөн 89 уңышлы хәрби осош яһай, 16 һауа һуғышында ҡатнаша, шәхсән «Ю-87» самолетын һәм төркөмдә 6 дошман самолетын бәреп төшөрә. 20 дошман танкын, тере көстәр һәм йөк менән 125 автомашинаһын, 8 зенит-артиллерия батареяһын юҡ иткән, 3 яғыулыҡ складын, 2 боеприпастар складын, 9 автоцистернаны шартлата һәм 500-гә яҡын дошман һалдаты һәм офицерын юҡ итә.

Һуғыштан һуң А. И. Антипин хеҙмәтен СССР Хәрби-Һауа көстәрендә дауам итә. 1945 йылдың мартынан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1949 йылда штурмандарҙың Юғары офицерҙар мәктәбен, 1956 йылда — Хәрби-һауа академияһын тамамлаған.

1968 йылдан алып полковник И. А. Антипин — запаста, ә һуңынан отставкаға китә. Украинаның Волынск өлкәһендәге Луцк ҡалаһында йәшәй. Украина Хөкүмәте атҡаҙанған ветеранға «генерал-майор» хәрби званиеһы бирә.

И. А. Антипин 2005 йылдың 21 декабрендә вафат була, 23 декабрҙә Луцк ҡалаһында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1944 йылдың 1 июлендә лейтенант Антипин Иван Алексеевичкә Ленин ордены менән «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 1978) тапшырыла һәм «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
  • Ленин ордены (01.07.1944)
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (01.09.1943)[1]
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.09.1943)[2]
  • Александр Невский ордены (22.02.1945)[3]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (12.02.1944)[4]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.08.1944)[6]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Миҙалдар

Хәтер үҙгәртергә

  • Герой исеме Өфө ҡалаһында Еңеү паркындағы гранит стелала һәм Белорет ҡалаһында мемориаль таҡтала мәңгеләштерелгән.
  • Архангел ауылының Еңеү паркында Антипин Иван Алексеевичтың бюсы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 702, л. 1, 12, 13)ф. 33, оп. 686044, д. 702, л. 1, 12, 13)
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2969, л. 7, 17, 18)ф. 33, оп. 686044, д. 2969, л. 7, 17, 18)
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1859, л. 2, 30—32)ф. 33, оп. 690306, д. 1859, л. 2, 30—32)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 934, л. 1, 4, 5)ф. 33, оп. 690155, д. 934, л. 1, 4, 5)
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2713, л. 2, 15, 16)ф. 33, оп. 690155, д. 2713, л. 2, 15, 16)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә