Йоханнесбург
Йоха́ннесбург (ингл. Johannesburg [dʒoʊˈhænɪsbɜrɡ], африк. Johannesburg [joˈhɑnəsbʏrx], зулу iGoli , коса iRhawutini) — халыҡ иҫәбе буйынса Көньяҡ Африка Республикаһында иң ҙур ҡала, иң бай Гаутенг провинцияһының үҙәге булып тора. Урындағы халыҡ уны «Йобург», «Йози» һәм «Еголи» тип йөрөтә.
Город | |||||
Йоханнесбург ингл. һәм африк. Johannesburg | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Провинция | |||||
Городской округ | |||||
Координаталар | |||||
Мэр | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Майҙаны |
334,81 км² | ||||
Бейеклеге |
1753 м | ||||
Климат тибы |
диңгеҙ | ||||
Рәсми теле |
[[инглиз (31,1%), | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
16830.82 кеше/км² | ||||
Милли состав |
африкандар (зулу, сото), европалыларҙың вариҫтары, һиндтар, төҫлөләр | ||||
Конфессиональ составы |
христиандар һәм башҡалар | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+2711 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
joburg.org.za (инг.) | ||||
2019 йылда муниципалитетта йәшәүселәр һаны 5 635 127 кеше тәшкил итә[2], ә бөтөн агломерацияла — 8 млн. кеше. Әгәр агломерацияның тирә-яғы менән иҫәпләгәндә, халыҡ һаны 10,5 миллиондан ашып китә.
Ҡалаға буйһонған биләмә ярайһы уҡ ҙур. Йоханнесбургҡа көньяҡ-көнбайышта туранан-тура бик күп мигранттар һәм миҙгелле эшселәр йәшәгән Соуэто ҡалаһы ҡушыла.
2000 йылда Йоханнесбург ҡалаһынан һәм уның тирә-яғындағы биләмәләрҙән яңы административ берәмек — Йоханнесбург ҡала округы булдырыла.
Йоханнесбургта Көньяҡ Африка Республикаһының Конституция Суды урынлашҡан.
2002 йылда ҡалала тотороҡло үҫеш мәсьәләләре буйынса юғары кимәлдә осрашыу үтә. Йоханнесбург — эргә-тирәләге тауҙарҙан сығарылған алтын һәм алмас менән киң сауҙа итеү үҙәге.
Тарихы
үҙгәртергәБорон Йоханнесбург территорияһында капоид расаһына ҡараған һунарсылар һәм йыйыусылар ҡәбиләләре йәшәгән. XII быуатта бында банту ҡәбиләләренең үтеп инеүе күҙәтелә һәм ул урындағы халыҡты юҡҡа сығарыу менән бергә бара. XVIII быуат уртаһында бүшмәндәр тулыһынса юҡҡа сыға.
Баҫып алған сото-ствана ҡәбиләләре балсыҡ йорттарҙан, таш административ һәм дини ҡоролмаларҙан ҙур булмаған ҡалалар төҙөгәндәр, игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, тимер иреткәндәр. XIX быуат башында хәҙерге Дурбан районы тирәһендә яр буйында йәшәгән зулу ҡәбиләләре материк эсенә ҡарай экспансия башлайҙар. Был баҫыу алыуҙар башҡа халыҡтарҙың йәш ҡатын-ҡыҙҙарын ҡулға төшөрөү һәм башҡаларҙың бөтөнләй юҡ ителеүе менән оҙатылып килеүе сото-стваналарҙы юҡҡа сығыу сигенә еткерә. Был хәл төньяҡҡа табан хәрәкәт итеүсе бурҙарға Витватерсрандта аяҡҡа баҫырға ярҙам итә, сөнки урындағы халыҡ бурҙарҙа зулу ҡәбиләләренән берҙән-бер ҡотолоу юлы тип күрә, шуға ла уларҙы аҙыҡ-түлек һәм ерселәр менән тәьмин ителәләр. Әммә ваҡыт үтеү менән бурҙар һәм сото-ствана араһындағы мөнәсәбәттәр мал урлау һәм ер өсөн бәхәстәр арҡаһында һиҙелерлек насарая.
Ҡала тарихы 1886 йылдан баш ала, ҡасан Австралиянан сыҡҡан алтын эҙләүсе Дж. Харрисон Ланглахте поместьеһында алтын таба. Бынан һуң Көньяҡ Африканың ошо районына алтын эҙләүселәр ағымы һәм улар тарафынан барлыҡҡа килгән тәртипһеҙ төҙөлөш ил властарын ҡала төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итә. Ул тәүге архитекторҙары Йохан Риссик һәм Йохан Юберта хөрмәтенә аталған да инде. 19 быуат аҙағында Йоханнесбург алтын эҙләүселәр ҡалаһы була, унда Ер шарының бөтә мөйөштәренән шахтёрҙар, ҡытай эшселәре, квалификацияһыҙ эштәрҙә мәшғүл негрҙар, йәһүд һәм әрмән сауҙагәрҙәре, фәхишәләр һәм башҡалар йәшәгән. Быларҙың барыһы ла ҡалаға ҡабатланмаҫ колорит өҫтәгән.
Алтынлы приискыларҙы эшкәртеү ҡомартҡылары булып торған террикондар арҡаһында ҡала сите ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Күп кенә урамдар әле лә бында элек булған шахталарҙың исемен йөрөтә.
Йоханнесбургтың иҡтисади әһәмиәтенең артыуы инглиздәрҙең иғтибарын йәлеп итә. 1895 йыл аҙағында Британияның Кап колонияһы властары (XIX быуат башында уҡ инглиздәр тарафынан баҫып алына) ҡала тирәләй урынлашҡан алтын рудниктар майҙанын баҫып алыу маҡсаты менән Джеймсон рейды исеме аҫтында билдәле булған провокация ойошторалар. Уңышһыҙлыҡҡа тарығандан һуң бурҙар менән инглиздәр араһындағы мөнәсәбәттәр тиҙ арала киҫкенләшә, һуңынан Икенсе инглиз-бур һуғышы ваҡытында бойондороҡһоҙ Бур республикалары Британия империяһы тарафынан баҫып алына.
1930 йылдарҙан башлап ҡалала ҡайнар төҙөлөш күҙәтелә, быға Көньяҡ Африка Республикаһының дөйөм иҡтисади үҫеше булышлыҡ итә. 1940 йылдар аҙағы — 1950 йылдар башында абруйлы Хилброу районында Африкала беренсе бейек йорттарҙың төҙөлөшө башлана. 1950-се йылдарҙа һәм 1960-сы йылдар башында ҡаланың көньяҡ-көнбайышында ҡара тәнле халыҡты урынлаштырыу өсөн Соуэто ҙур торлаҡ районы төҙөлә. Яңы транспорт юлдары ҡаланан төньяҡтараҡ урынлашҡан биҫтәләрҙең үҫешенә булышлыҡ итә. 1960-сы йылдар аҙағы — 1970-се йылдар башында Карлтон-Центр кеүек ҙур офис башнялары үҙәк бизнес округын формалаштыра.
1991 йылға Йоханнесбургта енәйәтселек арта.
Көньяҡ Африка Республикаһында апартеидтың ҡолауы, Родезиянан айырмалы рәүештә, тулыһынса иҡтисади һәм социаль катастрофаға килтермәй, әммә, бөтә ил кеүек үк, Йоханнесбург иҡтисади рецессия һәм енәйәтселектең һәм санитар талаптарына тура килмәгән шарттарҙың ҡырҡа артыуын кисерә. Ҡаланың үҙәк эш районы тулыһынса тиерлек ташландыҡ хәлгә керә, ә күп һанлы бейек йорттарҙа йортһоҙҙар, бандиттар һәм наркомандар йәшәй. Абруйлы торлаҡ бейек йорттар менән төҙөлгән Хилброу районы Могадишо йәки Хараре кеүеккә әүерелә. Хөкүмәт хәлде яҡшыртыу буйынса мөһим саралар башҡарһа ла, был хәлдең бер өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килә. Ҡаланың хужалыҡ эшмәкәрлегенең үҙәге төньяҡҡа табан аҡ тәнлеләр йәшәгән Сандтон районына күсә.
2010 йылда ҡаланың ике стадионында (Соккер-Сити һәм Кока-Кола парк) футбол буйынса донъя чемпионаты матчтары үтә.
Физик-географик ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәЙоханнесбург Бейек Велд булараҡ билдәле яҫы таулыҡта, диңгеҙ кимәленән 1753 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡаланың төньяҡ һәм көнбайыш өлөшө — убалы, ә көнсығыш яғы сағыштырмаса тигеҙ территория булып тора.
Климаты
үҙгәртергәҠала диңгеҙ климаты өҫтөнлөк иткән урында урынлашҡан һәм уға ҡышҡы айҙарҙа аяҙ һәм һалҡын һауа торошо, ә йәй — дымлы һәм йылы көндәр хас. Ҡалала яуым-төшөмдөң барыһы ла тиерлек октябрҙән апрелгә тиклем яуа. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 713 мм. Иң йылы ай — ғинуар, иң һыуыҡ ай — июнь. Ҡыш ҡалала уртаса минимум яҡынса 4 °C, ҡырауҙар йыш була, ә көслө һалҡындар һирәгерәк теркәлә. Ҡар бик һирәк була, сөнки ҡыш яуым-төшөм бөтөнләй юҡ тиерлек. Һуңғы тапҡыр ҡар яуыуы 2012 йылдың 7 авгусында күҙәтелә[3].
Йоханнесбурга климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 35,9 | 38,0 | 31,7 | 29,3 | 30,6 | 27,1 | 24,4 | 28,9 | 32,8 | 34,1 | 33,6 | 34,1 | 38,0 |
Уртаса максимум, °C | 25,8 | 25,8 | 24,5 | 21,9 | 19,8 | 17,4 | 17,3 | 20,2 | 23,9 | 25,3 | 25,1 | 25,6 | 22,7 |
Уртаса температура, °C | 19,9 | 19,7 | 18,6 | 16,0 | 13,5 | 10,7 | 10,4 | 13,1 | 16,7 | 18,2 | 18,5 | 19,5 | 16,2 |
Уртаса минимум, °C | 15,1 | 14,9 | 13,6 | 10,6 | 7,7 | 4,7 | 4,1 | 6,5 | 9,9 | 11,9 | 13,1 | 14,5 | 10,6 |
Абсолют минимум, °C | 6,0 | 7,8 | 3,0 | −0,6 | −4,7 | −7 | −6,3 | −7 | −2 | 0,5 | 0,0 | 3,9 | −7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 127,4 | 90,1 | 87,3 | 35,6 | 22,3 | 6,7 | 1,0 | 9,1 | 15,3 | 68 | 87,8 | 145,6 | 696,2 |
Сығанаҡ: Погода и климат в Йоханнесбурге . «Погода и Климат». Дата обращения: 5 февраль 2023. |
Халҡы
үҙгәртергәЯҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 2019 йылда ҡала халҡы 5 635 127 кеше тәшкил итә. Нәҡ Йоханнесбургта Көньяҡ Африка Республикаһының этник төрлөлөгө асыҡ күренә. 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡара тәнлеләр ҡала халҡының 73 процентын тәшкил итә, аҡ тәнлеләр — 16%, Көньяҡ Африканың төҫлөләре — 6 %, азиаттар — 4 %. Йоханнесбург халҡының 42 проценты — 24 йәшкә тиклемгеләр, 6 проценты — 60 йәштән өлкәндәр. Эшһеҙлек кимәле — 37 %, бөтә эшһеҙҙәрҙең 91 проценты — ҡара тәнлеләр. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: КАР-ҙың төп демографик тенденциялары — аҡ тәнлеләрҙең илдән сығыуы һөҙөмтәһендә уларҙың һаны кәмеүе һәм ҡара тәнлеләр һанының артыуы. Шулай итеп, әлеге ваҡытта аҡ тәнлеләр аҙыраҡ, ә ҡара тәнлеләр халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күпкә юғарыраҡ.
2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Йоханнесбург халҡының 37,1 % инглиз телен туған теле тип һанай; 17,3 % зулу телендә һөйләшә; 16 % — африкаанс; 5,7 % — сото; 23,9 % — башҡа телдәрҙә. Халыҡтың яҡынса 29 проценты урта мәктәпте тамамлаған, 14 проценты юғары белемгә эйә. Наҙанлыҡ кимәле — яҡынса 7 %, халыҡтың яҡынса 15 проценты башланғыс белемгә генә эйә.
Сәнәғәте һәм иҡдисады
үҙгәртергәЙоханнесбург — Көньяҡ Африка Республикаһының иң эре иҡтисади һәм финанс үҙәге, илдең дөйөм эске тулайым продукты күләменең 16 процентын етештерә. Ҡасандыр төбәк иҡтисадының нигеҙе булған сеймал табыу сәнәғәте яйлап әһәмиәтен юғалта бара. Бөгөнгө көндә ҡала сиктәрендә алтын сығарыу бармаһа ла, Йоханнесбургта күп кенә тау-ҡаҙылма компанияларының, шул иҫәптән Gold Fields компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан. Ҡала иҡтисады өсөн хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм етештереү тармағы ҙур әһәмиәткә эйә. Сәнәғәттең төрлө тармаҡтары үҫешкән, бигерәк тә ҡорос һәм цемент етештереү буйынса. Етештереүгә ҡарамаған өлкәгә банк, мәғлүмәт технологиялары, транспорт, күсемһеҙ милек, киң мәғлүмәт саралары һәм башҡа тармаҡтар керә.
Спорт
үҙгәртергә2010 йылда Йоханнесбург футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә. Йоханнесбургтағы матчтар ике стадионда үтә: «Соккер Сити» һәм «Эллис Парк»та.
Шулай уҡ ҡалала Көньяҡ Африка Республикаһының иң билдәле клубтары — «Орландо Пайретс» һәм «Кайзер Чифс» урынлашҡан.
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ SOUTH AFRICA: City of Johannesburg 2013 йыл 5 октябрь архивланған..
- ↑ Census 2011 . StatsSA. StatsSA. Дата обращения: 4 август 2015. Архивировано 1 май 2021 года.
- ↑ «The Washington Post». Дата обращения: 27 декабрь 2019. Архивировано 27 декабрь 2019 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Early Johannesburg, Its Buildings and People. Hannes Meiring, Human & Rousseau. 1986. 143 pages. ISBN 0-7981-1456-8
- Gold! Gold! Gold! The Johannesburg Gold Rush. Eric Rosenthal, AD. Donker, 1970, ISBN 0-949937-64-9
- Johannesburg: The Elusive Metropolis. Sarah Nuttall. Duke University Press. 9 January 2005. 210 pages. ISBN 0-8223-6610-X.
- The Corner House: The Early History of Johannesburg. Alan Patrick Cartwright. MacDonald. 1965. 293 pages.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЙоханнесбург Викимилектә | |
Йоханнесбург Викияңылыҡтарҙа | |
Йоханнесбург Викигид |