Куала-Лумпур

Малайзияның баш ҡалаһы

Куа́ла-Лу́мпур[1] (мал. Wilayah Persekutuan Kuala Lumpur, тәржемәһе: «бысраҡ тамаҡ»; джавиكوالا لومڤور) — Малайзияның баш ҡалаһы.

Город
Куала-Лумпур
мал. Wilayah Persekutuan Kuala Lumpur
джавиكوالا لومڤور
ингл. Federal Territory of Kuala Lumpur
ҡыт. 吉隆坡联邦直辖区
там. கோலாலம்பூர்
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Малайзия

Штат

Федераль территория

Координаталар

3°09′35″ с. ш. 101°42′00″ в. д.HGЯO

Мэр

Хаким бин Борхан

Майҙаны

243 км²

Һыу өҫтө кимәле бейеклеге

21,95 м

Халҡы

1 809 699 кеше (2009)

Тығыҙлығы

7427,5 кеше/км²

Агломерация

6 900 000

Сәғәт бүлкәте

UTC+8

Телефон коды

+60 3

Почта индексы

40xxx - 48xxx, 62xxx - 64xxx

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

W

Рәсми сайт

kualalumpur.gov.my

Куала-Лумпур (Малайзия)
Куала-Лумпур
Куала-Лумпур

2009 йылға ҡарата халҡы 1 809 699 кеше тәшкил итә.

География

үҙгәртергә

Куала-Лумпур ҡалаһы Малакка ярымутрауының көньяҡ-көнбайышында Кланг һәм Гомбак йылғалары араһындағы түбән таулы үҙәндә урынлашҡан.

Куала-Лумпур экваториаль климат бүлкәтендә ята. Күп миҡдарҙа яуым-төшөм (йылына уртаса 2627 мм) күҙәтелә. Йыл әйләнәһенә эҫе һәм дымлы була. Ҡойма ямғырҙар тигеҙ дәүмәлдә йыл дауамында тиерлек яуа, июнь-август айҙарында уның күләме аҙыраҡ кәмей.

Ҡалала температура бер ваҡытта ла 38,5 °C-тан юғары күтәрелмәй һәм 17,8 °C-тан төшмәй. Уртаса тәүлек максимумдары 30—33 °C кимәлендә, минимумдары — 23—25 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 38,0 36,2 36,7 37,2 38,5 36,3 36,3 38,0 35,8 37,0 36,0 35,5 38,5
Уртаса максимум, °C 32,0 32,8 33,1 33,1 33,0 32,8 32,3 32,3 32,1 32,0 31,7 31,5 32,4
Уртаса температура, °C 26,9 27,3 27,6 27,7 28,0 27,9 27,4 27,5 27,2 27,1 26,8 26,7 27,3
Уртаса минимум, °C 23,4 23,6 24,0 24,3 24,6 24,3 23,8 23,9 23,8 24,0 23,8 23,6 23,9
Абсолют минимум, °C 17,8 18,0 18,9 20,6 20,5 19,1 20,1 20,0 21,0 20,0 20,7 19,0 17,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 193 198 257 290 197 131 148 162 214 265 321 252 2627
Сығанаҡ: Погода и Климат

Куала-Лумпурға 1857 йылда нигеҙ һалына. 1880 йылдан алып 1978 йылға тиклем — Селангор провинцияһы (штаты) үҙәге. 1946—1957 йылдарҙа шул уҡ ваҡытта британия колонияһы үҙәге, 1957—1963 бойондороҡһоҙ Малайя Федерацияһының баш ҡалаһы[2].

Һуңғы модернизм һәм постмодернизм

үҙгәртергә
  • Петронас башнялары (452 метр, 88 ҡат — донъялағы иң бейек ҡоролмаларҙың береһе)

Башҡа иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • 5 ҙур парктар (иң әһәмиәтлеһе — «Үҙәк күлле парк» (мал. Taman Tasik Perdana): орхидеялар паркы, күбәләктәр паркы, ҡоштар паркы, Милли мәсет, Ислам сәнғәте музейы, Милли монумент, кәмә станциялары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, асыҡ эстрада менән) һәм бихисап скверҙар.
  • ҡала янында «Zoo Negara» гигант зоопаркы.
  • ҡайһы бер битләүҙәрҙә кеше аяғы баҫмаған һаҡланған урман участкалары (Bukit Nanas).
  • ҡытай кварталы.
  • музей менән һөнәрселек комплексы (Kompleks Kraf).
  • Royal Selangor фабрикаһының туристик үҙәге.
  • ҡала үҙәгендә Kampung Bahru малай ауылы.
  • П. Рамли мемориаль музейы.
Куала-Лумпурҙың төнгө панорамаһы

Туғандаш-ҡалалар

үҙгәртергә
Дәүләт Ҡала Хеҙмәттәшлек Иҫкәрмәләр
  Германия Берлин туғандаш-ҡала [3][4]
  Һиндостан Ченнаи туғандаш-ҡала [3][5]
  Һиндостан Дели туғандаш-ҡала [3][6]
  Иран Шираз туғандаш-ҡала [7]
  Иран Исфахан туғандаш-ҡала [3][8][9]
  Иран Мәшһәд туғандаш-ҡала [3][10]
  Япония Осака ҡала-эш партнеры [3][9][11]
  Малайзия Малакка туғандаш-ҡала [3][9]
  Марокко Касабланка туғандаш-ҡала [3][9]
  Пакистан Карачи туғандаш-ҡала [12]
  Пакистан Лахор туғандаш-ҡала [12]
  Төркиә Анкара туғандаш-ҡала [3][9][13]
 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Дубай туғандаш-ҡала [3]
 Бөйөк Британия Лондон туғандаш-ҡала [3]
  АҠШ Нью-Йорк туғандаш-ҡала [3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка. Издательство «Мир и Образование» (2010). Дата обращения: 9 март 2014.
  2. Погадаев, В. А. Куала-Лумпур. — в Малайзия. Карманная энциклопедия. М.: Муравей-Гайд, 2000, с. 31
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 KL’s Город-побратим. Poskod Malaysia. Дата обращения: 20 май 2013.
  4. US twin city for Subang Jaya? The Star. Дата обращения: 20 май 2013. 2009 йыл 22 февраль архивланған.
  5. Chennai, Kuala Lumpur sign Город-побратим pact, The Hindu (26 November 2010). 26 ноябрь 2010 тикшерелгән. 2010 йыл 29 ноябрь архивланған.
  6. Kumar Das, Arun. Delhi to London, it's a sister act, The Times of India (7 July 2002). 30 август 2008 тикшерелгән.
  7. Sister Cities of Shiraz
  8. Sisterhoods. Isfahan Islamic Council (2005). Дата обращения: 4 декабрь 2007. Архивировано 12 октябрь 2007 года.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 About Members: Kuala Lumpur. Asian-Pacific City Summit. Дата обращения: 3 ноябрь 2007. 2011 йыл 25 апрель архивланған.
  10. Mashad-Kuala Lumpur Become Sister cities, FARS News Agency (14 October 2006). 4 декабрь 2007 тикшерелгән. 2011 йыл 14 июль архивланған.
  11. ビジネスパートナー都市 (BPC) (билдәһеҙ). Osaka City Government (28 декабрь 2009). Дата обращения: 23 сентябрь 2010. 2013 йыл 20 ғинуар архивланған.
  12. 12,0 12,1 Eight Pakistani cities have 47 sister cities around the world. Associated Press of Pakistan. Дата обращения: 8 июль 2013. 2015 йыл 20 декабрь архивланған.
  13. Kardeş Kentleri Listesi ve 5 Mayıs Avrupa Günü Kutlaması [via WaybackMachine.com] (билдәһеҙ). Ankara Büyükşehir Belediyesi — Tüm Hakları Saklıdır. Дата обращения: 21 июль 2013. Архивировано 14 ғинуар 2009 года. 2009 йыл 14 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Я познаю мир: Детская энциклопедия: Города мира. Автор Е. Чекулаева; — М.: ООО «Фирма „Издательство АСТ“»; ООО «Издательство „Апрель“», 1999—480 с.: ил.
  • Pogadaev, Victor. Dari Kuala Lumpur ke Moscow //Dewan Bahasa. Mac 2004, 24—29.