Дарыу үҫемлектәре
Дарыу үҫемлектәре — кеше һәм мал-тыуарҙы дауалау һәм профилактика үткәреү өсөн ҡулланыла торған үҫемлектәрҙең ҙур бер төркөмө.
Башҡортостанданда үҫкән ҡырағай дарыу үҫемлектәренең 120 төрө фәнни медицинала һәм 200-ҙән ашыуы халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Элек-электән файҙаланылыуына ҡарамаҫтан, Октябрь революцияһына тиклем улар махсус рәүештә тикшерелмәгән.
1933 йылда 40 тонна ашыу бесәй үләне әҙерләнелеүе һәм сит илгә оҙатылыуы билдәле. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем дарыу үҫемлектәренең 50-нән ашыу төрө йыйылған, һуғыш йылдарында уларҙы әҙерләү күпкә артҡан.
Дарыу үҫемлектәрен күп кенә ботаниктар (А. Э. Линд, М. И. Котов, Е. Н. Клобукова-Алисова, Л. Л. Куликова, А. Э. Мулдашев һ. б.), фармакологтар (И. А. Лерман, Д. Н. Лазарева, Н. А. Кузнецова, З. Я. Лагно, Ф. С. Зарудий, Х. М. Насиров һ. б.) өйрәнгән.
Башҡоротостанда ғилми тикшеренеүҙәр РФА ҒҮ Биология институтытында, Башҡорт дәүләт медицина университетында, Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт аграр университетында үткәрелә.
Күп кенә ҡырағай үҫемлек төрҙәренең запасы өйрәнелгән, уларҙы рациональ файҙаланыу режимы эшләнгән (Е. В. Кучеров, А. Х. Ғәлиева, И. Б. Ғофранова, В. З. Ғүмәров һәм башҡалар).
Фармакология хеҙмәте һәм ҡулланыусылар кооперацияһы етәкселегендә йыл һайын 500 т алып 1000 т тиклем дауа сеймалы йыйыла. Башлыса һары умырзая, имән ҡайырыһы, ябай мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, һуҡыр кесерткән, гөлйемеш, ҡалҡанут, кесерткән һ. б. файҙаланыла.
Дарыу үҫемлектәренең һаҡлау өсөн Башҡортостанда 12 заказник ойошторолған.
Файҙаланыу
үҙгәртергәДарыу үҫемлектәрен файҙаланғандв зыян булмаһын өсөн уларҙы йыйыу, киптереү, һаҡлау, ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.
Ағыулы, үтә көслө тәьҫир итеүсе үҫемлек дауаларын дарыуханаларҙа әҙерләтеү зарур.
Күп кенә дарыу үҫамлектәре менән ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы, өс йәшкә тиклем балаларҙы дауаларға ярамай.
Ҡайһы бер ауырыуҙары булғандарға бер төркөм дарыу үҫемлектәр дауаһын ҡулланыу тыйыла.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ғүмәров В. З. Башҡорт халыҡ медицинаһы. — Өфө, 1991
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. Өфө, 1996;
- Гумаров В. З. Дикорастущие лекарственные растения Башкирии. — Уфа, 1975
- Ғүмәров В. З. Башкирская народная медицина. — Уфа, 1985
- Кучеров Е. В., Лазарева Д. Н., Десяткин В. К. Лекарственные растения Башкирии: их использование и охрана. — Уфа, 1989
- Кучеров Е. В., Лазарева Д. Н. Целебные растения и их применение. — Уфа, 1993.
- Дарыу үҫемлектәре — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Гончарова Т. А. Энциклопедия лекарственных растений. — М.: Дом МСП, 1997.
- Землинский, С. Е. Лекарственные растения СССР : [арх. 1 апрель 2015] / Ред. Ф. Сацыперов. — 2-е изд. — М. : Медгиз, 1951. — 502 с.
- Лекарственные растения // Биология / [авт. ст.: Г. А. Белякова и др.] ; Гл. ред. А. П. Горкин. — М. : Росмэн, 2006. — 560 с. : портр., цв. ил. — (Современная иллюстрированная энциклопедия). — ISBN 5-353-02413-3.
- Марчукова, Светлана Марковна. 10.5. Лекарственные растения Нового Света и стран Востока // Медицина в зеркале истории. — СПб. : Европ. Дом, 2003. — Гл. 10. : Медицина эпохи Возрождения. — 269, [1] с. : ил., табл. — ISBN 5-8015-0151-7.
- Обухов А. Н. Лекарственные растения, сырьё и препараты. — Краснодар: Кн. изд-во, 1962. — 298 с.
- Чиков П. С. Атлас ареалов и ресурсов лекарственных растений СССР. — М.: Картография, 1983. — 340 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Л. М. Абрамова, С. С. Хәйретдинов. Дарыу үҫемлектәре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. — Өфө, 2007.