Һабын — өҫлөк тартылыш көсөн емергес матдәле (ПАВ) ҡаты йәки шыйыҡ әйбер. Һыуҙа иреткәндә тән тиреһен таҙартыу өсөн, йәки көнкүреш химияһы сараһы — әйберҙәрҙе йыуыу өсөн ҡулланылған сара (кер һабыны).

Һабын
Рәсем
 Һабын Викимилектә
Мыло

Һабындың төп өлөшө - туйынған майлы кислоталарҙың (предельно насыщенные) иреүсе тоҙҙары, мәҫәлән, натрий стеараты. Ҡай саҡ һабынға сифатын яҡшыртыр өсөн (ҡуйылыҡ, тәмле еҫ, матур төҫ) төрлө хуш еҫле майҙар һәми глицерин өҫтәйҙәр.

Һабынды һабын продукттары һәм синтетик йыйыу саралары менән бутарға ярамай. Улар синтетик өҫлөк тартылыш көсөн емергес матдәләр ҡулланып эшләнә, ә улар (ПАВ) үҫемлек майҙары ( натрийҙың лаурилсульфаты), йәки нефтте химик эшкәртеп алынған продукттар (алкилбензосульфонат нигеҙендә) һәм башҡалар нигеҙендә эшләнә .

 
Реклама мыла «Он следующий» (до 1915) кисти Фредерика Моргана.

Һабынды бик боронғо Шумер һәм Вавилон (б.э.т.2800 йылдар тирәһе) кеүек цивилизацияларҙа эшләй башлағандар. Һабын эшләү технологияһы Месопотамияла б.э.т 2200 йылдар тирәһендә яҙылған балсыҡ табличкаларҙа табылған.

Боронғо Мысыр халҡы йыуыныр, кер йыуыу өсөн сода ҡулланған. Эберс папирусы ( б.э.т.1550 й.) мал (ҡаҙ) һәм үҫемлек майына ҡурғаш ҡушып эшләнгән һабынға оҡшаш иҙмәне (галенит экстракты), йәки натрий карбонатын (Нилда табылған) ҡулланған [1].

Бындай йыуыу сараларын Боронғо Рим халҡы ла ҡулланған, улар һабынды (лат. sapo тип йөрөтә. Был һүҙ башҡа роман телдәренә лә күсә) (Өлкән Плиний, «Тәбиғәт тарихы». Рус әҙәбиәтендә һабын Домостройҙа телгә алына (XVI быуат).

Үҫемлек һәм йәнлек-хайуан майҙары тиреләге бысраҡты яҡшы таҙарта. Был асыҡ усаҡта ҡыҙҙырылған итте ашағанда күренә. Йылы яҡтарҙа ғәҙәттә үҫемлек майы ҡулланалар, ә һыуыҡ яҡтарҙа был ҡыйбатҡа төшә. Төнъяҡта иретелгән йәнлек- хайуан майын табыу ауыр түгел. Хайуандарҙың майы асыҡ утта иретелгән саҡта төшөп, көл, йәки ҡомға буталып киткеләгәндер. Кәрәкле ҡатышма килтереп сығарыр өсөн тик бер аҙ ваҡыт ҡына кәрәк була.

1808 йылда француз химигы Мишель Эжен Шеврёль(1786−1889) туҡыу фабрикаһы хужалары үтенесе буйынса һабын составын өйрәнә. Анализ шуны күрһәтә: һабын - юғары май (карбон) кислоталарының натрий тоҙҙары ҡатнашмаһы ул.

Европа һәм АҠШ-та 1930 йылдар аҙағында һабын эшләү ҡоролмаларында (башня) һыу һәм юғары баҫымлы пар менән майҙы туҡтауһыҙ гидролизлау (тарҡатыу) процесы аша һабын эшләүҙе яйға һалалар.

Ҡаты һабындың химик яҡтан төп өлөшө- юғары май кислоталарының иреүсе тоҙҙары ҡатышмаһы. Ғәҙәттә стеарин, пальмитин, миристин, лаурин һәм олеин кислоталары кеүек кислоталарҙың натрий, йәки һирәгерәк осраҡта калий һәм аммоний тоҙҙары ҡатышмаһы була [2].

Ҡаты һабындың химик составының бер варианты— C17H35COONa (шыйыҡ һабындыҡы — C17H35COOK). Бынан тыш һабын составына башҡа йыуыусы матдәләр , тағы ла ароматизаторҙар, буяуҙар һәм онтаҡтар (порошок) өҫтәүҙәре мөмкин.

Ҡаты һабын төрҙәре

үҙгәртергә

Кер һабыны

үҙгәртергә

Натрийлы һабынды һыуытҡанда кер һабыны килеп сыға. Ҡаты һабын 40−72 % төп матдә, 0,1−0,2 % ирекле һелте, 1−2 % ирекле Na карбонаттары , К, 0,5−1,5 % һыуҙа иремәй торған ҡалдыҡтарҙан тора.

Ҡуйыртыусы матдәләр

үҙгәртергә

Техникала майҙарҙы ҡуйырып ебәреү өсөн кальцийлы һәм литийлы һабын ҡулланыла. Мәҫәлән, солидол- кальцийлы май менән ҡуйыртылған нефть майы , литол — литийлы май менән ҡуйыртылған май ( стеарин кислотаһының литий тоҙо).

Ҡулдан эшләнгән һабын

үҙгәртергә
Файл:Soap-Decorative.jpg
Мыло выпускается разных цветов

Һабынды ҡулдан бер нисә ысул менән эшләп була. Уға эфир майҙары, ваҡланған сәтләүектәр, тарттырылған кофе, кокос май һәм башҡалар, үҙенсәлекле хуш еҫ биреүсе матдәләр ҡушырға була.

Беренсе ысул— әҙер һабынды (мәҫәлән, балалар өсөн һабын) ваҡлап, иретеү. Һабын киҫәген ҡырғыс аша үткәреп, йә иһә бысаҡ менән ваҡларға, таҙа һыу, йәки үҫемлек ҡайнатып, һабын менән бутайҙар, шунан һуң һабын иҙмәһен һауыты менән ҡайнап торған һыулы һауытҡа ултыртырға (мунса кеүек була). Был иҙмә бер ишкә әйләнгәнсе иретергә, шунан уттан алып, эфир майҙары һәм башҡа төрлө теләгән матдәләр ҡушырға. Был ауыр ысул- әҙер һабын ауыр ирей һәм һабынды эшкәртеү процессы оҙаҡҡа һуҙыла. Был ысулды яңыраҡ ҡына һабын ҡайнатыуға тотонғондар һайлай, сөнки бының өсөн әллә ни күп сығымдар талап ителмәй.

Ҡулдан һабынды махсус һабын әҙерләмәһенән эшләргә була. Был әҙерләмәне шулай уҡ һыулы һаутыҡа һабынлы һауытты ултыртып, йәки микротулҡынлы мейестә иретәргә кәрәк. Сәнәғәт ысулы менән эшләнгән һабынға ҡарағанда ҡулдан эшләнгән һабын насарыраҡ һабынлана, сөнки уның составындағы әйберҙәр йомшағыраҡ һәм тәнгә һағыраҡ тәьҫир итә.

Һелте менән майҙарҙан ҡулдан һабын эшләгәндә һелте менән бик һаҡ эш итергә кәрәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда, һабын эшләү процесын контролдә тотҡан һабын ҡайнатыусы үҙенә кәрәкле төр һабын эшләй ала. Ҡаты төр һабын эшләү өсөн NаOH (гидроксид натрия) һелтеһе, ҡуйы (жирные) майҙар һәм һыу кәрәк. Һабын ҡаты булһын , яҡшы күбекләнһен һәм тирене ҡоротмаһын өсөн, алған ингредиенттарҙы ентекләп иҫәпләргә кәрәк. Алған күләмдәге майҙар күбекләнһен (күперекләнһен) өсөн күпме һелте менән һыу кәрәк икәнен иҫәпләгәндә һабын калькуляторы ҡулланалар [3].

Һабынды ошо матдәләр ҡушып эшләйҙәр:

  • һабынды ҡатыра торған майҙар (мәҫәлән, пальма майы, какао, кокос, зәйтүн, ши, купуасу, мурумуру һәм башҡа) — 65 % тиклем;
  • күбекләндереүсе һәм күбекте тотороҡландырыусы майҙар (кокос, бабассу, пальма үҙәге, кастор (кастор майы бары тик күбекте тотороҡландырыу өсөн өҫтәлә) — 35 % тиклем ,
  • тирене тәрбиәләп,йомшатыу, һабынды тейешле сифатҡа еткереү өсөн майҙар— 25 % тиклем (мәҫәлән, авокадо, миндальное, манго, макадамия, йөҙөм төштәре һәм башҡалар).
  • 90-100% кокос майынан эшләнгән һабын бик яҡшы йыуа, тоҙ һеңдермәй (не высаливается), тоҙло һыуҙа яҡшы күбекләнә (күпрекләнә).

Боронғо ысул— һабынды ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән асыҡ утта ҡайнатыу (сайырһыҙ ағастарҙың көлө, хайуан майынан).

Һабын киҫәктәрен яңынан тотоноу

үҙгәртергә

Камбоджа ла иҫке һабын киҫәктәренән һабын ҡайнатыу таралған. Америка студенты Самир Лакхани (Samir Lakhani) ҙур ҡунаҡханаларҙа тороп ҡалған һабын киҫәктәренән арзан һабын ҡайнатыуҙы ойошторған. Ул етәкләгән Eco-Soap Bank компанияһы 2016 йылда 170 ҡунаҡханала тороп ҡалған һабын киҫәктәрен йыйып, яңынан ҡайната, бығаса һабын һатып алырға хәленән килмәгән 600 мең ауыл кешеһен арзан һабын менән тәьмин итә. [4].

Шыйыҡ һабын

үҙгәртергә

Консистенцияһы буйынса был йәбешкәк шыйыҡса. Химик составы буйынса шыйыҡ һабындың күпселек сорттары ҡаты һабындан айырылып тора һәм шампундарға оҡшаш , мәҫәлән, улар сотавында синтетик ПАВ-дар (өҫлөк тартылыш көсөн емергес матдәләр), тирене йомшатҡыс һәм хуш еҫле матдәләр бар. Шыйыҡ һабын кер, ҡул , тәнде йыуыу өсөн һәм бактерияларға ҡаршы сара булараҡ ҡулланыла. Шыйыҡ һабынды эшләүе ауыр түгел [5].

Һабын ҡайнатыу

үҙгәртергә

Һабын ҡайнатыуҙа башлыса хайуан һәм үҫемлек майы, майҙарҙы алыштырыусылар (синтетик май кислоталары, канифол, натен кислоталары,талл майҙары)ҡулланыла.

Һабын эшләү һанбынланыу реакцияһына нигеҙләнгән. Һабынланыу- ҡатмарлы майҙарҙы һелте менән гидролизлау һөҙөмтәһендә һелте барлыҡҡа килтереүсе металдарҙың тоҙҙары һәм спирттар барлыҡҡа килеү.

Махсус һабын ҡайнатыу ҡоролмаһында (ҡаҙанда) йылытылған майҙарҙы һелте менән (ғәҙәттә, натрий гидроксиды менән)һабынландыралар. Реакция һөҙөмтәһендә ҡаҙанда йәбешкәк, һыуынғанда нығыраҡ ҡуйыра барған шыйыҡса барлыҡҡа килә. Был һабынлы елем тип йөрөтөлгән масса һабын менән глицериндан тора. Һабынлы елемдән алынған һабында май кислоталары ғәҙәттә 40−60 % була[2]. Елем һабынын алыу ысулын «тура ысул» тип йөрөтәләр.

Һабын эшләүҙең «туранан-тура булмаған ысул»ы һабын елемен ары эшкәртеүҙән ғибәрәт. Тоҙ менән ҡайнатыу- глицерин менән артыҡ һыуҙан ҡотолоу ысулы. Тоҙ менән ҡайнатҡан ваҡытта - электролиттар ( зәһәр һелтеләр йәки хлористый натрий ) менән эшкәрткәндә шыйыҡса ике өлөшкә бүленә: өҫкө, йәки һабынлы ядро (60 % май кислоталарынан торған);түбәнге бүлкәт— һабынлы һелте(бик күп глицерины булған электролит ҡатнашмаһы + баштағы сеймалда булған бысраҡ ). Өҫкө өлөшөн һаҡ ҡына һөҙып алалар. Был һабын «ядро һабыны» тип йөрөтөлә.

Һабыныдың юғары сортлыһы— пилирланған һабын, уны киптерелгән ядро һабынын пилирлау машинаһында валиктарҙа ышҡып, онтаҡлап алалар. Шулай иткәндән һуң, май кислоталары һабында 72−74 % етә, уның структураһы яҡшыра, тиҙ кибеп , боҙолоп бармай, һаҡлағанда юғары температураларға бирешмәй [6].

Һелте урынына каустик сода ҡулланып, ҡаты натрийлы һабын эшләйҙәр. Калий гидроскидын ҡулланғанда йомшаҡ йәки шыйыҡ һабын килеп сыға.

Башҡорт халҡы күпләп мал аҫрағанлыҡтан, һабын ҡайнатҡанда хайуан майын ҡулланған. Ағас көлөнән һелте ҡайнатып, малдың туңмайын шул һелтегә һалып ҡайнатҡандар. Һабын өсөн ҡарағас йәки уҫаҡ көлөнән һелте яҡшыраҡ була тип иҫәпләнгән. Һабын ҡайнатыр өсөн ололар һөйәктәрҙе лә йыйып барған, шул һөйәктәрҙе ҙур ҡаҙанда ҡайнатып, майын алғандар (мәҫәлән, Ишембай районында). Майҙы һелтегә һалып ҡайнатҡас килеп сыҡҡан йәбешкәк массаға бер аҙ тоҙло һыу ҡушып, һабынды ҡайнатҡандар, өҫтөн һөҙөп алып, алдан әҙерләнгән һауыттарға (форма) һалып, ҡатырғандар. Был һабын бик матур төҫлө, хуш еҫле булмаһа ла, кер йыуырға, мунсала йыуынырға яраған. Үҙҙәренән артҡанын баҙарға алып барып һатыусылар ҙа булған.

Һабын иретмәһе бер аҙ һабын онтағын күп күләмдәге һыуҙа иреткәндә барлыҡҡа килә, ул кер, иҙән, тәнде йыуғанда ҡулланыла.

  1. Falbe, J. Surfactants in Consumer Products : Theory, Technology and Application. — Berlin, Heidelberg: Springer, 1987. — ISBN 9783642715457.
  2. 2,0 2,1 [ Мыла (химич.)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. Мыльный калькулятор для приготовления мыла с нуля, МЫЛО-ОПТ. 27 август 2018 тикшерелгән.
  4. «The American student who gave Cambodian children a chance to get clean», BBC News, 2.10.2016
  5. Как сделать мыло своими руками в домашних условиях: рецепты и видео. gyba.ru. Дата обращения: 25 август 2018. 2018 йыл 26 август архивланған.
  6. Молодчиков, 1992

Ҡалып:^v

Ҡалып:Косметика