Анри Робер Марсель Дюшан (франц. Henri Robert Marcel Duchamp, 28 июль 1887 йыл, Бленвиль-Кревон — 2 октябрь 1968 йыл, Нейи-сюр-Сен) — Франция һәм Америка рәссамы, шахматсы, сәнғәт теоретигы, дадаизм һәм сюрреализм башында торған. Ижади мираҫы сағыштырмаса ҙур түгел, әммә идеяларының үҙенсәлекле булыуы арҡаһында Дюшан XX быуат сәнғәтендә иң абруйлы фигураларҙың береһе булып һанала. Уның ижады XX быуаттың икенсе яртыһында сәнғәттә поп-арт, минимализм, концептуаль сәнғәт һ.б. кеүек йүнәлештәрҙең формалашыуына йоғонто яһай.

Марсель Дюшан
Marcel Duchamp
Фотография
Исеме:

Henri Robert Marcel Duchamp

Тыуған:

28 июль 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Бленвиль-Кревон[d][4][5][6]

Үлгән:

2 октябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1][2][3][…] (81 йәш)

Үлгән урыны:

Нейи-сюр-Сен[4][5][6]

Гражданлығы:

Франция Франция
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Жанр:

живопись, реди-мейд, скульптура, фотография

Стиль:

дадаизм, сюрреализм

 Работы

Бала сағы үҙгәртергә

Ғаиләлә ете бала була, уларҙың береһе тыуғандан һуң күп тә үтмәҫтән үлә. Балаларҙың дүртәүһе билдәле рәссамдар: Марсель, Жак Вийон (Гастон Дюшан, 1875—1963) һәм Раймон Дюшан-Вийон (1876—1916) (өлкән ағалары), шулай уҡ уның апаһы Сюзанна Дюшан-Кротти (1889—1963).

Ғаиләлә сәнғәткә булған һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу әсәһе яғынан олатаһы — элекке рәссам һәм гравёр Эмиль Николяға бурыслы. Бөтә йорт уның эштәре менән тулы була. Ғаилә башлығы балаларына, эшен дауам итеүҙе талап итмәйенсә, һөнәр һайлау мәсьәләһендә ирек бирә. Дюшан, бер туған ағалары кеүек үк, Руана ҡалаһындағы лицейҙа ун йәштән ун ете йәшкә тиклем уҡый. Ул күренекле уҡыусы булмай, әммә математиканан яҡшы өлгөрә, бер нисә тапҡыр математиканан мәктәп конкурстарында еңеп сыға. 1903 йылда ул шулай уҡ художестволы эштәр конкурсында еңеү яулай.

Ун дүрт йәшендә һүрәт төшөрөү менән етди мауыға башлай. Ошо ваҡыттан бирле уның апаһы Сюзаннаның портреттары һаҡланған. Дюшандың тәүге һынлы сәнғәт эштәре (импрессионизм рухында тирә-яҡ пейзаждары, һүрәттәр) 1902 йылға ҡарай. 1904 йылда ул Парижға килә, Монмартрҙа урынлаша, Жюлиан Академияһында уҡырға маташа, дәрестәрҙе ташлай. Дюшандың был осорҙағы Һынлы сәнғәте үҙ аллы булмай: йә Сезаннаға, йә Матисстың фовизмына яҡын була. 1909 йылда уның эштәре Көҙгө Салонға эләгә, уларға Гийом Аполлинер күҙ һала.

Шахмат үҙгәртергә

1925 йылда үткән 3-сө Франция чемпионаты йомғаҡтары буйынса, 8-ҙән 4-се мәрәй йыйып, мастер исемен ала. Халыҡ-ара шахмат олимпиадаларында Франция командаһы өсөн сығыш яһай[7]

Дюшан гипермодернистик стилдә уйнай. Мәҫәлән, ул Нимцовичты яҡлауҙы популярлаштырыусыларҙың береһе була. Франция йыйылмаһы ул йылдарҙа ғәҙәттә йомғаҡлау таблицаһының уртаһында урын биләй.

1930 йылдар башында Дюшан уйынсы булараҡ иң юғары нөктәгә етә. Иҫәп алыу буйынса турнирҙарҙа ҡатнаша, шахмат журналисы була (журналда мәҡәләләр яҙа). Бер нисә шахмат мәсьәләһе төҙөй.

Ситтән тороп ойошторолған уйында Дюшан үҙенең шахмат карьераһында ҙур уңышҡа өлгәшә. Ситтән тороп халыҡ-ара шахмат уйындары федерацияһының 5-се чемпионатында еңеүсе була (1932—1933 йылдар).[8]

Спорт һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Йыл Ҡала Ярыш + - = Һөҙөмтә Урын
1923 Брюссель Халыҡ-ара турнир
1924 Страсбург 2-се Франция чемпионаты 3 1 2 12-нән 4 10—11[9]
Париж Донъя чемпионаты ФИДЕ (7-се төркөм) 2 3 0 5-тән 2
(финал В) 3 3 2 8-ҙән 4
1925 Ницца 3-сө Франция чемпионаты 3 3 2 8-ҙән 4 6[9]
1927 Шамонь 5-се Франция чемпионаты 2 4 2 8-ҙән 3 7[10]
1928 Марсель 6-сы Франция чемпионаты 2 4 2 8-ҙән 3 7-9[11]
Гаага ii Олимпиада (Франция йыйылма командаһы, 3-я таҡтала) 1 4 11 16-нан 6½
1929 Париж Халыҡ-ара турнир [12]
1930 Гамбург iii Олимпиада (Франция йыйылма командаһы, 4-се таҡтала) 1 8 А. 15-тән 4
Ницца Халыҡ-ара турнир 3 5 3 11-ҙән 4½ 9[12]
1931 Прага IV Олимпиада (Франция йыйылма командаһы, запас) 1 3 0 4-тән 1
Ницца Халыҡ-ара турнир 0 А. 3 9-ҙан 1½ 10[13]
1932 Ла-Боль-Эскублак 10-сы Франция чемпионаты 5 3 5 13-тән 7½ 4-7[14]
1933 Фолкстон V Олимпиада (Франция йыйылма командаһы, 4-се таҡтала) 1 9 2 12-нән 2
1932—1933 ИФШБ 5-се чемпионаты 1

Кубизм үҙгәртергә

Марсель Дюшан ағалары Жак Вийон һәм Ремон Дюшан-Вийон аша кубизм менән таныша. Ул «Де Пюто» төркөмөнә ҡушыла, унда Глёз, Метценже кеүек рәссамдар ҡатнаша.

Ижады һәм танылыуы үҙгәртергә

 
«Фонтан» автографлы һәм даталы писсуарҙан ғибәрәт
 
Марсель Дюшандың Rose Sélavy (1921) образындағы фотоһы. Авторы - Ман Рэй (1921)

Һуңынан, 1910—1920 йылдарҙа, Дюшан радикаль авангардистик эҙләнеүгә күсә («Обнажённая, спускающаяся по лестнице», 1912; «Новобрачная, раздетая своими холостяками, одна в двух лицах», 1915—1923), ул уны дадаизм һәм сюрреализм менән яҡынайта. Шул уҡ ваҡытта ул рәссам, профессионал роленән ситләшә, һәм ысынында һынлы сәнғәт менән дә һүҙҙең традицион мәғәнәһендә һирәгерәк, тамашасыларҙы шаҡ ҡатырғыс «әҙер әйберҙәр» алымын ҡулланып, шөғөлләнә («Велосипедное колесо», 1913; «Сушилка для бутылок», 1914; «Фонтан», 1917). 1920-се йылдарҙа Марсель Дюшан «Дада» төркөмөнөң һәм сюрреалистарҙың коллектив акцияларында әүҙем ҡатнаша, журналдарҙа һәм дадаистар альманахында баҫыла һәм бер нисә кинофильм төшөрөүҙә ҡатнаша. Рене Клерҙың дуҫы, авангард композиторы Эрик Сати музыкаһына төшөрөлгән «Антракт» (1924) фильмы улар араһында ҙур танылыу яулай, ул жанр классикаһына әүерелә һәм әле лә популяр. 1915 йылдан 1923 йылға тиклем, 1918–1920 йылдарҙа Буэнос-Айреста һәм Парижда осорҙарҙан тыш, футуризм менән илһамланған Дюшан йыш ҡына «Большое стекло» тип аталған «Новобрачная, раздетая своими холостяками, одна в двух лицах» ҡатмарлы инсталляция өҫтөндә эшләй.

Һуңынан Дюшан, ғилми янындағы эҙләнеүҙәргә һәм шахмат уйнауға бирелеп, ижадынан ситләшә тиерлек, әммә бер нисә тиҫтә йыл дауамында Американың художество сәхнәһе һәм халыҡ-ара авангардының абруйлы фигураһы булып ҡала. 1942 йылдан һуң күпселек өлөшөн АҠШ-та йәшәй, 1955 йылда Америка гражданлығын ҡабул итә.

Дюшан Ман Рэй менән бергә эксперименталь «Анемик Синема» (1926) фильмын төшөрә[15], уға Паоло-Марину-Бланконың ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы бағышланған (2002)[16]. 2000 йылда Францияла йәш рәссамдарға Марсель Дюшан премияһы ойошторола.

1968 йылдың 2 октябрендә (81 йәш) Францияның Нейи-сюр-Сен ҡалаһында вафат була

Хәҙерге мәҙәниәттә үҙгәртергә

  • 2000 йылда француз сәнғәтен таратыу ассоциацияһы (AIDAF) Дюшан премияһын булдыра[17]. Уның беренсе еңеүсеһе рәссам Томас Хиршхорн була[17]. Премия булдырылғандан алып Дюшандың премияһы хәҙерге заман сәнғәте өлкәһендә Францияның иң эре премияһына әйләнә[17].

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • The Writings/ Ed. by Michel Sanouillet, Elmer Peterson. Cambridge: Da Capo Press, 1973.
  • Duchamp du signe/ Ed. par Michel Sanouillet, Elmer Peterson. Paris: Flammarion, 1994
  • Affectionately, Marcel: The Selected Correspondence of Marcel Duchamp/ Ed. by Francis M. Naumann, Hector Obalk, Jill Taylor. London: Thames & Hudson, 2000.
  • Мысли наоборот// Андре Бретон. Антология чёрного юмора. — М.: Carte Blanche, 1999. — С. 373—376.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11852772X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France Duchamp, Marcel // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Marcel Duchamp (нидерл.)
  4. 4,0 4,1 Свидетельство о рождении
  5. 5,0 5,1 https://www.artnet.com/artists/marcel-duchamp/past-auction-results — 1998.
  6. 6,0 6,1 RKDartists (нидерл.)
  7. Ланди Э. Тайная жизнь великих художников. — М.: Книжный клуб 36.6, 2011. — С. 278. — ISBN 978-5-98697-228-2.
  8. Гродзенский С. Я., Романов И. З. Ход в конверте. — М.: ФиС, 1982. — С. 112—113.
  9. 9,0 9,1 Победил Р. Крепо.
  10. Победил А. Шерон.
  11. Победил А. Жибо.
  12. 12,0 12,1 Победил С. Г. Тартаковер.
  13. Победил Б. Рейлли.
  14. Победил М. Райзман.
  15. Marcel Duchamp. Дата обращения: 12 ғинуар 2007. Архивировано 30 ноябрь 2006 года.
  16. The Curse of Marcel Duchamp. Дата обращения: 12 ғинуар 2007. Архивировано 8 февраль 2017 года.
  17. 17,0 17,1 17,2 Собств. корр. Премия Дюшана объявила финалистов 2022 йыл 8 октябрь архивланған. // artchronika.ru. — 2012. — 22 февр.

Рәссам тураһында әҙәбиәт үҙгәртергә

На русском языке
На других языках
  • Bonk E. Marcel Duchamp, The Box in a valise. New York: Rizzoli, 1989.
  • Buskirk M., Nixon M. The Duchamp Effect. Cambridge: MIT Press, 1996.
  • Cabanne P. Dialogues With Marcel Duchamp. New York: Viking Press, 1971.
  • Cage J. Mirage verbal: Writings through Marcel Duchamp, Notes. Dijon, Ulysse fin de siècle, 1990.
  • Cros C. Marcel Duchamp. London: Reaktion Books, 2006.
  • Difference/indifference: musings on postmodernism, Marcel Duchamp and John Cage/ Ed. by Moira Roth M., Jonathan Katz. Amsterdam: GB Arts International, 1998.
  • Duve Th. de. The Definitively Unfinished Marcel Duchamp. Halifax: Nova Scotia College of Art and Design; Cambridge: MIT Press, 1991.
  • Goldfarb Marquis A. Marcel Duchamp= Eros, c’est la vie, a Biography. Troy: Whitston, 1981.
  • Graham L. Duchamp & Androgyny: Art, Gender, and Metaphysics. Berkeley: No-Thing Press, 2003.
  • Hopkins D. Marcel Duchamp and Max Ernst: The Bride Shared. New York: Oxford University Press, 1998.
  • Joselit D. Infinite Regress: Marcel Duchamp 1910—1941. Cambridge: MIT Press, 1998.
  • Joseph Cornell/Marcel Duchamp…Resonance/ Ed by Susan Davidson a.o. Ostfildern-Ruit: Cantz; New York: Distributed Art Publishers, 1998.
  • Kachur L. Displaying the Marvelous: Marcel Duchamp, Salvador Dali, and Surrealist Exhibition. Cambridge: MIT Press, 2001.
  • Marcel Duchamp/ Ed. by Anne D’Harnoncourt, Kynaston McShine. New York: Museum of Modern Art, 1973.
  • Marcel Duchamp: Work and Life/ Ed. by Pontus Hulten a.o. Cambridge: MIT Press, 1993.
  • Masheck J. Marcel Duchamp in Perspective. Cambridge: Da Capo Press, 2002.
  • Moffitt J.F. Alchemist of the Avant-Garde: The Case of Marcel Duchamp. New York: State University of New York Press, 2003.
  • Schwartz A. The complete works of Marcel Duchamp. New York: H.N. Abrams, 1969.
  • Suquet J. Miroir de la Mariée. Paris: Flammarion, 1974.
  • Tomkins C. The World of Marcel Duchamp. New York: Time, 1966.

Һылтанмалар үҙгәртергә