К. А. Бархатова исемендәге Коуровка астрономия обсерваторияһы

К. А. Бархатова исемендәге астрономия обсерваторияһы (Коуровка астрономия обсерваторияһы) — Урал федераль университетының (элекке УрДУ) тәбиғи фәндәр институтының университет обсерваторияһы. Свердловск өлкәһендә Чусовая йылғаһы[1] ярында, Слобода ауылынан алыҫ түгел Коуровка тимер юл станцияһында урынлашҡан. Коуровка астрономия обсерваторияһы Свердловскиҙан ошонда күсергән һәм уның үҫеше өсөн күп эшләгән К. А. Бархатова исемен йөрөтә. 4964 Kourovka кесе планетаһы обсерватория хөрмәтенә аталған.

К. А. Бархатова исемендәге Коуровка астрономия обсерваторияһы
Нигеҙләү датаһы 1965
Рәсем
Рәсми атамаһы Астрономическая обсерватория имени К. А. Бархатовой ИЕН УрФУ
Кем хөрмәтенә аталған Бархатова, Клавдия Александровна[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе һәм Слобода[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 280 метр
Рәсми асылыу датаһы 1965
Адрес г. Первоуральск, село Слобода, Обсерватория
Почта индексы 623132
Рәсми сайт astro.ins.urfu.ru/kourov…
Карта
 К. А. Бархатова исемендәге Коуровка астрономия обсерваторияһы Викимилектә

1957 йылда, Ерҙең беренсе яһалма юлдашын осорғандан һуң, Урал университетында Ерҙең яһалма юлдаштарын күҙәтеү буйынса станция ойошторола. Һуғыштан һуң ябылған Урал дәүләт университеты Физика факультетының астрономия һәм геодезия кафедраһы 1960 йылда[2] ҡабаттан асыла, ә 1961 йылда, Ю. А. Гагариндың беренсе тапҡыр йыһанға осоуы йылында, Урал университеты Коуровкала обсерватория төҙөй башлай. Ул 1965 йылда кафедраның 1941 йылғы сығарылышы студенты, профессор К. А. Бархатова етәкселегендә асыла [3].

УрДУ/УрФУ-ның астрономия кафедраһы һәм обсерватория етәкселәре

үҙгәртергә

Кафедра мөдирҙәре

үҙгәртергә
  • 19371945 — Яковкин Авенир Александрович
  • 19451949 — Муратов Сергей Владимирович
  • 19601986 — Бархатова Клавдия Александровна
  • 19871992 — Василевский Анатолий Ефимович
  • 19921998 — Гуляев Сергей Александрович
  • 1999 йылдан — Кузнецов Эдуард Дмитриевич

Обсерватория директорҙары

үҙгәртергә
  • 19741982 — Ромашин Георгий Сергеевич
  • 19822016 — Захарова Полина Евгеньевна
  • 2016 йылдан — Соболев Андрей Михайлович (вазифа башҡарыусы)

Фәнни эшмәкәрлек

үҙгәртергә

Кафедра һәм обсерватория хеҙмәткәрҙәре галактика астрономияһы, йондоҙҙар һәм томанлыҡтар физикаһы, Ҡояш космос һәм йыһан геодезияһы буйынса тикшеренеүҙәр алып бара. Ошо эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә йондоҙҙар араһындағы алыҫлыҡ шкалаһы аныҡлаштырыла[3]. Шулай уҡ заманса ҡорамалдар Ерҙең юғары эллиптик юлдаштарын һәм хеҙмәт ваҡыты үткән яһалма юлдаштарҙың ҡалдыҡтарын тикшереү алып барыла[1]. Обсерваторияла түбәндәге ғилми йүнәлештәр буйынса фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла[4]:

  • Галактиканың һәм уның подсистемаларының төҙөлөшө, килеп сығышы һәм үҫеше;
  • йондоҙҙарҙың һәм йондоҙҙар мөхитенең физикаһы
  • ҡояш әүҙемлегенең физикаһы һәм уның ерҙәге сағылышы;
  • астрометрия һәм йыһан механикаһы.

Түбәндәге программалар буйынса күҙәтеүҙәр үткәрелә:

  • ҡояш әүҙемлеген күҙәтеү;
  • йондоҙҙарҙың барлыҡҡа килеүен күҙәтеү;
  • таралған йондоҙҙар тупланмаһын күҙәтеү;
  • Ерҙең яһалма юлдаштарын, астероид һәм кометаларҙы күҙәтеү [⇨];
  • күк йөҙөн, галактика яңы нәмәләр эҙләү, астероид һәм кометалар эҙләү, Ер тирәләй мөхитте мониторинглау;
  • башҡа йондоҙҙар тирәләй планета системаларын эҙләү;
  • йыһандағы тәжрибәләр менән ерҙәге рентген һәм гамма-сығанаҡтарҙы оптик күҙәтеүҙе синхронлаштырыу.

Урал дәүләт университетының йондоҙҙар астрономияһы һәм икешәр, алмашыныусан йондоҙҙарҙы күҙәтеү буйынса фәнни мәктәбе донъяға танылған. Фәнни тикшеренеүҙәр СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең 11 көмөш һәм 22 бронза миҙалы, СССР Фәндәр академияһының Астрономия советы һәм Урал дәүләт университеты премиялары менән билдәләнгән[5]. Йыл һайын обсерваторияла башҡарылған эштәр Рәсәй астрономияһында мөһим ҡаҙаныш тип билдәләнә. Астрофизика өлкәһендәге эштәр ҙә шулай уҡ донъя ҡаҙаныштарының йыллыҡ күҙәтеүенә инә.

Обсерватория базаһында йыл һайын студенттарҙың «Йыһан физикаһы» конференцияһы үтә[6]. Обсерваторияһы фәнни программалар буйынса Рәсәй, Германия, Австралия, АҠШ, Чили, Швеция учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итә. Ойошмаға экскурсиялар үткәрелә[7].

Ҡорамалдар

үҙгәртергә

УрДУ обсерваторияһы Рәсәйҙә Ҡазан менән Иркутск араһында шундай кимәлдәге берҙән-бер обсерватория булып тора. Унда түбәндәге ҡорамалдар бар[2][4]:

  • 700 миллиметрлы күп каналлы фотометрлы көҙгөлө телескоп.
  • 600- миллиметрлы экваториаль монтировкалы телескоп, Astroshell-425 көмбәҙле.
  • 453 миллиметрлы АЗТ-3 телескобы, ПЗС-камера менән йыһазландырылған.
  • 500 миллиметрлы астрогеодезик СБГ телескобы (Карл Цейсс Йена фирмаһы эшләгән, ГДР), АҠШ-тың Апогей фирмаһында эшләнгән U32 Alta ПЗС-камераһы менән йыһазландырылған.
  • 440 миллиметрлы АЦА-5 горизонталь ҡояш телескобы, АСП-20 спектрографы менән йыһазландырылған.
  • 1.2 метрлы азимутлы (төп көҙгөләренең диаметры, ошо диаметр буйынса Рәсәйҙә өсөнсө) телескобы[1], Германияның APM-Telescopes фирмаһында эшләнгән. Рәсәй Фәндәр академияһының Махус астрофизик обсерваторияһында эшләнгәни ПЗС-сситемалы спектрограф менән йыһазландырылған.
  • 400 миллиметрлы «Мастер-II Урал»телескоп-робот, «„Оптика“ Мәскәү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләнгән, ике ПЗС-камера менән йыһазландырылған (телескоп торбаһының һәр береһендә). Роботлаштырылған телескоптар селтәренең бер өлөшө булараҡ (Благовещенскиҙан Кисловодскиға тиклем), бик күп астрономик объекттарҙың мониторингын өҙлөкһөҙ тиерлек алып барыу мөмкинлеген бирә[1].

Метеорит хәүефе

үҙгәртергә

2013 йылдың 5 февралендә Мәскәү ваҡыты менән 07:23 сәғәттә Уралтерриторияһы өҫтөнән Силәбе болидының осоп үтеүе һәм шартлауынан һуң, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре беренсе тапҡыр Коуровка обсерваторияһы белгестәренә комментарий биреүҙәрен һәм күрһәтмәләр һорап мөрәжәғәт иткән[1].

…это явление чисто природное, а не техногенное. …серьезных разрушений на Земле это событие повлечь не должно… В данном случае мы имеем дело с метеороидом — болидом, разорвавшимся на большой высоте на множество осколков, которые и «приземлились». Кроме того, простейшие знания физики подобных явлений могли бы избавить челябинцев от многих неприятностей. Услышав мощный взрыв и увидев яркую вспышку, они должны были понять, что следом будет мощная ударная волна, и не подходить к окнам, а ложиться. Меньше было бы травм, порезов.

— директор обсерватории, кандидат физико-математических наук П. Е. Захарова[1]

Был осраҡтан һуң Рәсәй Фәндәр академияһы Астрономия институтының элек төҙөгән «Рәсәй йыһан хәүефенә ҡаршы тороу системаларын булдырыу концепцияһы» буйынса фекер алышыуҙар әүҙемләшкән (системаның яҡынса хаҡы 2013 йылда 58 миллиард һум була)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Понизовкин А., 2013
  2. 2,0 2,1 30 лет астрономических исследований, 1995
  3. 3,0 3,1 Опасные ситуации природного характера, 2008
  4. 4,0 4,1 Официальный сайт Коуровской астрономической обсерватории
  5. 40 лет астрономических исследований, 2005
  6. Анастасия Паначева. "Откуда мы взялись и куда идем": уральские астрономы о звездах, метеоритах и космической угрозе. И о последних своих достижениях. Наша газета (Екатеринбург) (2 февраль 2019). — «Наша задача изучать и предупреждать, — отметил Борис Шустов, научный руководитель Института астрономии РАН, председатель Экспертного совета по космическим угрозам». Дата обращения: 9 февраль 2019. Архивировано 2 февраль 2019 года. 2019 йыл 2 февраль архивланған.
  7. Алексей Булатов. Экскурсия по Коуровской астрономической обсерватории (фотогалереи). Вадим Крушинский — ведущий инженер Коуровской обсерватории и друге сотрудники обсерватории рассказывает о работе. Комсомольская правда (4 март 2016). Дата обращения: 9 февраль 2019.

Баҫмалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә