Ханларова Зәйнәп Яхъя ҡыҙы
Ханларова Зәйнәп Яхья ҡыҙы (әзерб. Zeynəb Yəhya qızı Xanlarova; 28 декабрь 1936 йыл) — йырсы (лирик сопрано)[2]. СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
Ханларова Зәйнәп Яхъя ҡыҙы | |
әзерб. Zeynəb Xanlarova | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Әзербайжан |
Псевдоним | "Dünyanın Zeynəbi" |
Тыуған көнө | 28 декабрь 1936 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | депутат Национального собрания Азербайджана[d][1] |
Уҡыу йорто | Бакинское музыкальное училище имени Асафа Зейналлы[d] |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | классик музыка, фолк[d] һәм Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ханларова Зәйнәп Яхъя ҡыҙы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы
үҙгәртергәХанларова Зәйнәп 1936 йылдың 28 декабрендә Баҡыла тыуған. Нефтсе Яхъя һәм хужабикә Периджаһан Ханларовтарҙың ғаиләһендә биш баланың иң кесеһе була. Бала сағында уҡ атаһы Зәйнәптә мугамдың (әзербайжан музыкаһының төп жанры) айырылғыһыҙ өлөшө булған көнсығыш шиғриәтенә һөйөү уята[3]. Кесе йәштән үк Ханларова музыка ярата, буш ваҡытында ул урындағы Пионерҙар һарайында художество үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнаша.
Йәшлеге
үҙгәртергәБаҡы ҡалаһының 161-се һанлы мәктәбендә уҡый. Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыяллана, Сабир исемендәге Баҡы педагогия мәктәбенә уҡырға инә. Хатта педагогик мәктәп уҡып та, Зәйнәп музыкаға ынтыла, үҙешмәкәрлектә ҡатнаша, мәктәп сараларында мугамдар башҡара: педагогия мәктәбенең һуңғы курсында уҡығанда, 1955 йылда, Зәйнәп Ханларова коллектив менән бергә филармонияла әзербайжан халыҡ йыры «Әзербайжан маралы» менән сығыш яһай, уның башҡарыуын Афрәсиәб Баҙалбейли, Йәнгир Йәнгиров һәм Ҡәмбәр Гусейнли юғары баһалай[3]. Уларҙың тәҡдиме буйынса, педагогия мәктәбен тамамлағас, Ханларова Әсәф Зейналла исемендәге музыка мәктәбенә уҡырға инә.
Зәйнәп Ханларованың мугам уҡытыусыһы булып күренекле ханенде (әзербайжан халыҡ йырсыһы, мугамдар башҡарыусы) Шушинский Сәйет була[2][3]. Ханенде Зәйнәпте йырға ғына түгел, шулай уҡ сәхнә тәртибенә лә өйрәтә. Сәйет Шушинский Зәйнәпкә «Чаргях» мугамын башҡарырға тәҡдим итеп, һынап ҡарарға була, сөнки ул тик ирҙәр мугамы тип һанала. 1960 йылда Ханларова «Чаргях» мугамын беренсе ҡатын-ҡыҙ булып башҡара [3][4][5]; Ханларова башҡарыуында был яҙма Әзербайжан радиоһының Алтын фондында һаҡлана.
Артабанғы карьераһы
үҙгәртергә1961 йылда Әсәф Зейналла исемендәге музыка мәктәбен тамамлағас, республиканың атҡаҙанған артисы Шәмси Баҙалбейли саҡырыуы буйынса Мөслим Магомаев исемендәге Әзербайжан дәүләт филармонияһы солисы булып китә[4][6].
1975 йылдан алып — халыҡ инструменттары ансамбленең художество етәксеһе була[5]. Ансамблдә ҡатнашыусыларҙан халыҡ араһында популяр кларнетсы Вәли Ҡадымов, гармунсы Әвтәндил Исрафилов, кеманчист Вәзировтар һ.б. була.
Ижады
үҙгәртергәЗейнаб Ханларованың ижад манераһы артистизм, темперамент менән айырыла[5][7][8][9]. Үҙенең сығыштарында Ханларова бейеү элементтарын йыш ҡуллана, йыр башҡарыуына руладалар һәм гайнатма хас[комм. 1][4]. Йырсының башҡарыу стилен республиканың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, мугам оҫталары, күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм Әзербайжандан, башҡа илдәрҙән тамашасылар юғары баһалай[3].
Ханларова эстрада музыка жанрында ҙур уңыштарға өлгәшә. Уның башҡарыуында бер нисә халыҡ йыры, композиторҙар Тофик Кулиевтың, Ариф Меликовтың, Рәмиз Миришлиның, Алекпер Тагиевтың, Эмин Сабитоглының, Ҡара Ҡараевтың, Фиҡрәт Әмировтың, Оҡтай Кәзимов һәм башҡаларҙың йырҙары популярлыҡ яулай. [3]. Композитор Алекпер Тагиевтың беренсе йырҙары Зәйнәп Ханларова башҡарыуында яңғырай, уның башҡарыуында Эмин Сабитоглының ритмлы йырҙары популяр булып китә. Йырсының репертуарында үҙе ижад иткән йырҙар ҙа мөһим урын биләй[4]. Ханларова рус йыры («Калинка»), әрмән («Нунэ»), грузин («Долер»), фарсы («Эй гол ман»), пушту («Чекор»), япон («санг Дарик»), төрөк («яланчы Сэни»), грек («Эла мо») һәм башҡа күп кенә телдәрҙе башҡара[3].
Ханларова шулай уҡ Әзербайжандан ситтә лә ҙур популярлыҡ яулай. Үҙенең йырсы карьераһы йылдарында элекке Советтар Союзы республикаларында, Чехия, Словакия, Румыния, Венгрия, Польша, Франция, Испания, Канада, Италия, Швеция, Швейцария, Дания, Төркиә, Ираҡ, Афғанстан, Япония, АҠШ, Йемен, Сүриә, Ливан, Кувейт һәм башҡа илдәрҙә ҙур уңыш менән сығыш яһай[3][4][7].
Зейнаб Ханларованың репертуарында мугамдар мөһим роль биләй. Әзербайжан халыҡ йырсыһы профессиональ «Чаргях», «Махур-һин», «Гатар», «Харидж сегях», «Хумаюн», «Бәйәғәт-Кюрд», «Шахназ», «Бәйәғәт-Шираз», «Шура» һәм «Дилкеш» мугамдарын оҫта башҡара [4].
Әзербайжан дәүләт опера һәм балет театрында Зәйнәп Ханларова Ләйлә (Үзәир Гәжибековтың «Ләйлә һәм Мәжнүн»), Әслә («Әсли һәм Керем»), Әрәбзәнғә (Мөслим Мағомаевтың «Шах Исмәғил»), Сәнем (Шәфиғә Ахундованың «Килен ҡаяһы») һ.б. иҫтә ҡалырлыҡ образдарын тыуҙыра[2][9].
Зәйнәп Ханларованың йырҙары менән 38 пластинка сығарыла[10].
Йәмәғәт эштәре
үҙгәртергә1985 йылдың 24 февралендә Ханларова Зәйнәп Яхья ҡыҙы 333-сө һанлы Мирбашир округы буйынса Әзербайжан ССР-ы XI саҡырылыштың Юғары Советына һайлана, Юғары Советтың мәҙәниәт буйынса Комиссия ағзаһы була[6]. 1990 йылдың 30 сентябрендә 266-сы һанлы Баҡы округынан Әзербайжан Республикаһының XXII саҡырылышының Юғары Советы депутаты итеп һайлана[11].
1995 йылдың 12 ноябрендә 86-сы һанлы Тертер һайлау округынан Милли Мәжлескә һайлана, Милли Мәжлестең мәҙәниәте буйынса Комиссия ағзаһы (1995 йылдар алып хәҙерге көнгә тиклем).
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Ханларов Яхья Аслан улы (1890—1968) — Баҡы нефть промыслалары эшсеһе[3].
- Әсәһе — Ханларова Периджаһан Иса ҡыҙы — хужабикә.
- Ире — Сәлим Бабаев (1975 йылдан никахта) — балыҡ хужалығы системаһында етәксе вазифаларҙа эшләй.
- Балалары — Рамин (1975) һәм Рамал (1978) Бабаевтар.
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 1970 — «Ритмы Апшерона» (фильм-концерт)
- 1970 — «Встреча на свадьбе» (фильм-концерт)
- 1971 — «Концертная программа» (фильм-концерт)
- 1979 — «Чудак» (вокал)
- 1981 — «Поющая земля»
- 1981 — «Аккорды долгой жизни» («Жизнь Узеира»)
- 1982 — «Здравствуй, Зейнаб!» (фильм-концерт)
- 1971 — «Шарт» (вокал)
- 2000 — «Хазри поэзии».
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Алиев Гейдар ордены (26.12.2016) — әзербайжан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ҙур хеҙмәте өсөн
- «Бойондороҡһоҙлоҡ» ордены (Әзербайжан) (26.12.2006) — әзербайжан музыка мәҙәниәтен үҫтереүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (26.12.1986) — совет музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[12]
- «Почёт Билдәһе» ордены (02.07.1971)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (28.07.1980) — совет музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[13]
- Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған артисы (1967)
- Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1975) — әзербайжан совет музыка һәм башҡарыу сәнғәтен үҫтереүгә ҙур ҡаҙаныштары өсөн
- Әрмән -CCР-ының халыҡ артисы (15.03.1978) — Әрмән һәм Әзербайжан ССР-ы араһында мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә ҡаҙаныштары һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн[3]
- Әзербайжан Республикаһы Президентын маҡтаулы диплом (28.12.2011) — әзербайжан музыкаһын әүҙем пропагандалау өсөн
- Әзербайжан ССР-ының дәүләт премияһы (1987) — концерт программалары өсөн
- Приздар, маҡтаулы «Алтын диск» бөтә союз грампластинкалар фирмаһы «Мелодия» (18.02.1986) — Көнсығыш әзербайжан халыҡ йырҙары һәм йыр грампластинкаһы өсөн[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәКомментарий
үҙгәртергә- ↑ әГайнатма — переливчатый яңғырашы, тиҙ һәм күп тапҡыр тауыш сиратлаштырып ойоштороу.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ http://www.meclis.gov.az/?/az/deputat/
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Музыкальная энциклопедия, 1982
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Рахман-заде, 1985
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 АСЭ, 1987
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Байрамова, 2004
- ↑ 6,0 6,1 Одиннадцатый созыв, 1986
- ↑ 7,0 7,1 Джафар-заде, 1978
- ↑ Гасан-заде, 1980
- ↑ 9,0 9,1 Варжапетян, 1977
- ↑ Ханларова Зейнаб . records.su. Дата обращения: 11 апрель 2018.
- ↑ ЦИК, 1990
- ↑ Ведомости, 1986
- ↑ Ведомости, 1980
Әҙәбиәт
үҙгәртергәКитаптар
үҙгәртергәКниги
үҙгәртергә- Ханларова Зејнәб Јәһја гызы // Азәрбајҹан Совет Енсиклопедијасы / Ч. Б. Гулијев. — Бакы: Азәрбајҹан Совет Енсиклопедијасы, 1987. — Т. X ҹилд: Фрост — Шүштәр. — С. 51. (әзерб.)
- Ханларова Зейнаб Яхья кызы // Музыкальная энциклопедия. — М., 1982. — Т. 6. — С. 960.
- Рахман-заде Фазиль. Сердце, упоенное песней. — Б.: Ишыг, 1985. — 174 с.
- Байрамова Алла. Женщины в музыкальной жизни Азербайджана. — Б., 2004. — С. 72—73.
- Депутаты Верховного Совета Азербайджанской ССР. Одиннадцатый созыв.. — Баку: Азернешр, 1986.
- Кязим-заде Айдын. Азербайджанское кино — 1 (каталог фильмов 1898—2002). — Б., 2003.
- Кязим-заде Айдын. Наш Азербайджанфильм. 1923—2003 года.. — Б., 2004.
Мәҡәләләр
үҙгәртергә- Варжапетян В. Несмолкающая песня // журнал «Огонёк» : журнал. — 1977. — № 10.
- Джафар-заде Азиза Солнечное сердце // Литературный Азербайджан. — 1978. — С. 66—68.
- Гасан-заде Нариман Звезда нашей песни // Коммунист. — Б., 1980. — С. 4.
- Информация Центрального Избирательного Комитета по выборам народных депутатов Азербайджанской ССР // Коммунист. — Б., 1990. — С. 3.
Документтар
үҙгәртергә- Указ Президиума Верховного Совета СССР «О награждении тов. Ханларовой З. Я. орденом Дружбы народов» от 26 декабря 1986 г.
- Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении почётного звания „Народный артист СССР“ тов. Ханларовой З. Я.» от 28 июля 1980 г. // Ведомости Верховного Совета СССР. — 06.08.1980. — № 32 (2054). — С. 5.
- «О награждении З. Я. Ханларовой орденом Гейдара Алиева» : Азербайджанская Республика — Баку, 2016.
- «О награждении З. Я. Ханларовой Почётным дипломом Президента Азербайджанской Республиики» : Азербайджанская Республика — Баку, 2011.
- «О награждении З. Я. Ханларовой орденом Независимости» : Азербайджанская Республика — Баку, 2006.