Деникин Антон Иванович
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Тутыйғош мөхәррирләй. |
Деникин Антон Иванович (16 декабрь 1872 йыл — 7 август 1947 йыл) — урыҫ хәрби етәксеһе, генерал-лейтенант, публицист, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, яҙыусы, мемуарсы, хәрби документалист.
Рус-япон һуғышында ҡатнашҡан. Беренсе донъя һуғышы осоронда Рус император армияһының иң һөҙөмтәле генералдарының береһе[7][8]. 4-се уҡсылар «тимер» бригадаһы командиры (1914—1916, 1915йылдан — уның етәкселеге аҫтында дивизияға әүерелә), 8-се армия корпусы (1916—1917 командиры. Генераль штабының генерал-лейтенанты (1916), Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттары командующийы (1917). хәрби съездар делегаты (1917), армияны демократиялаштырыуға ҡаршы тороусы[9]. Корнилов фетнәһен хуплаған өсөн Ваҡытлыса хөкүмәт тарафынан ҡулға алына, Бердичев һәм Быхов ваҡиғаларында ҡатнашыусы (1917).
Граждандар һуғышы йылдарында Аҡтар хәрәкәтенең төп етәкселәренең береһе. Рәсәй Көньягында уның лидеры (1918—1920)[10]. Бөтә сәйәси хәрәкәттәр һәм хәрби етәкселәре араһында ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Башлап юл һалыусы /Первопоходник, төп ойоштороусылаҙың береһе, ә һуңынан Иреклеләр армияһы командующийы. Рәсәй көньяғының Ҡораллы көстәре башкомандующийы (1919—1920), урынбаҫары Рус армияһы адмирал Колчактың Рус армияһы командующийының урынбаҫары (1919—1920) һәм Рәсәйҙең Юғары хакимы вазифаһында буласаҡ рәсми варисы (1919 йылдың 22 декабренән, был вазифанан баш тарта).
1920 йылдың апреленән — эмигрант, рус эмиграцияһының төп сәйәси эшмәкәрҙәренең береһе. «Рус фетнәһе очерктары» (1921—1926) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы тураһындағы фундаменталь тарихи-биографик әҫәренең, «Иҫке армия» (1929—1931) хәтирәләре, «Урыҫ офицеры юлы» 1953 йыл) автобиографик повесы һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр авторы.
Биографияһы
үҙгәртергәАнтон Иванович Деникин 1872 йылдың 4 (16) декабрендә[11] Рәсәй империяһы Варшава губернаһы Влоцлавек биҫтәһенең Шпетель Дольный ауылында (башҡа версия буйынса, Ловиче ҡалаһында) отставкалағы майор ғаиләһендә тыуған.
Сығышы
үҙгәртергәАтаһы, Иван Ефимович Деникин (1807—1885) — Һарытау губернаһы крепостной крәҫтиәндәрҙән. АлпауытДеникиндың атаһын рекрутҡа биргән. 22 йыл һалдат хеҙмәтенән һуң ул офицер дәрәжәһенә күтәрелә, артабан хәрби карьера яһай һәм 1869 йылда майор чинында отставкаға сыға. Һөҙөмтәлә ул армияла 35 йыл хеҙмәт итә, Венгрия, Ҡырым һәм Польша кампанияларында ҡатнаша[12].
Әсәһе, Елизавета Федоровна (Эльжбета Францисковна) Вжесиньская[12] (1843—1916)[13] — милләте буйынса поляк, ярлыланған ваҡ ер биләүселәр ғаиләһенән (һылтанма)
Деникиндың биографы Дмитрий Лехович, Деникин, антикоммунистик көрәш юлбашсыларының береһе булараҡ, һис шикһеҙ, буласаҡ дошмандары Ленин, Троцкий һәм башҡаларҙан айырмалы рәүештә «пролетар сығышлыраҡ» булған, тип билдәләй[12].
Бала сағы һәм үҫмер йылдары
үҙгәртергә1872 йылдың 25 декабрендә (6 ғинуар 1873) өс аҙналыҡ бала православие динендә суҡындырыла[9]. Дүрт йәшендә бала ярайһы уҡ яҡшы уҡып өйрәнә[14]; бала саҡтан урыҫ һәм поляк телдәрендә иркен һөйләшә[15][16]. Деникиндар ғаиләһе атаһының ҙур булмаған пенсияһына (36 һум) көн күрә. Атаһы дингә ныҡ бирелгән кеше булараҡ улын һәр ваҡыт үҙе иенән сиркәүгә йөрөтә. Антон алтарь тирәһендә хеҙмәтсе була, клироста йырлай, ҡыңғырауға һуға, артабан дини китаптар уҡый башлай. Ҡайһы берҙә ул әсәһе менән костелға бара. Лехович яҙыуынса. Антон өсөн православие һәм католицизм һәр береһе айырым тәьҫир итә[12]. 1882 йылда Деникин Влоцлав реаль училищеһына уҡырға инә. 1885 йылда, атаһы вафат булғандан һуң, ғаилә 20 һумлыҡ пенсияға йәшәргә мәжбүр була, шуға күрә Антон 13 йәшендә репетиторлыҡ менән шөғөлләнеп. айына 12 һум аҡса ала. Айырыуса ул математиканан яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 15 йәшендә уға, яҡшы уҡыусы булараҡ, 20 һум тәғәйенләнә, шулай уҡ уҡыусылар фатирында йәшәү хоҡуғы бирелә[12][15]. Һуңғараҡ Деникин күрше Левичи ҡалаһындағы реаль училищеһында белемен дауам итә[12].
Хәрби хеҙмәт башы
үҙгәртергәБала саҡтан атаһының юлынан барырға һәм хәрби хеҙмәткә барырға хыяллана. 1890 йылда, Ловичи реаль училищеһын тамамлағандан һуң, ирекмән булараҡ 1-се уҡсылар полкына тәғәйенләнә, өс ай буйы Плоцк ҡалаһында казармала йәшәй[17], шул уҡ йылдың июнь айында[15] шул уҡ йылд Киев пехота юнкерҙар училищеһының хәрби-училище курсына ҡабул ителә. Училищела ике йыллыҡ курсты тамамлағандан һуң, 1892 йылдың 4 (16) авгусында[15] подпоручик званиеһында 2-се артиллерия бригадаһына тәғәйенләнә (Варшаванан 159 км алыҫлыҡтағы Седлец губернаһы, Бела ҡалаһы)[12].
Генераль штабы академияһы
үҙгәртергә1895 йылдың йәйендә Санкт-Петербургта Николаев академияһының Генераль штабына имтихан тота. Беренсе уҡыу йылы аҙағында хәрби сәнғәт тарихы буйынса имтихан тапшырмағаны өсөн академиянан ҡыуыла, әммә өс месяца һуң ул имтиханды тапшыра һәм ҡабаттан академияның беренсе курсына алына[18]. Артабанғы бер нисә йыл Рәсәй империяһының баш ҡалаһында уҡый. Бында ул, академия уҡыусылары араһында, Ҡышҡы һарайға саҡырыла һәм тәүге тапҡыр Николай IIне күреү бәхетенә ирешә. 1899 йылдың яҙында академияның ике йыллыҡ төп һәм өҫтәмә курсын тамамлағандан һуң капитан дәрәжәһенә күтәрелә, әммә академияның яңы начальнигы генерал Николай Сухотин Генераль штабҡа тәғәйенләнгән уҡыусылар исемлеген үҙгәртә, һөҙөмтәлә провинциаль офицер Деникин улар иҫәбенә инмәй. Устав биргән хоҡуҡ менән файҙаланып, Деникин генерал Сухотинға ялыу яҙа. Хәрби министр тарафынан йыйылған академия конференцияһы генералдың ҡарарын законһыҙ тип таныуға ҡарамаҫтан, Деникинға ялыу урынына үтенеү ғаризаһын яҙырға тәҡдим итәләр. Деникин баш тарта[12].
Шиғриәткә һәм публицистикаға әүәҫлек күрһәтә. Бала сағында «Нива» журналы редакцияһына үҙенең шиғырҙарын ебәрә, әммә бер ниндәй ҙә яуап алмай һәм һөҙөмтәлә Деникин «шиғриәт — етди эш түгел» тигән һығымта яһай. Һуңыраҡ ул проза ла яҙа башлай. 1898 йылда уның хикәйәһе «Разведчик» журналында ттәүге тапҡыр баҫылып сыға, артабан — "Варшава көндәлеге"ндә. Деникин Иван Ночин псевдонимы аҫтында әрме көнкүреше темаһына яҙа[12].
1900 йылда Белаға ҡайта, 1902 йылға тиклем 2-се артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә[13]. Генштаб Академияһын тамамлағандан һуң ике йыл үткәс, Куропаткинға күптәнге хәлде асыҡлау үтенесе менән хат яҙа, һөҙөмтәлә Деникин 1902 йылдың йәйендә Генераль штабы офицеры итеп алына[15]. 1902 йылдың ғинуарының тәүге көндәрендә 2-се пехота дивизияһы штабына ҡабул ителә. Үлеге дивизия Брест-Литовск ҡалаһында урынлаша, бында ул 183-сө Пултус полкынында рота менән етәкселек итә[17]. Деникин ротаһы ваҡыты-ваҡыты менән Варшава ҡәлғәһенең "Унынсы павильон"ды һаҡлауҙа ҡатнаша, унда айырыуса хәүефле сәйәси енәйәтселәр тотола, шул иҫәптән буласаҡ Польша дәүләте башлығы Юзеф Пилсудский[19]. 1903 йылдың октябрендә ошонда уҡ урынлашҡан 2-се кавалерия корпусына адъютант итеп күсерелә, унда 1904 йылға тиклем хеҙмәт итә[13].
Рус-япон һуғышында
үҙгәртергә1904 йылдың ғинуарында ат аҫтында ҡалып, аяғын йәрәхәтләй. Деникин хеҙмәт иткән полк һуғышта ҡатнашмай, 1904 йылдың 14 (27) февралендә капитан Деникин үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Бер нисә көндән ул Мәскәүгә, артабан Харбинға юллана. Уның менән бергә поезда Алыҫ Көнсығышҡа табан адмирал Степан Макаров һәм генерал Павел Ренненкампф бара. 1904 йылдың 5 (18) мартында Деникин Харбинға барып етә[17].
1904 йылдың февраль аҙағында, килгәнгә тиклем үк, Амур аръяғы округының 3-сө бригада штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә Сентябрь айында Манчжурия армияһының 8-се корпусы штабында йомоштар өсөн офицер посын ала. Һуңынан Харбин ҡалаһына ҡайта һәм унан 28 октябрҙә (10 ноябрҙә) инде подполковник дәрәжәһендә Цинхеченға Көнсығыш отрядына ебәрелә, унда генерал Ренненкампф етәкселегендәге Байкал аръяғы казак дивизияһы штабы начальнигы вазифаһын ҡабул итә[12]. Беренсе хәрби тәжрибәһен ошо уҡ йылдың 19 ноябрендә (2 декабрҙә) ала[12]. Алыш барған ерҙәге бер сусаҡ хәрби тарихына Деникин исеме аҫтында инә[19]. 1904 йылдың декабрендә көсәйтелгән разведкаларҙа ҡатнаша. Уның етәкселеге аҫтында Ванцелин артылышынан япондар алып ташлана[12][19]. 1905 йылдың февраль — март айҙарында Мукден алышында ҡатнаша. 1904 йылдың аҙаҡҡы көндәрендә Урал-Байкал аръяғы дивизияһы штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә[12].
Һуғыш тамамланғандан һәм Портсмут солохона ҡул ҡуйылғандан һуң буталсыҡ һәм һалдат сыуалыштары шарттарында 1905 йылдың декабрендә Харбиндан сығып китә һәм 1906 йылдың ғинуарында Санкт-Петербургҡа килә[12].
Һуғыштар араһында
үҙгәртергә1906 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем ваҡытлыса түбән вазифаға (2-се кавалерия корпусы штабында махсус йомоштар өсөн штаб-офицер) тәғәйенләнә[12] 1906 йылдың май — сентябрендә Хвалын пехота полкының 228-се батальоны менән командалыҡ итә[9]. 1906 йылда үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр турист булараҡ Европа илдәрендә була (Австро-Венгрия, Франция, Италия[15], Германия, Швейцария). Ҡайтҡас, үҙенең тәғәйенләнешен һорай Һәм уға 8-се Себер дивизияһы штабы начальнигы вазифаһы тәҡдим ителә. Тәғәйенләнеүе тураһында белгәс, өлкән офицер булараҡ был тәҡдимдән баш тартыу хоҡуғы менән файҙалана. Шуға ла уға тағы ла уңайлыраҡ урын тәҡдим ителә — Ҡазан хәрби округында. 1907 йылдың ғинуарында Һарытау ҡалаһында 57-се пехота резерв бригадаһы штабы начальнигы вазифаһына инә, 1910 йылдың ғинуарына тиклем шунда хеҙмәт итә. Һарытауҙа Никольский һәм Аничков урамдары мөйөшөндә (хәҙер Радищев һәм Эшсе)[8] ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй.
Был осорҙа «Разведчик» журналы өсөн «Армейские заметки» рубрикаһына күп яҙа шул иҫәптән үҙенең бригадаһы командирын фашлап, «бригаданы сафтан сығара һәм эштәрҙән тулыһынса ситләшә»[12]. Ҡазан хәрби округы начальнигы генералдың идара Итеү алымдарын тәнҡитләй Александр Сандецкий[20]. Тарихсылар Олег Будницкий һәм Олег Теребов был осорҙа Деникин матбуғат биттәрендә бюрократизмға, һалдаттарға ҡарата инициативаны, тупаҫлыҡты һәм башбаштаҡлыҡты баҫтырыуға, командирҙар составын һайлап алыу һәм әҙерләү системаһын яҡшыртыуға ҡаршы сығыш яһай һәм бер нисә мәҡәләһендә рус-япон һуғышы алыштарын анализлай, Германия һәм Австрия яғынан хәүефлелеккә иғтибар итә, был йәһәттән армияла реформаларҙы тиҙерәк үткәреү, автотранспорт һәм хәрби авиацияны үҫтереү кәрәклеген күрһәтә, ә 1910 йылда армия проблемаларын тикшереү өсөн генераль штаб офицерҙары съезын саҡырырға тәҡдим итә[20].
Рус император армияһының хәрби начальнигы
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышында
үҙгәртергә1914 йыл
үҙгәртергә1914 йылдың 19 июлендә башланған Беренсе донъя һуғышы Деникин хеҙмәт иткән штаб өсөн (8-се армия, командующийы Брусилов) уңышлы бара. Армия һөжүмгә күсә һәм ошо уҡ йылдың 21 авгусында Львов ҡалаһын яулай. Ошо уҡ көндө Тимер бригаданың элекке командиры урынына Деникин тәғәйенләнә[21]. 1929 йылда баҫтырылып сыҡҡан мемуарҙарында Брусилов Деникинды хәрби генерал булараҡ бик юғары баһалай[21].
Яҙмыш мине Тимер бригадаһы менән бәйләне. Ике йыл дауамында ул минең менән бер рәттән ҡанлы алыш яландарынан үтте һәм бөйөк һуғыштың йылъяҙмаһына бик күп данлы биттәр яҙҙы. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар рәсми тарихта юҡ. Сөнки, большевистик цензура, барлыҡ архив һәм тарихи материалдар менән танышыу мөмкинлеген алып, уларҙы үҙенсә хәл итте һәм бригаданың минең исемем менән бәйле хәрби эшмәкәрлегенең бар эпизодтарын да ентекле рәүештә төҙәтте...
1914 йылдың 6 сентябрендә бригаданы етәкләй һәм күҙгә күренерлек уңыштарға өлгәшә. Бригада Львов өлкәһендәге Гродека тирәһендә һуғышҡа инә, уның һөҙөмтәләре буйынса Деникин Георгий ҡоралы менән бүләкләнә[23].
Бер айҙан ашыуыраҡ ваҡыт үткәс, 8-се армия позицион һуғышта тотҡарлауын күреп, 24 октябрь көнө көтмәгәндә дошманға һөжүм итә һәм Горный Лужек тигән ауылды яулай. Был ауылда эрцгерцог Иосиф Август төркөмөнөң штабы торған була, эрцгерцог ашығыс рәүештә эвакуациялана. Һөҙөмтәлә Самбор-Турка шоссеһына һөжүм итеү өсөн юл асыла. Ошо маневры өсөн Деникин 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә[12][23][22].
1915 йыл
үҙгәртергә1915 йылдың февралендә 4-се уҡсылар бригадаһы генерал Каледин отрядына ярҙамға ебәрелә,2000 дошманды әсирлеккә ала һәм австриялыларҙы Сан йылғаһы аръяғына алып ташлай. Әлеге алыш өсөн Деникин 3-сө дәрәжә Изге Георгий орденына лайыҡ була[12][23][22].
1915 йылдың башында дивизия начальнигы вазифаһына тәҡдим ителә, әммә үҙенең бригадаһын ташлап китергә теләмәү сәбәпле вазифанан баш тарта[15]. Һөҙөмтәлә Һөҙөмтәлә командование был мәсьәләне башҡа ысул менән хәл итә, 1915 йылдың апрелендә Деникиндың 4-се уҡсылар бригадаһын дивизия итеп үҙгәртә. 1915 йылда Көньяҡ-Көнбайыш фронты армиялары бер сигенәләр, бер оборона тоталар. 1915 йылдың сентябрендә, сигенеү шарттарында, ҡапыл дивизияһына һөжүмгә күсергә бойора. Дивизия Луцк ҡалаһын яулай, шулай уҡ 158 офицерҙы һәм 9773 һалдатты әсирлеккә ала[12]. Алыш ваҡытында Деникин автомобилдә ҡаланан сыға һәм генерал Брусиловҡа Луцк ҡалаһын яулау тураһында телеграмма һуға[21].
1916 йылдың 24 майында генерал-лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә[24]. Һуңғараҡ командованиенан Луцк ҡалаһын ҡалдырыу буйынса бойороҡ ала[22]. Октябрҙә Деникин дивизияһы Стрый йылғаһы аша сыға һәм Чарторыйскты яулай һәм, йылғаның ҡапма-ҡаршы ярында киңлеге 18 һәм тәрәнлеге 20 саҡрымлыҡ плацдармды булдырып, үҙенә табан дошмандың ярайһы ҙур көстәрен йүнәлтә. 1915 йылдың 4 ноябрендә элекке позицияларға сигенеү тураһында бойороҡ ала[12][22].
1916 йыл — 1917 йылдың башы
үҙгәртергә1916 йылдың 15 мартында шрапнель ярсығы менән һул ҡулы яралана, әммә шуға ҡарамаҫтан, Деникин сафта ҡала[12][17]. Май айында дивизияһы менән 8-се армия составында Луцк алға китешендә ҡатнаша. Дивизия дошмандың алты позицияһын емереп үтә[25], ә 1916 йылдың 5 июнендә[12]ҡабаттан Луцк ҡалаһын яулап ала, бының өсөн Деникин икенсе тапҡыр аҫыл таштар менән биҙәлгән Георгий ҡоралына лайыҡ була"[15][23].
1916 йылдың 9 сентябрендә (яңы стиль буйынса)[23] 8-се армия корпусы комагдующиийы итеп тәғәйенләнә, ошо корпус менән Румын фронтына ебәрелә[12]. Унда Рәсәй һәм Антанта яғында һуғышҡан румын армияһы еңелеүгә дусар ителә һәм сигенә. 1916 йылдың 18 ноябрендә, Бузео, Рымника һәм Фокшан алыштарында бер нисә айлыҡ алыштарҙан һуң, Деникин румын армияһы тураһында былай тип яҙа:
Румыния армияһының уның күҙ алдында үткән донъя һуғышы тәжрибәһен һанға һуҡмауы: енәйәтселеккә тиклем армияны насар тәьмин итеү һәм йыһазландырыу; бер нисә яҡшы генералдан, үтә наҙлы офицерҙар корпусы һәм бик яҡшы һалдаттарҙан ғибәрәт булыуы..
Февраль революцияһы һәм Деникиндың сәйәси ҡараштары
үҙгәртергәФевраль революцияһы осоронда Деникин румын фронтында була. Был үҙгәрештәрҙе Деникин ыңғай ҡабул итә. Тарихсы яҙыуынса, Деникиндың шәхси ҡараштары кадеттар партияһына бик яҡын була һәм улар һуңғараҡ армия командованиеһы нигеҙенә һалына[26][27][28].
1917 йылдың мартында уны яңы революцион хөкүметенең хәрби министры Александр Гучков Петроградҡа саҡыртып ала, һәм уға Рус армияһының юғары башкомандующийы Михаил Алексеев янындағы штаб начальнигы вазифаһы тәҡдим ителә. Деникин тәҡдимде ҡабул итә. 1917 йылдың 28 апреленән Алексеевты вазифаһынан бушатҡанға тиклем хеҙмәт итә. Алексеев урынына килгән генерал Брусилов менән эшләүҙән баш тарта һәм ошо уҡ йылдың 13 июненән Көнбайыш армияһы фронттары (Беренсе донъя һуғышы, Рәсәй) командующийы итеп тәғәйенләнә. 1917 йылдың яҙында хәрби съез барышында Керенскийҙы бик ҡаты тәнҡитләй. 1917 йылдың 29 июлендә Ставка кәңәшмәһендә армияла комитеттарҙы бөтөрөү һәм армиянан сәйәсәтте алып ташлау буйынса сығыш яһай[29].
1917 йылдың авгусында Көньяҡ-Көнбайыш фронты командующийы итеп тәғәйенләнә. Тәғәйенләнеү урынына китеп барған саҡта Могилёв ҡалаһында генерал Корнилов менән осраша, һөйләшеү барышында Корниловтың алдағы сәйәси эштәренә үҙ хуплауын белдерә[12][18] .
Ҡулға алыу һәм Бердичев һәм Быхов төрмәләрендә ултырыу
үҙгәртергә1917 йылдың 11 сентябрендә ҡулға алына һәм бердичев төрмәһенә ултыртыла. Сәбәбе — генерал Корниловҡа теләктәшлек белдергән өсөн. Уның менән бергә штаб етәкселеге тулыһынса тиерлек ҡулға алына[30]
Деникин иҫләүенсә, Бердичев төрмәһендә ул бер ай тотола һәм көн дә революцион һалдаттарҙың камераға бәреп инеүен көтә[31]. Ошо уҡ йылдың 10 октябрендә[9] ҡулға алынған генералдарҙы Бердичевтан Быховҡа күсерәләр, унда Корнилов менән бер төркөм генерал тотолған була. Вокзалға алып барған саҡта Деникин һәм башҡа генералдарға һалдаттар һөжүм итә. Тотҡондарҙы бығаса Архангелогород полкында хеҙмәт иткән, һуғышҡа тиклем Деникин командалыҡ иткән 2-се Житомир прапорщиктар мәктәбенең юнкерҙар батальоны офицеры Виктор Бетлинг ҡотҡара. Һуңғараҡ, 1919 йылда, Бетлинг Деникиндың Иреклеләр армияһына ҡабул ителә һәм махсус офицерҙар ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә [31].
Артабан Корнилов менән бергә Быхов төрмәһендә тотола. Корнилов сығышы эше буйынса тикшереү генералдарҙың хыянатын раҫлаусы дәлилдәр булмау арҡаһында ҡатмарлаша һәм оҙаҡҡа һуҙыла, шуға күрә ҡарар сығарыу кисектерелә[32]. Ошо шарттарҙа Деникин һәм башҡа генералдар Октябрь революцияһын ҡаршы ала.
Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылғандан һуң, 1917 йылдың 2 декабрендә, юғары башкомандующий Духонин генералдарҙы төрмәнән азат итә[32].
Донға ҡасыу һәм Ирекле армияһын төҙөүҙә ҡатнашыу
үҙгәртергәАзат ителгәндән һуң[18] Деникин Новочеркасск ҡалаһына китә, унда Ирекле армияһын төҙөүҙә ҡатнаша. Дондағы Юғары власы Конституцияһының авторы була, әлеге конституция менән ул 1917 йылдың декабрендә генералитет кәңәшмәһендә таныштыра. Кәңәшмәлә армияла граждан власын — Алексеевҡа, хәрби власты — Корниловҡа, ә Дон өлкәһе идаралығын Калединға тапшырыу тәҡдим ителә. Был тәҡдим ҡабул ителә, артабан Дон һәм Ирекле армиялары идаралыҡтарын ойоштороу нигеҙенә һалына[7][12]. Ошонан сығып, Деникиндың биографы, тарих фәндәре докторы Георгий Ипполитов, Деникин Рәсәйҙә большевиктарға ҡаршы беренсе хөкүмәтте төҙөүҙә ҡатнашлығы бар, тигән һығымтаға килә[7] . Элеге хөкүмәт Калединдың вафатына тиклем ғәмәлдә була.
Новочеркасскиҙа яңы армия частарын ойоштороуға тотона, хәрби бурыстарҙы үҙ өҫтөнә ала һәм хужалыҡ эштәренән баш тарта. Башта ул, башҡа генералдар кеүек, йәшерен эшлй, штат күлдәге кейә һәм «яугир генералға ҡарағанда буржуаз партия лидерына оҡшап ҡала»[7] . Уның ҡарамағында 1500 кеше һәм бер мылтыҡҡа 200 патрон була. Артабан армияла 5 орудие барлыҡҡа килә. 1918 йылдың ғинуарына Деникин 4000 яугирҙан торған армия булдыра[7] .
1918 йылдың ғинуарында ирекмәндәр частары Новочеркасск фронтында тәүге алыштарға инәләр, уларҙы Владимир Антонов-Овсеенко етәкләй. Әлеге частар Совнарком тарафынан Калединға ҡаршы көрәшкә ебәрелә. Деникин яугирҙары бик күп юғалтыуҙар кисерәләр. әммә тактик уңыштарға өлгәшеп, совет ғәскәрҙәренең һөжүмен туҡтаталар[7] . Ипполитов фекеренсә, Деникин ирекмәндәр частарының төп ойоштороусыһы булараҡ йыш ҡына армия командующийы итеп ҡабул ителә. Корнилов булмаған саҡта ул шулай уҡ ваҡытлыса командующий бурыстарын башҡара. Ғинуар айында Алексеев казак хөкүмәте алдында үҙенеңсығышында Ирекле армия менән Корнилов һәм деникин етәкселек итә, тип әйтә[7] .
Ошо осорҙа генералдың шәхси тормошонда үҙгәрештәр барлыҡҡа килә — 1918 йылдың 7 ғинуарында[8] ул тәүге никахҡа инә[18] . Уның ҡатыны Ксения Чиж Донға күсеп килә һәм улар Новочеркасск сиркәүҙәренең береһендә никахлашалар[7][18] . Һигеҙ көндән Деникин армияға кире ҡайта. Был ваҡытта ул Домбровский исеме аҫтында эшләүен дауам итә[7] .
1918 йылдың 12 февралендә 1-се уҡсылар (Ирекле) дивизияһы командиры итеп тәғәйенләнә. Ирекмәндәр Дондағы Ростовта эшселәр ихтилалын баҫтырғандан һуң, армия штабы Ростов күсерелә. Ирекле армияһы менән 1918 йылдың 21 февраленән 22 февраленә ҡарата Беренсе Кубань походын башлай[33], был ваҡытта ул Ирекле армияһы командующийы Корниловтың урынбаҫары була. Деникин үҙе был осорҙо ошолай иҫкә ала[7] :
Мине Корнилов армия командующийы урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Функциялары аныҡ ҡына билдәле түгел. Күсәгилешлелек — йән өшөткөс идея.
1918 йылдың 25 февралендә Ростов өлкәһе Ольгинская станицаһында үткән кәңәшмәлә Корниловты Кубань өлкәһе тирәһенә армия менән хәрәкәт итергә күнектергән кешеләрҙең береһе була. Ошо уҡ йылдың 30 мартында Кубань радаһы отрядын Ирекле арммия составына инеүгә булышлыҡ итә. Екатериндарҙы штурмлау тураһында ҡарар ҡабул иткән кәңәшмәлә Деникин ҡаланы алғандан һуң уның генерал-губернаторы вазифаһын биләргә тейеш була[7] .
Екатеринодарҙы штурмлау ирекмәндәр өсөн бик уңышһыҙ була. 1918 йылдың 13 апрелендә штаб бинаһына снаряд эләүе- арҡаһында Корнилов һәләк була. Армия несла тяжёлые потери, заканчивались боеприпасы, обороняющиеся имели численное превосходство. Корниловтан күсәгилешлелек һәм үҙ ризалығы буйынса, шулай уҡ Алексеев сығарған бойороҡ һөҙөмтәһендә Деникин Ирекле армияһын етәкләй, унан һуң штурмды туҡтатырға һәм сигенергә әҙерләнергә бойороҡ бирә[18] .
Аҡтар хәрәкәте етәксеһе
үҙгәртергәИрекле армияһында командалыҡ итеү
үҙгәртергәДеникин Ирекле армияһы ҡалдыҡтарын Журавская станицаһы тирәһенә сығара. Даими эҙәрлекләүҙәргә һәм ҡамап алыу хәүефенә дусар булғанда, армия маневр яһаған, тимер юлдарға яҡын килмәгән. Артабан ул армияны Успенская станицаһына табан алып китә. Тап ошонда ул Дон казактарының Совет власына ҡаршы сығыуы тураһында хәбәр ала. Тиҙләтелгән марш менән Ростов һәм Новочеркасск яғына йүнәлергә бойороҡ бирә. Уның ғәскәрҙәре Белая глина исемле тимер станцияһын яулап ала. 1918 йылдың 28 майында ирекмәндәр Ростовҡа килеп етәләр һәм ялға туғтайҙар. Ростов был осорҙа немецтар ҡулында була, большевиктарға ҡаршы ихтилал ҡыҙғандан ҡыҙа. Яралылар менән бергә армия һаны яҡынса 5000 кеше тәшкил итә[18] .
Генерал Попов етәкселегендәге казак частары 10 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Казактар фекеренсә, ирекмәндәр Царицын ҡалаһына һөжүм итергә тейеш булалар, ә казактар үҙҙәре — Воронежға, әммә Деникин һәм Алексеев большевиктарҙан таҙартыу маҡсатында башта Кубангә походты ойошторалар. Шулай итеп, ике армия ике яҡҡа юл тота, берҙәм командалыҡ тураһында мәсьәлә асыҡ ҡала[18] . Деникин Маныч станицаһында үткәрелгән кәңәшмәлә полковник Дроздовский етәкселегендәге 3 меңлек отрядты Ирекле армияһына тапшырыуҙы талап итә һәм үҙ теләгенә ирешә[18] .
Икенсе Кубань походын ойоштороу
үҙгәртергә1918 йылдың 22 сентябренән 23 сентябренә ҡараған төндә Деникин етәкселегендә 8-9 мең яугир составында Ирекле армия Икенсе Кубань походын башлай. Поход һөҙөмтәһендә ҡыҙылдарҙың 100 меңлек ғәскәре тар-мар ителә һәм 1918 йылдың 17 авгусында Кубань казаклығы баш ҡалаһы Екатеринодарҙы яулап алыу менән тамамлана.[34].
Деникин үҙ штабын Екатеринодарҙа урынлаштыра, казак ғәскәрҙәре уның буйһоноуына күсә. Ирекле армияһында был ваҡытҡа 12 мең кеше иҫәптә тора, уны Андрей Шкуро. етәкселегендәге Кубань казактарының 5 меңлек отряды тулыландыра. Деникиндың Екатеринодар ҡалаһындағы сәйәсәтенең төп йүнәлеше — Рәсәйҙең көньяғында большевиктарға ҡаршы көстәрҙең берҙәм фронтын ойоштороу мәсьәләһен хәл итеү, ә төп проблема — Дон армияһы менән мөнәсәбәттәр. Бер үк ваҡытта ул Дон атаманы Петр Красновты вазифаһынан төшөрөү буйынса сәйәси уйын алып бара, уның урынына Антанта яҡлы булған Богаевскийҙы ҡуйырға теләй[18] .
Рәсәй Көньяғы Ҡораллы көстәре Башкомандующийы
үҙгәртергә1919 йылдың 4 ғинуарында ҡыҙылдарҙың Көньяҡ фронты ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә, һәм Дон армияһы тарҡала. Әлеге шарттарҙа Деникин өсөн Дон казактарын үҙенә буйһондороу уңайлы мөмкинлек тыуа. 1919 йылдың 8 ғинуарында Деникин Краснов менән килешеү төҙөй, уға ярашлы Ирекле армияһы Дон армияһы менән берләшә. Дон казактары ҡатнашлығында Деникин генерал Петр Красновты вазифаһынан ситләтә, уның урынына Африкан Богаевскийҙы тәғәйенләй. Богаевский етәкселегендәге Дон армияһы ҡалдыҡтары туранан-тура Деникинға буйһона. Ошо үҙгәрештәр сиктәрендә Рәсәй Көньяғы Ҡораллы көстәренә (ВСЮР) нигеҙ һалына. ВСЮР-ға шулай уҡ Кавказ (һуңғараҡ Кубань) армияһы һәм Ҡара диңгеҙ флоты инә[18] .
Деникин ВСЮР-ға етәкселек итә, үҙенең урынбаҫары һәм штаб начальнигы итеп элекке көрәштәше генерал-лейтенант Иван Романовскийҙы тәғәйенләй. 1919 йылдың 14 ғинуарында Ирекле армияһы менән етәкселек итеүҙе Петр Врангелгә тапшыра. Тиҙ арала үҙенең Ставкаһын (ВСЮР командующийы Ставкаһын) Таганрогҡа күсерә.
Антанта сиктәрендә Рәсәй союзниктары Деникинды Рәсәй Көньяғында большевиктаға ҡаршы көстәрҙең төп етәксеһе итеп ҡабул ителә[18] . Кара диңгеҙ порттары аша уларҙан хәрби ярҙам сифатында бик күп ҡоралдар, боеприпастар, кәрәк-яраҡтар алырға өлгәшә[18] .
Сәнғәттә
Фильмдарҙа
- 1967 — «Железный поток» — актёр Леонид Галлис.
- 1977 — «Хождение по мукам» — актёр Юрий Горобец.
- 2005 — «Гибель империи» — Фёдор Бондарчук.
- 2007 — «Девять жизней Нестора Махно» — Алексей Беcсмертный.
Әҙәбиәттә
- Толстой А. Н. «Хождение по мукам».
- Шолохов М. А. «Тихий Дон».
- Солженицын А. И. «Красное колесо».
- Бондарь Александр Викторович «Чёрные мстители».
- Карпенко Владимир Васильевич, Карпенко Сергей. Исход. — М., 1984.
- Карпенко Владимир, Карпенко Сергей. Врангель в Крыму. — М.: Спас, 1995. — 623 с.
- Болгарин И., Северский Г. «Семь кругов ада» (Серия «Адъютант его превосходительства»).
- Акунин Б. Не прощаюсь.
Төп әҫәрҙәре
- Деникин А. И. Русско-китайский вопрос: Военно-политический очерк. — Варшава: Тип. Варшавского учебного округа, 1908. — 56 с.
- Деникин А. И. Команда разведчиков: Пособие для ведения занятий в пехоте. — СПб: В. Березовский, 1909. — 40 с.
- Ҡалып:Книга:Деникин
- General A. I. Denikine. La décomposition de l’armée et du pouvoir, fevrier-septembre 1917.. — Paris: J. Povolozky, 1921. — 342 с.
- General A. I. Denikin. The Russian turmoil; memoirs: military, social, and political. — London: Hutchinson & Co, 1922. — 344 с.
- Деникин А. И. Очерки русской смуты. Т. 1-5, Париж, б/г. [1921-1926], 345 с.
- Деникин А. И. Поход и смерть генерала Корнилова. М.—Л., Гос. изд., 1928. 106 с. 5 000 экз.
- Деникин А. И. Поход на Москву. (Очерки русской смуты). М., «Федерация», [1928]. 314 с. 10 000 экз.
- Деникин А. И. Офицеры. Очерки. — Париж: Родник, 1928. — 141 с.
- Деникин А. И. Старая армия. — Париж: Родник, 1929, 1931. — Т. I-II.
- Деникин А. И. Русский вопрос на Дальнем востоке. — Париж: Imp Basile,1, villa Chauvelot, 1932. — 35 с.
- Деникин А. И. Брест-Литовск. — Париж. — 1933: Петрополис. — 52 с.
- Деникин А. И. Международное положение, Россия и эмиграция. — Париж, 1934. — 20 с.
- Деникин А. И. Кто спас советскую власть от гибели?. — Париж, 1937. — 18 с.
- Деникин А. И. Мировые события и русский вопрос. — Изд. Союза добровольцев. — Париж, 1939. — 85 с.
- Деникин А. И. Путь русского офицера. — Нью-Йорк: Изд. им. А. Чехова, 1953. — 382 с. (посмертное издание неоконченной автобиографической работы Деникина «Моя жизнь»); М.: Современник, 1991. — 299 с. — ISBN 5-270-01484-X.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Anton Denikin // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Anton Iwanowitsch Denikin // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Anton Ivanovič Denikin // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.) — Grup Enciclopèdia, 1968.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119112361 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 5,0 5,1 Деникин Антон Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Anton Ivanovich Denikin // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 Ипполитов Г. М., 2006
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Сидоровичев А. П., 2005
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Карпенко С. В. Генерал Деникин Антон Иванович (1872 - 1947) (рус.) // vojnik.org : электронное издание. — Белград.
- ↑ Кулаков В. В. Лидер белого Юга России генерал А. И. Деникин (рус.) // Вестник Адыгейского государственного университета : сетевое электронное научное издание. — Майкоп: Адыгейский государственный университет, 2005. — В. 3. — С. 52—55. — ISSN 1999-7159.
- ↑ В автобиографической книге «Путь русского офицера» Антон Иванович указал дату 4 декабря 1872 года без уточнения стиля
- ↑ 12,00 12,01 12,02 12,03 12,04 12,05 12,06 12,07 12,08 12,09 12,10 12,11 12,12 12,13 12,14 12,15 12,16 12,17 12,18 12,19 12,20 12,21 12,22 12,23 12,24 Лехович Д. Деникин. Жизнь русского офицера. — М.: Евразия, 2004. — 888 с. — ISBN 5-93494-071-6.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 Будницкий О. В., 2008
- ↑ Деникин Антон Иванович // Имя Россия. Исторический выбор 2008 / Под. ред. член-корр. РАН А. Н. Сахарова, отв ред. О. В. Сухарева. — М.: АСТ:Астрель, 2008. — С. 41—43. — 383 с. — 30 000 экз. — ISBN 978-5-17-055135-4.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 15,7 Родин Игорь Победитель в проигравшей армии (рус.) // Киевский телеграф : газета. — Киев, 2005. — В. 30 сентября — 6 октября 2005 года.
- ↑ Черкасов-Георгиевский В., 1999
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 Деникина М. А. (Грей М.), 2003
- ↑ 18,00 18,01 18,02 18,03 18,04 18,05 18,06 18,07 18,08 18,09 18,10 18,11 18,12 Гордеев Ю. Н., 1993
- ↑ 19,0 19,1 19,2 Черкасов-Георгиевский В., 1999, Ч. 3. Деникинская сопка
- ↑ 20,0 20,1 Теребов О. В. А. И. Деникин против канцелярщины, показухи и произвола // Военно-исторический журнал. — 1994. — В. 2. — С. 90—94. — ISSN 0321-0626.
- ↑ 21,0 21,1 21,2 Брусилов А. А. Воспоминания / Предисл. П. А. Жилина.. — Воениздат, 1963. — 256 с.
- ↑ 22,0 22,1 22,2 22,3 22,4 Деникин А. И., 1953
- ↑ 23,0 23,1 23,2 23,3 23,4 Рутыч Николай. Биографический справочник высших чинов Добровольческой армии и Вооруженных Сил Юга России. Материалы к истории Белого движения. — М.: Астрель, 2002. — (377 с.). — ISBN 5-17-014831-3 ISBN 5-86566-050-0 ISBN 5-271-04653-2.
- ↑ Ҡалып:Grwar.ru
- ↑ Залесский К. А. Кто был кто во второй мировой войне. Союзники Германии. — М., 2003.
- ↑ Кенез П., 2007, с. 212
- ↑ Зимина В. Д. Белое дело взбунтовавшейся России: Политические режимы Гражданской войны. 1917—1920 гг. М.: Рос. гуманит. ун-т, 2006. 467 с. (Сер. История и память). ISBN 5-7281-0806-7, стр. 134
- ↑ Кобылин В. С. Император Николай II и заговор генералов / В. С. Кобылин. — М.: Вече, 2008. — 432 с.: ил. — (Царский Дом). ISBN 978-5-9533-2936-1, стр. 388
- ↑ Загоруйко М. В. О некоторых аспектах самоопределения высшего командного состава вооруженных сил в политической борьбе за русскую армию (июль – октябрь 1917 г.) (рус.) // Государственное управление. Электронный вестник : Журнал факультета государственного управления МГУ им. М. В. Ломоносова. — МГУ, 2011, декабрь. — В. 29. — С. 1—12. — ISSN 2070-1381.(недоступная ссылка)
- ↑ Ганин А. В. «Не могу утверждать, что это был определённый контрреволюционный заговор». Следственные материалы по делу сторонников генерала Л. Г. Корнилова на Юго-Западном фронте. // Военно-исторический журнал. —— 2018. — № 12. — С. 22—30.
- ↑ 31,0 31,1 Деникин А. И., Т. I. — Гл. XXXVII.
- ↑ 32,0 32,1 Маньков С. А. Р. Р. фон Раупах — человек, заглянувший в лицо умирающему // Facies Hippocratica (Лик умирающего). Воспоминания члена Чрезвычайной Следственной Комиссии 1917 года / ред. и коммент. С. А. Манькова. — СПб.: Алетейя, 2007. — С. 18—20. — 416 с. — (Мемуары). — 1500 экз. — ISBN 978-5-903354-89-4.
- ↑ «Ледяной поход» Добровольческой армии ген. Корнилова . Дата обращения: 24 май 2010. Архивировано 15 февраль 2012 года.
- ↑ Куликов И. В. Изменение образа жизни екатеринодарцев в пореформенный период (рус.) // Теория и практика общественного развития : научный журнал ВАК РФ. — Краснодар, 2012. — В. 4. — ISSN 1815-4964.(недоступная ссылка)
- Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
- Тикшеренеүҙәр һәм фәнни-популяр әҙәбиәт
- Будницкий О. В. Деникин Антон Иванович (рус.) // Компания «Кирилл и Мефодий». Большая энциклопедия Кирилла и Мефодия. — Россия, 2008.
- Гордеев Ю. Н. Генерал Деникин. Военно-исторический очерк. — М.: Аркаюр, 1993. — 192 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-89954-001-X.
- Деникин Антон Иванович // Григорьев — Динамика. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 536. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 8). — ISBN 978-5-85270-338-5.
- Деникин Антон Иванович // Имя Россия. Исторический выбор 2008 / Под. ред. член-корр. РАН А. Н. Сахарова, отв ред. О. В. Сухарева. — М.: АСТ: Астрель, 2008. — С. 41—43. — 383 с. — 30 000 экз. — ISBN 978-5-17-055135-4.
- Деникин Антон Иванович // Политические деятели России 1917 г. Биографический словарь. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1993. — 432 с. — (Биографические словари и справочники). — 25 000 экз. — ISBN 5-85270-137-8.
- Ҡалып:Книга:Залесский К.А.:Кто был кто в ПМВ
- Зырянов П. Н. Адмирал Колчак, верховный правитель России / Павел Зырянов. — 4-е изд.. — М.: Молодая гвардия, 2012. — 637 [3] с. — (Жизнь замечательных людей: сер. биогр.; вып. 1356). — ISBN 978-5-235-03375-7.
- Иоффе Г. З. Генерал Деникин: «…Народ снизу доверху пал так низко…» (рус.) // Наука и жизнь : журнал. — 2004. — В. 12. — ISSN 0028-1263.
- Ипполитов Г. М. Деникин. — М.: Молодая гвардия, 2006. — 665 с. — (Жизнь замечательных людей — Биогр. вып. 2010). — ISBN 5-235-02885-6.
- Ипполитов Г. М. «Кто вы, Генерал А. И. Деникин?» Исследование политической, военной и общественной деятельности А. И. Деникина в 1890—1947 гг.
- Исторические портреты: Л. Г. Корнилов, А. И. Деникин и П. Н. Врангель… — М.: АСТ; Астрель, 2003. — 541 с.
- Кенез Питер. Красная атака, белое сопротивление. 1917−1918 /Пер. с англ. К. А. Никифорова.. — М.: Центрполиграф, 2007. — 287 с. — (Россия в переломный момент истории). — ISBN 978-5-9524-2748-8.
- Кисин Сергей. Деникин. Единая и неделимая. — Ростов н/Д: Феникс, 2011. — 413 с. — (След в истории). — 2500 экз. — ISBN 978-5-222-18400-4.
- Козлов А. И. Антон Иванович Деникин (человек, полководец, политик, ученый). — М.: Собрание, 2004. — 440 с. — 1000 экз. — ISBN 5-9606-0002-1.
- Лехович Д. В. Деникин. Жизнь русского офицера. — 1-е. — М.: Евразия Плюс, 2004. — 888 с. — 3000 экз. — ISBN 5-93494-071-6.
- Поляков Ю. А. Дредноут «Мальборо» идет на запад// Генерал А. И. Деникин Очерки Русской Смуты. Крушение власти и армии, февраль—сентябрь 1917 Репринтное воспроизведение издания. J. Povolozky & C, Editeurs. 13, rue Bonapartie, Paris (VI). — М.: Издательство «Наука», 1991. — ISBN 5-02-008582-0.
- Пученков А. С. Национальная политика генерала Деникина (лето 1918 — весна 1920) (рус.) // М. А. Колеров Русский сборник. Исследования по истории России : Сборник. — Москва: Регнум, 2010. — Т. VIII. — С. 158—259. — ISBN 978-5-91150-034-4. Архивировано из первоисточника 19 ноябрь 2012.
- Пученков А. С. Национальный вопрос в идеологии и политике южнорусского Белого движения в годы Гражданской войны. 1917—1919 гг. // Из фондов Российской государственной библиотеки : Дисс. канд. ист. наук. Специальность 07.00.02. — Отечественная история. — 2005.
- Самин Д. К. Деникин Антон Иванович // Самые знаменитые эмигранты России. — М.: Вече, 2000. — С. 136—137. — 512 с. — (Самые знаменитые). — 10 000 экз. — ISBN 5-7838-0576-9.
- Сидоровичев А. П. Считал себя саратовским (полковник А. И. Деникин в Саратове) (рус.) // Военно-исторические исследования в Поволжье : сборник научных трудов. — Саратовский государственный университет имени Н. Г. Чернышевского, 2005. — В. 6—7. — С. 48—52.(недоступная ссылка)
- Слободин В. П. Белое движение в годы гражданской войны в России (1917−1922 гг.). — Учебное пособие. — М.: МЮИ МВД России, 1996. — 80 с.
- Трамбицкий Ю. А. Генерал-лейтенант А. И. Деникин // Белое движение. Исторические портреты / Сост. Кручинин А. С. — М.: «ACT» (ISBN 5-17-025887-9) «Астрель» (ISBN 5-271-09697-1), 2003, 2006. — С. 97. — 336 с.(недоступная ссылка)
- Ушаков А. И., Федюк В. П. Лавр Корнилов. — 1-е. — М.: Молодая гвардия, 2006. — 398 с. — (Жизнь замечательных людей). — 5000 экз. — ISBN 5-235-02836-8.
- Ходаков И. М. Политические взгляды генерала А. И. Деникина // Вопросы истории : научный журнал. — 2006. — В. 6. — С. 141—147.. — ISSN 0042-8779.
- Черкасов-Георгиевский В. Генерал Деникин. — Смоленск: Русич, 1999. — 576 с. — 11 000 экз. — ISBN 5-88590-989-X.
- Шамбаров В. Е. Белогвардейщина. — М.: Эксмо-Пресс, 2002. — 640 с. — (История России. Современный взгляд). — 5100 экз. — ISBN 5-04-009519-8.
- Щеголяев П. Е. Генерал Деникин как историк русской революции // Былое : журнал. — 1922. — В. 18.
- Dimitry V. Lehovich. Белые против красных = White Against Red; The Life of General Anton Denikin. — 1-е. — New York: W.W. Norton, 1974.
- Огарков Н. В. Деникин Антон Иванович // Советская военная энциклопедия. — М.: Воениздат, 1977. — Т. 3. — С. 147—148. — 672 с. — 105 000 экз.
- Хәтирәләр һәм документтар
- Будённый С. М.
- Деникина М. А. (Грей М.). Мой отец генерал Деникин / Под. ред д. и. н. А. Я. Дегтярёва. — М.: Парад., 2003. — 376 с. — ISBN 5-7739-0044-0.
- Егоров А. И. Разгром Деникина 1919 г.. — М.; СПб.: ACT; Terra Fantastica, 2003. — 640 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-015247-7, 5-7921-0630-4.
- Оболенский В. А. Крым при Деникине (рус.) // На чужой стороне : Историко-литературный сборник. — Берлин — Прага: «Ватага» и «Пламя», 1924. — Т. VIII.
- Соколов К. Н. Правление генерала Деникина. // Белое дело: Избранные произведения в 16 книгах. Кубань и Добровольческая армия. : многотомное издание. — М., 1992.
- Журналы заседаний Особого совещания при Главнокомандующем Вооруженными Силами на Юге России А. И. Деникине, сентябрь 1918-го — декабрь 1919 года. М.: РОССПЭН, 2008.
Һылтанмалар
үҙгәртергәАнтон Иванович Деникин Викиөҙөмтәлә | |
Деникин Антон Иванович Викикитапханала | |
Деникин Антон Иванович Викимилектә | |
Деникин Антон Иванович Викияңылыҡтарҙа |
- Иванов И. Б. Белую идею не похороните. Заявление Русского Обще-Воинского Союза по поводу перезахоронения чекистами праха генерала А. И. Деникина . Персональная страница председателя РОВС И. Б. Иванова (октябрь 2005). Дата обращения: 22 сентябрь 2012.
- Ишин А. В. «Власть должна не допускать мести и классовой вражды». Исторические источники о внутренней политике генерала Деникина . Информационно-аналитическая газета «Крымское эхо» (20 июль 2012). Дата обращения: 9 ноябрь 2012. Архивировано из оригинала 12 ноябрь 2012 года.
- Троцкий Л. Д. Молодёжь, на борьбу с Деникиным! Речь на II Всероссийском Съезде Российского Коммунистического Союза Молодёжи (5 октябрь 1919). Дата обращения: 22 сентябрь 2012.
- Ҡалып:Grwar.ru
- Россия. Военное министерство. Высочайшие приказы о чинах военных, 1914 г., январь - апрель (PDF). «Российская государственная библиотека». Дата обращения: 2 май 2021.