Устинов Дмитрий Фёдорович

Устинов Дмитрий Федорович (17 (30 октябрь) 1908 йыл — 20 декабрь 1984 йыл, Мәскәү) — совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Советтар Союзы маршалы (1976). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1942, 1961), Советтар Союзы Геройы (1978). СССР-ҙың юғары наградаһы — Ленин орденына ун бер тапҡыр лайыҡ булған ике кавалерҙың береһе (икенсеһе — Н. С. Патоличев).

Устинов Дмитрий Фёдорович
рус. Дмитрий Устинов
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 (30) октябрь 1908[1]
Тыуған урыны Һамар, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 20 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3][4][…] (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Балалары Николай Дмитриевич Устинов[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, инженер, офицер, яҙыусы
Биләгән вазифаһы Главы военного ведомства СССР[d], СССР Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Д. Ф. Устинов исемендәге «Военмех» Балтик дәүләт техник университеты[d]
Иваново-Вознесенский политехнический институт[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы, генерал-лейтенант инженерно-технической службы[d], Генерал-полковник инженерно-артиллерийской службы[d] һәм генерал армии[d]
Командалыҡ иткән Министерство обороны СССР[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Совет Армияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
1-се дәрәҗә Сталин премияһы СССР дәүләт премияһы Ленин ордены «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы Советтар Союзы Геройы орден Карла Маркса орден Белого льва орден Клемента Готвальда орден Шарнхорста орден Белой розы Финляндии Герой ЧССР орден Суворова I степени орден Кутузова I степени медаль «За отличие в охране государственной границы СССР» «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы медаль «За укрепление боевого содружества» «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы «Алтын Йондоҙ» миҙалы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Герой Монгольской Народной Республики орден Сухэ-Батора орден Сухэ-Батора орден Сухэ-Батора орден Клемента Готвальда орден Хо Ши Мина орден «Георгий Димитров» орден «Георгий Димитров» орден «Крест Грюнвальда» I класса орден Знамени орден Знамени орден «Солнце Свободы» орден Карла Маркса национальный орден Плайя-Хирон Ленин премияһы
 Устинов Дмитрий Фёдорович Викимилектә

СССР-ҙың Халыҡ комиссары һәм ҡоралланыу министры (1941—1953), СССР-ҙың оборона сәнәғәте министры (1953—1957). СССР оборона министры (1976—1984). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1952—1984) һәм секретары (1965—1976), КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы (1976—1984) ағзаһы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Иртә йылдары

үҙгәртергә

Устинов Дмитрий Федорович 1908 йылдың 17 (30) октябрендә Һамар ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы — Федор Сысоевич, әсәһе — Ефросинья Мартыновна. Урыҫ[5]. Өлкән ағаһы — Петр, эсерҙар партияһының ағзаһы, Граждандар һуғышында ҡатнаша, 1918 йылда Г. Гайҙың Тимер дивизияһы 1-се Сембер полкының командир урынбаҫары була. Һуңыраҡ Ленинградта йәшәй, репрессиялана.

Дмитрий Федорович хеҙмәт эшмәкәрлеген 10 йәшенән башлай.

1922 йылда Сәмәрҡәнд ҡалаһында Ҡыҙыл армия сафына доброволец булып баҫа (махсус тәғәйенләнештәге частар отрядына). 1923 йылда 12-се Төркөстан полкына инә. Баҫмасыларға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

Демобилизациянан һуң, 1923 йылда Кострома губернаһының Макарьево ҡалаһында һөнәри-техник мәктәптә белем ала.

1927 йылдың ноябрендә ВКП(б)-ға инә һәм в Макарьев профтехмәктәбен тамамлай.

1927—1929 йылдарҙа Балахнин ҡағыҙ комбинатыында слесарь булып эшләй, һуңынан — Иваново-Вознесенскиҙа Федор Зи новьев исемендәге фабрикала.

1929 йылдың көҙөндә Иваново-Вознесенск политехник институтының инженер-механика факультеты студенты булып китә. Институттың комсомол ойошмаһы секретары, партия бюроһы ағзаһы итеп һайлана. Һуңынан Д. Ф. Устинов Бауман исемендәге МВТУ-ға күсә. 1932 йылда ул уҡыған төркөм тулы составта яңы ойошторолған Хәрби-механик институтты (хәҙер Д. Ф. Устинов исемендәге «Военмех» БДТУ-һы) комплектлауға ебәрелә. 1934 йылда Устинов уны уңышлы тамамлай.

1934 йылдан Ленинград артиллерия ғилми-тикшеренеү диңгеҙ институтында инженер, эксплуатациялау һәм тәжрибә эштәре бюроһы начальнигы.

1937 йылдан — Ленинградтың «Большевик» заводы инженер-конструкторы, баш конструкторы урынбаҫары, директоры.

Һуғыштан алда Ленинградтың ҡайһы бер предприятиеларынаяңы импорт ҡорамал килә, уны ҡороу оҙаҡҡа һуҙылғас, ВКП(б) Үҙәк Комитеты комиссияһы килеүе тураһында тарих билдәле. Директорҙарҙы, шул иҫәптән Устиновты ла, Политбюроға саҡыралар. Комиссия буш цехтарҙы һәм ҡоролмаған ҡорамалдарҙы күрһәтә, Сталин быға яуап талап итә. Устиновкомиссия тикшереп киткәндән һуң бер көн үткәс төшөрөлгән үҙенең фотоларын күрһәтә — ҡорамалдар ҡоролған һәм продукция етештерә башлаған[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә