Дәште Ҡыпсаҡ

(Дәшти Ҡыпсаҡ битенән йүнәлтелде)

Дәште Ҡыпсаҡ[1], йәки[1] рус. Полове́цкая степь', Кипча́кская степь, фарс. دشت قپچاق, ҡырымтат. Deşt-i Qıpçaq, ҡырғ. Дештэ-кыпчак, ҡаҙ. Дешті Қыпшақ, Қыпшақ даласы, башҡ. Дәште Ҡыпсаҡ; татар. Дәште Кыпчак, Dəşteqıpçaq; үзб. dashti-qipchoq; төркисәнән — «ҡыпсаҡ далалары» — Евразияның Дунай тамағынан алып Балхаш күленә тиклем йәйрәп ятҡан тарихи Бөйөк Даланы тәшкил итә.

Дәште-Ҡыпсаҡ. XII—XIII быуаттар
Азияның XII быуаттағы картаһы, ҡыпсаҡтарҙың һәм күршеләренең ерҙәре күрһәтелә

«Дәште Ҡыпсаҡ» термины тәүге тапҡыр фарсы авторы Насир Хосров XI быуатта яҙған әҫәрҙә осрай. Тап шул мәлдә ҡыпсаҡтар Иртыш буйҙарынан килеп, 1030 йылдан Хорезмшаһтар дәүләтенә күрше булып урынлашалар, хәҙерге Ҡаҙағстан, һуңғараҡ Төньяҡ Кавказ, Аҙау диңгеҙе тирәһенә һәм Ҡара диңгеҙҙең төньяғына таралалар.

Фарсы һәм ғәрәп сығанаҡтарында XI—XVI быуаттарҙа Кибчак, Хихчак, Киччак, Кепчак, Хифчак атамалары менән телгә алына[2].

Хәҙерге заманда Дәште Ҡыпсаҡ ерҙәре төрлө дәүләттәр: Рәсәй, Украина, Ҡаҙағстан, Молдавия, Румыния һәм Белоруссия биләмәләрендә ҡалған.

Бүленеше

үҙгәртергә

Дәште Ҡыпсаҡ ғәҙәттә Көнсығыш (Алтайҙан Каспийға) һәм Көнбайыш (Каспийҙан Дунайға тиклем) Ҡыпсаҡ тип атап йөрөтөлә. Көнбайыш Ҡыпсаҡ ерҙәре боронғо Русь йылъяҙмаларында «Половецкая земля» йәки «Половецкая степь» тигән атама менән телгә алына, ә Византия һәм европа урта быуат анналдарында — под названием Комания (Кумания) тип аталған.

XVI—XVIII быуаттарҙа «Дәште Ҡыпсаҡ» термины Урта Азия тарихи сығанаҡтарында Көнсығыш Ҡыпсаҡ ерҙәренә ҡарата ҡулланылған (хәҙерге Ҡаҙағстан)[3].

Монгол осорона тиклем Ҡыпсаҡ далаһы халҡы берҙәм этник-сәйәси бөтөнлөк тәшкил итмәгән. Төрлө тәбиғәт, климат шарттарында йәшәгән Дәште Ҡыпсаҡ ҡәүемдәре һәм ҡәбиләләре йәмғиәт ҡоролошо, сәйәсәт һәм хужалыҡ итеү ысулдары буйынса үҙ-ара айырылған.

XIII быуатта Дәште Ҡыпсаҡты Дешт-и-Кипчак монгол-татарҙар яулап ала, һәм ул Алтын Урҙаның төп өлөшөнә әйләнә.

Урта быуаттар ахырында һәм Яңы заманда Дәште Ҡыпсаҡ далаһында йәшәгән ҡыпсаҡ төркөмө халыҡтары: татарҙар, башҡорттар, нуғайҙар, ҡаҙаҡтар, ҡумыҡтар, ҡарағалпаҡтар һәм башҡалар. Ҡыпсаҡтар XIV быуаттан һуң татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, башҡорт, ҡарасай, ҡумыҡ һәм башҡа халыҡтар араһына инеп ҡалған тип һанала. Урта йөҙ ҡаҙаҡтарының бер ырыуы ҡыпсаҡ атамаһы йөрөтә[4]. Башҡорттар араһында ла ҡыпсаҡ ырыуы, Илеш районында Ҡыпсаҡ тигән ауыл бар.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 148. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  2. Х. Камол. Отчим не может стать отцом. Об этногенезе узбеков 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Дешт-и-Кипчак // Советская историческая энциклопедия
  4. Кипчаки