Кириллов Игорь Леонидович

Кириллов Игорь Леонидович (14 сентябрь 1932 йыл — 29 октябрь 2021 йыл[5]) — СССР һәм Рәсәй Үҙәк Дәүләт телевидение һәм радио дикторы(1957—1991), актёр, тележурналист. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977), СССР-ҙың халыҡ артисы (1988). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры

Кириллов Игорь Леонидович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 сентябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 29 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (89 йәш) или 30 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][3][4] (89 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө журналист, актёр, ведущий новостей, диктор, алып барыусы, режиссёр, киновед, телетапшырыуҙар алып барыусы, уҡытыусы, уҡытыусы, учёный-литературовед, радиоведущий, режиссёр-постановщик, тележурналист
Эш урыны Театр на Таганке[d]
Центральное телевидение[d]
Уҡыу йорто М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы
Эшмәкәрлек йылдары 1957 һәм 1991
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2021
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы Новогоднее обращение к народу[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Кириллов Игорь Леонидович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

ИгорьЛеонидович Кириллов 1932 йылдың 14 сентябрендә Мәскәүҙә хәрби хеҙмәткәр, инженер-майор Кириллов Леонид Михайлович (1904—1979) һәм И. Сталин исемндәге завод китапханасыһы Ревеека Вениаминовна Кириллова (1901—1995) ғаиләһендә тыуған. ВГИК-ҡа уҡырға инә, беренсе курсты тамамлай, ләкин килеп тыуған шарттар арҡаһында китергә мәжбүр була. 1955 йылда М. С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһын тамамлай.

19551957 йылдарҙа — Мәскәү драма һәм комедия театры актеры (хәҙер Таганкалағы театр).

1957 йылдың июлендә Шаболовка телеүҙәгендә СССР Үҙәк телевидениеһының Музыка редакцияһы директоры ярҙамсыһы булып эшләй башлай. Шулай уҡ режиссер, әҙәби тәнҡитсе, кино тәнҡитсеһе булып эшләй. Телевидениеға килгәндән һуң ике ай ярым үткәс, эфирға сыға (1957 йылдың 27 сентябрендә), дикторҙар конкурсында еңеп сыға.[5] Ул совет тамашасыларына 1957 йылдың октябрендә Ерҙең беренсе яһалма юлдашын осороу тураһында хәбәр итә, ә 1961 йылдың апрелендә — Юрий Гагариндың осоуы тураһында.[6]. 20 йылдан ашыу «Время» программаһының дикторы була[7]Һуңғы тапҡыр программаны 1989 йылдың 30 декабрендә алып бара. Уның «фирменный» тауыш тембры (түбән «көмөш» баритон) башҡаларҙан еңел айырыла.

1961 йылдан КПСС ағзаһы[8].

19681989 йылдарҙа СССР Үҙәк телевидениеһының диктор бүлеген етәкләй. Йыш ҡына ил етәкселеге урынына халыҡҡа Яңы йыл мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.


СССР Үҙәк телевидениеһында комментатор, репортёр, күңел асыу программалары алып барыусыһы, шулар араһында 1962—1970 йылдарҙа «Голубой огонёк», 1971—1975 йылдарҙа «Песня года». 1965—1980 йылдарҙа Ҡыҙыл майҙанда парадтарҙың телевизион тапшырыуын алып бара (йыш ҡына Шатилова Анна Николаевна менән).


Дикторҙар бүлегенән киткәндән һуң, 19901991 йылдарҙа «Взгляд» телепрограммаһының алып барыусыһы булып эшләй, унда режиссер Иван Демидов тарафынан быуындар бәйләнешен сағылдырыу өсөн саҡырыла.[9] «Оба-на!» юмористик пилот сығарылышында сәхнә артында «Похороны еды» сюжетында текст уҡый.[10]


19901994 йылдарҙа комментатор, 19942000 йылдарҙа «VID телекомпания» ЯАЙ-ның дөйөм продюсер хеҙмәте консультанты була. «Экслибрис» китаптары тураһында программа (1994—1995), «Телескоп» программаһында яңылыҡтар колонкаһын (1996—1997)[11]һәм киске канал «ВИД представляет» тапшырыуын алып бара. Шулай уҡ «Деловая Россия» каналының художество етәксеһе була.

1995 йылдың апреленән — «Беренсе канал» телевизион производство бүлеге Дирекцияһының эфирҙы биҙәү диктор-консультанты (2002 йылдың 2 сентябренә тиклем — «ОРТ»)[12] 2001 йылға тиклем тапшырыуҙар программаһын, бер нисә иғланды тауышландыра, шулай уҡ каналдың халыҡ-ара версияһы өсөн эшләй.[13] 1996 йылдан 2011 йылға тиклем йыл һайын 9 Майҙа тынлыҡ минутында тексты уҡый, шулай уҡ Еңеү көнө парадтарын трансляция алып барыуҙа ҡатнаша[14][15][16][17][18].[19]

«Кто хочет стать миллионером», «Угадай мелодию», «В наш время», «Сегодня вечером» һәм башҡа программаларҙың ҡунағы була. 2012 йылдың 24 ноябрендә кадр артында «Абракадабра» альманахында текст уҡый.[20]

 
На церемонии открытии памятника физику А. М. Прохорову. 9 июля 2015 года

1974 йылдан — СССР журналистар Союзы ағзаһы. 2004 йылдан — Рәсәй телевидение академияһы ағзаһы[21]. 2004 йылдан башлап — ағза. Рәсәй телевидениеһы академияһы. Радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәрен камиллаштырыу институтында (хәҙер Медиаиндустрия академияһы) уҡыта. Профессор, Халыҡ-ара театр һәм кино академияһы академигы.


«Время не время» тапшырыуын Анна Шатилова[22]менән «Юмор ҒМ» радиоһында алып бара. Төрлө реклама роликтарын[23]тауышландыра йәки уларҙың ҡайһы берҙәрендә төшә.[24].

2020 йылда 1945 йылда Еңеү парады[25] тергеҙелгән кинохроникаһын тауышландырыуҙа ҡатнаша.

Ауырыуы һәм вафаты үҙгәртергә

2021 йылдың 10 сентябрендә Игорь Кириллов Боткин дауаханаһына тромбоз диагнозы ҡуйыла. Аяғын киҫәләр. Бер айҙан хәле ҡабаттан ҡаҡшай. Табиптар уға CVID-19 диагнозы ҡуя. 2021 йылдың 13 октябренән реанимацияла ята.[26].

2021 йылдың 29 октябрендә Мәскәүҙә 90-сы йәшендә вафат була. Үлемдең рәсми сәбәбе — йәш менән бәйле хроник сирҙәр.

Хушлашыу тантанаһы 2021 йылдың 2 ноябрендә үтә[27], Игорь Кириллов Новодевичье зыяратында, СССР-ҙың халыҡ артисы Элина Быстрица ҡәбере янында ерләнгән[28].

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Беренсе ҡатыны, Кириллова Ирина Всеволодовна, (18 июнь 1932—2004 13 май)[29][30], 1954 йылда өйләнешәләр. Уларҙың ике балалары тыуа — ҡыҙы Анна (1961) һәм улы Всеволод ул (1971—2011).
    • Ҡыҙы Анна консерваторияны тамамлай, Германияла йәшәй, опера йырсыһына кейәүгә сыға, айырылышҡандар, театрҙа режиссерҙың музыкаль ассистенты булып эшләй..[31].
    • Улы Всеволод Африка илдәрендә сафари ойошмаһында махсуслаша, Камерунда[32] панкреатиттан вафат була. Мәскәүҙә Данилов зыяратында әсәһе янында ерләнгән[33].
  • 2013 йылда Игорь Кириллов икенсе тапҡыр — үҙенән 34 йәшкә кесе Татьяна Александровнаға өйләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

 
Игорь Кириллов Кремлдә, IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырыу тантанаһында. 21 декабрь 2006 йыл
Дәүләт наградалары
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (.1968);
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1982);
  • СССР-ҙың халыҡ артисЫ (1988);
  • СССР дәүләт премияһы (1977) ;
  • Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены;
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1980) — XXII Олимпиада уйындарын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ҙур эштәре өсөн
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2006) — ватан телерадиотапшырыу үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (.2011) — ватан телевидениеһын үҫтереүгә ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн
  • Почет ордены (.2018) — ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен,киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә, ҙур өлөш индергәне өсөн, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн
  • «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Башҡа бүләктәре
  • Рәсәй телевидениеһы академияһың почётлы призы «ТЭФИ» — «ватан телевидениеһын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн» (1998)
  • Маҡтаулы титул «Кеше-эпоха» (2001)
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәхмәте — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына арналған байрам сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн (31.10.2005)[34]
  • II дәрәжә Мәскәү Изге кенәз Данииль ордены (2012)

Фильмографияһы үҙгәртергә

Тауышландырыу үҙгәртергә

Фильмдарҙа ҡатнаша. үҙгәртергә

  • 1987 — Дети XX съезда (документаль фильм)
  • 2005 — Анна Шилова (телеканалының тапшырыуҙар циклы «ДТВ» «Как уходили кумиры» (документаль)
  • 2007 — Телеформат. Алып барыусылар (документаль), «Интер»
  • 2008 —Обожжённые славой (документально)

Реклама хеҙмәте үҙгәртергә

  • Реклама «Запорожец» (репортаждар)[35].
  • Реклама «Дарыухана Столички» (компания «Неофарм») (2016—2020)[36].

Мәҙәниәттә үҙгәртергә

  • 1995 йылда «Нос» тележурнал өсөн тура эфир менән ҡатнаша,[37].
  • И. Кирилловтың тауышы менән британ йырсыһы Стингтың "Russians йыры асыла. Фонограммала « Время». программаһының бер сығарылышының фрагменты ҡулланыла.. Уның тауышы төркөм йырҙарында ла ҡулланылған. Depeche Mode «I Want You Now» и «To Have and To Hold» ([сығанаҡ 2001  көн күрһәтелмәгән]).
  • И. Кириллов «Несчастный случай» төркөмөнөң «Сталинский сокол» йырында яңғыраған шиғырҙарҙы уҡый (альбом «Tanz Lieber Mein»).

Хәтер үҙгәртергә

Дикторҙың ижадына һәм хәтеренә арналған документаль фильмдар һәм телетапшырыуҙар:

  • «Игорь Кириллов. „Портрет на фоне“» («1-й канал Останкино», 1992)[38]
  • Игорь Кириллов. «Кумиры»" («Первый канал», 2002)[39]
  • «Игорь Кириллов. „Улыбку шире, ты в эфире!“» («Первый канал», 2007[40]
  • «Игорь Кириллов. „Жизнь в прямом эфире“» («Первый канал», 2012)[41][42]
  • «Игорь Кириллов. „Как молоды мы были…“» («Первый канал», 2017)[30][43]
  • Памяти Игоря Кириллова (телепередача) («Первый канал», 2021)[44]
  • «Прощание. Игорь Кириллов» («ТВ Центр», 2022


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Кириллов, Игорь Леонидович // Энциклопедия ТАСС (урыҫ)
  2. Игорь Кириллов: последние дни и последняя любовь. Пусть говорят. Выпуск от 01.11.2021Беренсе канал.
  3. Биография диктора Игоря Кириллова (урыҫ)ТАСС, 2021.
  4. Биография Игоря Кириллова (урыҫ)РИА Новости, 2021.
  5. 5,0 5,1 Кириллов, Игорь Леонидович. ТАСС.
  6. Скончался Игорь Кириллов — диктор, журналист, народный артист СССР и обладатель самого узнаваемого голоса. Первый канал.
  7. YouTube сайтында Выпуск новостей 1978 года с Игорем Кирилловым
  8. Раззаков Ф. И. Гибель советского ТВ. Тайны телевидения: от Сталина до Горбачёва, 1930—1991. — М.: Эксмо, 2009. — Т. 1 «Наше ТВ». — С. 524. — 862 с. — (Книги Раззакова о великих артистах). — ISBN 978-5-699-33296-0.
  9. Наталия Ростова. Телезвёзды: Игорь Кириллов Интервью легендарного диктора программы «Время». Meduza.
  10. Михаил Козырев. «Примета времени — сейчас не до смеха»: Игорь Угольников об убийстве Влада Листьева, спецназе в «Останкино» и почему сатира в России невозможна. «Дождь» (30 декабрь 2017).
  11. Елена Владимирова Непутёвый путешественник // Независимая газета. — М., 1997. — № 77.
  12. Алексей Ленкевич ИГОРЮ КИРИЛЛОВУ приносили новости в зубах // Комсомольская правда. — М., 1999. — № 239.
  13. Ирина Мишина. ЭФИР НА ДВОИХ. Игорь Леонидович Кирилов — о возрождении на нашем ТВ парного ведения информационных программ. «Новая газета» (8 май 2003).
  14. Праздник без рекламы. «Труд» (4 май 2000).
  15. Ника Ардова Во время парада за Мавзолеем тщательно следят. Телевизионщики // Комсомольская правда. — М., 2001. — № 79.
  16. Галина Романова. Игорь Кириллов: Я всем обязан Дню Победы. «Российская газета» (8 май 2003).
  17. Отметили победу — закрыли тему. «Известия» (13 май 2005).
  18. Помню каждый парад. «Российская газета» (11 май 2006).
  19. Помню каждый парад. «Российская газета» (11 май 2006).
  20. Игорь Кириллов на etvnet.com
  21. ТЭФИ :: Состав АРТ-биографии :: Кириллов Игорь Леонидович. TEFI. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  22. Программа «Не время» на Юмор FM. 2013 йыл 26 сентябрь архивланған.
  23. Владимир Кара-Мурза-ст.: Самая грязная часть телевизионного ремесла. Собеседник (16 июль 2016).
  24. «Гляжу на экран, как на рвотное». На Первом канале всем миром «спасали» телезвезду, о спасении не просившую. «Новая газета» (26 октябрь 2018).
  25. Памяти Игоря Леонидовича Кириллова. Последняя телевизионная работа Народного артиста СССР
  26. Перед смертью диктору Игорю Кириллову ампутировали ногу
    YouTube сайтында Игорь Кириллов: последние дни и последняя любовь. Пусть говорят. Выпуск от 01.11.2021
  27. В Москве простились с легендарным диктором Игорем Кирилловым. Комсомольская правда.
  28. В Москве простились с диктором Игорем Кирилловым.
  29. Кириллова Ирина Всеволодовна, 1932-13.5.2004.
  30. 30,0 30,1 «Игорь Кириллов. Как молоды мы были…». Документальный фильм. «Первый канал».
  31. Живёт отшельницей в Германии: почему дочь Игоря Кириллова не прилетела на похороны матери и отца. «Комсомольская правда».
  32. Трагедия семьи Игоря Кириллова
  33. Кириллов Всеволод Игоревич
  34. Распоряжение Президента Российской Федерации от 31 октября 2005 года № 506-рп «О поощрении»
  35. YouTube сайтында Презентация «Запорожца»
  36. YouTube сайтында Неофарм
  37. YouTube сайтында Розыгрыш в телестудии
  38. YouTube сайтында Портрет на фоне: Игорь Кириллов | Леонид Парфёнов (1992)
  39. YouTube сайтында Кумиры: Игорь Кириллов | Валентина Пиманова (2002)
  40. «Игорь Кириллов. Улыбку шире, ты в эфире!». Документальный фильм. Первый канал (15 сентябрь 2007).
  41. «Игорь Кириллов. Жизнь в прямом эфире». Документальный фильм. Первый канал (2012).
  42. «Игорь Кириллов. Жизнь в прямом эфире». Документальный фильм. Первый канал (16 сентябрь 2012).
  43. «Игорь Кириллов. Как молоды мы были…». Документальный фильм. Первый канал (2017).
  44. Памяти Игоря Кириллова. «Абракадабра» (телепередача). Первый канал (30 октябрь 2021).

Һылтанмалар үҙгәртергә