Изге Лаврентий ҡултығы
Изге Лаврентий ҡултығы (франц. Golfe du Saint-Laurent; ингл. Gulf of Saint Lawrence) — Төньяҡ Америка яр буйының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге Атлантик океан ҡултығы.
Изге Лаврентий ҡултығы | |
---|---|
фр. Golfe du Saint-Laurent, ингл. Gulf of Saint Lawrence | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тип | ҡултыҡ |
Майҙаны | 263 000 км² |
Күләме | 35 000 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 572 м |
Тоҙлолоғо | 32 ‰ |
Ҡойоусы йылға | Изге Лаврентий |
Изге Лаврентий ҡултығы Викимилектә |
География
үҙгәртергәҠултыҡ Канаданың Квебек, Нью-Брансуик, Яңы Шотландия, Принц Эдуард Утрауы, Ньюфаундленд һәм Лабрадор провинциялары ярҙарын йыуа.
Изге Лаврентий ҡултығы төньяҡта Лабрадор ярымутрауы, көнсығышта океан һәм Ньюфаундленд утрауы, көньяҡта Кейп-Бретон утрауы һәм Яңы Шотландия ярымутрауы, көнбайышта Төньяҡ Америка ҡитғаһы менән сикләнгән.
Майҙаны яҡынса 263 мең км². Тәрәнлеге 572 метрға тиклем. Күләме 35 мең км³.
Океан менән ҡултыҡты тоташтырыусы боғаҙҙар:
- көньяҡта Кансо боғаҙы, Кейп-Бретон утрауы һәм Яңы Шотландия ярымутаруы араһында
- көньяҡ-көнсығышта Кабот боғаҙы, Ньюфаундленд һәм Кейп-Бретон утрауҙары араһында
- төняҡ-көнсығышта Белл-Айл (Лабрадор) боғаҙы, Лабрадор ярымутрауы һәм Ньюфаундленд утрауы араһында.
Ҡултыҡҡа Изге Лаврентий йылғаһы ҡоя.
Хужалыҡта әһәмиәте
үҙгәртергәҠултыҡ акваторияһы әүҙем суднолар йөрөү урыны. Бында балыҡ тотоу һәм нефть сығарыу тармаҡтары үҫешкән.
Төп порттары — Квебек һәм Сет-Иль.