Күгәрсен (Ҡалтасы районы)

Күгәрсен (рус. Кугарчино) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 178 кеше[1]. Почта индексы — 452865, ОКАТО коды — 80233805003[2].

Ауыл
Күгәрсен
Күгәрсен
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡалтасы районы

Координаталар

55°52′24″ с. ш. 55°05′09″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 233 805 003

ОКТМО коды

80 633 405 111

Күгәрсен (Рәсәй)
Күгәрсен
Күгәрсен
Күгәрсен (Ҡалтасы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Күгәрсен

Географик урыны

үҙгәртергә
 
Күгәрсен ауылы
  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡалтасы): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Оло Ҡасаҡ): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 70 км

Ауыл Етеҙ Танып буйында ята. Был йылға Пермь крайындағы һаҙлыҡтарҙан алып Тәтешле, Балтас, Борай һәм Ҡалтасы райондары буйлап Күгәрсенгә ҡәҙәр 287 километр ара үтә, артабан Краснокама районына сыға һәм, тағы ла алтмыш саҡрым тирәһе ағып барып, Ағиҙелгә ҡоя.

Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, ауылдың исеме «Күгәрсе» булырға тейеш, «күгәрсен» атамалы ҡошҡа бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Һәр хәлдә, килеп сығышы ныҡлы тикшерелмәгәнлектән, төпкөл рәсми телдә Күгәрсен булып нығынып ҡалған, урыҫса уны «Кугарчино» тип йөрөтәләр.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүенсә, Бөрө өйәҙе Эске-Йылан улусының аҫаба башҡорттары ерҙәрендә нигеҙләнгән Күгәрсен ауылы документтарҙа тәүләп 1783 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1765 йылда[3]) телгә алынған. Ә инде 1795 йылғы V ревизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бында (исеме урыҫса Кугарчинова тип бирелгән) йәшәгән халыҡ башҡорт тип яҙылған. Ауылда 11 йорт-хужалыҡ, 36 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Артабанғы, 1834 йылдағы, VIII ревизия йомғаҡтарына ҡарағанда, Бикмәт түбәһенә ҡараған был ерҙә (урыҫса — Кугарчина) 200-гә яҡын кеше йәшәгән.

1859 йылғы ошондай тикшереүҙән һуң ауылға «Күгәрсе» тигән исем бирелгән. Төп ер биләүсе — халыҡ, тип билдәләнгән. Ундағы 67 йорт-хужалыҡта 203 ир-егет һәм 180 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Ә инде 1917 йылда үткәрелгән Дөйөм Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 165 йортта 884 башҡорт, 16 йортта 95 татар һәм бер хужалыҡта урыҫ милләтле һигеҙ кеше йәшәгән.

Октябрь революцияһына тиклем халыҡ башлыса малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән, бал ҡорто үрсеткән, балыҡ тотҡан. Ауылда һыу тирмәне, Етеҙ Танып аша йөрөгән паром булғаны билдәле. Ә 1906 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Күгәрсендә мәсет, ике лавка, икмәк кибете эшләгән.

1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» тигән белешмә-китапта күрһәтелеүенсә, ауылда шул осорҙа 877 башҡорт йәшәгән. 1981 йылда сыҡҡан ошо уҡ баҫмала ла «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозына ҡараған Күгәрсендең милләттәштәребеҙҙең төйәге булыуы хаҡында яҙылған.

2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәт буйынса ауылда 242 кеше йәшәгән. Бөгөн иһә ете урамда 139 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 43-ө буш тора, ҡалған 96-һында 211 кеше (106 ир-егет һәм 105 ҡатын-ҡыҙ) ғүмер итә. Халыҡтың күп өлөшөн урта йәштән уҙғандар тәшкил итә. Иң өлкәне — 97 йәшлек Хәлисә инәй Сәләхова, бер йәшкә тиклемге өс сабый бар.

Күгәрсен халҡы Совет йылдарында гөрләп йәшәгән, малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Колхозда һыйыр, һарыҡ фермалары, ишле йылҡы өйөрө булған, бер ни тиклем ваҡыт сусҡа ла аҫрағандар. Өлкәндәрҙең хәтерләүенсә, тау битләүҙәрендә ҡарбуз да үҫтергәндәр. Ә инде ҡыяр, помидор, һуған, кишер, картуф, ҡауын тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Уҙған быуаттың икенсе яртыһында кирбес заводында бер миҙгел эсендә миллиондан ашыу дана яҡшы сифатлы төҙөлөш материалы сығарғандар. Күптәр һалабаш һыҙырып мул ғына табыш алған. 1890 йылда уҡ асылған ауыл мәктәбе был осорҙа ун йыллыҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы хаҡында ла үткән заманда һөйләргә тура килә. Күмәк хужалыҡ тарҡалған, кирбес заводы, мәктәп, магазин, почта бүлексәһе ябылған… Ауыл халҡы бөгөн башлыса эшһеҙ, үҙ йүнен үҙе күрә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелгәндәрҙе, аҙып-туҙып йөрөгәндәрҙе осратманыҡ Күгәрсендә.

Совет осоронда ауылдарына газдың, асфальт юлдың килеп етмәүенә, һыу үткәргестең яртылаш ҡына һалыныуына ҡайғырыуҙан күптән туҡтаған күгәрсендәр. Был мәсьәләләрҙең хәҙер хәл ителеренә лә өмөттәре тулыһынса тиерлек өҙөлгән. Ваҡытында күтәрелгән таш юлдың ураулығы теңкәләрен ҡоротһа ла, Красный Холмға ҡарай һуҙылған асфальтҡа сығырлыҡ таш юл тураһындағы уйҙары әлегә хыял ғына булып ҡала. Күҙ менән ҡаш араһында колхоздың тарҡалыуына, мәктәптең, магазиндың ябылыуына оҙаҡ ҡына ҡайғырһалар ҙа, хәҙер хәленә күнеккән күгәрсендәр.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1048 511 537 48,8 51,2
1959 йыл 15 ғинуар 885 376 509 42,5 57,5
1970 йыл 15 ғинуар 857 374 483 43,6 56,4
1979 йыл 17 ғинуар 593 252 341 42,5 57,5
1989 йыл 12 ғинуар 308 128 180 41,6 58,4
2002 йыл 9 октябрь 263 128 135 48,7 51,3
2010 йыл 14 октябрь 178 86 92 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Күгәрсен (Ҡалтасы районы)