Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы

рәссам

Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы (16 июль 1952 йыл12 июль 2020 йыл) — рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).

Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 июль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (67 йәш) или 11 июль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2] (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәрит (Борис) Рәшит улы Йәрғәлиев 1952 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында тыуған.

Һынлы сәнғәткә Новосибирскиҙа Халыҡ рәсем студияһында (1978—1984), Новосибирск художество училищеһының сәнәғәт графикаһы бүлегендә (1984—1988; педагогтары А. С. Чернобровцев, В. М. Гранкин) уҡый.

1970—1988 йылдарҙа Новосибирскиҙа художество оҫтаханаһында йәшәй һәм эшләй, 1988−2002 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинатында эшләй. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика техникаһында эшләй.

«Һары бейә» художество төркөмө (1990—1993), 2002 йылдан алып «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Силәбе сәнғәт музейында, Новосибирск картиналар галереяһында, Мари Иле Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Йошкар-Ола), Калиниград өлкә картиналар галереяһында, «Янғантау» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы, «Янғантау» шифаханаһы), «Сити-Арт» галереяһында (Нью-Йорк, АҠШ), «Инвит» галереяһында (Төньяҡ Уэльс) һәм «Маджасс-Рифей» галереяһында (Лондон; икеһе лә — Бөйөк Британия), Түбәнге Саксония фән һәм мәҙәниәт министрлығы галереяһы (Һанновер, Германия), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Австрия, Әзербайжан, Бөйөк Британия, Германия, Һиндостан, АҠШ, Төркиә, Үзбәкстан, Швейцария, Япония) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Фәрит Рәшит улы Йәрғәлиев 2020 йылдың 12 июлендә Өфө ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[3].

  • «Мәңгелек тураһында уйҙар» (1990), «Ҡыпсаҡ тамғалары» (1995), «Йыһан тураһында» (2002); «Салауатҡа бағышлама» (1991), «Сибай» (1991-1992).
  • «Минең ҡыпсаҡтар» график сериялары (1993).
  • «Өләсәйем иҫтәлегенә арнайым» (1997), «Джаз-лирика» (1999), «Минең тормошомдан бер йыл» (2002) картиналары.

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы 1980 йылдан алып республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара, график, зона, төбәк, сит ил һәм төркөм менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1992, 1995, 1997, 1999, 2000, 2002, 2009), Силәбелә (1992, 2011—2012), Башҡортостан Республикаһының Салауат районында (2000) үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
  • Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуының 110-йыллығына арналған республика күргәҙмә-конкурсы премияһы лауреаты, (I премия, 1996, Өфө).

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • Бер туған ҡустыһы Йәрғәлиев Хәмит Рәшит улы 1953 йылдың 3 июлендә тыуған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә