Шаббат
Шабба́т (йәһ. שַׁבָּת, йәһүд שׁ.ב.ת һүҙ тамырынан килә), идиш телендә шулай уҡ ша́бес йә шабос тип атала ала — йәһүд ғөрөф-ғәҙәтендә аҙнаның иң бөйөк — етенсе көнө. Тәүрат был көндә эштең бер нисә төрөнән тыйылып торорға күрһәтмә бирә. Бишкитап буйынса Аллаһ был көндә кешене яралтҡан.
Йәһүд календары ай-ҡояш календары булып тора. Шуға күрә шаббат милади календары буйынса йома көнөнөң киске ваҡытында, ҡояш байыуынан һуң, башлана һәм шәмбе көнө ҡояш байыуынан һуң тамамлана.
Шаббат тураһында Тәүраттағы иң беренсе текст һәм уға Рашиҙың аңлатмаһы
үҙгәртергәУрыҫ телендә текст
үҙгәртергәИ совершил Бог к седьмому дню дела Свои, которые Он делал, и почил (ШаВаТ) в день седьмый от всех дел Своих, которые делал. И благословил Бог седьмой день, и освятил его, ибо в оный почил от всех дел Своих, которые Бог творил и созидал.
Шаббаттың мәғәнәһе
үҙгәртергәШаббат — йәһүд халҡының һәм Аллаһы Тәғәләнең берлеге
үҙгәртергәБишкитапҡа ярашлы:
- Шаббат тураһында ҡануны кешегә алтынсы көндә, йәғни кеше барлыҡҡа килгәндән һуң үк бирелгән.
- Иң башта Аллаһы Тәғәлә балыҡтарға, хайуандарға һәм ҡоштарға, артабан кешегә һәм Шаббатҡа ла фатиха биргән. Бынан тыш, Бишкитапта Аллаһы Тәғәлә Шаббатты изгеләндергән, тип яҙыла. Торала фатиха менән изгеләндереүҙең бынан башҡа миҫалдары юҡ.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.