Килем һалымы

тура һалымдарҙың төп төрө

Килем һалымы — тура һалымдарҙың төп төрө. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, физик йә юридик шәхестәрҙең документтар менән раҫланған сығымдарын алып ташлағандан һуң, йыйылма табыштан проценттарҙа хисаплап сығарыла. Ҡайһы бер илдәрҙә физик шәхестәрҙең табышына һалынған һалымды ғына килем һалымы тиҙәр, ә юридик шәхестәр өсөн корпорациялар килеменә һалынған һалым йәки килемгә һалым тигән терминдарҙы ҡулланалар.

Килем һалымы
Ҡулланылған баһалау билдәһе income[d]
 Килем һалымы Викимилектә

Килем һалымының төп өҫтөнлөгө шунда: башҡа һалымдар менән сағыштырғанда ул һалым түләүсенең түләү мөмкинлегенә иң тап килгәне булып тора.

Әммә килем һалымын индереүгә түбәндәге шарттар кәрәк була:

  • халыҡтың һалым көсөргәнешен күтәрә алмай башлауы;
  • иҡтисади үҫештең прогрессив һалым һалыуҙы отошлоға әйләндергән билдәле бер кимәле;
  • халыҡтың үҫешкән «һалым әхлағы» (сөнки башҡа һалым төрҙәре менән сағыштырғанда килем һалымын түләүҙән ҡасыу еңелерәк);
  • һалым органдарының техник әҙерлеге[1].

Ошондай сәбәптәр арҡаһында XIX быуаттың аҙағына тиклем күп илдәрҙә ситләтелгән һалымдар менән мөлкәт һалымдары төп һалымдар булып ҡала.

Беренсе тапҡыр килем һалымын Англияла 1449 йылда король Генрих VI индерергә тырышып ҡарай. Һөҙөмтәлә Кент графлығында бола башлана, 12 иң бай биләмә талана, тиҫтәләрсә барон һәм герцог үлтерелә. Шулай итеп, был һалымды индереүҙән баш тарталар.

1472 инглиз короле Эдуард IV парламенттың 10 процентлы килем һалымы индереүенә өлгәшә, был аҡса 13 мең уҡсы яллау өсөн кәрәк була. Ләкин инглиздәр уны түләүҙән баш тарта, һәм королдең министры йәһәт кенә был һалымды юҡҡа сығара.

1799 йылда Франция менән һуғыш арҡаһында Бөйөк Британияла ваҡытлыса килем һалымы индерелә, 1816 йылда уны бөтөрәләр, ләкин 1842 йылда ҡабат индерәләр һәм даими итәләр.

Башҡа илдәрҙә килем һалымы XIX—XX быуаттарҙа индерелә[2].

Рәсәйҙә килем һалымы Беренсе донъя һуғышы сәбәпле индерелә. 1916 йылдың 13 майында Рәсәй империяһының Министрҙар Советы «Сауҙа-сәнәғәт предприятиеларының табыштары үҫеүгә һәм хосуси кәсепселектән алынған әжергә ваҡытлыса һалым булдырыу һәм процентлы йыйым һалына торған килемдәрҙе иҫәпләгәндә ҡайһы бер мөлкәттәрҙең хаҡын түләүҙән күсерелгән аҡсаларҙың күләмен арттырыу тураһында» положениены раҫлай.

1917 йылдың 12 июнендә Ваҡытлы Хөкүмәт ҡарары менән Положение бер аҙ үҙгәртелә. Табыштар һәм уларға һалынасаҡ һалымдар буйынса 89 разрядтан торған ентекле ведомость эшләнә, уларға 1 мең һумдан 400 мең һумға тиклемге табыштар инә. Һалым суммаһының иң түбән ставкаһы — 1 процент, иң юғарғыһы 33 процент тәшкил итә. Әммә Октябрь революцияһы менән бәйле был система ҡулланылмай ҡала. Рәсәйҙә килем һалымы ғәмәлдә Совет власы ваҡытында индерелә[3].

Һалымды иҫәпләү һәм түләтеү үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Һалым системаһына бойондороҡло рәүештә, глобаль һәм шедуляр килем һалымын айыралар. Беренсе осраҡта законда ҡаралған ташламаларҙы һәм льготаларҙы алғандан һуң ҡалған бөтә табышҡа һалым һалына.

