Марсель (шулай уҡ Марс тиҙәр; французса: Marcel [maʁsɛl], окситанса: Marcel [maɾˈsɛl], каталанса: Marcel [məɾˈsɛl]) боронғо рим ир-ат исеме Марцеллдың окситан формаһы, ул латинса "Марсҡа ҡағылышлы" тигәнде аңлата. Был исемдең ҡатын-ҡыҙ аналогы - Марсела. Ул Башлыса Францияла, Монакола, Швейцарияла, Испанияла, Италияла, Бельгияла, Әлмәниәлә, Венгрияла, Канадала һәм өлөшләтә Польшала һәм Румынияла ҡулланыла.

Марсель исемле билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Сәлимов Марсель Шәйнур улы сатирик һәм юмористик шағиры һәм әҙибы, журналист һәм тәржемәсе.

Ғарипов Марсель Исмәғил улы — ғалим-педагог, комсомол, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп эшмәкәре.

Искәндәров Марсель Бәғҙәт улы — журналист, яҙыусы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Абдулов Марсель Хәбиб улыинженер-урмансы, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Шәрәфетдинов Марсель Ирек улы — Рәсәй шашкасыһы. Спорт мастеры.

Йосопов Марсель Жәлил улы — Рәсәй спортсыһы, көрәшсе, йәмәғәтсе.

Марсель Дюшан — Франция һәм Америка рәссамы, шахматсы, сәнғәт теоретигы, дадаизм һәм сюрреализм башында торған.

Пруст Марсель — француз әҙибы.

Марсель ХиршерАвстрия тау саңғысыһы, 2018 йылда ике тапҡыр олимпия чемпионы, ете тапҡыр донъя чемпионы.