Түбәнге Саксония
Түбәнге Саксония (нем. Niedersachsen — Германия федераль штаты. Административ үҙәге — Һанновер ҡалаһы. Был штат Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла.
| |||
Премьер-министр | |||
---|---|---|---|
Халҡы |
7 777 992[1] | ||
Майҙаны |
47 612,88 км² | ||
http://www.niedersachsen.de Рәсми сайты | |||
Тарихы
үҙгәртергә- Саксония (герцоглыҡ) (VII—XIV б.)
- Брауншвейг-Люнебург (1235—1807)
- Наполеон Францииһына бойһонған Вестфалия Короллеге (1807—1813), баш ҡалаһы Гессен ерендәгә Кассель ҡалаһы.
- Һанновер Короллеге (1814—1866)
- Пруссияның Һанновер провинцияһы (1866—1945)
Штат 1946 йылда Пруссияның Һанновер провинцияһына, Ольденбург, Брауншвейг, Шаумбург-Липпе кеүек, немец ерҙәре ҡушылғас барлыҡҡа килә.
География
үҙгәртергәТүбәнге Саксония ҙурлығы буйынса Бавариянан ҡалышып Германияла икенсе урында тора. Төньяғы Төньяҡ диңгеҙе менән сиктәш, көньяҡ-көнсығышы Гарц тауҙары менән сикләнгән. Түбәнге Саксонияның ҙур өлөшө тигеҙлектә урынлашҡан. Түбәнге Саксонияның Люнебург далаһы (рус. Люнебургская пустошь нем. Lüneburger Heide) тигән билдәле өлөшө Һарц тауҙары һәм Төньяҡ диңгеҙе араһында урынлашҡан.
100 мең кеше йәшәғән ҡалалар |- |
|
Ауыл хужалығы
үҙгәртергәБалсыҡлы-ҡомло ер булғанлыҡтан ауыл хужалығы яҡшы үҫешкән. Бөртөклө культураларҙан башҡа рапс (әүернә сәскәһе), шәкәр сөгөлдөрө, салат, кәбеҫтә, кишер, спаржа (себен ҡыуағы үләне) һәм йәшел кәбеҫтәҫтә үҫтерелә. Түбәнге Саксонияның төньяғында, игенселек һәммалсылыҡтан башҡа емеш үҫтереү ҙур роль уйнай.
Сәйәсәт
үҙгәртергә1946 йылдан башлап Түбәнге Саксонияның премьер-министрҙары:
- 1946—1955: Гинрих Вильгельм Копф, СДПГ
- 1955—1959: Генрих Гелльвеге, Немецкая Партия
- 1959—1961: Гинрих Вильгельм Копф, СДПГ
- 1961—1970: Георг Дидерихс, СДПГ
- 1970—1976: Альфред Кубель, СДПГ
- 1976—1990: Эрнст Альбрехт, ХДС
- 1990—1998: Герхард Шрёдер,СДПГ
- 1998—1999: Герхард Глоговский, СДПГ
- 1999—2003: Зигмар Габриэль, СДПГ, — экология министры
- 2003 — бөгөнгө көнгә тиклем: Кристиан Вульфф, ХДС
Иҡтисат
үҙгәртергәТүбәнге Саксонияның иҡдисады ауыл хужалығына бәйле, шулайҙа автомобильдәр төҙөү үҫешкән, мәҫәлән Фольксваген (VW) Вольфсбург ҡалаһында.
Фән
үҙгәртергәТүбәнге Саксонияның иң әһәмиәтле фән учереждениелары Гёттинген ҡалаһында Георг-Август ис. Гёттинген университеты, Брауншвейг техник университеты (de:Technische Universität Braunschweig), (de:Medizinische Hochschule Hannover), Һанновер ветеринария институты (de:Tierärztliche Hochschule Hannover) һ.б.