Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы

ҡурайсы
(Кәрим Мөхәмәҙи улы Дияров битенән йүнәлтелде)

Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы (15 ғинуар 1910 йыл — 17 ноябрь 1986 йыл) — педагог, ҡурайсы. 1946—1975 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).

Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы
Тыуған

15 ғинуар 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе [1]Оло Басай ауылы

Үлгән

17 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (76 йәш)

Үлгән урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

ҡурайсы

Хеҙмәттәшлек

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)

Биографияһы

үҙгәртергә

Кәрим Мөхәмәҙи улы Дияров 1910 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең[1] Басай (хәҙер Оло Басай) ауылында ете малай, өс ҡыҙ тәрбиәләгән ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 6-7 йәшлек кенә сағында ул ҡурай тартырға өйрәнә башлай. Тыуған ауылы Басайҙа (Баймаҡ районы) Абдрахман Басаев тигән ҡурайсы була. Кәрим Дияров ҡурайға иң элек унан өйрәнә. 15-16 йәштәрҙә күп көйҙәрҙе ярайһы ғына һәйбәт уйнай. Кәрим 1924 йылға тиклем үҙ ауылында башланғыс белем ала, 1925-1929 йылдарҙа уҡыуын Темәстә дауам итә. Бында егет тарихсы һәм ҡурайсы Әбүбәкер Хөсәйенов менән таныша һәм унан көйҙәр өйрәнә, тарихтарын яҙып ала («Йәйәүле Мәхмүт», «Таштуғай», «Ишҡол», «Еҙ үксә» («Сабираҡай») һ.б.). Был йылдарҙа ул ҡурайҙа уйнау таһыллығын камиллаштыра. Күрше-тирә ауылдарға сығып, маһир ҡурайсылар, йырсылар, тарихсылар менән аралаша, тыуған төйәгенең тарихын, йыр һәм көйҙәрен, риүәйәттәрен өйрәнеп, уларҙы ҡағыҙға теркәй бара.

1929 йылда бер төркөм ярлы балаларын Темәстән Өфөгә юғары уҡыу йортона инеү өсөн әҙерлек курсына ебәрәләр. Әҙерлек курстары үткәндән һуң К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Тиҙҙән ҡурайсы һәм бейеүсе халыҡ артисы Ғиниәт Ушанов менән таныша, унан күп кенә йыр һәм көйҙәр өйрәнә. Улар араһында «Ҡарт Байыҡ» йәки «Ушан Байығы», «Кинйәбай Байығы», «Урман Байығы», «Хәйбулла Байығы», «Турат сағылы», «Уҙған ғүмер», «Ҡыуатов», «Баяс», «Ильяс», «Ҡалды» әҫәрҙәре бар. Шулай уҡ композиторҙар Хәбибулла Ибраһимов, Солтан Ғәбәши, Мәсәлим Вәлиев, Александр Ключарев, данлыҡлы йырсы һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтар менән аралашып йәшәй.

Кәрим Дияров 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында телефонсы, парашютсы, снайпер булып ҡатнаша. Наградалары бар.

Өфөлә К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1923 йылданИҫән мәктәбе директоры, 1932 йылдан — Төрөкмән башланғыс мәктәбе директоры, 19371942 йй. — 2-се Этҡол тулы булмаған урта мәктәбе директоры. Һуғыштан һуң, хаҡлы ялға саҡлы (19461975) Баймаҡ районы мәктәптәрендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй. Унан дүрт тиҫтә йыл Ниғәмәт урта мәктәбендә уҡыта.

Ҡурайҙа уйнарға ҡурайсылар Ә. Хөсәйеновтан, Ғ. Ушановтан өйрәнә. 1937 йылда студенттарҙың йәйге каникулында Ғ. С. Әлмөхәмәтов талантлы ҡурайсы Кәрим Дияровты аккомпаниатор итеп Башҡортостан райондарына, илебеҙҙең төрлө ҡалаларына йәйге гастролдәргә алып йөрөй. Кәрим Дияров иң оҫта ҡурайсыларҙың башҡарыу оҫталығын — күкрәккә һалып уйнау маһирлығын отоп ала һәм үҙенән йәшерәк ҡурайсыларға мираҫ итеп ҡалдыра.

Халыҡ көйҙәре конкурстары лауреаты К. Дияров тәүге хеҙмәт көндәренән үк уҡыусыларҙа, үҫмерҙәрҙә ҡурайға һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ район күләмендә лә ҡурайсылар ансамбле етәксеһе булып сығыш яһай. Композитор Хәбибулла Ибраһимов Кәрим Дияровты Башҡортостан радиоһына саҡыра. Ҡурайсы радио аша йыш ҡына сығыштар яһай.

Кәрим Дияров музыкаль һәм әҙәби фольклор йыйыусы булараҡ та билдәле. Ул тарихын бәйән итеп, көйөн уйнап, йырын йырлап магнитофон таҫмаһына яҙҙырып ҡалдырған 130 яҙма Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фондында («Аҡ яурын сал бөркөт», «Абдрахман кантон», «Байыҡ», «Баяс», «Буранбай», «Ҡаһым түрә», «Саптар юрға», «Сыңрау торна», «Урал», «Ҡыуатов» һәм башҡалар) һаҡлана. Башҡортостандың Баймаҡ районында ул Торна йырын яҙа.

Ете тиҫтәнән ашыу әҫәрҙең тарихы, легенда-риүәйәттәре, ноталары, йыр текстары китапта баҫылып сыҡты (Кәрим Дияров. Сал Уралдың моңдары. Төҙөүселәре — Р. Шәкүр, Ф. Камаев. Өфө, 1988).

Башҡорт бейеүе белгесе Лидия Нагаеваның «Көнсығыш башҡорттары бейеүе» (Мәскәү, 1981) тигән монографияһында Кәрим ағайҙың башҡорт бейеүе тураһындағы һүҙҙәре килтерелә.

Ҡурайсы, фольклорсы, мәғариф һәм һуғыш ветераны К.М.Дияровты халыҡ онотмай. Йәшәгән йортона таҡтаташ ҡуйылған. Уның исемендәге призға ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)

Ҡурайсы тураһында

үҙгәртергә
  • «Кәрим ағай һәр урында ҡурайсы-педагог булып ҡалды. Аҡыллыға ишара, тигәндәй, урынында, ваҡытында әйтелгән дөрөҫ кәңәш халыҡ музыкантының ижади эҙләнеүҙәренә дөрөҫ йүнәлеш бирә, һәм байтаҡ өлкән быуын ҡурайсылары Кәрим ағайҙы үҙенең остазы һанай икән, был һис тә ғәжәп түгел», — тип яҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов «Башҡортостан» гәзите биттәрендә (2000 йыл, 27 ғинуар, № 15 (23027).
  • «Бала сағынан уҡ береһенән-береһе һәләтлерәк халыҡ ҡурайсыларын, йырсы-сәсәндәрен күреп, ил хәтерен, илдең күңел байлыҡтарын һеңдереп үҫә йәш ҡурайсы. Замандаштары Бирғәле сәсән Ибраһимов, Ғәбит сәсән Арғынбаев һәм уның туғаны Әбәйт ҡурайсы, Сөнәғәт Байбулов, Хизбулла Мөхәмәтҡолов, ағалы-ҡустылы Ғәлимйән һәм Хәмит Әхмәтовтар уға дәрт-дарман биреп тороусы булғандарҙыр». (Ришат Рәхимов, «Халыҡтыҡын халыҡҡа ҡайтарҙы» мәҡәләһе, Башҡортостан гәзите, 2010 йыл).
  • «Уның ижади идеалы — халыҡ йырының образлы матурлығын, көйөн, моңон, музыкаль-этнографик традицияларын һаҡлап башҡарыу.» (Хәмзә Ихтисамов, Ағиҙел" журналы (1981йыл, № 8).
  • «Күкрәккә һалып уйнағанда, ҡурай моңона ҡушылып, уға фон, йәм биреп, өр-яңы биҙәктәр өҫтәп бер тауыш урғылып сыға. Кәрим Дияров ошо боронғо алымды бәләкәй сағынан уҡ ишетеп, өйрәнеп, таҙа саф килеш беҙҙең көндәргә килтереп еткереү миссияһын үтәне». (Рәмил Хәсәнов, Башҡортостан гәзите, 2000 йыл, 2 сентябрь.
  • «Ҡурайсы Кәрим Дияровтың башҡарыу оҫталығын юғары рухи күтәренкелек, эске хистәрҙең һәм тойғоларҙың тотанаҡлығы айырып тора. Дияровта халыҡ йырсыларына, ҡурайсыларына, тарихи эпик әҫәрҙәр һөйләүсе сәсәндәргә генә хас булған аҡыллылыҡ һәм юғарылыҡ бар», — тип ҡурайсы ижадына үҙ баһаһын бирә". (Хәмзә Ихтисамов, Ағиҙел" журналы, 1981 йыл, № 8).
  • «Кәрим Дияровты хәтерләү генә түгел, йырҙарынан үҙенә һәйкәл ҡойорлоҡ!» (Баймаҡ районының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы директоры С. Бикеев. Башҡортостан гәзите, 1995 йылдың 4 апрель).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Сал Уралдың моңдары: Йыр-риүәйәттәр, ноталары, һүҙҙәре менән башҡорт халыҡ йырҙары / Кәрим Дияров; . Төҙөүселәре — Р. Шәкүр, Ф. Камаев. [Инеш һүҙ Р. Шәкүр; Рәссәм. В. П. Ковалев], 150 бит, нот. 22 см, Өфө, Башҡорт китап нәшриәте, 1988 й.
  • Газета «Баймакский вестник» № 24 (10007). 4.03. 2010 г.

  Викидәреслектә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә