Кәйсәниҙәр
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Кәйсәниҙәр (ғәр. كيسانية; рус. Кайсани́ты) — шиғый мәҙһәбтәренең береһе, ул Али ибн Әбү Талиптың хәнәфиә ҡатынынан тыуған улы Мөхәммәт Ибн Әл-Хәнәфиәнең имамлығын таныған мәҙһәб.
Тарихы
үҙгәртергәМөхәммәт ибн Әл-Хәнәфиә Фатиманың улы булмағанлыҡтан, шиғыйҙарҙың күпселеге уның имамлыҡҡа дәғүәһен кире ҡаға. Кәйсәниҙәр тәғлимәте шиғый догматикаһына (бигерәк тә фарсы имамиҙарына) көслө йоғонто яһай. Сектаға нигеҙ һалыусы — әл-Мөхтәр ибн әбү Ғөбәйд әҫ-Ҫәҡәфи. IX быуат уртаһына кәйсәни йәмәғәттәре йәшәүҙән туҡтай.
Этимологияһы
үҙгәртергәКайсаниттар атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә версия бар. Бер версия буйынса, сектаның исеме әл-Мөхтәр ибн әбү Ғөбәйд әҫ-Ҫәҡәфи ҡушаматынан килеп сыҡҡан, уны, ихтимал, Кәйсән тип атағандарҙыр. Икенсе версия буйынса Мөхәммәт ибн әл-Хәнәфиәнең шәкерттәренең береһе шулай тип аталған[1]. Йәнә бер версия буйынса, улар ғәскәр башлығы әл-Мөхтәр, был ихтилалда мәүәли етәксеһе Әбү Ғәмер Кәйсән исеме менән аталған[2].
Мәҙһәбтәре
үҙгәртергәКәйсәнилектең үҙендә берҙәмлек булмай, һәм улар бер нисә мәҙһәбкә тарҡала.
Әбүл-Хәсән әл-Ғәшәри кәйсәниҙрҙе ун бер сектаға бүлә, мәгәр уларҙың барлыҡҡа килеү эҙмә-эҙлелеген һәм генетик туғанлығын билдәләмәй[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ғәләт
- Хөррәмиҙәр
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ ан-Наубахти. Шиитские секты. — С. 128.
- ↑ аль-Ашари. Макалат, 18. — С. 23.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [411 Кайсаниты] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Kaysāniyya / Madelung, W. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Аl-Qadi Wadad. The development of the term ghulat in muslim literature with special reference to the Kaysaniyya. — Akten des VII. Kongresses fuer Arabistik und Islamwissenschaft. Goettingen, 1976, 295—319.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кайсаниты . Авторский проект Александра Колодина. Дата обращения: 12 сентябрь 2013.
- Кайсаниты . umma.ua. Дата обращения: 12 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 15 август 2013 года. 2013 йыл 15 август архивланған.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.