Зәйнәб Биишева музейы

музей

Зәйнәб Биишева музейы — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙының йорт-музейы Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында урынлашҡан[1].

Зәйнәб Биишева музейы
Нигеҙләү датаһы 1998
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Туйөмбәт ауылы
Урынлашыу Башҡортостан Республикаhы, Күгәрсен районы һәм Туйөмбәт ауылы
Бағышланған Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы
Асыу датаһы 26 декабрь 1998
Рәсми сайт admkugarchi.bashkortostan.ru/…

Тарихы һәм һүрәтләүҮҙгәртергә

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. А. Биишеваның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинеты 1997 йылдың 26 авгусындағы 167-се ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығына Башҡортостан Республикаһы Халыҡ мәғарифы министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы һәм Күгәрсен районы администрацияһы менән берлектә 2000 йылға тиклем Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында З. А. Биишеваның йорт-музейын ойошторорға ҡушыла[2].

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙенең архитектураһы буйынса үҙенсәлекле булған ике ҡатлы тирмә рәүешендә[3] мәктәп-музей бинаһы төҙөлә (етәксеһе БР атҡаҙанған төҙөүсе Р. Г. Һөйөндөкөв). Архитекторҙары Рудоль Әүсәхов менән Наил Ғәлиев. Музейҙың майҙаны — 257 кв. м, экспозиция майҙаны 81 м² тәшкил итә[4].

Музей яҙыусының тормош юлын ентекле һүрәтләүсе экспонаттарға бай. Фонды даими тулыландырыла һәм яңыртыла. Музей экспозицияларында яҙыусының китаптары, ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, хаттары, һирәк фотоһүрәттәре, уникаль аудио һәм видеояҙмалары урынлашҡан. З. Биишеваның тормошо һәм ижады 26 фотостендта сағылған. Беренсе экспозиция 1924—1930 йылдар осорон үҙ эсенә ала. Бында яҙыусының, Ырымбур педагогия техникумының — Каруанһарай талибәһенең студент йылдары сағыла.

Килеүселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән «Биишевтар шәжәрәһе» экспозицияһын өйрәнә.

Киләһе экспозицияла З.Биишеваның тормошоноң төрлө ваҡыттарындағы фотоһүрәттәре урынлашҡан: һуғыш йылдары, яҙыусылар араһында, ауылдаштары, уҡыусылар араһында һ.б.

Даими «З. А. Биишеваның йорт-музейына бүләктәр» күргәҙмәһе ойошторолған, унда яҙыусыға ҡәләмдәш дуҫтары, яҡташтары, иптәштәре, талантын һөйөүселәр тарафынан бүләк ителгән китаптар, иҫтәлекле әйберҙәр урынлашҡан.

Шулай уҡ З.Биишева исемендәге бөтә премия лауреаттарының фотоһүрәттәре менән «3. Биишева исемендәге лауреаттар» экспозицияһы бар. Килеүселәрҙең иғтибарын бигерәк тә «З. А. Биишеваның эш кабинеты» экспозицияһы йәлеп итә: эш өҫтәле, трюмо, комод, ултырғыстар, яҙыу машинкаһы, икмәк һауыты, самауыр, сынаяҡтар, сәғәт, картиналар һ.б. Әлеге ваҡытта музей фондында 475 һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. «Хәтер китабы» алып барыла, унда килеүселәр үҙҙәренең теләктәрен һәм ихтирам һүҙҙәрен яҙып ҡалдыра.

Йыл дауамында йорт-музей беҙҙең республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан һәм Рәсәйҙән 2 меңгә яҡын килеүсене ҡабул итә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә