Кесе Эйек
Кесе Эйек (Ҡарман) — йылға, Оло Эйек йылғаһының (Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы) уң ҡушылдығы.
Кесе Эйек | |
Ҡайҙа ҡоя | Оло Эйек |
---|---|
Бассейн майҙаны | 640 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 118 km |
Мәғлүмәт
үҙгәртергәЙылайыр районы Кананикольский ауылы төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта башлана. Йылайыр, Күгәрсен райондары биләмәһе буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан аға. Оло Эйек йылғаһына (тамағынан 220 км алыҫлыҡта) ҡоя.
Оҙонлоғо 118 км, басс. майҙаны 640 км², дөйөм түбәнәйеүе 340 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы менән туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апрель—май), 25%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 10%‑ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 4,2 м³/с.
Бассейн рельефы тәпәш таулы, үҙәндәр һәм йырындар менән йырғыланған; девон һәм карбон тоҡомдарынан (эзбизташ, доломит, алевролит, ҡомташ) тора; карст үҫешкән (Айыулы, Һалҡын соҡор мәмерйәләре һ.б.).
Ландшафы ҡараһыу һоро урман тау тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай‑ҡайын урмандарынан ғибәрәт, йыуылған ҡара тупраҡта болон далалары осрай. Бассейн 85%‑ы урман менән ҡапланған, 7%‑ы һөрөлгән. Урта һәм түбәнге ағымында йылға Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы һәм Эйек заказнигы биләмәһе буйлап аға.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә- Уң — Ҡашҡаир, Ямашлы һ.б.; һул — Күвәз һ.б.
Кесе Эйек халыҡ ижадынла
үҙгәртергәЙыр
үҙгәртергәКесе эйек буйы
үҙгәртергә- Кесе Эйеккәйҙең буйларында Тәрән ҡаҙылғанда ҡом баҙын.
- Яңғыҙ ҡалырымды шунан белдем Төштә яңғыҙ күрҙем ҡыр ҡаҙын.
- Кесе әйеккәй буйын һай буйланым Бара торғас, бер уй уйланым.
- Ошо ғына уйым, һай , бөткәйнеУлтырып тағына иланым.
- Кесе эйекәй буйы балтырған,Ун ике лә быуын ултырған.
- Был ғына ла йырҙы йырламаҫ инем Йөрәкәйемә һары ултырған.
- Ҡара ғына урманды яҡтырта Ҡара атҡайымдың ҡашҡаһы.
- Был донъяларҙа һис кәрәкмәй. Совет власенән башҡаһы.
- Шыңғыратып тартып ебәрәйем Һаҡмарҡайҙың моңло ҡурайын.
- Ярлылыҡҡа дарыу бармы тиеп Кемдән генә барып һорайым.
- Ҡәнәфер ҙә менән баҙыяндың Шоморт ҡара икән орлоғо.
- Булма ла ғына малһыҙ: булма йәрһеҙ.Шунда икән донъя хурлығы.
- Өҫтәремә кейгән күлдәгемдеңБер буйҡайҙары уҡа булһасы.
- Күп теләкәйҙәрем араһындаБер теләгем ҡабул булһасы.
- Тыуғанда ла тыуҙым эш менән Иҫкәндә лә үҫтем эш менән
- Ҡайҙа ғына барһам , эш эшләйем Рәхәтләнә күңелем эш менән.
- Солтанморатова Бәҙғолямал Дәүләтша ҡыҙынан(1908 йылғы) студенттар Фазылова Сәлимә Вәли ҡыҙы менән Бикбирҙина Фәриҙә Зәйнулла ҡыҙы яҙып алған.
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.