Бишуңғар ҡурғандары
Бишуңғар ҡурғандары — Сармат мәҙәниәтенә ҡараған археологик ҡомартҡы.
Ҡурғандар | |
Бишуңғар ҡурғандары
| |
Ил | Рәсәй |
Беренсе тапҡыр | 1960 йыл |
Статус | археология ҡомартҡыһы |
Беҙҙең эраға тиклем III—II быуатҡа ҡарай.
Топонимика
үҙгәртергәМәҙәниәттең атамаһы ҡурғандар урынлашҡан ерҙәге Бишауыл-Уңғар ауылы исеменән алынған.
Урыны
үҙгәртергәҠурғандар Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылынан 2 км көньяҡтараҡ, Ҡарлыман йылғаһының һул ярында урынлашҡан.
Өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәБишуңған ҡурғандарын 1960 йылда А. П. Шокуров (ШОКУРОВ Анисим Павлович, археолог, крайҙы өйрәнеүсе, коллекционер, рассәм, шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы) аса.
1966, 1968, 1972 йылдарҙа А. Х. Пшеничнюк (Анатолий Харитонович Пшеничнюк, археолог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре) ете ҡурғанды тикшерә.
1991 йылда В. Н. Васильев тарафынан ике ҡурған өйрәнелә. 3-12 ҡәберлеге булған 23 ҡурған булыуы билдәләнелә.
А. П. Шокуров мәғлүмәттәре буйынса ҡурғандар һаны — 30.
Ҡаҙып тикшерелгән туғыҙ ҡурғанда барыһы 58 ҡәбер табылған.
Ҡурғандарҙың төҙөлөшө
үҙгәртергәТупраҡ өйөп эшләнгән ҡәберлектәргә ҡарай. Ҡурғандарҙың диаметры 16- 25 м, бейеклеге 0.4 −0,7 м арауығында.
Өйрәнелгән ҡурғандарҙың һәр береһендә З — 12 ҡәбер табылған.
Уртаға 1 йәки 2 ҡәбер ҡуйып, ҡалғандары түңәрәк буйлап урынлаштырылған.
Мәйеттәр 1,5-2 метр тәрәнлектәге тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, башы менән көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән.
Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә 0,2 м киңлектәге баҫҡыстар, оҙон стена буйлап таяуҙар ҡуйылған. Яндырылған балсыҡ ҡатламдары булған ҡәберҙәр ҙә бар.
Шулай уҡ, керамик һауыттар табылған. Улар түңәрәк һәм яҫы төплө туҫтаҡ рәүешендә әүәләп яһалған. Араларында йәйпәк һәм кубок рәүешендәге хуш еҫле үләндәр яндыра торған һауыттар ҙа бар.
Урта Азияла көршәксе түңәрәгендә ҡыҙыл балсыҡтан яһалған һауыт-һаба ла табылған.
Ҡәберҙәргә ҡабарынҡы ситле түңәрәк бронза көҙгө, бронза һәм тимер өс йәпле уҡ башаҡтары, бронза һәм алтындан дүңгәләк рәүешендәге сикә суҡтары, ике яғы ла үткер тимер ҡылыстар һәм осо ураҡ һымаҡ бөгөллө хәнйәрҙәр, таш, мәрйен һәм быяла муйынсаҡтар һалынған.
Ҡомартҡылар Көньяҡ Уралда һинд-иран ҡәбиләләре төйәкләнеү менән бәйләнгән.
Табылған ҡомарҡылар Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
үҙгәртергәСарматтарҙың Бишуңғар курғанында табылған, беҙҙең эраға тиклем III—II быуатҡа ҡараған көршәктәге тамға бөрйән ҡәбиләһе башҡорттары тамғаһы менән тулыһынса тап килә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия в 7 т. / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2005. — Т. 1 (А - Б). — 624 с. — 7 000 экз. — ISBN 5-88185-053-X.
Һылтанмалар
үҙгәртергә• Бишуңғар ҡурғандары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019) • http://ufa-gid.com/encyclopedia/shokurov.html • http://www.archeologyrb.ru/index.php/members/329-pshenichnyuk-anatolij-kharitonovich 2017 йыл 13 апрель архивланған.
Был археология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |