Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы
Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (22 август 1924 йыл — 2 апрель 2000 йыл) — совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 6—9‑сы, РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11‑се, Башҡорт АССР-ының 4—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров | |||||||
| |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
6 февраль 1962 — 8 ғинуар 1986 | |||||||
Алдан килеүсе: | Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы | ||||||
Дауамсы: | Мирғәзәмов Марат Парис улы | ||||||
Тыуған: | 22 август 1924 Башҡорт АССР-ы Йылайыр районы Ямаш ауылы | ||||||
Үлгән: | 2 апрель 2000 (75 йәш) Рәсәй Өфө ҡалаһы | ||||||
Ерләнгән: | Өфө мосолман зыяраты | ||||||
Партия: | КПСС | ||||||
Белеме: | К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы[d] | ||||||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәЗәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров 1924 йылдың 22 авгусында БАССРҙың Йылайыр кантоны (хәҙерге Баймаҡ районы) Ямаш ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша (1942—1945), Темәс педучилищеһын (1940), К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1950), Өлкә-ара партия мәктәбен (Өфө, 1948), КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын (Мәскәү, 1962) тамамлаған.
- 1941—1942 − Баймаҡ районы Мырҙый башланғыс мәктәбендә уҡытыусы;
- 1946—1948 − ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының икенсе секретары;
- 1948—1951 − ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, икенсе секретары;
- 1951—1954 − ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары;
- 1954—1962 − КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире;
- 1962—1986 − Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе.
Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары, СССР-ҙың күп миҙалдары менән бүләкләнгән. Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән[1].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны Аҡназарова (Медведева) Федора Петровна (1923—1995) Баҡалы районы Яңы Балыҡлы ауылынан. Күп йылдар комсомол һәм партия органдарында эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ишҡолов Ф. А. Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.