Каманин Аркадий Николаевич

Каманин Аркадий Николаевич (2 ноябрь 1928 йыл — 13 апрель 1947 йыл) — Икенсе донъя һуғышының иң йәш осоусыһы, үҙ аллы ун дүрт йәшендә оса башлай. Билдәле хәрби лётчик Н. П. Каманиндың улы.

Каманин Аркадий Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Патронимы йәки матронимы Николаевич[d]
Тыуған көнө 2 ноябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны СССР
Вафат булған көнө 13 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (18 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем сәбәбе менингит[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Атаһы Николай Петрович Каманин[d]
Һөнәр төрө лётчик
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Хәрби подразделение 5-й штурмовой авиационный корпус[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Будапештты алған өсөн» миҙалы «Венаны алған өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Телгә алынған хеҙмәттәр И ты увидишь небо[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Аркадий Николаевич Каманин Алыҫ Көнсығышта тыуа. Ғаиләләре Мәскәүгә күскәндән һуң ҡыҫҡа ваҡыт билдәле Яр буйындағы йортта (Дом на набережной) йәшәй[1]. Йәйге каникулдарҙа Аркадий аэродромда эшләй, һуңынан 1941 йылда бер нисә ай — Мәскәү авиация заводында механик була[1].

1941—1942 йылдарҙа Ташкентта йәшәй, атаһын һуғыш алдынан бында хеҙмәт итергә күсерәләр.

1943 йылдың апрелендә Калинин фронтында атаһы етәкселек иткән штурмлау авиация корпусына килә. Башта Аркадий элемтә 5-се гвардия штурмлау авиакорпусы штабы эскадрильяһында махсус ҡоролмалар буйынса механик булып хеҙмәт итә[2]. Артабан ике урынлы У-2 самолетында бортмеханик һәм штурман-күҙәтеүсе булараҡ оса башлай. Самолет У-2 өйрәнеү самолеты булдырыла һәм ике кабинала ла идара итеү урындары була. Аркадийҙың үтенесе буйынса, лётчиктар уға осорға рөхсәт итәләр. Шулай итеп, ул осоу практикаһын ала. 1943 йылдың июлендә У-2 самолетында тәүге тапҡыр «рәсми» үҙ аллы осош ойошторола, бынан һуң ун дүрт йәшлек Аркадий 423-сө Айырым элемтә авиаэскадрильяһы осоусыһы вазифаһына тәғәйенләнә.

Бер нисә фронтта һуғыша: Калинин фронтында — 1943 йылдың мартынан; 1-се Украина фронтында — 1943 йылддың июненән, 2-се Украин фронтында — 1944 йылдың сентябренән.

«Ватанына хеҙмәт итеү ярһыу теләге менән өлкән Каманин А. Н. 1943 йылдың апрель айында үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армия сафтарына инә. Бала-саға тиерлек булыуына ҡарамаҫтан /16 йәше лә тулмаған/, Аркадий Каманин ҡыҫҡа срокта теоретик һәм практик яҡтан ҡатмарлы авиация техникаһын үҙләштерә. 1943 йылдың июлендә үк беренсе үҙ аллы осошҡа сығарыла. Эскадрильяла хеҙмәт иткән бөтә осор эсендә А. Каманин маршрут буйынса заданиеға 400-ҙән ашыу осош эшләй, шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡайһы берҙәре ҡатмарлы һауа шарттарында һәм фронт һыҙығынан бик яҡын була. Шәхсән тәртипле һәм беҙҙең илгә тоғро булыусы А. Каманин „Ҡыҙыл байраҡ“ дәүләт наградаһы менән бүләкләнеүгә лайыҡ»[3]

Хәрби заданиеларҙы үтәй: авиакорпус штабынан дивизиялар штабтарына, авиаполк пункттарына оса, төрлө заданиелар, башлыса элемтә буйынса, үтәй. Башҡа заданиеларҙан тыш, ул партизандарға радиостанцияға элементтар тапшырыу өсөн фронт һыҙығы аша осоу башҡара. 1943 йылда комсомолға инә. Аркадийҙың самолетында моторсы булып уның йәштәше — элемтә эскадрильяһының тағы ла бер тәрбиәленеүсеһе, ата-әсәһен һуғыш ваҡытында юғалтҡан Владимир Мухин (1927 йылда тыуған) хеҙмәт итә[4]. 15 йәшендә Аркадий үҙенең беренсе хәрби наградаһына лайыҡ була — Ҡыҙыл Йондоҙ орденына. Һуңыраҡ- икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, артабан Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана[1].

  Тышҡы рәсемдәр
  Генерал-майор Н. П. Каманин и ефрейтор А. Н. Каманин в кабине самолета У-2 (1943 год)

1945 йылдың апрель аҙағында ул «650-нән ашыу осош яһаған[5] һәм 283 сәғәт һауала үткәргән була»[6].

1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү Парадында 2-се Украин фронтының йыйылма полкы составында ҡатнаша[7]. Атаһы генерал-лейтенант Н. П. Каманин етәкселек иткән осоусыларҙың йыйылма батальонының аҙаҡҡы шеренгаһында бара. Еңеү парадында ул иң йәш ҡатнашыусы була.

Еңеүҙән һуң мәктәп программаһы буйынса артҡа ҡалыуҙы тиҙ арала еңеп сыға. 1946 йылдың октябрендә старшина А. Н. Каманин профессор Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһының әҙерлек курстары тыңлаусыһы итеп алына [1]. Ҙур тырышлыҡ менән уҡый.

18 йәшендә менингиттан вафат була[1]. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[2].

Наградалары үҙгәртергә

     
Наградаға тәҡдим ителгән
 
1944 йылдың 27 июнендәге «Ҡыҙыл байраҡ» орденына бүләкләү ҡағыҙы
 
1944 йылғы «II дәрәжә Ватан һуғышы» орденына бүләкләү ҡағыҙы
 
1945 йылдыңН 27 апрелендәге «Ҡыҙыл байраҡ» орденына бүләкләү ҡағыҙы
Ысынында наградланған Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Кинематографта үҙгәртергә

  • Нәфис фильм «Һәм һин һауаны күрерһең» («И ты увидишь небо»), Свердловск киностудияһы, 1978.

Һынлы сәнғәттә үҙгәртергә

Аркадий Каманиндың ике бюсын фото буйынса скульптор Г. Н. Постников 1966 йылда эшләй.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Котыш Н. Т. Стриженок // «Красная звезда» : газета. — 1965. — № от 5 января.
  • Котыш Н. Т. Стрижонок. — М.: Молодая гвардия, 1968.
  • Дубинский Г. Аркаша Каманин. — М.: Малыш, 1969. — (Пионеры-герои).
  • Дубинский Г. А. Аркаша Каманин // Аркаша Каманин, Альберт Купша, Маркс Кротов, Коля Рыжов, Володя Щербацевич / Лебедев О. С. (ред.). — М.: Малыш, 1974. — 30 с. — (Пионеры-герои). — 100 000 экз. (альбом-выставка)
  • Шуф П., Меламед А. Орленок из Ташкента // «Звезда Востока» (журнал) : журнал. — 1978. — № 10.
  • Шуф П., Меламед А. Орленок из Ташкента. — Ташкент: Ёш гвардия, 1979.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Сидорчик, 1944
  2. 2,0 2,1 Дубинский, 1974
  3. Наградной лист от 27 июня 1944 г.
  4. Приказ 5 ШАК по личному составу № 04-Н от 22 февраля 1945 г, наградной лист на Мухина Владимира Ильича
  5. Выносной пункт управления
  6. Наградной лист от 27 апреля 1945 года.
  7. Светлана Самоделова. Самый молодой лётчик Великой Отечественной: парадоксальная судьба Аркадия Каманина. Московский комсомолец (7 май 2018). Дата обращения: 1 декабрь 2018. Архивировано 1 декабрь 2018 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Сидорчик А. Пятнадцатилетний ас. Жизнь и подвиг Аркадия Каманина (неопр.). АиФ, № 28. aif.ru (23 февраля 1944). Проверено 9 апреля 2015.