Арка — стенала (тәҙрәләрҙә, ҡапҡаларҙа, ишектәрҙә) йәки терәктәр араһында дуға рәүешендә эшләнгән уйым йәки архитектур ҡоролма. Күп осраҡта арка стенала тәҙрә, ишек уйымдары өсөн эшләнә. Эсе материал менән тултырылған аркалар ҙа осрай. Бындай аркаларҙың маҡсаты — стенаның ныҡлығын арттырыу, аҫта ятҡан ҡатламға ауырлыҡ әҙерәк төшһөн өсөн эшләнә. Архитекторҙар төҙөлөш материалдарының ныҡлығын иҫәпләй белмәгән ваҡытта уҡ, был архитектура алымы билдәле булған.

Арка
Рәсем
 Арка Викимилектә
Арканың өс үлсәмле күренеше

Архитектура тарихында арка

үҙгәртергә
 
Боронғо Мысыр ҡорам комплексының иген һаҡлау урыны харабалары, Рамессеум (б. э. т. XIV быуат), Әл-Үксүр (Луксор)

Тәүге тапҡыр аркалар беҙҙең эраға тиклем II меңйыллыҡта Боронғо Көнсығыш архитектураһында барлыҡҡа килә: Боронғо Мысыр архитектураһы, Боронғо Месопотамия, Боронғо Сүриә һәм эллинистик Сүриә. Был илдәрҙә төҙөлөш ағасы һәм ташына ҡытлыҡ була, шуға ла, нигеҙҙә, төҙөлөштә яндырылмаған һәм яндырылған кирбесте ҡулланғандар. Бындай материалдан киң аралыҡлы ҡыйыҡ ҡуйыу бик ауыр булған. Шуға ла был илдәрҙәге төҙөүселәр яңы конструкциялар эҙләргә мәжбүр була. Арка һәм көмбәҙ тап шундай конструкциялар була ла инде.

Боронғо Грецияла төҙөүселәр ғәмәлдә аркалар һәм көмбәҙҙәрҙе ҡулланмай (иҫкәрмә: иртә крит-микен, йәки миной мәҙәниәте), ә таш ғибәҙәтханаларҙың интерьерын ябыуҙа ялпаҡ архитрав конструкциялар (ағас, йәки мәрмәр блоктар) ҡулланыла, шунлыҡтан бина эсенә бик күп таяуҙар ҡуйыла. Боронғо римлылар ҙа, Көнсығыштан аркалар һәм көмбәҙҙәрҙе үҙләштереп, үҙҙәренең архитектураһында уларҙы киң файҙалана башлай. Ярымтүңәрәк көмбәҙҙәр һәм аркалар — Роман архитектураһына хас характерлы элемент. Готика дәүерендә төҙөүсе-масондар (ташсылар), готик соборҙарҙың эске киңлеген арттыра барып, стена, пилондарға баҫымдың артыуы кеүек проблемаға тарый. Улар, баҫымды тышҡы таяуҙарға (контрфорстар һәм аркбутандар системаһына) йүнәлтеп, был проблеманы бик еңел хәл итә. Бына шулай ослайып торған формалағы аркалар һәм көмбәҙҙәр хасил була. Ослайып торған формалағы һәм ярым түңәрәк аркалар стеналарҙан баҫымды бөтөнләй ала.

Христиан архитектураһында яңы терминдар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ғибәҙәтхананың алтарь өлөшөнә ингән урында ҡуйылған арка триумфаль арка тип атала.

Механика

үҙгәртергә

Арка — ул таяуҙарға баҫымды кәметеүгә өлгәшкән үҙенсәлекле төҙөлөш конструкцияһы. Балкаға ғәҙәти механик көсөргәнеш төшә, ә аркаға көсөргәнеш ситтән саҡ ҡына ҡағыла, һәм горизонталь таяу реакцияһы хасил була. Арка көмбәҙҙән киңлегенең кәмерәк булыуы менән генә айырыла. Вертикаль йөкләнеш аҫтында арка төҙөлөш конструкцияһын ҡыҫыу эшен башҡара. Шарнирһыҙ, ике шарнирлы һәм өс шарнирлы аркалар була.

Арка өлөштәре атамалары

үҙгәртергә

Иң өҫкө бик ташы — көмбәҙҙең йәки арканың өҫкө яғындағы сынаяҡ формаһындағы йәки пирамидаль таш элемент

Ослайып киткән таш (клинчатый камень)

Көмбәҙҙең тышҡы йөҙө (экстрадос)

Табан ташы (импост) — арканың табаны, терәк төбөндә арҡыры киҫелеше

Эске көмбәҙ (интрадос)

Күтәрелеү араһы  — арканың бик ташы үҙәге менән арканың ике табан ташы үҙәге арауығы.

Аралыҡ

Терәк стена

Ике табан үҙәге араһындағы алыҫлыҡ хисап уйымы (расчётная пройма) тип атала. Күтәреле араһы үҫеше артҡан һайын, арканың янбаҫым арауығы кәмей. Арка күсәре бөгөлөшкә ҡыҫылыу минималь булһын өсөн һайлап алынған; шул саҡта арка иң көслө һәм иң сыҙамлы буласаҡ. Арканың ныҡлығы уның формаһына бәйле. Иң ябай аркалар ярым түңәрәк формала, әммә теоретик йәһәттән иң көслөһө — парабола йәки сылбырлы һыҙыҡ формаһындағы аркалар. Параболик аркаларҙы тәүге тапҡыр испан архитекторы Антони Гауди ҡуллана. Бындай аркалар бөтә баҫымды терәк стенаға күсерә һәм өҫтәмә элементтар талап итмәй.

Үтәнән-үтә булмаған уйымды ҡаплаусы аркалар һуҡыр тип атала. Бының маҡсаттарының береһе — материалды һаҡсыл тотоноу ыңғайы стенаның ныҡлығын арттырыу. Борон заманда еңеллек өсөн дә арка эшләү ҡулланылғаны билдәле, мәҫәлән, стеналағы уйымды ябыу яҫы арка рәүешендә эшләнеп, уға төшкән ауырлыҡты бушатыу маҡсатында, өҫтөнә һуҡыр арка яһалған.

Арка типтары

үҙгәртергә

Арка формалары:

 
Нюрнберг. Һыу эсендәге Обербюрг ҡәлғәһе. Ике уҡ аркалы ҡапҡа
 
Мәскәү йылғаһындағы Ҙур күпер Мәскәү

ғәрәпсә (мавританса) — юғары төҙөлөш үҙәге, Көнсығыш халыҡтары архитектураһында киң таралған,

аркбутан — төрлө кимәлдә табанлы арка, асыҡтан-асыҡ арка арауығын тышҡы терәгенә тапшыра,

батынҡы (уйымлы) — ҡабарынҡы яҡтары менән бушлыҡ яғына ҡараған ике дуға,

ике көрәкле — бер үк ҙурлыҡтағы ике бәләкәй арканан тора, уларҙың импосталары һәм тоташыуҙары бер кимәлдә урынлашҡан,

ике үҙәкле — бер радиустағы ике дуғанан барлыҡҡа килгән дуға, тупаҫ мөйөш менән киҫешә,

диагональ — кросс-көмбәҙ диагональ буйынса квадрат йәки тура өсмөйөш, йәғни Нервюра, «тергеҙелгән» тип атала,

эллипсҡа оҡшаш — киҫелешендә эллипс барлыҡҡа килә,

артмаҡлы — өҫкө яҡтан урынлаштырылған түңәрәк арканың бер төрө,

кире, реверс — дуғаның аҫҡа ҡарап торған ҡабарынҡылығы менән,

тешле — эске йөҙөндә тигеҙ ятҡан осло сығынтылы арка,

түш ҡырласына оҡшаш — (йәки «ишәк һырты») — түңкәрелгән судноның арҡыры киҫелеше күренешендә, урыҫ зодчествоһвнда ҡулланыла,

ҡапҡа оҡшаш йәки эллиптик — өс, биш, ете үҙәктән торған дуға; бер төрөн — эйәр формаһындағы арка,

тартма һымаҡ (ҡыҫылған)  — үксә аҫтынаныраҡ үҙәктән ярым түңәрәк формаһында түңәрәкләп ҡамалған,

мөйөшлө (митрлы менән бер үк) — тамамланған урынында ике симметрик түбәнәйеүле,

ланцетҡа оҡшаш (һөңгөгә оҡшаш) — мөйөш яһап тоташҡан ике дуға ярҙамында барлыҡҡа килә, һәм тигеҙ яҡлы уҡ һымаҡ, уҡ һымаҡ ҡыҫылған, уҡ һымаҡ яҫы формала,

уҡлы (түңәрәк) — ярым түңәрәктән кәм дуғалы (бер үҙәкле),

күп көрәкле многолопастная — осло мөйөш булып киҫешкән өс йә бер нисә ҡыяларҙан төҙөлгән арка төрө,

овал — көмбәҙендә овалдың бер өлөшөн барлыҡҡа килтерә,

перспективалы- кесерәйә барыусы радиустар менән стена эсенә туплана, порталдар эшләгәндә ҡулланыла һ.б.

Арка төрҙәре

үҙгәртергә

Ярымтүңәрәк арка

үҙгәртергә
 
Ярымциркуль аркалы Рим күпере. Алькантара (Касерес провинцияһы), Испания

Ярымтүңәрәк арка — түңәрәктең яртыһы формаһындағы арка, түңәрәктең үҙәге менән арканың таяныу урыны менән бер кимәлдә урынлаша.

Йәйәгә оҡшаш арка

үҙгәртергә
 
Нюрнбергтағы ит күпере, ФРГ

Йәйә арка — сирек түңәрәк формаһындағы арка. Боронғо Римдә бындай аркаларҙы тәҙрә уйымдарына ҡуйғандар.

 
Париждағы Нотр-Дам (Париж Алла Әсәһе) соборы

Көнсығышта аркалар ҡыҫылып, бер-береһе менән киҫешеп уҡ аркаға әйләнә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә