Козина Валентина Викентьевна
Козина Валентина Викентьевна (3 апрель 1927 йыл — 30 октябрь 2012 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, ҡош ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965).
Козина Валентина Викентьевна | |
рус. Валентина | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Валентина |
Тыуған көнө | 3 апрель 1927 |
Тыуған урыны | Заречное[d], Добровский сельский совет[d], Аҡмәсжит районы, Крымская АССР[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 30 октябрь 2012 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Симферополь, Украина |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Ерләнгән урыны | Симферополь |
Туған тел | урыҫ теле |
Сығышы | Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, партизан, птицеводство, партия эшмәкәре |
Эшмәкәрлек төрө | государственное управление[d] |
Эш урыны | Центральный комитет Компартии Украины[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Партизанское движение в Крыму во время Великой Отечественной войны[d] |
Ойошма ағзаһы | Центральный комитет Компартии Украины[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВалентина Викентьевна Козина (ҡыҙ фамилияһы Годлевская) 1927 йылдың 3 апрелендә Шумхай ауылында (хәҙер Заречное) Ҡырым АССР-ының Симферополь районында тыуған. Бала сағынан фермала өлкәндәр эшендә ҡатнаша.
Һуғыш йылдарында
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Ҡырымдың немец оккупацияһынан һуң, 14 йәшлек Валентина тыуған ауылында йәшерен төркөм ағзаһы була. Ул Ҡырымдың Төньяҡ партизан берләшмәһе Беренсе партизан бригадаһының 17-се отряд разведчигы була. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, Валентина төрлө белдереүҙәр, шул иҫәптән дошман ғәскәрҙәренең хәрәкәте тураһында мәғлүмәттәр менән партизандарға йөрөй. 1943 йылдың ноябрь айында подпольщиктарҙы ҡулға алыу ҡурҡынысы янағас, бөтөнләйгә партизан отрядына китә. Унда төрлө хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Ф. И. Федоренконың 1-се бригадаһы 1943 йылдың 26 ноябрендә Шумхайға һөжүм иткән осорҙа партизандарҙың артиллерия бригадаһын оҙатыусы була[1].
1944 йылдың апрелендә мина һалынған Симферополь бинаһын шартлауҙан ҡоткара.
Тыныс ваҡытта
үҙгәртергәКозина Валентина һуғыштан һуң ауыл хужалығында эшләүен дауам итә. 1960 йылда «Көньяҡ» ҡошсолоҡ фабрикаһына эшкә килә. Башта себеш ҡараусы була, һуңынан ҡош ҡараусы булып эшләй. Ҡош фермаһында 100 мең йомортҡа һалыусы тауыҡты ҡарай.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 мартындағы Указы менән Козина Валентина Викентьевнаға ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены һәм "«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә
Уның хеҙмәт тәжрибәһен бөтә Советтар Союзында өйрәнәләр, әммә берәү ҙә уның рекордлы күрһәткесен ҡабатлай алмай. 1975 йылда алдынғы технологиялар ҡулланыу нигеҙендә малсылыҡтың юғары сифатлы тулайым продукция етештереүҙе байтаҡ артырыуы өсөн В. В. Козина ҡош ҡараусыларҙан беренсе булып СССР дәүләт премияһына лайыҡ була. Валентина Викентьевна үҙ пермияһын балалар баҡсаһына тапшыра[2].
М. Н. Богданованың оператор-ҡош ҡараусылар әҙерләү маҡсатында төҙөлгән дәреслегендә телгә алына[3]
1968 йылдан Украина Коммунистар партияһы ағзаһы. КПУ-ның XXVI съезында Украина Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты ағзалығына кандидат итеп һайлана[4]. Бер нисә тапҡыр КПУ Үҙәк комитет ҡарамағында Контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы була[5].
1989 йылда һуғыш инвалиды В. Козина хаҡлы ялға сыға[6].
2012 йылдың 30 октябрендә Симферополдә 86 йәшендә вафат була. «Абдал» зыяратында ерләнә.
Ғаиләһе
үҙгәртергә1946 йылдың октябрендә полкташы, 25-се Чапаев дивизияһы, 17-се партизан отряды лейтенанты, һуғыштан һуң Белогорский районы совхозы рәйесе Козинға кейәүгә сыға[7] (1973 йылда мәрхүм була)[8]. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр — Галина һәм Наталья.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (22.03.1966)
- Украинаның III дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» ордены
- Ленин ордены (22.03.1966)
- Октябрь Революцияһы ордены (08.04.1971)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (14.02.1975)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.05.1965)
- «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы
- СССР-ҙың дәүләт премияһы (1975)
- СССР ВДНХ-ның дүрт миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ф. И. Федоренко. Годы партизанские, 1941-1944. — Симферополь: Таврия, 1990. — С. 229—230. — 285 с. — ISBN 5-7780-0151-7.
- ↑ Пупкова Н. Партизанка. Птичница-герой // Крымская правда. 03.04.2012.(недоступная ссылка)
- ↑ М. Н. Богданов. Учебная книга оператора-птицевода. — Учебники и учебные пособия для массовых кадров. — М: Колос, 1976. — 336 с.
- ↑ Центральный Комитет, избранный XXVI съездом КП Украины 12.2.1981, кандидаты в члены . Дата обращения: 18 декабрь 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Памяти товарища. Валентина Викентьевна Козина // Коммунист Крыма. — 01.11.2012.
- ↑ Сведения о заслуженных работниках Симферопольского района по состоянию на 01.01.2012 г.(недоступная ссылка)
- ↑ Пупкова Н. Помним и гордимся // Крымская правда. — № 80 (24903). — 08.05.2010.(недоступная ссылка)
- ↑ Герои уходят // Крымская правда. — 07.11.2012.(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ф. И. Федоренко. Годы партизанские, 1941—1944. — Симферополь: Таврия, 1990. — С. 229—230. — 285 с. — ISBN 5-7780-0151-7.
- М. Н. Богданов. Учебная книга оператора-птицевода. — Учебники и учебные пособия для массовых кадров. — М: Колос, 1976. — 336 с.