Ниғәмәт мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы, Ниғәмәт ауылында урынлашҡан уҡыу йорто

Ниғәмәт мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Баймаҡ районы Ниғәмәт мәктәбе

Нигеҙләнгән

1927

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Баймаҡ районы, Ниғәмәт ауылы, К. Дияров урамы, 3

Тарихы үҙгәртергә

1927 йылда Ниғәмәт ауылында наҙалыҡты бөтөрөү мәктәбе ойошторола. Мәктәптең тәүге уҡытыусыһы һәм ойоштороусыһы — Урманшин Сәйет. Архив мәғлүмәттәре буйынса, башланғыс белем биреү мәктәбе 1931 йылда эшләй башлай.

1949/1950 уҡыу йылында 5-се класс асыла. 1950—1951 йылдарҙа 7 йыллыҡ мәктәпкә әүерелә, һәм уҡыусылар яңы бинала уҡый башлай.

1960 йылда уҡытыусы-фронтовик Абзаков Әхмәтситдыҡ Ибраһим улы һәм директор Йосоп Әхмәт улы Ноғоманов инициативаһы менән мәктәптең яңы бинаһын төҙөлә башлай, 1961 йылдың ғинуарынан уҡыусылар яңы мәктәптә уҡыуын дауам итә. 1961/1962 уҡыу йылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә әйләнә. 1966—1967 уҡыу йылынан мәктәп урта мәктәп итеп үҙгәртелә.

1960 — 1970-се йылдарҙа бында 2-се Этҡол, Байым, Иҫән, Һаҡмар, Түбәнге Яйыҡбай, Үрге Яйыҡбай ауылдары балалары уҡый.

1978 йылда Салауат исемендәге колхоз үҙ аҡсаһына 469 уҡыусыға иҫәпләнгән өс ҡатлы мәктәп төҙөтә.

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Урманшин Сәйет
  • Сәлимов Тажетдин Хәйретдин улы (1934)
  • Рафиҡов Камил Фәттәх улы
  • Лоҡманов Мансур Ибәтулла улы (1960—1986)
  • Ҡайыҡбирҙин Кирәймәргән Әҙеһәм улы (1986—1995)
  • Мөхәмәтйәнов Фәрит Әбдрәхим улы (1995—2008)
  • Рәхмәтуллин Юлай Йосоп улы (2010—2016)
  • Иҫәнбаев Наил Әхмәҙулла улы (2016 йылдан)

Уҡытыусылары үҙгәртергә

  • Бикмәтова Шәмсиямал (1928)
  • Әминева Зөхрә
  • Мәмбәтҡолов Әбүзәр
  • Азаматов Ғәлимйән
  • Ҡорбанова Рауза
  • Камалова Маһи
  • Ғатауллин Абдулла Ғөбәйт улы
  • Мотаева Рәйсә
  • Иҙрисов Ғәйзулла
  • Имелбаев Дауыт
  • Бураншин Ғөбәйт
  • Мәғәфүров Әхтәм
  • Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы
  • Сөләймәнова Фәрзәнә
  • Баймырҙина Фәриҙә Ҡотлоғужа ҡыҙы
  • Асаинова Сәғирә Суфиян ҡыҙы
  • Сиргалин Ишбулды Нурғәле улы
  • Усманова Рәүилә Сибәғәт ҡыҙы
  • Сөләймәнова Аминә Нәжметдин ҡыҙы
  • Йәнбәкова Лира Исхаҡ ҡыҙы
  • Зекрина Мөнирә Ғәббәс ҡыҙы
  • Алтынғужина Тәнзилә Хажи ҡыҙы
  • Алтынғужин Мостафа Хажи улы
  • Мырҙағәлин Әмир Ғилметдин улы
  • Ниғмәтуллина Миңзифа Насип ҡыҙы
  • Мөхәмәтйәнов Фәрит Әбдрәхим улы
  • Ғәлимйәнов Рәил Әхәт улы
  • Әхмәҙуллина Фирҙәүес Борисовна
  • Хәсәнова Менәүәрә Ғәлимйән ҡыҙы
  • Кәримов Фәтҡулла Зәйнетдин улы
  • Юлмөхәмәтова Рәйлә Хәлфетдин ҡыҙы
  • Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Игебаева Римма Хөснихаҡ ҡыҙы (1985 йылдан)
  • Ҡорманаева Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы
  • Хәмитова Земфира Нуриәхмәт ҡыҙы
  • Мөхәмәтйәнов Өлфәт Хәмит улы — физика уҡытыусыһы
  • Ишмырҙина Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Матбуғатта үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә