Үтә бейек йорттар

үтә бейек йорт
(Иң бейек йорттар битенән йүнәлтелде)

Үтә бейек йорттар (ингл. skyscraper) — кешеләргә йәшәү һәм хеҙмәт урындары булдырыу өсөн төҙөлгән донъялағы иң бейек йорт-биналар, манаралар.

Home Insurance Building — беренсе бейек ҡоролма 1885 йыл

Уларҙың минималь бейеклеге күпме булырға тейешлеге бөгөн дә бәхәс тыуҙыра. АҠШ һәм Европала минималь бейеклеге 150 м йәки 500 фут булған йорттарҙы үтә бейектәр рәтенә индерәләр[1].

300 метрҙан бейек биналар үтә бейек йорттар тип атала[2].

Иң бейек йорттарҙың бейеклеген иҫәпләгәндә теле— һәм радиоманаралар оҙонлоғо бында кермәй.

Бина бейеклеген үлсәүҙәге өс критерий:

  • бинаның конструктив бейеклеге.
  • өҫтәге ҡатҡа хәтле .
  • антенна(һ.б.) осонаса.

Төп критерий булып — 1-се тора.

19-сы быуатҡа ҡәҙәре бейек биналар һирәк төҙөлгән.

2011 йылдың октябренә донъяла 150 метрҙан бейек 2490 бейек ҡоролма иҫәпләнә[3].

Беренсе иң бейек ҡоролма

үҙгәртергә
 
Ҡоролмаларҙы сағыштырыу

Иң беренсе бейек ҡоролма булып 1985 йылда төҙөлгән Чикаголағы The Home Insurance Building иң бейек бина һанала. Ул 1931 йылға хәтле була. Башта ул 42 метрлы һәм 10 ҡатлы булып төҙөлә, ә 1891 йылда тағын ике ҡат өҫтәлә (бейеклеге 55 метрға етә). Проект авторы — Уильям Ле Барон Дженни. Ул бина төҙөүҙә беренсе булып каркастар ҡуллана.

Иң бейек 10 ҡоролма

үҙгәртергә

Ерҙәге иң бейек 10 ҡоролма

үҙгәртергә
Исеме Ҡала Бейеклеге, м Ҡаттар Төҙөлөү йылы
Бурдж Халифа   Дубай 828 163 2009
Шанхай башняһы   Шанхай 632 128 2014
Абрадж аль-Бейт   Мәккә 601 120 2012
Халыҡ-ара сауҙа үҙәге 1   Нью-Йорк 541,3 104 2013
Тайбэй 101   Тайбэй 508 101 2004
Шанхай бөтә донъя сауҙа үҙәге   Шанхай 492 101 2008
Халыҡ-ара коммерция үҙәге   Гонконг 484 108 2010
Петронас-1   Куала-Лумпур 452 88 1997
Петронас-2   Куала-Лумпур 452 88 1997
Наньцзин Гринлэнд аҡса үҙәк   Нанкин 316,6 66 2010

Ҡитғалар буйынса иң бейек ҡоролма

үҙгәртергә
Континент Исеме Ҡала Бейеклеге, м Ҡаттар Төҙөү йылы
Австралия һәм Океания Q1   Австралия, Голд-Кост 323 78 2005
Азия Дубай манараһы  , Дубай 828 163 2009
Африка Карлтон Сентр Офис Тауэр (инг.)баш.   КАР, Йоханнесбург 223 50 1973
Европа Меркурий Сити Тауэр   Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү 339 75 2013
Төньяҡ Америка Халыҡ-ара сауҙа үҙәк 1   АҠШ, Нью-Йорк 541,3[4] 105 2013
Көньяҡ Америка Парке Сентраль Торре Эсте (инг.)баш.   Венесуэла, Каракас 225 56 1979

Тарихи иң бейек ҡоролмалар

үҙгәртергә
Исеме Төҙөлөү йылы Ҡала Статусы Бейеклеге (м) ҡаттары
Хоум-иншуранс-билдинг 1885   АҠШ Чикаго 1931 йылда емерелә 55 12
Уорлд билдинг 1890   АҠШ Нью-Йорк 1955 йылда емерелә 94 20
Манхэттен Лайф иншуренс билдинг (инг.)баш. 1894   АҠШ Нью-Йорк 1930 йылда емерелә 106 18
Парк Роу билдинг (инг.)баш. 1899   АҠШ Нью-Йорк әле лә бар 119 30
Зингер билдинг (инг.)баш. 1908   АҠШ Нью-Йорк 1968 йылда емерелә 187 47
Метрополитан Лайф Тауэр 1909   АҠШ Нью-Йорк әле лә бар 213 50
Вулворт билдинг 1913   АҠШ Нью-Йорк әле лә бар 241 60
Трамп билдинг 1930   АҠШ Нью-Йорк әле лә бар 283 71
Крайслер билдинг 1930   АҠШ Нью-Йорк әле лә бар 319 77
Эмпайр Стейт билдинг 1931   АҠШ Нью-Йорк әле лә бар 381,3 102
Бөтә донъя сауҙа үҙәге (1-се манара) 1972   АҠШ Нью-Йорк 2001 йылда емерелә 417 110
Сирс-Тауэр (хәҙер Уиллис-тауэр) 1973   АҠШ Чикаго әле лә бар 443,2 110
Петронас-Тауэрс 1998   Малайзия Куала-Лумпур әле лә бар 451,9 88
Тайбэй 101 2004   Ҡытай Республикаһы Тайбэй әле дә бар 508 101
Бурдж Халифа 2009   Дубай әле дә бар 828 163

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Skyscrapernews 2018 йыл 4 октябрь архивланған.
  2. CTBUH Criteria for Defining and Measuring Tall Buildings (ингл.). — Критерии Совета по высотным зданиям и городской среде (CTBUH) по классификации высотных зданий. Дата обращения: 9 июль 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
  3. CTBU. List of all completed buildings in the world 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.  (инг.)
  4. Tallest skyscrapers | Emporis.com

Һылтанмалар

үҙгәртергә