Иҙелбай (Баймаҡ районы)
Иҙелбай (рус. Идельбаево) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Шура ауыл Советына ҡараған ауыл. Яҡынса 1816—1817 йылдарҙа нигеҙләнгән. ХХ быуаттың 1950 йылдарында ғәмәлдән сыҡҡан[1].
Иҙелбай | |
Нигеҙләү датаһы | 1816 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1950 |
Тәүге исеме Әбделмөьмин, шулай уҡ Иҫке Иҙелбай, Ғәбделмөҡмин, Илсебай атамалары аҫтында билдәле[2].
Географик урыны
үҙгәртергәИҙелбай ауылы Таналыҡ йылғаһының ҡушылдығы Илсебикә буйында, Ирәндек һыртының көнбайыш битендә урынлашҡан була. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан — 3 км, Сибай тимер юлы станцияһынан 40 км алыҫлыҡта ятҡан[1].
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергә1816—1817 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы[2] Мерәҫ ауылы (хәҙерге Баймаҡ районы) халҡы йәшәү урынын алмаштыра һәм яңы ауылға нигеҙ һала. Башта ауыл тәүге төпләнеүсе урядник Әбделмөьмин Иҙелбаев исемен йөрөтә. Һуңынан ауылды уның атаһы Иҙелбай Астыров исеме менән йөрөтә башлайҙар[3]. Иҙелбай ауылы (урыҫса Идильбаева) тәүге тапҡыр 1795 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы составында телгә алынған[4]. ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Иҫке Иҙелбай булараҡ теркәлгән[2].
Бөрйән ырыуы башҡорттары.
Тарихы
үҙгәртергәИҙелбай Астыров сығышы менән Сибай ауылынан була. Әбделмөъмин ауылына уның ҡан туғандары Сәйетҡол[3] һәм Сырлыбай Астыровтар[1] күсеп килә. Әлеге ауыл Ғәле ауылының утарында урынлаша. 1834 йылда Әбделмөъмин ауылына Ғәле ауылынан тағы ла 50 кеше күсә. XIX быуат уртаһында ауылда 19 йорт булыуы билдәле[3]. Ошо уҡ осорҙа был ерҙәрҙә сәсмә алтын сығарыу арта. Ҡиммәтле металдарҙы сығарыу гидравлик ысул менән, шулай уҡ шахта ысулы менән башҡарыла. Ауыл тирәһендәге алтын сығарыу эштәре Түбә руда идаралығына ҡарай[1]. 1866 йылда 26 йортта 162 кеше йәшәгән. Урындағы халыҡ малсылыҡ. игенселек менән шөғөлләнгән. Ауылда мәсет булған. 1906 йылда ауылда 277 кеше йәшәгән, 1920 йылда — 457, 1959 йылда — 50 кеше[2]. ХХ быуаттың икенсе яртыһында алтын сығарыу туҡтатыла. 1955 йылда ауыл Баймаҡ ҡалаһына ҡушыла. Хәҙерге ваҡытта Иҙелбай исеме аҫтында айырым ҡасаба Баймаҡтың бер өлөшө булып тора. Иҙелбай зыяраты һаҡланған.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Иҙелбаев Нәжип Сафа улы[1] — (12.03.1912—1.10.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан журналист, шағир, тәржемәсе һәм драматург. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры.
- Сәйетҡолов Ғилман Латып улы[1] — (1905—1992), подполковник, ике Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Сарлыбаев Рәхмәт Сабир улы (15.08.1916 йыл — ?), Сибай ҡалаһы 1-се участка халыҡ судының беренсе судьяһы[5] .
- Сәлихов Шәйхислам (14.01.1924—?), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, танкист. Милиция майоры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Иҙелбай (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 175 стр.
- ↑ ИСТОРИЧЕСКАЯ СПРАВКА
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҙелбай (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |