Кричевский Василий Григорьевич
Василий Григорьевич Кричевский (укр. Василь Григорович Кричевський; 1872 йылдың 31 декабре — 1952 йылдың 15 ноябре) — украин совет рәссамы, архитекторы, графигы, кинофильмдар рәссамы.
Кричевский Василий Григорьевич | |
укр. Василь Григорович Кричевський | |
Украина почта маркаһы | |
Исеме: |
укр. Кричевський Василь Григорович |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: |
село Ворожба, |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: |
Каракас; |
Гражданлығы: | |
Жанр: | |
Работы |
Тормош юлы
үҙгәртергәВасилий Кричевский 1872 йылдың 31 декабрендә Ворожба ауылында йәһүд фельдшеры ғаиләһендә тыуған (хәҙерге Украинаның Сумы өлкәһе). Тыуған ауылында һәм Үрге Сыроватка ауылында ике класлы мәктәптә уҡый. Шунан Харьков тимер юл училищеһында белем ала, уны тамамлағас, 15 йәшендә Харьков управаһында һыҙымсы ярҙамсыһы булып эшләй башлай. 1913—1915 йылдарҙа Оленевцы ауылында туҡыу оҫтаханаһының художество етәксеһе була. Украина сәнғәт Академияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, профессор (1917—1922).
1918 йылдың 28 мартында Үҙәк Рада Василий Кричевскийҙың проекттарын, шул иҫәптән гербты, раҫлай[1].
Уҡыусылары араһында — Иосиф Каракис, ул В. Г. Кричевскийҙа «Торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналары интерьеры»н һәм рәсем сәнғәте техникаһын өйрәнгән[2].
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында баҫып алынған Киевта булған. 1943 йылда ғаиләһе менән илдән күсеп киткән. Күпмелер ваҡыт Львовта эшләгән, шунан улы Николай янына Парижға күсенгән. 1948 йылда Кричевский ҡатыны менән ҡыҙҙары Галина янына Каракасҡа күсеп киткән.
1952 йылдың 15 ноябрендә Каракас ҡалаһында вафат булған (Венесуэла)[3]. 1975 йылда уны Саут-Баунд-Бруктағы украин зыяратына күсереп ерләйҙәр (Нью-Джерси штаты, АҠШ).
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡустыһы — рәссам Фёдор Кричевский.
- Беренсе ҡатыны — Варвара Ильинична Марченко (1875—1955).
- Икенсе ҡатыны — Евгения Щербаковская-Кричевская (1881—1964).
- Беренсе никахынан улы — Николай (1898—1961)
- Беренсе никахынан улы — Василий (1901—1978).
- Икенсе никахынан ҡыҙы — Галина Кричевская-де-Линде (1918—....)
- Ейәнсәре — Екатерина Кричевская-Росандич (1926 йылдың 2 сентябрендә тыуған), рәссам.
Архитектураға индергән өлөшө
үҙгәртергә- Харьковтағы автотранспорт техникумы;
- Харьковтағы Техника йорто.
- Стрелецтар урамы, 28 адресы буйынса килемле йорт, Киев.
- Кириллов урамы, 164 адресы буйынса мәктәп, Киев.
- Полтавалағы губерна земствоһы.
Киноға индергән өлөшө
үҙгәртергәКричевскийҙың ҡуйыусы рәссам булараҡ эштәре:
- «Маленький Тарас»;
- «Тарас Шевченко» (режиссёр Петр Чардынин) (1926);
- «Повесть о горячем сердце» (1926);
- В погоне за счастьем (1927);
- «Звенигора» (режиссёр Александр Довженко) (1927);
- «Борислав смеется» («Восковые короли») (1927);
- «Каприз Екатерины II» («Погибшее село», «Турбаевская катастрофа») (1927);
- Прометей (1935);
- Мое «Федоська» (1934);
- Назар Стодоля (1937);
- Сорочинская ярмарка (1939).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Василий Кричевский. Просто, но эпохально
- ↑ Иосиф Каракис: Ирония судьбы // Архитектор Иосиф Каракис: Судьба и творчество (Альбом-каталог к столетию со дня рождения) / Под ред. С. В. Бабушкин, Д. Бражник, И. И. Каракис, А. А. Пучков; Сост. Д. Бражник, И. Каракис, И. Несмиянова. — Киев, 2002. — С. 10. — 102 с. — (Н0(4УКР)6-8). — ISBN 966-95095-8-0.
- ↑ ЧАРІВНИК ІЗ ВОРОЖБИ (укр.)