Шедуляр килем һалымы табыш сығанаҡтарына ярашлы бүлектәр (шедулалар) буйынса алына, ул төп һәм өҫтәмә һалымдарҙан тора. Төп һалым — нисбәтле, өҫтәмә һалым прогрессив булып тора.

Глобаль килем һалымы нығыраҡ таралған.

Килем һалымының ставкалары, ҡағиҙә булараҡ, ҡатмарлы прогрессия буйынса төҙөлә.

Рәсәй Федерацияһында физик шәхестәрҙең килеменә һалынған һалым

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 207-се статьяһына ярашлы, физик шәхестәрҙең килемдәренән һалым түләүселәр тип Рәсәй Федерацияһының һалым резиденттары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы һалым резиденты булмаһа ла, Рәсәй Федерацияһындағы сығанаҡтарҙан килем алыусы физик шәхестәр таныла.

Һалым түләүселәр алған түбәндәге килемдәр һалым түләү объекты тип таныла (РФ Һалым кодексының 209-сы статьяһы):

  1. Рәсәй Федерацияһындағы сығанаҡтарҙан һәм (йәки) Рәсәй Федерацияһынан ситтәге сығанаҡтарҙан алынған килемдәр — Рәсәй Федерацияһының һалым резиденты булған физик шәхестәр өсөн;
  2. Рәсәй Федерацияһындағы сығанаҡтарҙан алынған килемдәр — Рәсәй Федерацияһының һалым резиденты булмаған физик шәхестәр өсөн.

Һалым базаһын аныҡлағанда (РФ Һалым кодексының 210-сы статьяһы) һалым түләүсенең аҡсалата йә натуралата алған йә эш итеү хоҡуғы барлыҡҡа килгән килемдәре, шулай уҡ матди отош рәүешендәге килемдәре иҫәпкә алына. Әгәр һалым түләүсенең килеменән уның күрһәтмәһе буйынса йә суд йәки башҡа органдар ҡарары буйынса аҡса тотоп ҡалынһа, был тотолоуҙар һалым базаһын кәметеүгә йоғонто яһамай.

Һалым базаһы төрлө һалым ставкалары билдәләнгән килем төрҙәренең һәр береһе буйынса айырым аныҡлана. Һалым осоро РФ Һалым кодексының 216-сы статьяһы менән көйләнә һәм бер календарь йыл тәшкил итә. Физик шәхестәрҙең килемдәренә һалынған һалымдар буйынса һалым алынмалары төрҙәре: стандарт, социаль, мөлкәт һәм профессиональ.

Төп һалым ставкаһы — 13 %. Шулай уҡ түбәндәге килемдәргә лә ҡулланыла:

  • уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү һәм консультациялар үткәреүҙән[4];
  • транспорт сараһын һатыуҙан йә ҡуртымға биреүҙән[5];
  • күсемһеҙ мөлкәтте һатыуҙан йә ҡуртымға биреүҙән[6];
  • ойошмалар эшмәкәрлегендә өлөшләтә ҡатнашыуҙа дивидендтар алыуҙан;
  • лотерея отоштары алыуҙан[7] һәм башҡалар.

Килемдең ҡайһы бер төрҙәренә һалым башҡа ставкалар буйынса һалына:

35 % түбәндәге осраҡтарҙа:

  • конкурстарҙа, уйындарҙа һәм тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәр рекламалау маҡсатындағы башҡа сараларҙа алынған отоштарҙың һәм приздарҙың хаҡы 4000 һумдан артһа;
  • банктарҙағы һумлыҡ вкладтарҙан алынған процентлы килемдәрҙең Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының ғәмәлдәге ҡайтанан финанслау ставкаһынан 5 пунктҡа артҡан өлөшөнән һәм сит ил валютаһындағы вкладтарҙың йыллыҡ ставкаһының 9 проценттан ашыуға артҡан өлөшөнән;
  • һалым түләүселәр алған үтес (кредит) суммаларын экономиялағандан алынған сумма билдәләнгән күләмдән артһа[8], тик ғәмәлдә яңы төҙөлөшкә йәки торлаҡ йорт, фатир, торлаҡ өлөшө һатып алыуға тотонолған кредиттан файҙаланғанда алынған матди отош рәүешендәге килем бында инмәй.

9 %:

  • 2015 йылға тиклем дивидендтар алыу;
  • 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем эмитацияланған ипотекалы тәьминәтле облигациялар буйынса проценттар алыу;
  • ипотекалы тәьминәткә ышаныҡлы идара итеүҙе ойоштороусыларҙың килем алыуы. Бындай килемдәр 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем ипотекалы тәьминәткә идара итеүсе тарафынан бирелгән ҡатнашыу сертификаты нигеҙендә алынған булырға тейеш.

15 %:

  • Рәсәй ойошмалары эшмәкәрлегендә өлөшләтә ҡатнашҡан резидент булмағандар алған дивидендтарға ҡарата.

30 %:

  • Рәсәй Федерацияһы резиденты булмағандарҙың һалымдарына.

Рәсәй Федерацияһында һалымдан азат булған килемдәр

үҙгәртергә

Һалым һалынмай торған килем төрҙәренең тулы булмаған исемлеге:

  1. дәүләт пособиелары (ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса алынған пособиеларҙан тыш, шул иҫәптән ауырыу баланы ҡарау буйынса), шулай уҡ ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы бирелеүсе түләүҙәр һәм компенсациялар. Эшһеҙлек, йөклө булыу һәм бала табыу буйынса пособиеларға ла һалым һалынмай;
  2. дәүләт пенсия тәьминәте буйынса алынған пенсиялар һәм хеҙмәт пенсиялары;
  3. Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡануниәте, Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡануни акттары, урындағы үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдары ҡарарҙары менән булдырылған компенсация түләүҙәренең түбәндәгеләр менән бәйлеләре:
    1. ғәрипләнеүҙе йә һаулыҡҡа килтерелгән башҡа төрлө зыянды ҡаплау;
    2. торлаҡ биналарын һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе, яғыулыҡты түләүһеҙ файҙаланыуға биреү йә шуларҙың хаҡына бәрәбәр аҡсалата түләү биреү;
    3. тейешле натураль тәьминәт һәм (йәки) уның хаҡын биреү, шулай уҡ уның урынына аҡса түләү;
    4. спортсыларға һәм физкультура-спорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә уҡыу-күнекмә үтеү һәм спорт ярыштарында ҡатнашыу өсөн туҡланыу, спорт кәрәк-ярағы, ҡорамалдар, спорт һәм парад формаһы хаҡын түләү;
    5. хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу (файҙаланылмаған отпуск өсөн компенсациянан башҡа);
    6. хәрби хеҙмәткәрҙең йә дәүләт хеҙмәткәренең хеҙмәт вазифаһын башҡарғанда һәләк булыуы;
    7. хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри кимәлен үҫтереүҙе лә индереп, башҡа сығымдарҙы ҡаплау;
    8. һалым түләүсенең хеҙмәт бурыстарын башҡарыуы (башҡа ергә күсенеүе һәм командировка сығымдарын ҡаплауҙы ла индереп).
  4. донорҙарға ҡаны, әсә һөтө һәм башҡа ярҙамы өсөн түләүҙәр;
  5. һалым түләүселәр тарафынан алынған алименттар;
  6. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте исемлектәрендәге халыҡ-ара, сит ил һәм (йәки) Рәсәй Федерацияһы ойошмалары тарафынан Рәсәй Федерацияһында фәнгә һәм белем алыуға, мәҙәниәткә һәм сәнғәткә булышлыҡ итеү өсөн бирелгән гранттарҙың (ҡайтарылмай торған ярҙамдың) һалым түләүселәр тарафынан алынған суммалары;
  7. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте раҫлаған премиялар исемлектәрендәге халыҡ-ара, сит ил һәм (йәки) Рәсәй премиялары рәүешендә фән һәм техника, мәғариф, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәләрендәге күренекле ҡаҙаныштары өсөн һалым түләүселәр алған суммалар;
  8. түбәндәге осраҡтарҙа бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам суммалары:
    1. һалым түләүселәргә тәбиғәт бәлә-ҡазаһы йә башҡа ғәҙәттән тыш хәл менән бәйле улар күргән матди зыянды йә сәләмәтлектәренә килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн закон сығарыу (вәкиллекле) һәм (йәки) башҡарма власть органдарының, урындағы үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдарының ҡарарҙары нигеҙендә йә булмаһа сит дәүләттәр йә дәүләт власы органдары, хөкүмәт, хөкүмәткә ҡарамаған, дәүләт-ара ойошмалар ойошторған махсус фондтар, шулай уҡ халыҡ-ара договорҙарға ярашлы ойошторолған һәм яҡтарҙың береһе Рәсәй Федерацияһы булған махсус фондтар;
    2. эш биреүселәр тарафынан вафат булған хеҙмәткәрҙең ғаиләһе ағзаларына йә ғаилә ағзаһы (ағзалары) вафат булыу менән бәйле хеҙмәткәргә;
    3. һалым түләүселәргә Рәсәй Федерацияһының хәйриәлек эшмәкәрлеге тураһындағы ҡануниәтенә ярашлы билдәләнгән тәртиптә теркәлгән Рәсәй һәм сит ил хәйриә ойошмалары тарафынан күрһәтелгән гуманитар ярҙам (булышлыҡ), шулай уҡ хәйриә ярҙамы (аҡсалата һәм натураль формала) рәүешендә;
    4. граждандарҙың әҙ килемле һәм социаль яҡланмаған категориялары иҫәбендәге һалым түләүселәргә федераль бюджет, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының бюджеттары, урындағы бюджеттар һәм бюджеттан тыш фондтар средстволарынан тейешле дәүләт власы органдары тарафынан йыл һайын раҫланған программаларға ярашлы адреслы социаль ярҙам (аҡсалата һәм натураль формала) рәүешендә;
    5. Рәсәй Федерацияһы территорияһында террорсылыҡ акттарынан зыян күргән һалым түләүселәргә, түләүҙәрҙең ниндәй сығанаҡтан булыуына бәйһеҙ;
  9. эш биреүселәрҙең үҙ хеҙмәткәрҙәренә һәм (йәки) уларҙың ғаилә ағзаларына, был ойошмала эшләмәгән инвалидтарға Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан санаторий-курорт һәм һауыҡтырыу учреждениеларына путевкалар хаҡын тулыһынса йә өлөшләтә компенсациялау суммалары, шулай уҡ 16 йәшкә етмәгән балаларға Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан санаторий-курорт һәм һауыҡтырыу учреждениеларына путевкалар хаҡын тулыһынса йә өлөшләтә компенсациялау суммалары, әгәр улар түбәндәге сығанаҡтарҙан түләнһә:
    1. эш биреүселәрҙең ойошма табышынан һалым түләгәндән һуң үҙҙәре ҡарамағында ҡалған средстволар иҫәбенән;
    2. Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондынан;
  10. эш биреүселәрҙең ойошма табышынан һалым түләгәндән һуң үҙҙәре ҡарамағында ҡалған средстволар иҫәбенән хеҙмәткәрҙәренең, уларҙың ғаилә ағзаларының, ата-әсәләренең дауаланыуы һәм медицина хеҙмәттәре алыуы өсөн түләгән суммалары, инвалидтар йәмәғәт ойошмаларының инвалидтарҙың дауаланыуы һәм медицина хеҙмәттәре алыуы өсөн түләгән суммалары, медицина учреждениелары тейешле лицензияларға эйә булһа һәм дауаланыуға һәм алынған медицина хеҙмәттәренә сығымдарҙы раҫлаған документтар булһа;
  11. һалым түләүселәр уларҙы сит илгә эшкә ебәргән федераль бюджеттан финансланыусы дәүләт учреждениеларынан йә ойошмаларынан алған сит ил валютаһындағы эш хаҡы һәм башҡа суммалар, — хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтенә түләү тураһында ҡануниәт менән билдәләнгән нормалар сиктәрендә;
  12. һалым түләүселәрҙең Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан шәхси ярҙамсы хужалығында үҫтерелгән малды, кроликты, Нутрияны, ҡош-ҡортто, ҡырағай хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы (тереләй ҙә, һуйылғанын сейләй ҙә, эшкәртеп тә), малсылыҡ, үҫемлекселек, сәскәселек һәм умартасылыҡтың натураль һәм эшкәртелгән продукцияһынан һатыуҙан алынған килемдәре;
  13. крәҫтиән (фермер) хужалығы ағзаларының ошо хужалыҡта ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙән һәм һатыуҙан, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙән, эшкәртеүҙән һәм һатыуҙан алынған килемдәре, — был хужалыҡ теркәлгән йылдан алып биш йыл буйына;
  14. һалым түләүселәрҙең дарыу үләндәре, ҡырағай емеш-еләк, сәтләүек, бәшмәк һәм башҡа төрлө ҡырағай үҫемлек продукцияһын ҡырағай үҫемлектәр, бәшмәк, үҫемлек сығышлы техник һәм дарыу сеймалын промысла әҙерләүенә (һатып алыуға) рөхсәте (лицензияһы) булған ойошмаларға һәм (йәки) индивидуаль эшҡыуарҙарға йыйып тапшырыуҙан алынған килеме, индивидуаль эшҡыуарҙарҙың был пунктта һаналған продукцияны һатып алғандан һуң һатып ебәреүенән тыш;
  15. Төньяҡ халыҡтарының билдәләнгән тәртиптә теркәлгән ырыу, ғаилә общиналары ағзаларының традицион хужалыҡ итеү тармаҡтары менән шөғөлләнеүҙән, традицион кәсептәрҙән алынған продукцияны һатыуҙан алынған килемдәре (ялланма эшселәр хеҙмәтен түләүҙе индермәйенсә);
  16. һәүәҫкәр һунарсыларҙың һунарсылар йәмғиәттәренә, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларына йәки дәүләт унитар предприятиеларына үҙҙәре атып алған йәнлек тиреләрен, ҡырағай хайуандарҙың тире йә күн продукцияһын йәки итен тапшырыуҙан алған килеме, әгәр был хайуандар ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы тәртиптә бирелгән лицензия буйынса атылған булһа;
  17. өс йыл йә унан оҙағыраҡ ваҡыт милектә торған торлаҡ йортто, фатирҙы, бүлмәне, шул иҫәптән хосусилаштырылған торлаҡты, дачаны, баҡса йортон йәки ер участкаһын һәм ошо һаналған мөлкәттәге өлөштө, шулай уҡ өс йыл йә унан күберәк һалым түләүсенең милке булып торған башҡа төрлө мөлкәтте һатыуҙан алынған килем (ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һатыуҙан алынған килемдән һәм индивидуаль эшҡыуарҙарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә файҙаланған милкен һатыуҙан алынған килемдән башҡа);
  18. физик шәхестәрҙең мираҫ тәртибендә алған натураль һәм аҡсалата килемдәре, фән, әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре, асыштар, уйлап табыуҙар һәм сәнәғәт өлгөләре авторҙарының вариҫтарына (хоҡуҡ вариҫтарына) түләнгән аҡсалата бүләктәрҙән башҡа;
    1. физик шәхестәрҙән бүләк рәүешендә алынған натураль йә аҡсалата килем (күсемһеҙ мөлкәт, транспорт саралары, акциялар, өлөштәр, пайҙар бүләк итеү осрағынан башҡа), әгәр был пункт менән башҡаһы ҡаралмаған булһа;
  19. акционерҙар йәмғиәттәренән йә башҡа ойошмаларҙан алынған килемдәр;
  20. спортсылар, шул иҫәптән инвалид спортсылар тарафынан түбәндәге спорт ярыштарындағы призлы урындар өсөн алынған аҡсалата һәм (йәки) натураль приздар:
    1. Олимпия, Паралимпия, Сурдалимпия уйындарында, Бөтә донъя шахмат олимпиадаларында, донъя һәм Европа чемпионаттарында һәм кубоктарында рәсми ойоштороусыларҙан йә дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары ҡарарҙары нигеҙендә тейешле бюджеттар средстволары иҫәбенән;
    2. Рәсәй Федерацияһы чемпионаттарында, беренселектәрендә һәм кубоктарында рәсми ойоштороусыларҙан;
  21. ойошмалар һәм (йәки) физик шәхестәр тарафынан тейешле лицензияһы булған белем биреү учреждениеларында уҡыған өсөн 24 йәшкә тиклемге етем балаларға йәки уларҙы уҡытҡан өсөн был учреждениеларға түләнгән суммалар;
  22. ойошмалар йәки индивидуаль эшҡыуарҙар тарафынан инвалидтар өсөн инвалидлыҡты профилактикалау буйынса техник саралар өсөн һәм инвалидтарҙы реабилитациялау буйынса түләнгән суммалар, шулай уҡ инвалидтар өсөн оҙатып йөрөүсе эттәр һатып алыу һәм аҫрау хаҡын түләү;
  23. дәүләт милкенә хазина тапшырған өсөн түләнгән әжер;
  24. индивидуаль эшҡыуарҙарҙың берҙәм килем һалымы түләнә торған, шулай уҡ ауыл хужалығы тауар етештереүселәре өсөн билдәләнгән ябайлаштырылған һалым һалыу ҡулланылған эшҡыуарлыҡ төрҙәренән алған килеме;
  25. Рәсәй Федерацияһының, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм элекке СССР-ҙың дәүләт казначей йөкләмәләре, облигациялары һәм башҡа ҡиммәтле ҡағыҙҙарынан, шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдары ҡарарҙары буйынса сығарылған облигациялары һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарынан алынған проценттар суммалары;
  26. етем балалар һәм килемдәре һәр ағзаһына йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләрҙәге балалар тарафынан тейешле тәртиптә теркәлгән хәйриә фондтарынан һәм дини ойошмаларҙан алынған килемдәр;
  27. һалым түләүселәрҙең Рәсәй Федерацияһы территорияһындағы банктарға һалған вкладтарына билдәләнгән проценттар рәүешендәге килемдәре, әгәр:
    1. һумдарҙағы вкладтарҙан проценттар Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының ғәмәлдәге ставкаһынан сығып, ниндәй осорға иҫәпләнгән булһа, шул осор эсендә түләнһә;
    2. сит ил валютаһындағы вклад буйынса билдәләнгән йыллыҡ ставка 9 проценттан артыҡ булмаһа;
  28. һалым осоронда түбәндәге нигеҙҙәрҙең ҡайһыһы буйынса булһа ла алынған килем 4000 һумдан артмаһа:
    1. һалым түләүсе ойошмаларҙан йә индивидуаль эшҡыуарҙарҙан алған бүләк хаҡы;
    2. һалым түләүсенең Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенән, дәүләт власының закон сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан йәки урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарынан аҡсалата йә натураль формала алған приздарының хаҡы;
    3. эш биреүселәрҙең үҙ хеҙмәткәрҙәренә йә инвалидлыҡ йәки йәше етеү буйынса пенсияға сыҡҡан элекке хеҙмәткәрҙәренә күрһәтелгән матди ярҙамы суммалары;
    4. эш биреүсенең үҙ хеҙмәткәрҙәренә, уларҙың йәмәғәтенә, ата-әсәһенә һәм балаларына, үҙенең элекке хеҙмәткәрҙәренә (йәш буйынса пенсионерҙарға), шулай уҡ инвалидтарға уларға дауалаусы табип тәғәйенләгән дарыуҙар хаҡын ҡаплауы. Һалымдан азат итеү был дарыуҙарҙы алыуға киткән сығымдарҙы раҫлаусы документтарҙы килтергән осраҡта тормошҡа ашырыла;
    5. тауарҙар (эштәр, хеҙмәттәр) рекламалау маҡсатында ойошторолған конкурстар, уйындар һәм башҡа саралар барышында алынған отоштар һәм приздар хаҡы;
    6. инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары тарафынан инвалидтарға күрһәтелгән матди ярҙам суммалары;
  29. саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе һалдаттар, матростар, сержанттар һәм старшиналарҙың, шулай уҡ хәрби йыйынға йыйылған кешеләрҙең хеҙмәт урыны буйынса алынған аҡса довольствиеһы, тәүлек сығымдары һәм башҡа суммалары;
  30. физик шәхестәргә һайлау кампанияларын йәки референдум кампанияларын үткәреүҙә эшләгәне өсөн түләнгән суммалар;
  31. профсоюз комитеттарының профсоюз ағзаларына биргән түләүҙәре (шул иҫәптән матди ярҙам), хеҙмәт бурыстарын үтәгән өсөн бирелгән түләүҙәрҙән башҡаһы;
  32. Рәсәй Федерацияһы дәүләт заемдары облигациялары буйынса отоштар һәм был облигациялар хаҡын ҡаплау өсөн түләнгән суммалар;
  33. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, Финляндия менән һуғышта, Бөйөк Ватан һуғышында, Япония менән һуғышта һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тол ҡатындары, Бөйөк Ватан һуғышының вафат булған инвалидтарының тол ҡатындары һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған элекке нацист концлагерҙарының, төрмәләренең һәм геттоларының элекке тотҡондары, шулай уҡ элекке концлагерҙарҙың, геттоларҙың һәм башҡа мәжбүри тотоу урындарының элекке бәлиғ булмаған тотҡондары алған аҡсалата йә натураль ярҙам һәм бүләктәр хаҡының суммаһы һалым осоронда 10 000 һумдан артмаған булһа.
  34. Алынған килемдәрҙән Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 218-220-се статьялары менән алынған килемдәрҙе кәметкән сығымдарға: дауаланыу, уҡыу, күсемһеҙ мөлкәт һатыу йә һатып алыу, транспорт сараларын һатыу, пенсия фондына, хәйриәгә ирекле иғәнәләр һ.б. өсөн һалым алынмалары ҡарала.

Донъя илдәрендә килем һалымы күләме

үҙгәртергә
  • Австралия 17—47 % (әгәр йыллыҡ килем 6 000 австралий долларынан кәм булһа, 0 %, 1,5 % медицина һалымы)
  • Австрия 36,5—50 % (әгәр йыллыҡ килем 11 000 евронан кәм булһа (2011 йыл), 0 %, капиталдан алынған килемгә 25 %)
  • Аргентина 9—35 %
  • Әрмәнстан 24,4—26 %
  • Белоруссия 13 %
  • Бельгия 25—53,7 %
  • Болгария 10 %
  • Бразилия 15—27,5 %
  • Бөйөк Британия 0-45 %
  • Венгрия 20,3 %
  • Вьетнам 0—40 %
  • Германия 14—47,5 %
  • Греция 0—45 %
  • Дания 38—51,5 %
  • Мысыр 10—20 %
  • Замбия 0—35 %
  • Израиль 10—47 %
  • Һиндостан 0—30 %
  • Индонезия 5—35 %
  • Ирландия 20—41 %
  • Испания 24—45 %
  • Италия 23—45,6 % (әгәр йыллыҡ килем 8 000 евронан кәм булһа (2008 йыл) 0 %, депозитҡа һалым 27 %)
  • Ҡаҙағстан 10 %
  • Канада 15—33 %[9]
  • Кипр 20—30 %
  • Ҡытай 5—45 %
  • Латвия 23 %
  • Литва 15 %
  • Люксембург 0—42,1 %
  • Мальта 15—35 %
  • Марокко 0—41,5 %
  • Молдавия 7 % и 18 %
  • Мексика 0—28 %
  • Нидерланд 0—52 %
  • Яңы Зеландия 0—39 %
  • Норвегия 28—51,3 %
  • Пакистан 0—25 %
  • Польша 18—32 %
  • Португалия 0—42 %
  • Рәсәй 13 % (ҡайһы бер эшмәкәрлек төрҙәренә 35 %, 9 %)
  • Румыния 16 %
  • Сербия 10—20 %
  • Сингапур 3,5 %—20 %
  • Словакия 19 %
  • Словения 16 %—41 %
  • АҠШ 0—39,6 % (федераль), 0-13,3 % (штатта), 0-3,98 % (урындағы[10])
  • Таиланд 0—37 %
  • Тайвань 6—40 %
  • Төркиә 15—35 %
  • Үзбәкстан 8,5 %—17 %—23 %
  • Украина 0—18 %
  • Филиппин 5—32 %
  • Финляндия 8,5—31,5 %
  • Франция 0—45 %[11]
  • Черногория 15 %
  • Чехия 15 %
  • Швейцария 0 — 45 %
  • Швеция 0—56,4 %
  • Эстония 20 % (һалым һалынмай торған айлыҡ минимум 170 евро (2016 йыл))[12]
  • КАР 24—43 %
  • Япония 5—40 %

Килем һалымы булмаған илдәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Подоходный налог 2018 йыл 9 декабрь архивланған.
  2. Тяжелый путь подоходного налога 2017 йыл 10 ноябрь архивланған.
  3. Из истории подоходного налога и налога на прибыль 2018 йыл 9 декабрь архивланған.
  4. Официальный сайт ФНС — Я занимаюсь преподаванием или веду консультации
  5. Официальный сайт ФНС — Я сдавал или продал транспортное средство
  6. Официальный сайт ФНС — Я сдавал или продал недвижимость
  7. Официальный сайт ФНС — Я выиграл в лотерею или получил подарок
  8. В п. 2 ст. 212 НК РФ устанавливает, что является доходом от использования нерыночной процентной ставки:
  9. TrudeauMetre.ca 2016 йыл 21 сентябрь архивланған.
  10. Tonya Moreno. U.S. Cities That Levy Income Taxes. The Balance, 2 февраля 2017 года//  (инг.)(англ.)
  11. Détail du barème d’imposition des revenus 2013 (impôt 2014) 2016 йыл 5 март архивланған.
  12. Налогово-таможенный департамент. Налоговая система. [eesti.ee] (8 ғинуар 2016). 2016 йыл 10 март архивланған.