Ғәләт
Ғәләт (ғәр. غلاة, берл. غَالٍ "артыҡ бирелеп, сиктән тыш [шиғый]; шаҡ ҡатырлыҡ яҡлаусы, фанатик; рус. Гулат) — шиғыйлыҡта бер нисә мәҙһәбте билдәләгән термин, уларҙы Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Али ибн Әбү Талип тоҡомдарынан һайланған шиғый имамдарының илаһилыҡ сифаттарына эйә икәнлегенә ышаныу берләштерә.
Фирҡә төрҙәре
үҙгәртергә- Нүсәйриҙәр - ғәйн-мим-син өслөгөнә ышаналар, былар - Али (Ғәли), Мөхәммәт һәм Сәлмән әл-Фарси исемдәренең тәүге хәрефтәре.
- Әлиүиҙәр - Мөхәммәт түгел, ә Али Аллаһ рәсүле булған тип ышаналар.
- Бәзиғиҙәр - алтынсы имам Жәғәфәр әс-Садиҡ илаһ булған , ә унан алдағы бөтә имамдар уның илселәре булған тип ышанғандар.
- Ғурабиҙәр (от ғәр. غراب "ҡоҙғон") Алиҙың тышҡы ҡиәфәте Мөхәммәткә "ике ҡоҙғондай" оҡшаш булыуына күрә Ябраил фәрештә, хаталанып, Мөхәммәткә пәйғәмбәрлек биргән тип ышана.
- Ҙәммиҙәр - Али - Аллаһ, ә Мөхәммәт уның илсеһе тип ышанғандар.
- Кәйсәниҙәр - Хөсәйен Ибн Али үлгәндән һуң имамлыҡ Мөхәммәт ибн әл-Хәнәфиәгә күскән тип ышаналар; уның вафатынан һуң бер нисә ваҡ төркөмгә тарҡалғандар.
- Йәғфүриҙәр - Әл-Күфәнән Мүғәммәр тигән кешенең Аллаһ булғанынан ышанған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәБыл ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |