Ҡаҙнабаев Заһиҙулла Мортаза улы

(Казнабаев Загид Муртазич битенән йүнәлтелде)

Заһиҙулла Мортаза улы Ҡаҙнабаев (18971937) — хәрби эшмәкәр.

Ҡаҙнабаев Заһиҙулла Мортаза улы
Тыуған ваҡыты

1897({{padleft:1897|4|0}})

Тыуған урыны

Балапан ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы
(хәҙерге Йылайыр районы Башҡортостан Республикаһы)

Үлгән ваҡыты

27 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Вафат урыны

Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

19181919
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 19191921

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы
Совет-поляк һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Заһиҙулла (Заһит) Мортаза улы Ҡаҙнабаев 1897 йылдың октябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 2-се Түңгәүер улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Балапан ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].

1918 йылдан Башҡорт армияһының 1-се кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1919 йылдың йәйендә Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы менән Украинала Деникинға ҡаршы һуғыштарҙа, ә шул уҡ йылдың көҙөндә Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө составында Петроградты обороналауҙа ҡатнаша[2].

1920 йылдың апреленән Башҡорт кавалерия бригадаһы составында совет-поляк һуғышы фронтына китә. Бында 27-се Башҡорт кавалерия полкының Шәмсетдин Ғафаров етәкләгән 4-се эскадронында взвод командиры була. 1920 йылдың 6 июнендә Пиняево ауылы янындағы алыш барышында үҙенең взводының яугирҙары менән флангынан һөжүм итеп, контрһөжүмгә күскән поляктарҙы, пулеметтарын ташлап, ҡасырға мәжбүр итә. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн ул, 1921 йылдың 17 февралендә, Республика Реввоенсоветының 57-се һанлы указына ярашлы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[3].

Демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайтҡас, 1922−1924 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Үрге Сәлим ауыл советының рәйесе була. 1925—1927 йылдарҙа Сибай мәғдәнлегендә өлкән милиционер булып хеҙмәт итә. 1930 йылдан Баймаҡ районы Советы рәйесе вазифаһын башҡара.

1932—1933 йылдарҙа Ленинградта милиция курстарында уҡығандан һуң Ейәнсура районының милиция начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1934 йылдан Баймаҡ районында милиция начальнигы, ДОСААФ рәйесе һ.б. яуаплы вазифаларҙы үтәй[4].

1942 йылдың 5 мартында репрессиялана, буржуаз-милләтселектә ғәйепләнеп ҡулға алына, 10 йылға төрмәгә ябыла. 1943 йылдың 27 майында Свердловск өлкәһендә төрмәлә вафат була. 1960 йылдың 12 февралендә аҡлана[1].

  • Сибай ҡалаһы урамдарының береһе Заһит Ҡаҙнабаев исемен йөрөтә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
  • Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — 280 с.