Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы

Рәсәй Федерацияһында һалымдар һәм йыйымдар системаһын нығытҡан закон акты

Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы — Рәсәй Федерацияһында һалымдар һәм йыйымдар системаһын нығытыусы кодлаштырылған закон акты. 

Федераль закон
Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы Беренсе өлөш
Номер: 146-ФЗ
Ҡабул ителгән: Дәүләт Думаһы тарафынан 1998 йылдың 16 июлендә
Раҫлау: Федерация Советы тарафынан 1998 йылдың 17 июлендә
Ҡул ҡуйыу: РФ Президенты тарафынан 1998 йылдың 31 июлендә
Көсөнә ингән: 1999 йылдың 1 ғинуарынан
Первая публикация: «Собрание законодательства Российской Федерации», 3.08.1998, № 31
Ғәмәлдәге редакция: 2016 йылдың 28 декабре
Федераль закон
Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы икенсе өлөш
Номер: 117-ФЗ
Ҡабул ителгән: Дәүләт Думаһы тарафынан 2000 йылдың 19 июлендә
Раҫлау: Федерация Советы тарафынан 2000 йылдың 26 июлендә
Ҡул ҡуйыу: РФ Президенты тарафынан 2000 йылдың 5 авгусында
Көсөнә ингән: 2001 йылдың 1 ғинуарынан
Первая публикация: «Собрание законодательства Российской Федерации», 7.08.2000, № 32
Ғәмәлдәге редакция: 2017 йылдың 3 апреле

Ике өлөштән тора: беренсе өлөштә (дөйөм өлөш) һалым һалыуҙың төп принциптары билдәләнә, икенсе өлөштә (махсус өлөш) илдә булдырылған һәр бер һалымды һалыу тәртибе нығытыла. 

Беренсе өлөш

үҙгәртергә

Кодекстың беренсе өлөшө, Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан 1998 йылдың 31 июлендә ҡул ҡуйылып, 1999 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән. Рәсәй Федерацияһында һалым һалыуҙың һәм йыйымдар түләүҙең дөйөм принциптарын нығыта, шул иҫәптән: 

  • Рәсәй Федерацияһында һалынған һалымдар һәм йыйымдар төрҙәре;
  • һалымдар һәм йыйымдар түләү буйынса йөкләмәләрҙең барлыҡҡа килеү (үҙгәреү, туҡтау) нигеҙҙәре һәм башҡарыу тәртибе;
  • Рәсәй Федерацияһы субъекттары һалымдарының һәм урындағы һалымдарҙың булдырылыу, ғәмәлгә индереү һәм элек индерелгәндәренең ғәмәлдә булыуын туҡтатыу принциптары;
  • һалым түләүселәрҙең, һалым органдарының, һалым агенттарының, мөнәсәбәттәрҙә ҡатнашыусы башҡаларҙың һалымдар һәм йыйымдар тураһында ҡануниәт менән көйләнгән хоҡуҡтары һәм бурыстары; 
  • һалым контроленең формалары һәм ысулдары;
  • һалым хоҡуғы тәртибен боҙған өсөн яуаплылыҡ;
  • һалым органдарының акттары һәм вазифалы кешеләренең эш итеүҙәре (эш итмәүҙәре) өҫтөнән ялыу биреү тәртибе.

Икенсе өлөш

үҙгәртергә

Кодекстың икенсе өлөшө, Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан 2000 йылдың 5 авгусында ҡул ҡуйылып, 2001 йылдың  1 ғинуарынан көсөнә ингән. Кодекстың икенсе өлөшө Кодекс менән булдырылған һалымдар һәм йыйымдарҙың һәр береһен иҫәпләү һәм түләү принциптарын билдәләй. 

Һәр һалымға йә махсус һалым режимына Кодекстың икенсе өлөшөнөң айырым бүлеге бағышланған. Дәүләт пошлинаһын иҫәпләү һәм түләү тәртибе лә айырым бүлектә бирелгән. Йәнә хайуандар донъяһы объекттары менән файҙаланған һәм һыуҙың биологик ресурстары менән файҙаланған өсөн йыйымдарҙы иҫәпләү һәм түләү тәртибе лә Кодекстың икенсе өлөшөндә айырым бүлек итеп бирелгән. 

2001 йылдың 1 ғинуарынан  Кодекстың дүрт бүлеге генә үҙ көсөнә инә, улар менән түбәндәгеләр нығытыла: 

  • Өҫтәмә ҡиммәткә һалым
  • Акциздар
  • Физик шәхестәр килемдәренә һалым
  • Берҙәм социаль һалым (2010 йылдың 1 ғинуарына тиклем түләтелә, страховкалауҙың айырым төрҙәренә иғәнә менән алмаштырыла)

2002 йылдың 1 ғинуарынан индереләләр:

  • Ойошмаларҙың килеменә һалым
  • Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым
  • Һатыуҙан һалым
  • Берҙәм ауыл хужалығы һалымы (махсус  һалым режимы

2003 йылдың 1 ғинуарынан индереләләр:

  • Транспорт һалымы
  • Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы (махсус һалым режимы)
  • Килемгә берҙәм һалым  (махсус һалым режимы)

2003 йылдың июнендә продукцияны бүлеү тураһындағы килешеүҙе үтәгәндә түләнә торған һалым системаһы (махсус һалым режимы) индерелә. 

2004 йылдың 1 ғинуарынан Кодекстың түбәндәгеләрҙе нығытҡан бүлектәре көсөнә инә: 

  • Хайуандар донъяһы объекттары менән файҙаланған һәм һыуҙың биологик ресурстары менән файҙаланған өсөн йыйымдар
  • Уйын бизнесына һалым
  • Ойошмаларҙың мөлкәтенә һалым

2005 йылдың 1 ғинуарынан  Кодекстың түбәндәгеләрҙе нығытҡан бүлектәре көсөнә инә:

  • Һыу һалымы
  • Дәүләт пошлинаһы
  • Ер һалымы

2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының физик шәхестәр мөлкәтенә һалымды көйләгән 32-се статьяһы ғәмәлгә инә. 

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә