Дудинская Наталия Михайловна

Наталия Михайловна Дудинская (19122003) — СССР һәм Рәсәй балеринаһы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1957). ll дәрәжәлә дүрт Сталин премияһы лауреаты (1941, 1947, 1949, 1951)[6]. Ленин ордены (1988) кавалеры.

Дудинская Наталия Михайловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 (21) август 1912
Тыуған урыны Харьков, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 ғинуар 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[3][4] (90 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Литераторские мостки Волковского кладбища[d]
Әсәһе Natalia Tagliori[d]
Хәләл ефете Сергеев, Константин Михайлович[d]
Һөнәр төрө балет артисы, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө Балет[5] һәм педагогика[5]
Эш урыны А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы
Уҡыу йорто А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы
Кемдә уҡыған Natalia Tagliori[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
2-се дәрәжә Сталин премияһы Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены СССР-ҙың халыҡ артисы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы 2-се дәрәжә Сталин премияһы 2-се дәрәжә Сталин премияһы 2-се дәрәжә Сталин премияһы
 Дудинская Наталия Михайловна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Наталия Дудинская 1912 йылдың 8(21) авгусында Харьковта тыуған

Тальори псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы әсәһе Наталья Александровна Дудинская (1877—1944) менән балетта шөғөлләнә башлай[7][8]. Хәрби кеше — генерал Михаил Михайлович Дудинскийға кейәүгә сығып, уның хеҙмәт итәһе урыны Харьковҡа күсеп килә.

1923—1931 йылдарҙа Ленинград хореография училищеһына А.Я.Вагановаға уҡырға килә (хәҙер А.Я.Ваганова исемендәге рус балеты академияһы) .

1931 йылда уҡыуҙы тамамлағандан һуң, С.М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры труппаһына ҡабул ителә (хәҙер Марина театры), 1962 йылға тиклем бында төп партияларҙы бейей.

Дудинскаяның бейеүе «Мастера русского балета» («Ленфильм» киностудияһы, 1953) фильмында сағыла — балерина «Аҡҡош күле» балеты өҙөгөнән Одиллия партияһын башҡара (принц Зигфрид— Константин Сергеева).

Наталия Михайловна Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ижад эшмәкәрлеген дауам итә: театрҙарҙа, фронт концерттарында, госпиталдәрҙә, заводтарҙа, балалар йорттарында сығыш яһай. Коллегалары менән бергә ҡамауҙағы Ленинградҡа гастролдәргә килә. Һуғыш йылдарында бөйөк балет артистары — Наталья Дудинская һәм Константин Сергеевтың ижади дуэты барлыҡҡа килә.

1950 йылдан педагогик эш алып бара: 1951 йылдан — балет артистарын камиллаштырыу класы уҡытыусыһы, 1963 йылдан 1978 йылға тиклем — С.М.Киров исемендәге Ленинград опреа һәм балет театры педагогы-репетиторы. 1964 йылдан — А.Вваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында педагог (1995 — профессор). Уның уҡыусылары араһында: В. Ганибалова, Е. Евдокимова, Е. Алканова, А Сигалова, Л. Сычева, Г Рахманова, М. Куллик, У. Лопаткина, А Волочкова.

Н. М. Дудинская шулай уҡ АҠШ, Япония, Польша, Финляндия хореография мәктәптәрендә уҡыта

Наталия Дудинская, күп ватан премьераларын беренсе башҡарыусы булып, балет сәнғәте үҫешенә һәм театр репертуарына ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта Марина театрында һәм Ҙур театрҙарҙа традицияларҙы һаҡлауға, бер ҡайһы бер классик постановкаларҙы яңыртыуға булышлыҡ итә. Н. М. Дудинская халыҡ-ара балет конкурстарының эшендә әүҙем ҡатнаша.

2001 йылда Наталья Михайловна «Намыҫ һәм абруй» номинацияһында милли театр «Алтын битлек» премияһына, шулай уҡ «Триумф» премияһына лайыҡ була.

1944 йылдан Кесе диңгеҙ урамы, 2-се йорт, 13 -сө фатир (Н. И. Вавиловтың элекке фатиры). Фатирға урамдан айырым инеү урыны бар. 2004 йылдың 26 мартында йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (авторы — Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы В. Николаев).

Наталия Михайловна Дудинская 2003 йылдың 29 ғинуарында Санкт-Петербургта вафат була. Волков зыяратында ерләнә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Файл:Могила артистов Константина Сергеева и Наталии Дудинской.JPG
Санкт-Петербургта Әҙип күперҙәрендә Дудинская ҡәбере
  • Ире — Константин Михайлович Сергеев (1910—1992), балет артисы, педагог һәм балетмейстер, 1960 —1970 һәм 1960—1970 йылдарҙа Ленинград опера һәм балет театрында төп балетмейстер. СССР-ҙың халыҡ артисы (1957).

Ижады үҙгәртергә

Репертуары (төп партиялары):

  • 1932 — «Спящая красавица» П. И. Чайковского — Принцесса Флорина
  • 1932 — «Жизель» А. Адана — Жизель
  • 1933 — «Пламя Парижа» Б. В. Асафьева — Мирейль де Пуатье
  • 1933 — «Лебединое озеро» П. И. Чайковского — Одетта-Одиллия
  • 1933 — «Щелкунчик» П. И. Чайковского — Маша
  • 1934 — «Дон Кихот» Л. Минкуса — Китри
  • 1934 — «Бахчисарайский фонтан» Б. В. Асафьева — Мария
  • 1935 — «Эсмеральда» Ц. Пуни — Диана и Эсмеральда
  • 1936 — «Утраченные иллюзии» Б. В. Асафьева — Корали
  • 1937 — «Корсар» А. Адана и Л. Минкуса — Медора
  • 1938 — «Раймонда» А. К. Глазунова — Раймонда
  • 1939 — «Лауренсия» А. А. Крейна — Лауренсия
  • 1940 — «Тарас Бульба» В. П. Соловьёва-Седого — Панночка
  • 1941 — «Баядерка» Л. Минкуса — Никия
  • 1942 — «Гаянэ» А. И. Хачатуряна — Гаянэ
  • 1946 — «Золушка» С. С. Прокофьева — Золушка
  • 1947 — «Весенняя сказка» Б. В. Асафьева — Снегурочка
  • 1947 — «Милица» Б. В. Асафьева — Милица
  • 1948 — «Раймонда» А. К. Глазунова — Раймонда
  • 1949 — «Медный всадник» Р. М. Глиэра — Параша
  • 1950 — «Шурале» Ф. З. Яруллина — Сюимбике
  • 1951 — «Бахчисарайский фонтан» Б. В. Асафьева — Зарема
  • 1952 — «Спящая красавица» П. И. Чайковского — Аврора
  • 1953 — «Родные поля» Н. П. Червинского — Галя
  • 1955 — «Тарас Бульба» В. П. Соловьёва-Седого — Панночка
  • 1958 — «Тропою грома» Кара Караева — Сари
  • 1960 — «Вальпургиева ночь» Ш. Гуно — Вакханка
  • 1960 — «Маскарад» Л. А. Лапутина — Баронесса Штраль
  • 1964 — «Спящая красавица» П. И. Чайковского — Фея Карабос
  • «Иван Сусанин» М. Глинки — Вальс

Фильмографияһы үҙгәртергә

Ролдәре

  • 1940 — «Концерт на экране» (фильм-спектакль) — Никия
  • 1952 — «Концерт мастеров искусств» (фильм-спектакль) — Раймонда
  • 1953 — «Мастера русского балета» (фильм-спектакль) — Одиллия
  • 1957 — «Дон Сезар де Базан» (фильм-спектакль) — испан бейеүен башҡарыу
  • 1964 — «Спящая красавица» (фильм-балет) — Фея Карабос
  • 1967 — «Я вас любил» — Зоя Павловна

Фильмдарҙа ҡатнашыуы.

  • 1982 — Этот час волшебный (документаль)
  • 1983 — И каждый вечер в час назначенный… (документаль)
  • 1986 — Агриппина Ваганова (документаль)
  • 1989 — Зазеркалье (документаль)
  • 1991 — Рудольф Нуреев как он есть (документаль)
  • 1993 — Вечная весна (документаль)

Н.М. Дудинскаяға арналған фильмдар

  • 1973 — Класс Дудинской
  • 1988 — Монолог со сценой
  • 1991 — Рождение танца
  • 1991 — Урок и сцена
  • 1993 — Вечная весна

Әҙәби әҫәрҙәр үҙгәртергә

  • «Незабываемые уроки»
  • «Служение искусству»

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

IV IV IV «Санкт-Петербург театр мәҙәниәтенә оҙайлы ижади һәм уникаль өлөшө өсөн»«абруй һәм намыҫ өсөн»

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1939)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1951)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1957)
  • икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1941) — балет сәнғәте өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн
  • икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1947) — С.С.Прокофьевтың «Золушка» балет спектаклендә төп партияны башҡарған өсөн
  • икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1949) — А.К. Глазуновтың «Раймонда» балет спектаклендә төп партияны башҡарған өсөн
  • икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — Ф.З. Яруллиндың «Али-Батыр» («Шурале») балет спектаклендә Ҡыҙ-партияһын башҡарған өсөн (1950)
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2002) — «хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн»[9]
  • Ленин ордены (1988)[10]
  • Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1940, 1972, 1983, 1988)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1982)
  • «Почёт билдәһе» ордены (1939)
  • «Ленинградты оброналаған өсөн[11] миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Ленинградтың 250 йыллығына иҫтәлегенә» миҙалы
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В.И.Лениндың тыуыуының 100- йыллығы айҡанлы» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «Рәсәй княгиняһы» титулы (1997, бөтә Русь патриархы ҡултамғаһы менән Президент ҡарамағындағы Рәсәй шәхес палатаһы)
  • «Йыл ҡатын-ҡыҙы» (1994, 1996, АҠШ-тың милли биография институты)
  • «Санкт-Петербург театр мәҙәниәтенә оҙайлы ижади һәм уникаль өлөшө өсөн» Санкт-Петербургтың «Алтын софит» театр премияһы (1997)
  • «Абруй һәм намыҫ өсөн» номинацияһында «Алтын битлек» милли театр премияһы (2002)
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн «Триумф» премияһы [12]
  • профсоюздарҙың , Санкт-Петербург гуманитар университетының Почетлы докторы (1996)
  • Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышының Почетлы дипломы (1997)
  • Санкт-Петербургтың почетлы гражданы (1998)[13]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #29735068 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Natalia Mikhailovna Dudinskaya // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Natalya Mikhaylovna Dudinskaya // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. 5,0 5,1 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=xx0203539
  6. Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 8. Дебитор — Евкалипт. 1972. 592 стр., илл.: 22 л. илл. и карт. 1 карта-вкл.
  7. Юбилей Н. М. Дудинской (1912—2003) — Светлана Сливинская // Ballet Art
  8. Наталья Михайловна Дудинская 2013 йыл 21 декабрь архивланған. // Фонд «Петербургское наследие и перспектива»
  9. Указ Президента РФ от 28 октября 2002 г. № 1267 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ IV степени Дудинской Н. М.»
  10. Дудинская Наталия Михайловна (1912—2003)
  11. Фонд «Петербургское наследие и перспектива» | Наталья Михайловна Дудинская 2013 йыл 21 декабрь архивланған.
  12. dudinskaja_russ
  13. Наталия Михайловна Дудинская 2013 йыл 16 декабрь архивланған. в энциклопедии «Санкт-Петербург»

Библиография үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә