Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы
Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (16 август 1896 йыл— 8 декабрь 1937 йыл) — хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 йылғы совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы.
Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы | |||
Тыуған ваҡыты | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы | ||
Үлгән ваҡыты | |||
Вафат урыны |
СССР, РСФСР, | ||
Хеҙмәт иткән урыны | |||
Ғәскәр төрө |
кавалерия | ||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||
Хәрби алыш/һуғыш |
Беренсе донъя һуғышы | ||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәШәмсетдин Шәйхетдин улы Ғафаров 1896 йылдың 16 авгусында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Ҡолсора ауылында тыуған.
Темәс рус-башҡорт мәктәбен тамамлай. 1915 йылдан Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, кавалерист була. Вахмистр званиеһын ала[1].
1918 йылдан Башҡорт армияһында Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкында взвод командиры булып хеҙмәт итә. 1919 йылдан — Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының 1-се Башҡорт кавалерия полкында[2].
1919 йылдың октябренән 5-се Башҡорт кавалерия полкы составында Петроград фронтында һуғыша. 1920 йылдың майынан Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы 27-се Башҡорт кавалерия полкының 4-се эскадрон командиры булараҡ совет-поляк һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн М. В. Фрунзе ҡулынан исемле ҡылыс ала, ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[3].
Совет-поляк һуғышы тамамланғандан һуң, 27-се Башҡорт кавалерия полкының хужалыҡ командаһы начальнигы, артабан 2-се Башҡорт полкында взвод командиры булып хеҙмәт итә. 1921 йылда демобилизациялана, туған яғына ҡайта[4].
1921—1923 йылдарҙа Йылайыр кантоны хәрби комиссары ярҙамсыһы булып эшләй. 1924 йылда Ҡазан хәрби-сәйәси мәктәбен тамамлай[2].
1924—1929 йылдарҙа Түбә руднигының бегун фабрикаһы инспекторы, мөдире булып эшләй. 1929 йылдан 1-се Өфө ведомство милицияһының дивизион командиры, 1934 йылдан — айырым взводы командиры булып хеҙмәт итә[4].
1937 йылдың 17 октябрендә репрессиялана, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына, төрмәгә ябыла. 1937 йылдың 8 декабрендә атыла. 1956 йылда аҡлана[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (17.02.1921, 31.12.1920)
- 12-се армия Хәрби-революцион советының почётлы ҡоралы (ҡылыс).
Хәтер
үҙгәртергә- Сибай ҡалаһы урамдарының береһе Шәмсетдин Ғафаровтың исемен йөрөтә[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 33
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сөләймәнова С. Ғ. Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 34
- ↑ 4,0 4,1 Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары, 2011, с. 35
- ↑ Сөләймәнова С. Ғ. Көрәштә тыуған батыр // Ватандаш. — 2015. — № 12. — С. 142—146. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Насиров Р. Х. Ыласын йөрәклеләр //Муса батыр. — Өфө, 1992.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — С. 91–108. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
- Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — 280 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 август 2021)
- Сөләймәнова С. Ғ. Көрәштә тыуған батыр // Ватандаш. — 2015. — № 12. — С. 142—146. — ISSN 1683-3554.