Аргиппейҙар (бор. грек. Ἀργιππαῖοι) — Урал тауҙары тирәһендә, исседондарҙан көнбайышҡа, сарматтарҙан көнсығышҡа, массагеттарҙан төньяҡ-көнбайышҡа һәм каспийҙарҙан төньяҡ-көнсығышҡа табан йәшәүсе халыҡ[1]. Төрлө осорҙа ғалимдар уларҙы Кавказ, Алтай йәғни Карпат тауҙары тирәһендә урынлаштырғандар. Филология фәндәре докторы профессор Мирфәтих Зәкиев аргипейҙар Көньяҡ Уралда йәшәгән һәм башҡорт халҡының формалышыуында ҙур йоғонто яһаған тигән фекерҙе иң дөрөҫө тип иҫәпләй[2].

Геродот буйынса донъя төҙөлөшө.

Совет филологы, антика тарихы С. Я. Лурье иҫәпләүенсә, б.э.т. V быуатта Геродоттың «Тарих»ында аргиппей исеме аҫтында хәҙерге башҡорттарҙың ата-бабалары телгә алына[3]. Геродот хәбәр итеүенсә, аргиппейҙар «бейек тауҙар битләүендә» йәшәй[4]. Аргиппейҙар малдарҙы аҙ тотҡан, сөнки көтөүлектәре насар булған. Һәр береһе ағас төбөндә йәшәй. Ҡышҡыллыҡҡа ағасты һәр ваҡыт тығыҙ аҡ кейеҙ менән ҡаплайҙар, ә йәйен япҡысһыҙ ҡалдыралар. Уларҙы башҡа кешеләр йәберләмәйҙәр, сөнки улар изге тип хөрмәт ителә һәм аргиппейҙарҙың хатта хәрби ҡоралдары ла юҡ. Улар күршеләренең үҙ-ара низағтарын яйға һала һәм аргиппейҙарҙа тыуған иленән ҡыуылған берәйһе һыйынырға урын тапһа — уны бер кем дә кәмһетмәйәсәк[5].

Геродот буйынса, улар барыһы ла, ир-егеттәре лә, ҡатын-ҡыҙҙары ла, тыумыштан пеләш башлы, яҫы танаулы һәм киң эйәклеләр. Агрипейҙар айырым телдә һөйләшә, скифса кейенә, ағас емештәре менән туҡлана. Аҙыҡҡа ҡулланылған ағастың атамаһы — понтик. Был ағас инжир ҙурлығында, уның емештәре баҡса борсағына оҡшаш, әммә эсендә һөйәге бар. Бешкән емеште туҡыма аша һығалар һәм унан «асхи» тигән ҡара һут сыға. Был һутты улар һөткә болғап эсә. «Асхи»ның тѳпрәһенән күмәс әҙерләйҙәр[4]. С. Я. Лурье «асхи»ны «әсе» (рус. кислый) төрки һүҙенә тап килтерә[3], ә телсе Ж. Ғ. Кейекбаев буйынса, «асхи» һүҙе башҡорт телендәге «әсе һыу»ҙы (рус. кислая жидкость) хәтерләтә[6].

Аргиппейҙар термины — «арго» (тиҙ йөрөшлө карап) һәм «гиппей» (ат) боронғо грек теленең һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән тигән фараз бар. М. З. Зәкиев буйынса, төрки яугир гректар менән танышҡанда, уларҙың кем һин тигән һорауына, үҙен ират (илде һаҡлаусы) тип яуап ҡайтарған, бында «ар / ир» (ир-егеттәр) һәм «ат». Гректтар бәлки үҙҙәре яртылаш тәржемә иткәндәр, һөҙөмтәлә иргиппей / аргиппей һүҙе барлыҡҡа килгән.

аныҡлаусы һүҙе арғы (теге яҡ) менән бергә этноним составына пи (бей) төрки һүҙе инеүе мөмкин, был тәржемә иткәндә «теге (арғы) яҡ (тау йәки йылға) бейҙәре»[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Карта расселения племён по Геродоту. historykz.blogspot.com. Дата обращения: 4 июнь 2017. Архивировано 4 июнь 2017 года.
  2. Закиев, 2011, Астана, с. 256
  3. 3,0 3,1 Лурье С. Я. История Древней Греции / С. Я. Лурье. — Л., 1940. — Ч. 1. — 685 с.
  4. 4,0 4,1 Геродот. «История». Книга Четвёртая. «Мельпомена»
  5. Геродот. Книга IV. Мельпомена // История. — Л.: Наука, 1972. — 600 с. — (Памятники исторической мысли). — 50 000 экз.
  6. Киекбаев Дж. Г. Некоторые вопросы изучения башкирских и татарских диалектов. — С. 19.
  7. Закиев, 2011, Астана, с. 257
  • Закиев М. З. Глубокие этнические корни тюркских народов. — Астана: Министерство образования и науки Республики Казахстан, Тюркская академия, 2011. — С. 256-257. — 397 с.