Дайҙар
Дайҙар, дактар, дахтар (фарс. داها, лат. Daoi, Daai, грек. Δάοι, Δάαι) — күсмә ҡәбиләләр берләшмәһе[1][2][3][4][5][6]. Беҙҙең эраға тиклем VII—III быуаттарҙа дайҙар Урта Азияның көнбайышында йәшәгәндәр, ҙур ҡәбилә берләшмәләренең (массагет, саҡтар һәм башҡаларҙың) бер өлөшөн тәшкил иткәндәр[7].
Дайҙар | |
Тарихы
үҙгәртергәДайҙар килеп сығышын тикшеренеүселәрҙең күпселеге — һинд-иран ҡәбиләләре, ҡайһылары төрки ҡәбиләләр менән бәйләй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, дайҙар Сармат мәҙәниәте халҡы компоненттарының береһе булған[7].
Тәүге тапҡыр дайҙар Әһәмәниҙәр батшаһы Ксеркс I яҙмаһында — Әһәмәниҙәр империяһы илдәре һәм өлкәләре исемлегендә телгә алына. Был исемлектә даик ҡәбиләләре саҡтарға күрше була. Дахтар башҡа саҡ ҡәбиләләре менән бергә Дарий III етәкселегендәге Әһәмәниҙәр ғәскәре составында Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең армияһына ҡаршы һуғыша, шул иҫәптән Гавгамел янындағы алышта ҡатнашҡан. Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең армияһы Әһәмәниҙәрҙе тар-мар иткәс, саҡ кавалерияһының ҙур өлөшө гректар яғында күсә. Беҙҙең эраға тиклем 326 йылда дахтар Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең армияһы составында Гидаспа йылғаһы (төньяҡ-көнбайыш Һиндостан) янындағы һинд раджаһы Порҙың ғәскәренә ҡаршы алышта ҡатнашҡан. Е. А. Круглов буйынса, дахтарҙың бер өлөшө Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең һинд яуында ҡатнашмаған һәм Көньяҡ Уралға киткән[8].
Беҙҙең эраға тиклем III быуатта дах ҡәбиләләренең береһе — парндар, уларҙың юлбашсыһы Аршак I Парфиялы башлығында — башҡа ҡәбиләләр өҫтөндә күтәрелә (Парфия батшалығы). Парндар бынан алдараҡ үҙен Сәләвкиҙәр дәүләтенән бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән Парфия (Aparthik) өлкәһенә үтеп инә.
Дайҙар Антик дәүере авторҙарының (Геродот, Берос, Полибий, Страбон, Тацит, Птолемей, Арриан, Руф һәм башҡалар) хеҙмәттәрендә телгә алына[7].
Беҙҙең эраға тиклем V быуатта боронғо грек тарихсыһы Геродот тәүгеләрҙән булып «даик» һүҙен этноним булараҡ ҡуллана. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Страбон дахтар йәшәгән илде «Скиф Дахаһы» тип атай һәм уны Каспий диңгеҙенең төньяғында йәшәгән күсмә ҡәбиләләргә — скифтарға «дайҙар» йыйылма исемен бирә, уларҙың көнсығыш күршеләре тип массагеттарҙы һәм саҡтарҙы атай[9].
Беҙҙең эраның II быуатында Яйыҡ (Даик, Даикс, Даи, Джаик, Заих һәм башҡалар) йылғаһы Птолемейҙың картаһында билдәләнә, ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә йылғаның атамаһы «дай/дах» этнонимынан барлыҡҡа килгән (йәки «дах/дак/дай йылғаһы» тип аңлатылған[10]). В. В. Бартольд Птолемейҙың картаһындағы «Даикс» һүҙен теркәлгән иң боронғо төрки һүҙ тип баһалай[9]. Бынан башҡа Көньяҡ Уралда Яйыҡ гидронимының төрлө варианттары яҡынса 10 ҙур һәм бәләкәй йылғаларҙың атамаларында һаҡланып ҡалған (Ыҡ, Оло һәм Кесе Эйек, Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы), Ыйыҡ (Ҡыйғы ҡушылдығы) һәм Ыйыҡ (Рәүҙе ҡушылдығы), Оло һәм Кесе Ыйыҡ, Уҡ (Эҫем ҡушылдығы) һәм Ук (Тубыл ҡушылдығы), Ыйыҡкүл һәм башҡалар), Н. А. Мәжитов буйынса был даик/дах ҡәбиләләренең төбәктең боронғо тарихында ҙур роль уйнауҙары тураһында һөйләй[11].
Башҡорттарҙың этногенезында роле
үҙгәртергәН. А. Мәжитов буйынса, даик ҡәбиләләренең берләшмәһе башҡорттарҙың этногенезында әүҙем ҡатнашҡан.
Р. М. Йосопов фекеренсә, башҡорттарҙың «иштәк» этнонимы үҙенең сығышы менән дахтарға бәйле. Иштәк — хешдектәрҙең (йәки хешдахтарҙың) төркиләштерелгән формаһы булып тора, ул фарсы теленән «туған», «тоҡом», «бөйөк, ҡеүәтле дахтарҙың, дактарҙың туғаны», бында «хеш» — «туған, тоҡом», ә «дах», «дак», «дау» — «бөйөк»[10][12].
Н. А. Мәжитов буйынса, дахтарҙың тарихи тыуған ере Арал диңгеҙенең көньяҡ өлөшөндә (Каспий диңгеҙенең көнсығыш өлөшөндә) урынлашҡан, улар йәшәгән территория Көньяҡ Урал далаларын үҙ эсенә алған. Әхмәтзәки Вәлиди Туған фекеренсә, был осорҙа Каспий һәм Арал диңгеҙҙәре араһында «Пасакартия» иле урынлашҡан[11]. Беҙҙең эраға тиклем VII—V быуаттарға ҡараған Савромат мәҙәниәте генетик рәүештә беҙҙең эраға тиклем IV—II быуаттарға ҡараған Сармат мәҙәниәтенең алдан килеүсеһе була һәм туранан-тура даик ҡәбиләләре менән бәйле була[9]. Шул уҡ ваҡытта антик авторҙарына ярашлы, беҙҙең эраға тиклем VII—V быуаттарҙа савроматтар Дон һәм Волга далаларында йәшәгән тип күрһәтәләр[13].
Археолог К. Ф. Смирнов фаразы буйынса, Көньяҡ Уралда иртә тимер быуатта йәшәгән, савромат һәм сармат археологик мәҙәниәттәрен йөрөтөүселәре булараҡ билдәле булған, ҡәбиләләр «Авеста» текстарында телгә алыныуы мөмкин, ә антик авторҙары хеҙмәттәрендә «дай/дах/дак» тигән дөйөм исем аҫтында күрһәтелеүе мөмкин. М. И. Ростовцев һәм С. П. Толстов ошондай уҡ ҡарашлы булғандар. К. Ф. Смирнов үҙенең картаһында даик/дах ҡәбиләләрен Яйыҡ йылғаһы бассейнында урынлаштырған. Ошо уҡ картала төньяҡта Геродот телгә алған исседондар (Яйыҡ/Даик йылғаһының үрге ағымында Урал тауҙарының ике битләүҙәре буйлап), ә улар эргәһендә фиссагеттар, аргиппейҙар һәм аримасптар күрһәтелгән. К. В. Сальников буйынса Иҫәт йылғаһының атамаһы исседон ҡәбиләләренә бәйле[9].
С. Е. Малов, Ж. Ғ. Кейекбаев, Н. А. Баскаков һәм башҡалар буйынса скифтар осорондағы Көнсығыш Европаның көньяҡ өлөшө күсмә ҡәбиләләре араһында боронғо төрки теле өҫтөнлөк иткән һәм ошо ваҡытҡа ҡарай башҡорт теле айырым тел булып киткән. С. И. Руденко буйынса башҡорт халҡы этногенезының төрки ядроһы беҙҙең эраға ҡарай ойоша һәм киләһе быуаттарҙағы ҡатмарлы ваҡиғалар башҡорттарҙың физик тибын да, телен дә, көнкүрешен дә үҙгәртмәгән. Руденко фекеренсә, был этник ядроның төп компоненты Геродот тарафынан һынап үтелгән Көньяҡ Урал далаларының күсмә ҡәбиләләре булған, билдәле булыуынса улар араһында һан буйынса даиктар өҫтөнлөк иткән. Был фекер менән К. Ф. Смирнов килешкән[9].
Н. А. Мәжитов фекеренсә, беҙҙең эраға тиклем V—II быуаттарҙағы даик (прохоровка) археологик мәҙәниәтенә Филипповка, Прохоровка, Иҫке Ҡыйышҡы, Бишуңғар, Переволочан һ.б. ҡурғандары ҡарай. Археологик мәғлүмәттәр буйынса Көньяҡ Уралда ҡула быуатынан алып XV—XVI быуаттарға ҡәҙәр ҡала-ҡәлғәләр булған. Көньяҡ Уралда даик ҡәбиләләре яйлап ултыраҡ тормошҡа күсә, ҡала-ҡәлғәләр төҙөй һәм төбәк халҡының формалашыуында әүҙем ҡатнашҡан. дайҙар дәүерендә Көньяҡ Урал төбәге Хәрәзм составында булыуы мөмкин, был археологик материалдарҙан тыш, тура тарихи паралелдәр менән дәлилләнә. Беҙҙең эраның башында Ҡаңгөй (Ҡаңлылар дәүләте) Урта Азиянан тыш Көньяҡ Уралды үҙ иҡтисади-сәйәси һәм этно-мәҙәни йоғонтоһо эсенә ала[11].
Н. А. Мәжитов фекеренсә, даик (дах) ҡәбиләләре берләшмәһе мөхитендә «Урал батыр» башҡорт героик эпосы формалашҡан — улар Яҡын Шәреҡ, Урта Шәреҡ һәм Урта Азия дини-фәлсәфәүи әҙәбиәте фольклор сюжеттарын Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең идеологик шарттарына яраҡлаштырған. Л. А. Ямаева буйынса, «Урал батыр» эпосына Ҡушан батшалығы менән бәйле булған илдәр һәм ваҡиғалар сюжеттары һуңыраҡ башҡорттарҙың составына ингән саҡ төркөмө ҡәбиләләре аша ингән[8]. Эпостың төп геройы Урал батырҙың улы Яйыҡтың исеме һуңыраҡ дини-мифологик персонаждың — һыу стихияһы ҡурсалаусыһының исеменә Яйыҡ/Йайыҡ ханға тиклем үрләй. Һыу илаһы Йайыҡ хан тураһында ышаныуҙар хәҙерге мәжүси алтайҙарҙа һаҡланып ҡалған, риүәйәттәр буйынса алтай халҡы составындағы тёлёс ырыуы Уралдан килгән (башҡорттарҙа тиләү ырыуы бар). Алтайҙарҙың дини инаныуҙарында Йайыҡ хан ниндәйҙер Иҙел тигән ҙур йылғаның ҡурсалаусыһы булып тора, уларға тап килгән гидронимдар тик Көньяҡ Уралда осрай — «Урал батыр» эпосында Урал батырҙың улдары булат ҡылыс менән тауҙарҙы ярып йылғаларға асҡан, улар батырҙар хөрмәтенә Иҙел (Ағиҙел), Яйыҡ, Нөгөш тип атала[9]. Яйыҡ/Ыйыҡ/Ыҡ/Уҡ/Эйек гидронимдары Көньяҡ Уралда таралыу алған. «Яйыҡ/йайыҡ» этнонимы ара атамаһы булараҡ Ырымбур башҡорттарында теркәлгән[11].
Р. Ш. Вәхитов буйынса дай ҡәбиләләренең һәм Яйыҡ йылғаһының исемдәренең оҡшашлығы дайҙар һәм башҡортар араһында генетик туғанлыҡты раҫларға нигеҙ була алмай[14]. Г. Һ. Бохарова буйынса, «дай» этнонимын «йайыҡ» һүҙе менән яҡынайтырға ярамай[15].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Байте // БРЭ. Т. 2. М. ,2005.
- ↑ Массагеты // БРЭ. Т. 19. М., 2011.
- ↑ Иссык // БРЭ. Т. 12. М., 2008.
- ↑ Андроновская культура // БРЭ. Т. 1. М., 2005.
- ↑ Бактрия // БРЭ. Т. 2. М., 2005.
- ↑ Бактра // БРЭ. Т. 2. М., 2005.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Васильев В. Н. Дайҙар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 8,0 8,1 Ямаева Л. А. «Урал-батыр» — эпос кушанской эпохи // Ватандаш. — С. 32—33. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Мажитов Н. А. Даики в энтогенезе башкирского народа // Ватандаш. — 2013. — № 9. — С. 3—28. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 10,0 10,1 Йосопов Р. М. К вопросу об этно- и расогенезе башкир-гайнинцев Пермского края // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. — 2010.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 Мажитов Н. А. Современное состояние изучения проблемы происхождения башкирского народа (археологический аспект) // Ватандаш. — 2012. — № 2. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Антонов И. В. Р. Г. Кузеев о проблеме ранних тюрков в Волго-Уральском регионе // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Мажитов Н. А. Согласно Геродоту и Страбону // Ватандаш. — 2014. — № 4. — С. 30—39. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Вәхитов Р. Ш. О приоритете филологических методов в исследовании этногенеза башкирского народа // Проблемы востоковедения. — 2014.
- ↑ Бухарова Г. Х. Следы культа ыдук Йер-Суб у тюркских народов в башкирской топонимии // Вестник Башкирского университета. — 2016.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Васильев В. Н., Савельев Н. С. Ранние дахи Южного Урала по письменным источникам. — Уфа, 1993.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Васильев В. Н. Дайҙар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.