Көмбәҙ
Көмбәҙ (итал. cupola, лат. cupula)[1] — ярымшар формаһындағы йорт ҡыйығы.
Тарихы
үҙгәртергәКөмбәҙ Галлий һәйкәлдәрендә, Грецияның тәүтормош байлыҡ ҡаҙналарында осрай. Шулай ҙа археологик ҡаҙылмаларҙан күренеүенсә уны тағы ла боронораҡ халдейҙар һәм фарсылар ҡулланыуы билдәле.
Технологик яҡтан ҡатмарлы һәм ҙур таш көмбәҙ төҙөү Рим архитектура революцияһы мәлендә бетон уйлап табылғас. Римлеләр уны төҙөлөштә оҫта файҙалана. Рим Пантеонындағы көмбәҙ иң боронғо тип һанала. Ул яҡынса беҙҙең эраның 128 йылында төҙөлгән.
Һуңыраҡ көмбәҙ төҙөү йолаһы византия дини һәм ғибәҙәт архитектураһында ҡулланыла башлай. Константинополдәге София соборы иң юғары оҫталыҡ өлгөһө була. Артабан көмбәҙҙе Европаның көнбайышында, Әрмәнстан сиркәүҙәрендә, Грузияла, Рәсәйҙә төҙөй башлайҙар (VII-XI быуаттар).
Сасанид империяһын һәм Византияның Яҡын Көнсығышын мосолмандар яулап алғас, көмбәҙ уларҙың архитектураһын биҙәй башлай (Биби Ханым мәсете, Сәмәрҡәнд, XV быуат башы).
Итальяндарҙың барокко осоронда көмбәҙ иң ҙур төҙөлөштәрҙе, һарайҙарҙы биҙәй (XV быуат).
XIX быуатта көмбәҙ мөһим дәүләт ҡоролмаларын төҙөгәндә ҡулланыла. Торлаҡты ҡыйыҡлауҙа ул һирәк осрай. Көмбәҙләүҙә металл каркастар, тимер бетон, быяла ҡулланыла башлай. Париждағы Пантеон, Лондондағы Изге Павел соборҙары, Берлиндағы Корль музейы, Рәсәйҙә Исаак соборы - иң яҡшы өлгөлөр.
XX быуатта төҙөлөш технологиялары үҫеше менән көмбәҙ төҙөүҙе төрлөләү мөмкинлеге асыла. Ул бигерәк тә спорт һәм тамаша ҡоролмаларын биҙәй.
Нураг, Сардиния. Хәҙерге торошо | Лисиктрат һәйкәле. Афина. | Римдағы көмбәҙ рим Пантеон | София соборы Киевта. Төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Макеты | Купола соборы Изге Марк Венецияла |
Ислам архитектураһындағы көмбәҙ
үҙгәртергәИсламдағы иң боронғо көмбәҙ миҫалдары - Иерусалимдағы Ҡая көмбәҙе, Сылбыр Көмбәҙе һәм Әл-Аҡса мәсете, шулай уҡ Дамаск ҡалаһындағы Өмәүиҙәр мәсете. Был төҙөлөштәрҙә византия архитектураһының һыҙаттары бар, әммә ислам оҫталары, таныш өлгөләрҙән ситләшеп, мосолмансараҡ ижад емеше булдырыуға ирешә. Ҡая Көмбәҙе 691 йылда Ғәбд әл-Мәлик тәҡдиме буйынса төҙөлә.
Көмбәҙ төрҙәре
үҙгәртергәБилбаулы көмбәҙ
үҙгәртергәБилбаулы көмбәҙ бер нисә горизонталь ҡатламдан тора. Өҫтәге һәр ҡатлам аҫтағыһынан бер аҙ сығыңҡырап тора, уларҙы үҙәктә тоташҡан айырым терәткестәр (консоль (архит.)) тотоп тора. Миҫал өсөн, Атрей хазина ҡаҙнаһы.
Һуғанбаш көмбәҙ
үҙгәртергәҺуғанбаш көмбәҙ башы ослайып тамамланған ҡабарынҡы формалы була. Бындай көмбәҙҙәр Рәсәйҙә, Төркиәлә, Һиндостанда, Урта Көнсығыш илдәрендә йыш осрай. Бер нисә һуғанбаш көмбәҙле сиркәүҙәр рус дини архитектураһына хас. Новгородтағы 13 көмбәҙле София соборы быға асыҡ миҫал.
Овал көмбәҙ
үҙгәртергәОвал көмбәҙ барокко архитектураһының бер өлөшө булып тора. Атамаһы уҡ әйтеп тора: латин һүҙе ovum - йомортҡа. Тәүге бындай көмбәҙ архитектор Джакомо да Виньола тарафынан Сант’Андреа-дель-Виньола сиркәүе өсөн төҙөлә. Уны 1552 йылда Рим папаһы Юлий III тәҡдиме менән төҙөлә. Иң ҙур овал көмбәҙҙе Викфортта архитектор Франческо Галло[it] төҙөй.
Полигональ көмбәҙ
үҙгәртергәПолигональ көмбәҙ күпмөйөштө хәтерләтә. Иң билдәле бындай эштәрҙең береһе - Флоренциялағы Санта-Мария-дель-Фьоре соборының һигеҙ мөйөшлө көмбәҙе. Уны архитектор Филиппо Брунеллески төҙөй.
Елкән көмбәҙ
үҙгәртергәЕлкән көмбәҙ икенсе төрлө византия көмбәҙе тип атала. Ул дүрт мөйөшөнә таянған квадрат формаһында төҙөлә.
Йәйенке көмбәҙ
үҙгәртергәСынаяҡ аҫты формаһында эшләнгән бындай төр башҡа көмбәҙҙәргә ҡарағанда тәпәшерәк. Йәйенке көмбәҙ XVIII быуаттан алып беҙҙең көнгә тиклем киң ҡулланыла. Ул Византия сиркәүҙәрен, Ғосман империяһында мәсеттәрҙе биҙәгән. Һиндостан, Иран, пакистан, Афғанстан мәсеттәренең күбеһе йәйенке көмбәҙ менән ябылған.
Сатыр көмбәҙ
үҙгәртергәСатыр көмбәҙҙең ҡабырғалары нигеҙҙән башланып оста тоташа. София һәм Изге Петр соборҙарының үҙәк көмбәҙҙәре шундай алым менән төҙөлгән.
Данлыҡлы көмбәҙ- конструкциялар
үҙгәртергәИзге София соборы. Константинополь | Санта-Мария-дель-Фьоре соборы. Флоренция | Исаак соборы. Санкт-Петербург | Стадион. Оита | Стадион. Релайант Астродом |
Йыл | Диаметр | Атамаһы | Урыны | Авторы | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|---|
б.э. тиклем 1250 йыл — б.э. тиклем I быуат | 14,5 м | Атрей хазина ҡаҙнаһы | Микен, Греция | Билбау көмбәҙ | |
б.э.тиклем I быуат — б.э. тиклем 19 йыл | 21,5 м | Меркурий ҡорамы | Байи, Италия | Рим империяһы | Тәүге монументаль көмбәҙ |
б.э.т. 19 йыл — б.э II быуаты | 25,0 м | Агриппа термаһы | Рим, Италия | Рим империяһы | Римдағы тәүге термала төп бинала ҡулланылған көмбәҙ |
б.э. II быуаты — 128 йыл | 30,0 м | Траян термаһы | Рим, Италия | Рим империяһы | Ярымкөмбәҙ |
128—1436 | 43,4 м | Пантеон | Рим, Италия | Рим империяһы | Донъялағы иң ҙур бетон көмбәҙ |
1436—1881 | 45,52 m | Санта-Мария-дель-Фьоре | Флоренция, Италия | Архиепархия, Флоренция | Эсбиз ҡатнашма ҡулланып кирбестән һалынған донъялағы иң ҙур көмбәҙ |
1881—1902 | 46,9 м | Король госпитале, Девоншир[en] | Бакстон, Бөйөк Британия | Cotton Famine Relief Fund | |
1902—1913 | 59,45 м | Уэст-Баден-Спрингс | Уэст-Баден-Спрингс, АҠШ | Lee Wiley Sinclair | Быяла һәм ҡоростан көмбәҙ |
1913—1930 | 65,0 м | Йөҙйыллыҡ залы | Вроцлав, Польша | Герман империяһы | Тимер-бетондан көмбәҙ |
1930—1955 | 65,8 м | Баҙар йорто, Лейпциг | Лейпциг, Германия | Тимер-бетон көмбәҙ | |
1955—1957 | 101,5 м | Bojangles' Coliseum[en] | Шарлотт, АҠШ | Thompson and Street | Ҡорос конструкциянан көмбәҙ |
1957—1965 | 109 м | Belgrade Fair[en] | Белград, Сербия | Belgrade Fair | Көсәйтелгән бетондан һалынған донъялағы иң ҙур көмбәҙ |
1965—1975 | 195,5 м | Релайант Астродом | Хьюстон, АҠШ | H.A. Lott, Inc. | |
1975—1992 | 207 м | Мерседес-Бенц Супердоум | Яңы Орлеан, АҠШ | Blount International | Ҡорос конструкциялы каркас |
1992—2001 | 256 м | Стадион. Джорджия[en] | Атланта, АҠШ | Брэнсфилд һәм Горри[en] | Тенсегрити тибындағы көмбәҙ |
2001—2009 | 274 м | Стадион. Оита Бэнк | Оита, Япония | Кисё Курокава | Асылмалы көмбәҙ |
2009 — хәҙерге көндәр | 275 м | Стадион. Ковбойз | Арлингтон (Техас), АҠШ | HKS, Inc.[en] | Сиселмәле ҡыйыҡ |
Диндәге көмбәҙ
үҙгәртергәКөмбәҙ христиан һәм мосолман архитектураһында мөһим урын алып тора. Православие сиркәүҙәре һәм мосолман мәсеттәре, шулай уҡ күп кенә католик соборҙарҙы көмбәҙ биҙәй.
Дин ғилемендә көмбәҙ символик мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, православиела ул күк йөҙөн һынландыра.
Көмбәҙ нигеҙендә ҡоролмалар
үҙгәртергәТандыр
үҙгәртергәАзия халыҡтарындағы икмәк бешереү өсөн тәғәйенләнгән мейес. Шулай уҡ улар иген һәм башҡа аҙыҡ һаҡлау өсөн ҡулланыла.
Тирмә
үҙгәртергәКүсмә халыҡтарҙың ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған көмбәҙ формаһындағы торлағы. Ул быуаттан—быуатҡа тәбиғәт ҡосағында йәшәү тәжрибәһен сағылдырған, бөтә талаптарға ла яуап бирә алған торлаҡ төрө. Һаҡлау, күсереү, урынлаштырып ҡуйыу өсөн бөтә яҡтан да уңайлы итеп уйлап табылған был ҡоролма башҡорттарға ла хас булған.
Тирмәнең тарихы быуаттар төпкөлөнән килә. Тирмә төшөрөлгән беренсе һүрәттәр Төньяҡ Ҡытайҙа табылған статуэткаларҙа һынланған (беҙҙең эраның VI быуат башы). Х быуатта Волга буйы һәм Көньяҡ Уралда сәйәхәт ҡылған Ибн Руста башҡорттар тураһында «уңайлы көтөүлектәр эҙләп урындан урынға күсеү сәбәпле, сатырҙарҙа йәшәйҙәр», тип яҙып ҡалдырған. Тирмәнең каркасы ағастан, япмаһы өсөн кейеҙ, хайуан тиреһе ҡулланылған, көмбәҙе асмалы итеп яһалған. Иң ҡыҙығы шунда: бөгөнгө көнгә тиклем тирмә бер ниндәй ҙә үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалған.
Гүмбәз
үҙгәртергәТөркиә, Иран һәм Үҙәк Азияның башҡа илдәрендә гүмбәз һыу һаҡлағыстар (сардоба), ҡаруанһарай, мавзолей, кәшәнә, мунса һәм башҡа ҡоролмалар төҙөгәндә ҡулланылған. Азияла көмбәҙ сәнғәте иң юғары оҫталыҡҡа күтәрелә. Бындағы халыҡтар мәҙәниәтендә көмбәҙ Тыныслыҡ символы (күк йөҙө) булараҡ сағыла. Донъя архитектураһының иң матур өлгөләренең береһе - Бохаралағы Саманидтар мавзолейы.
Яранға
үҙгәртергәСеберҙең төньяҡ-көнсығыш халыҡтарында ҡулланылған күсмә торлаҡ. Уның каркасы кит һәм башҡа эре балыҡтарҙың һөйәгенән төҙөлә, ябыу өсөн хайуан тиреләре ҡулланыла.
Иглу
үҙгәртергәЭскимостарҙың ҡаты ҡарҙан һәм боҙҙан төҙөгән торлағы. Йылы сыҡмаһын өсөн бындай көмбәҙҙең өҫтө ябыҡ, инеү урыны иҙәненән түбәндәрәк була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — 1-е изд. — Т. 1-4. — М., 1964—1973.
- ↑ А. В. Галанин, Купола и главы храмов, 2010
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бартенев И. А. Конструкции русской архитектуры XVIII—XIX вв.: Учеб. пособие. — Л., 1982.
- Сомов Андрей Иванович, Таненбаум Абрам Севастьянович. Купол // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)