Королёв Сергей Павлович

совет ғалимы, СССР ракета-йыһан техникаһы һәм ракета ҡоралы етештереүҙе ойоштороусы һәм конструктор,СССР Фәндәр академияһы академигы

Серге́й Па́влович Королёв (30 декабрь 1906 (12 ғинуар 1907), Житомир, Волын губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2][3][4]14 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[2][5][6][…] (59 йәш), Мәскәү, СССР[2][7]) — совет ғалимы, ракета-космос системалары конструкторы[8], рәйесе СССР-ҙың баш конструкторҙар Советы рәйесе (1946—1966), СССР Фәндәр академияһы академигы (1958).

Сергей Королёв
рус. Сергей Павлович Королёв
Сергей Королёв
«Энергия» ракета-йыһан корпорацияһы (РКК йәғни Айырым Конструктор Бюроһы - 1) Баш конструкторы
13 август 1956 — 14 ғинуар 1966
Алдан килеүсе: вазифа раҫланған; ул шулай уҡ ОКБ-1 НИИ-88 баш конструкторы
Дауамсы: Мишин Василий Павлович
РКК «Энергия» (ОКБ-1 НИИ-88) Баш конструкторы
24 апрель 1950 — 13 август 1956
Алдан килеүсе: вазифа раҫланған; ул шулай уҡ НИИ-88 3-сө бүлеге начальнигы
Дауамсы: вазифа юҡҡа сығарылған; ул шулай уҡ үҙ аллы ОКБ-1 начальнигы
 
Тыуған: 30 декабрь 1906 (12 ғинуар 1907)
Житомир, Волын губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2][3][4]
Үлгән: 14 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[2][5][6][…] (59 йәш)
Мәскәү, СССР[2][7]
Ерләнгән: Кремль стенаһы янында некрополь, Мәскәү
Супруг: Винцентини, Ксения Максимилиановна[d]
Балалары: Королёва, Наталья Сергеевна[d]
Партия: КПСС (1953 йылдан)
Белеме: «Игорь Сикорский исемендәге Киев политехник институты» Милли техник университеты (Киев политехник институты)
Мәскәү юғары техник училищеһы
 
Автограф:

СССР-ҙы алдынғы ракета-космос державаһына әйләндергән һәм стратегик паритет тәьмин иткән совет ракета-йыһан техникаһын булдырыусыларҙың һәм кешенең йыһанды үҙләштереүенә өлөш индергән төп фигура, практик космонавтикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. СССР-ҙың рәсми документтарында уны «Баш конструктор» тип атайҙар[⇨]. Уның етәкселегендә Ерҙең беренсе яһалма юлдашын һәм беренсе космонавт Юрий Гагаринды йыһанға осороу ойошторола һәм тормошҡа ашырыла. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты. 1953 йылдың июленән КПСС ағзаһы[9].

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы

үҙгәртергә
 
Житомир ҡалаһындағы Сергей Королёв тыуған һәм ғүмеренең тәүге йыл ярымын үткәргән йорт, хәҙер уның йорт-музейы
 
Ҡараусыһы Варвара Ивановна Марченко менән, 1907

1906 йылдың 30 декабрендә Житомир ҡалаһында[10]сығышы менән Могилёв ҡалаһынан булған рус әҙәбиәте уҡытыусыһы Павел Яковлевич Королёв (1877—1929) һәм Нежин сауҙагәре ҡыҙы Мария Николаевна Москаленко (Баланина) (1888—1980) ғаиләһендә тыуған[11]Уны София сиркәүендә суҡындыралар.

1908 йылдың 28 июнендә Королёвтар ғаиләһе Киевҡа күсеп китә, ғаилә башлығы М. А. Стельмашенконың 5-се ир балалар гимназияһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Шул уҡ ваҡытта Павел Яковлевичтың атаһы Могилёвта үпкә туберкулёзынан вафат була, һәм әсәһе менән кескәй һеңлеләре тураһында хәстәрлек Павел иңенә төшә. Уларҙы Киевҡа күсереп килтерә, ҡортомға ике фатир: ғаиләһе өсөн — Иваново урамында бер флигелдә[10] һәм әсәһе һәм һеңлеләренә шул уҡ йорттоң икенсе флигелендә, ала. Йыш ҡабатланған ыҙғыш-талаштан Королёвтарҙың тормошо ҡатмарлаша.

1910 йылдың 13 авгусында әсәһе Киев Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарының Педагогия советы рәйесенә тарих-филология факультетының герман-роман бүлегенә ҡабул итеү тураһында үтенес бирә һәм тиҙҙән курсты тыңлай башлай. Мария курстарға уҡырға ингәндән һуң ғаилә тормошо тулыһынса тарҡала, һәм ул 1910 йылдың көҙөндә Фундуклеев урамының 10-сы йортона туғаны Анна Николаевна янына күсә, ә бәләкәй Серёжаны өләсәһе Мария Матвеевнаға (Фурс, 1863—1940[12]) һәм олатаһы Николай Яковлевич Москаленкоға ебәрә(1820—1920[13]). Атай кеше, улын үҙенә алырға тырышып, Нежин судына ғариза яҙған, әммә уның үтенесе кире ҡағыла. Павел Яковлевич 1916 йылда ғына рәсми рәүештә айырыла.

Нежинда өс йәшлек Сергейҙы өләсәһе менән бала ҡараусы тәбиәләгән. Шат күңелле ағаһы Василий Николаевич (Васюня) әүҙем ҡатнаша. Ул малайҙы велосипедта йөрөргә, крокет уйнарға өйрәтә, фотолар баҫа, бәүелсәктә бәүелтә һәм ҡар тауҙары яһай, музыкаға ылыҡтыра. Королёв шуҡ, ҡыҙыҡһыныусан һәм яғымлы малай була. Атаһы алып китмәһен тип, Серёжаны урамға сығарырға ҡурҡҡандар.

 
Сергей Королёв, 1912

Ул ваҡытта Нежинда бәләкәй Серёжа Королёв ғәҙәти булмаған, артабанғы яҙмышына тәьҫир иткән ваҡиға шаһиты була. 1911 йылдың 4 июнендә Нежинға тәүге рус лётчиктарының береһе, һауала осоуҙы һәм авиацияны популярлаштырыусы Сергей Уточкин килә. Нежинға самолётты поезда, ат менән тарттырып йәрминкә майҙанына килтерәләр һәм осоуға әҙерләйҙәр. Өләсәһе менән олатаһы ейәнен майҙанға алып бара. Бәләкәй Серёжа тетрәнеү кисерә: уның күҙ алдында әкиәт келәме ысынға әйләнде. Әсәһенә ул ҡанатлы машина нисек осоп киткәнен һәм унда кеше ултырғанын һөйләй.

1914 йылдың авгусында Киевҡа килеп, ҡуртымға биш бүлмәле фатир алалар.

1915 йылда Киевтағы гимназияның әҙерлек класына, 1917 йылда әсәһе Мария Николаевна Баланина һәм үгәй атаһы Григорий Михайлович Баланин (1881—1963) менән Одессаға күсә, гимназияның беренсе класына уҡырға инә[14])[15].

Гимназия ябылғас, Королёв берҙәм хеҙмәт мәктәбендә дүрт ай уҡый. Артабан өйҙә белем ала — уның әсәһе һәм үгәй атаһы уҡытыусы була, үгәй атаһы инженер белеменә лә эйә була[16]. Мәктәп йылдарында уҡ Сергей яңы авиация техникаһы менән ҡыҙыҡһына һәм шул йүнәлештә ҙур һәләтен күрһәтә. 1922—1924 йылдарҙа бик күп түңәрәктәрҙә һәм төрлө курстарҙа эшләп, профессиональ төҙөлөш мәктәбендә уҡый.

Карьераһының башы

үҙгәртергә
 
Королёв конструкциялаған самолёт моделдәренең береһе

1921 йылда Одесса гидроотрядында лётчиктар менән таныша һәм авиация йәмәғәт тормошонда: 16 йәшенән — "авиаграмотаһыҙлыҡ"ты бөтөрөү лекторы булараҡ, ә 17 йәшенән — компетентлы комиссия алдында рәсми яҡланған һәм төҙөлөшкә тәҡдим ителгән К-5 моторһыҙ самолёт проекты авторы булараҡ әүҙем ҡатнаша.

1923 йылдан — Украина менән Ҡырымдың Авиация һәм һауала осоу йәмғиәте Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы (ОАВУК) ағзаһы. Уның ағзалыҡ характеристикаһы Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының Губерна бүлеге планерсылар түңәрәгендә бөтә эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашҡанын хәбәр итә[17].

 
Сергей Королёв КПИ-ның беренсе курсын тамамлағандан һуң практикала. Конотоп, 1925 йылдың йәйе

1924 йылда Киев политехник институтына авиация техникаһы профиле буйынса уҡырға ингәс, Королёв унда ике йыл эсендә дөйөм инженер дисциплиналарын үҙләштергән һәм спортсы-планерист булып киткән. 1926 йылдың көҙөндә Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһына (МВТУ) күсә.

МВТУ-ла уҡыған арала Королёв йәш һәләтле авиаконструктор һәм тәжрибәле планерист булараҡ танылыу яулай. 1929 йылдың 2 ноябрендә М. К. Тихонравовтың «Жар-птица» планёрында Королев «пилот-паритель» исеменә имтихандар тапшыра, ә шул уҡ йылдың декабрендә Андрей Николаевич Туполев етәкселегендә СК-4 самолёты проекты буйынса диплом эшен яҡлай. МВТУ-ны тамамлағандан һуң бер йыл самаһы А. Н. Туполев етәкселегендә Үҙәк аэрогидродинамика институтында (ЦАГИ) эшләй[18]. Ул проектлаған һәм төҙөгән осоу аппараттары — «Коктебель», «Красная Звезда» планёрҙары һәм осоуҙың рекордлы алыҫлығына ирешеү өсөн тәғәйенләнгән СК-4 еңел самолёты — авиация конструкторы булараҡ Королёвтың ғәҙәттән тыш һәләттәрен күрһәтә. Мәҫәлән, СССР-ҙа тәүге тапҡыр СК-3 планеры юғары пилотаж фигураларының береһе, Нестеров элмәген (йомоҡ элмәк — мёртвая петля) башҡарыу өсөн махсус проектланған, һәм 1930 йылдың 28 октябрендә Коктебелдә VII Бөтә Союз планёр слёты барышында лётчик Василий Степанчонок ошо фигураны уңышлы күрһәтә.

Королёвтың ракетоплан төҙөү идеяһы «Циолковскийҙың хеҙмәте һәм Цандер менән яҡындан танышҡас» барлыҡҡа килә[19]. 1931 йылдың сентябрендә Королёв һәм ракета двигателдәре өлкәһендә талантлы энтузиаст Фридрих Цандер Мәскәүҙә йәмәғәт ойошмаһы Осоавиахим ойошмаһы ярҙамында — Реактив хәрәкәтте өйрәнеү төркөмө (ГИРД) ойошторола[20]; 1932 йылдың апрелендә ул ракета осоу аппараттарын әҙерләү буйынса дәүләт ғилми-конструкторлыҡ лабораторияһына әйләнә. Унда ГИРД-09 һәм ГИРД-10 тәүге совет шыйыҡлыҡ-баллистик ракеталары төҙөлә һәм сафҡа индерелә.

1933 йылдың 17 авгусында беренсе ГИРД ракетаһы уңышлы осош яһай.

1933 йылда Реввоенсовет бойороғо менән Мәскәү ГИРД-ы һәм Ленинград Газодинамик лабораторияһы нигеҙендә Иван Терентьевич Клеймёнов етәкселегендә СССР хәрби-диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссариатының Реактив ғилми-тикшеренеү институты ойошторола. 1935 йылда Королёв — ракета осоу аппараттары бүлеге начальнигы; 1936 йылда ул «217» дарылы двигателле зенит ракетаһын һәм «212» шыйыҡ двигателле алыҫҡа атылыусы ракетаны һынауға тиклем алып барып еткерә. 1938 йылға уның бүлегендә алыҫ араға етеүсе шыйыҡлыҡта эшләүсе ҡанатлы һәм баллистик ракета, һауа һәм ер өҫтө сәптәренә атыусы («301» ракетаһы) һәм ҡаты яғыулыҡлы зенит ракеталары проекттарын эшләнгән[21]. Әммә ракета техникаһын үҫтереү перспективаларына фекер айырымлығы Королёвты директор урынбаҫары вазифаһына ҡалдырырға мәжбүр итә, һәм ул сектор начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә[22].

1938 йылдың февралендә Королёвтың Е. С. Щетинков менән берлектәге докладында ракетопланды төрлө маҡсатта ҡулланыу мөмкинлеген тәфсирләй бирә, шул иҫәптән уны бейеккә осоусы истребитель-перехватчик (эләктереүсе) ролендә файҙаланыуҙы нигеҙләй. Шул уҡ йылдың 27 июнендә ҡулға алынғансы ул шыйыҡ реактив двигатель менән ракетоплан прототибы өҫтөндә эшләүен дауам итә. Һуңынан был проект өҫтөндә эш А. Я. Щербаков етәкселегендә дауам итә, эшләүсе двигателле РП-318-1 ракетопланы 1940 йылдың 28 февралендә тәүге осош яһай[23].

Хәрби званиелары

үҙгәртергә

Королёвҡа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы (РККА) хәрби-һауа көстәре лейтенанты, артабан РККА-ның Хәрби-һауа көстәре өлкән лейтенанты исеме бирелә[24]. 1933 йылдың 9 ноябрендә Реактив ғилми-тикшеренеү институты начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләгәндә, уға К-11 хеҙмәт категорияһы — инженер-авиация хеҙмәтенең дивизион инженеры исеме бирелә. 1934 йылдың башында һәм 1934 йылдың 11 ғинуарында РККА-ның шәхси составы буйынса приказ нигеҙендә хәрби хеҙмәттән резервҡа алына[24].

Һуғыштан һуң инглиздәр «Фау-2» немец ракетаһын осороуҙы күрһәтә (уны немец белгестәре башҡара). Етәкселек күрһәтмәһе буйынса был осошҡа Королёв Совет армияһы капитан-артиллерисы формаһында сит фамилияға йәшеренеп килә. Уны фронт наградалары булмауы инглиз йәшерен разведкаһының ҡыҙыҡһыныуын арттыра[25].

1946 йылда полковник исеме бирелә[26].

Ҡулға алыныуы һәм ябыҡ Конструкторҙар бюроһында хеҙмәте

үҙгәртергә
 
Королёв тарафынан тултырылған ҡулға алыныусы анкетаһы. Бутыр төрмәһе, 1938 йылдың 28 июне

1938 йылдың 29 майында Королёв конструктор Арвид Палло менән берлектә 312-се ракетаның туҡланыу системаһын эшкәртеп бөтөү, шулай уҡ хәрби әҙерлек буйынса һынау үткәрә. Һынауҙар барышында үткәргес торба шартлай, шул сәбәпле Королёвтың башы йәрәхәтләнә[27].

Иван Клеймёновты һәм башҡа Реактив институт хеҙмәткәрҙәренән һуң, 1938 йылдың 27 июнендә, Королёв та ҡулға алына. Генераль прокурор Андрей Януарьевич Вышинскийҙың ярҙамсыһы Марк Рагинский Королёвты ҡулға алыуға санкция бирә. СССР-ҙың эске эштәр наркомы урынбаҫары Семён Жуковский ҡулға алыу ҡарарын яҙа. Яза биреү өсөн нигеҙ булып элек ҡулға алынған Иван Клеймёнов, Георгий Лангемак һәм Валентин Глушконың — өсөһөнөң дә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында контрреволюцион троцкистик ойошмала ҡатнашҡан Королёвты «фашизмға ярау маҡсатында илдең оборона ҡеүәтен кәметеү өҫтөндә эшләгән» тигән күрһәтмәһе тора. Эш буйынса СССР Эске эштәр Халыҡ Комиссариатының оперуполномоченныйҙары Николай Быков һәм[28] Михаил Николаевич Шестаков тикшереү алып бара[29][30].

Ғәйепләүҙәр ике пункт буйынса белдерелә: 58: 58-7 — «Дәүләт учреждениеларын һәм предприятиеларын тейешле файҙаланып йәки уларҙың ғәҙәти эшмәкәрлегенә ҡаршы эш итеү юлы менән контрреволюцион маҡсаттарҙа дәүләт сәнәғәтен өҙөү» һәм 58-11 — «Был бүлегендә ҡаралған енәйәттәрҙе әҙерләүгә йәки камиллаштырыуға йүнәлтелгән бөтә ойоштороу эшмәкәрлеге». 1935 йылдан Королёв РККА-ның яңы ҡоралланыу өлгөләрен эшләү һәм ҡоралландырыуға тапшырыуҙы өҙөү буйынса енәйәт эше алып бара, тигән раҫлау ҡулланыла[31].

Королёв үҙе 1940 йылдың 13 июлендәге Иосиф Сталин исеменә яҙған хатында уның эшен объектив тикшереүҙе һорап, үҙенә ҡарата физик репрессияны һәм мыҫҡыллауҙы ҡулланыуҙарын да еткерә. Журналист Ярослав Голованов, НКВД-ла һорау алғанда Королёвтың яңағы һыныуына күрһәткән[32][30][33], әммә ошо осраҡ буйынса дәлилдәр юҡ.

1938 йылдың 27 сентябрендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан: 58-7, 11-се статьялар буйынса ғәйепләнде. Хөкөм ҡарары: 10 йыл холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры (ИТЛ), 5 йыл хоҡуҡтарҙа еңелеү. 1939 йылдың 13 июнендә СССР Юғары Суды пленумы СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы ҡарарын бөтөрә, ә Королёвты ғәйепләү буйынса тәфтиш эше яңы тикшереүгә тапшырыла, уның барышында Королёв 1938 йылда тикшереүҙә аталған күрһәтмәләрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен, ялған булыуын күрһәтә.

Исемлектә ул тәүге (атыу язаһы) категорияһында була[34][35]. 1938 йылдың 25 сентябрендә СССР Юғары суды Хәрби коллегияһы суды алдында торған кешеләр исемлегенә индерелгән. Исемлектә ул тәүге (атыу) категорияһында була.

Исемлеккә Сталин, Молотов, Ворошилов һәм Каганович визаларын һала[36]. Исемлеккә Сталин, Молотов, Ворошилов һәм Каганович виза ҡуйған.

1938 йылдың 27 сентябрендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан ғәйепләнде: 58-7, 11-се статьялар. Хөкөм ҡарары: 10 йыл ИТЛ, 5 йыл хоҡуҡтарҙа еңелеү. 1939 йылдың 13 июнендә СССР Юғары Суды пленумы СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы ҡарарын бөтөрә, ә Королёвты ғәйепләү буйынса тәфтиш эше яңы тикшереүгә тапшырыла, уның барышында Королёв 1938 йылда тикшереүҙәге күрһәтмәләрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен, ялған булыуын әйтә: 1940 йылдың 10 июнендә ИТЛ срогы 8 йыл тип ҡыҫҡартыла, 1944 йылда иреккә сығарыла.

1955 йылдың 30 майындағы Хәрби прокуратураға ғаризаһы буйынса, 1957 йылдың 18 апрелендә «енәйәт составы булмаған өсөн» Королёв аҡлана[37][38].

Сергей Королёв Мәскәүҙә Бутырка, Новочеркасскиҙағы күсереү төрмәһе аша үткән[39].

1939 йылдың 21 апрелендә Колымала Көнбайыш тау сәнәғәте идаралығының Мальдяк алтын приискыһында «дөйөм эштәрҙә» хеҙмәт итә[40]. Унда цинганан ҡаты яфалана, иректәге осорҙан белгән танышы, Мәскәү автозаводының элекке директоры Михаил Усачёв уны үлемдән ҡотҡара. Усачев Королёвты санчасҡа урынлаштырырға ярҙам итә[41].

Королёвтың эшен ҡайтанан ҡарау өсөн, СССР Юғары Советы депутаттары М. М. Громов менән В. С. Гризодубованың ярҙамы менән, әсәһе көрәшә. 1938 йылдың 27 сентябрендәге приговор туҡтатыла һәм эште яңынан ҡарауға күсерелә[40]. Һөҙөмтәлә Корольёв 1939 йылдың 23 декабрендә Мальдяк приискыһынан Владлаг ҡарамағына ебәрелә[38][42] һәм һуңынан эштәрҙе яңынан ҡарау өсөн Мәскәүгә ебәрелә. Приискынан ҡайтышлай, Королёв ауырып китә һәм лазаретҡа эләгә. Ул Магаданда навигацияны ябыу алдынан юлға сыҡҡан «Индигирка» пароходының һуңғы рейсына һуңлай. Бәлки, ул Сергей Павловичты үлемдән ҡотҡарғандыр: пароход Япон диңгеҙендә шторм ваҡытында бата, борттағы 1173 кешенең 696-һы һәләк була.

Мәскәүгә 1940 йылдың 2 мартында килә, унда дүрт айҙан һуң икенсе тапҡыр Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының Айырым кәңәшмә тарафынан 8 йылға хөкөм ителә һәм НКВД-ның Мәскәүҙәге ЦКБ-29 махсус төрмәһенә оҙатыла. Королёв тәүҙә шулай уҡ "туполев шарагы"нда тотҡон булған Лев Сергеевич Термендың ассистенты булып эшләй; уларҙың эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше — радио буйынса идара ителеүсе пилотһыҙ осоу аппараттарын — хәҙерге ҡанатлы ракеталарҙың прообразын уйлап сығарыу торған. Һуңынан Андрей Николаевич Туполев (ул да тотҡон) етәкселегендә Пе-2 һәм Ту-2 бомбардировщиктарын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм бер үк ваҡытта идара ителеүсе аэроторпеданың һәм ракета перехватчигының (эләктереп алыусы) яңы варианты проекттарын инициативалылыҡ менән тормошҡа ашыра.

Был 1942 йылда Королёвты төрмә тибындағы икенсе КБ-ға — 16-сы Ҡазан авиазаводы ҡарамағындағы ОКБ-16 (хәҙер — «Ҡазан моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — «КМПО» ААЙ-е) күсереү өсөн сәбәп булып тора, унда авиацияла ҡулланыу маҡсатында яңы типтағы ракета двигателдәре өҫтөндә эш алып барыла. Бында Королёв уға хас энтузиазм менән авиацияны камиллаштырыу өсөн ракета двигателдәрен һауа һуғышы ваҡытында самолёттың йүгереү оҙонлоғон кәметеү һәм самолёттарҙың тиҙлеген һәм динамик характеристикаларын күтәреү йәки ғәмәлдә ҡулланыу идеяһына бирелә.

1943 йылдың башында ул реактив ҡулайламалар төркөмөнөң баш конструкторы итеп тәғәйенләнә. Тәүге осошо 1943 йылдың октябрендә булған пикелау бомбардировщигы Пе-2 (ҙур тиҙлектә баш түбән осоу) техник характеристикаларын яҡшыртыу менән шөғөлләнә.

Королёв киләсәккә тамам яманһыу ҡарашлы скептик, циник һәм пессимист булған тип хәтерләгән Леонид Кербер. «Хлопнут без некролога», — тигән һүҙҙәр уның яратҡан фразаһы була[43]. Лётчик-космонавт Алексей Леонов Королёв тураһында: «Ул бер ҡасан да асыулы булмаҫ ине… Ул бер ҡасан да зарланманы, бер кемде лә ҡарғаманы, әрләмәне. Быға ваҡыты юҡ ине уның. Ул асыуҙың ижади ынтылыш түгел, ә иҙеү тыуҙырғанын аңлай ине»[44].

1944 йылдың июлендә Королёвты, 1944 йылдың 27 июлендәге СССР Юғары Советы Президиумы ултырышынан һуң, И. В. Сталиндың шәхси күрһәтмәһе буйынса хөкөм ҡарарын туҡтатып, ваҡытынан алда иреккә сығаралар, ләкин аҡланмайәле, тағы бер йыл Ҡазанда эшләй. 2007 йылдың 12 ғинуарында «КМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бинаһында тантаналы рәүештә скульптор Мәхмүт Ғасимов яһаған Королёв горельефы асыла[45].

Королёв А. Н. Туполев исемендәге Ҡазан авиация институтының реактив двигателдәр кафедраһында тәүге уҡытыусыларҙың береһе була.

Баллистик ракеталар уйлап табыуы

үҙгәртергә

1945 йылдың 8 сентябрендә Королёв совет оккупация зонаһында (Тюрингия) трофей ракета техникаһын өйрәнеүҙә ҡатнашыу өсөн Берлинға оса. 1946 йылда унда «Нордхаузен» яңы совет-герман ракета институты ойошторола, уның баш инженеры итеп Королёв тәғәйенләнә.

Фау-2 ракеталарын өйрәнеү һәм тергеҙеү өсөн 1945 йылдың аҙағында Мәскәү өлкәһенең 88-се артиллерия заводында ракета техникаһы буйынса Махсус конструкторҙар бюроһы (СКБ РТ) ойошторола. СКБ РТ вәкилдәре Фау-2 менән танышыу өсөн «Нордхаузен» институтына килгәс, Фау-2 күсермәһен әҙерләү етәксеһе итеп Королёвты тәғәйенләргә ҡарар ителә[24].

1946 йылда ул Ғилми-тикшеренеү институтының (НИИ-88) 3-сө бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта СКБ РТ Баш конструкторы вазифаһы һәр ракета буйынса баш конструктор вазифаһы менән алмаштырыла. Һөҙөмтәлә Королёв — Баш конструктор[24].

Р-1-ҙән һуң килгән совет ракеталарын ҡороу тураһында һөйләгәндә, уларҙы эшләү буйынса ваҡыт арауығын сикләү ауыр. Мәҫәлән, Р-1 проекты әлегә тикшерелмәҫ борон, Р-2 тураһында Королёв Германияла уҡ уйлаған, Р-2 тапшырылғанға тиклем үк, Р-5 табыла, ә унан да элек Р-11 бәләкәй мобиль ракетаһы өҫтөндә эш һәм Р-7 континенталь-ара ракетаһы буйынса тәүге иҫәпләүҙәр башланған.

1948 йылда Королёв Р-1 балистик ракетаһының (Фау-2 аналогы) осоу-конструкторлыҡ һынауҙарын башлай һәм 1950 йылда уны ҡоралланыуға уңышлы тапшыра.

СССР Хөкүмәтенең 1950 йылдың 24 апрелендәге бойороғо менән СССР Хәрби һауа көстәре ҒТИ-88 АКБ-1 ойошторола, ә уның етәксеһе һәм Баш конструкторы итеп Королёв тәғәйенләнә[24].

1954 йылда Королёв бер үк ваҡытта Р-1 (Р-1А, Р-1Б, Р-1В, Р-1Д, Р-1Е) ракетаһының төрлө модификациялары өҫтөндә эшләй, Р-5-нең эшен тамамлай һәм уның биш модификацияһын билдәләй, ядро хәрби зарядлы Р-5М ракетаһы өҫтөндә ҡатмарлы һәм яуаплы эшен тамамлай. Р-11 һәм уның Р-11ФМ диңгеҙ варианты буйынса эштәр бара, һәм континенталь-ара Р-7 аңлайышлыраҡ була бара.

1956 йылда Королёв етәкселегендә массаһы 3 тонна һәм осош алыҫлығы 8 мең километр тәшкил иткән баш өлөшө айырылыу мөмкинлегенә эйә ике баҫҡыслы континент-ара баллистик Р-7 ракетаһы булдырыла. Ракета 1957 йылда Ҡаҙағстанда ошо маҡсатҡа ярашлы төҙөлгән 5-се полигонда (әлеге ваҡытта Байконур космодромы) уңышлы һынау үтә. Был ракеталарҙың хәрби дежурлығы өсөн 1958—1959 йылдарҙа Плесецк ҡасабаһы (Архангел өлкәһе, хәҙерге Плесецк космодромы) районында хәрби старт станцияһы («Ангара» объекты) төҙөлә. 1960—1968 йылдарҙа СССР-ҙың Махсус тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәре (РВСН СССР) ҡоралланыуында торған 11 мең км тиклем алыҫлыҡҡа оса алған Р-7А ракетаһын модификацияланған.

1957 йылда азот кислоталы окислитель менән кәрәсиндең тотороҡло компоненттарында беренсе Р-11ФМ тәүге баллистик ракеталарын төҙөй; ракета ҡоралын үҫтереүҙең яңы һәм мөһим йүнәлештәрендә тәүге юл башлаусы була[46].

Баш конструкторҙар советы етәксеһе

үҙгәртергә

Баш конструкторҙар советы (шулай уҡ «ҡаты яғыулыҡ яҡлылар» тип йөрөтөлгән,[47] сөнки шыйыҡ яғыулыҡта эшләүсе ракета двигателдәре нигеҙендә үҫтереү яҡлыларҙың үҙҙәренең кәңәшмә-консультатив органдары була; йәки ябай ғына «Баштар советы»)[48]) — Сергей Королёв етәкселегендә СССР ракета тармағын үҫтереү буйынса рәсми булмаған совет, 1950—1940 йылдарҙа ракета-йыһан программаларында ҡатнашҡан төп предприятиеларҙың баш конструкторҙарын берләштерә. Тармаҡтағы ҙур күләмле эштәр (1946 йыл) ойошторолғандан алып булған[49], 1954 йылда киңәйтелә[49]. Ғалимдарҙың һәм конструкторҙарҙың эшмәкәрлеген берләштереүсе, уларҙың эшен берҙәм маҡсатҡа ирешеүгә — баллистик, һуңынан йыһан ракеталарын булдырыуға йүнәлткән советын Королёв етәкләй[50]. Ысынында иһә, Королёв уға 1961 йылға тиклем етәкселек итә[51], 1960—1966 йылдарҙа, 1966 йылға тиклем В. Н. Челомей Баш конструкторҙар советын, Н. С. Хрущёвты КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары вазифаһынан бушатҡанға тиклем, етәкләй[52]. Баш конструкторҙар советы 1966 йылда үҙ аллы күренеш булараҡ, Королёв үлгәндән һуң[53] шундай уҡ исем менән орган ултырыштарын үткәреү тураһында айырым хәбәрҙәр 1966 йылдың аҙағына тиклем килеүенә ҡарамаҫтан, юҡҡа сыға[54]. Артабан, 1970-се — 1980-се йылдарҙа СССР-ҙа хәрби-сәнәғәт комплексы (бер нисә конструктор учреждениеһынан һәм тейешле күләмдәге баш конструкторҙарҙан тора) эре ғилми-етештереү берләшмәләренең ведомство эсендәге һәм корпоратив советтары була.

Ерҙең беренсе яһалма юлдашы

үҙгәртергә
 
Донъялағы Ерҙең беренсе яһалма юлдашы (1957)

1955 йылда (Р-7 ракетаһын осороуҙан күпкә алдараҡ) Королёв, Мстислав Келдыш, Михаил Тихонравов Ерҙең яһалма юлдашы Р-7 ракетаһы ярҙамында Ерҙең яһалма юлдашын (ИСЗ) йыһанға сығарыу тәҡдиме менән хөкүмәткә мөрәжәғәт итә. Хөкүмәт был башланғысты хуплай. 1956 йылдың авгусында ОКБ-1 Ғилми-тикшеренеү институты-88 составынан сыға, үҙ аллы ойошмаға әйләнә һәм Королёв уның баш конструкторы һәм директоры итеп тәғәйенләнә.

Пилотлы осоштарҙы тормошҡа ашырыу һәм автоматик йыһан станцияларын эшләтеп ебәреү өсөн Королёв хәрби ракета нигеҙендә өс- һәм дүрт баҫҡыслы йөрөтөүселәр ғаиләһен әҙерләй.

1957 йылдың 4 октябрендә кешелек тарихында тәүге яһалма юлдаш Ер эргәһендәге орбитаға ебәрелә. Ул, алдынғы фән һәм техника иле булараҡ, СССР-ҙың халыҡ-ара абруйын күтәрҙе.

1964 йылда Королёв (профессор К. Сергеев псевдонимы аҫтында) беренсе юлдашҡа баһа бирә:

  Ҡарт планетабыҙҙың был беренсе яһалма юлдашы, бәләкәй булһа ла, уның яңғырауыҡлы саҡырыуҙары (позывные) бөтә ҡитғаларға ла, бөтә халыҡтар араһында ла кешелектең тәүәккәл хыялын тормошҡа ашырыу кеүек яңғырап тора[55]  

Башҡа спутниктар һәм космик аппараттарҙы Айға ебәреү

үҙгәртергә

Пилотлы осоштарға әҙерлек менән бер рәттән фәнни, халыҡ хужалығы һәм оборона тәғәйенләнешендәге юлдаштар өҫтөндә лә эш алып барыла. 1958 йылда Ерҙең радиация бүлкәттәрен тикшереү өсөн геофизик Спутник-3, һуңынан парлы «Электрон» юлдаштары эшләнгән һәм йыһанға сығарылған. 1959 йылда Айға осорға тейешле өс автоматик станция булдырыла һәм эшләй башлай: «Луна-1» Ай янынан үтеп китә, тәүге тапҡыр Ҡояш елен теркәй, «Луна-2» Ерҙән икенсе йыһан есеменә күсеү була, Айға Советтар Союзының вымпелдарын алып барып еткерә, «Луна-3» тәүге тапҡыр Айҙың артҡы (Ерҙән күренмәгән) яғын фотоға төшөрә, Айҙың ҡаршы яғының 70 %-ҡа яҡын өлөшө төшөрөлгән. Артабан Королёв Ай өҫтөндә йомшаҡ ҡына ултыра алырлыҡ, Ай панорамаһын фотоға төшөрөү һәм Ергә тапшырыу өсөн камилыраҡ ай аппаратын (Е-6 объекты) әҙерләй башлай.

Йыһанда кеше

үҙгәртергә
 
Мәскәүҙә «Восток» ракетаһы макеты Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ)
 
Гагарин һәм Королёв старт алдынан

«Восток-1» кораблен булдырып, донъяла тәүге тапҡыр кешенең — СССР гражданы Юрий Гагариндың — ер эргәһендәге орбита тирәләй йыһанға осоуын тормошҡа ашырҙы. Кешенең йыһан киңлеген үҙләштереү мәсьәләһен хәл итеүҙә Королёв ашыҡманы. Тәүге йыһан карабы, кешенең оҙайлы ауырлыҡ юғалтыу шарттарында үҙен нисек тойоуын, ғәҙәти булмаған һәм өйрәнелмәгән йыһан сәйәхәте ваҡытында уға ниндәй психологик йөкләнеш йүнәләсәген бер кем дә белмәгәлектән, тик бер генә әйләнеш яһаны.

Кешенең йыһанға тәүге тапҡыр осоуын әҙерләгәне өсөн Королёв икенсе тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була (Указ баҫылмай).

Ю. А. Гагариндың тәүге осошонан һуң, 1961 йылдың 6 авгусында Герман Титов «Восток-2» карабында бер тәүлек дауам иткән икенсе йыһан осошо яһай. Осоу шарттарының организмдың эшләүенә тәьҫир итеүенә тағы ентекле (скрупулёз) анализ. Артабан 1962 йылдың 11-12 авгусында космонавтар Андриян Николаев һәм Павел Попович менән берлектә «Восток-3» һәм «Восток-4» йыһан караптарының осоуы; космонавтар араһында тура радиоэлемтә урынлаштырыла. Киләһе йылда — 1963 йылдың 14-16 июнендә космонавтар Валерий Быковский һәм Валентина Терешкова берлектә «Восток-5» һәм «Восток-6» йыһан караптарында оса: ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыһанға осоу мөмкинлеге өйрәнелә. Был осоуҙан һуң Королёв ҡатынына йыһанда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн урын юҡ ти[33].

1964 йылдың 12 октябренән 13 октябренә тиклем ҡатмарлыраҡ «Восход» Йыһан карабында өс кешенән торған төрлө белгестәр экипажы: карап командиры, бортинженер һәм табип оса. 1965 йылдың 18 мартында экипажы ике кешенән торған «Восход-2» карабының осош ваҡытында донъяла тәүге тапҡыр асыҡ йыһанға сығыу тормошҡа ашырыла. Космонавт Алексей Леонов скафандрҙа шлюз камераһы аша сыға һәм 20 минутҡа яҡын карап тышында ҡала. Икенсе космонавт, Павел Беляев, карап эсендә ҡала.

Марсты үҙләштереү проекты

үҙгәртергә

Королёв Марсҡа осоу буйынса эштәрҙе практик яҡтан башлау эшендә өҫтөнлөккә эйә. Америка сығанаҡтары мәғлүмәттәре буйынса[56], 1959 йылда Королёв совет етәкселеген Марсҡа марсоход ебәреү проектын эшләүгә булышлыҡ итергә күндерә. Королёв командаһы код атамаһы ТМК — ауыр планета-ара карап булдырыу өҫтөндә эшләй. Ракета Н-1 үтә ауыр класлы ракета-йөрөтөүсе ярҙамында сығарылырға тейеш була. 1960 йылдың 12 апрелендә Королёв совет етәкселегенә пландың үҙгәреүе һәм, Ҡыҙыл планетаға 3 йә 4 йыһан аппараты бер үк ваҡытта осҡанда, космонавттарҙы Марсҡа ултыртыу бурысы өҫтәлеүе тураһында хәбәр итә. Был башланғыс Кремль яғынан хуплау тапмаһа ла, ул кешеләрҙе Марсҡа ебәреү буйынса программаның аҙағы булмай. Башҡа планеталарҙы пилотлы станциялар ярҙамында тикшереү идеяһы үҫешен дауам итә һәм йыһан программалары ғалимдары һәм инженерҙары даирәһендә ҙур хуплау таба.

Орбиталь станция проекты

үҙгәртергә

Пилотлы ер тирәләй осоштар программаһы үҫешен дауам итеп, Королёв идара ителеүсе ДОС (оҙайлы ваҡыт дауамында эшләүсе орбиталь станция) әҙерләү тураһында идеяһын тормошҡа ашыра башлай. Элекке йыһан карабына ҡарағанда өр-яңы, камилыраҡ «Союз» йыһан карабы уның киләсәктәге өлгөһө булып тора. Был карап составына, унда космонавтар оҙаҡ ваҡыт скафандрһыҙ һәм ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә алған, көнкүреш айырым бүлек ингән. Осош барышында шулай уҡ ике «Союз» карабының орбитала автоматик тоташыуы һәм космонавтарҙың скафандрҙарҙа асыҡ йыһан аша бер караптан икенсе карапҡа күсеүе ҡарала. Королёв «Союз» йыһан караптарында үҙ идеяларын тормошҡа ашырғанға тиклем йәшәй алманы.

Ай проекты

үҙгәртергә

1950-се йылдары уртаһынан уҡ Королёв кешене Айға осороу идеяһын уйында йөрөтә. Шуға ярашлы йыһан программаһы Н. С. Хрущёв та хуплай. Уның төп йөкмәткеһе — Н-1 исеме бирелгән үтә ауыр ракета ҡулланыу нигеҙендә Ай өҫтөнә совет пилотлы экспедицияһын тормошҡа ашырыу. Әммә был программа Сергей Павлович иҫән сағында ла, һуңынан сәбәптәрҙең тап килеүе арҡаһында тормошҡа ашырылмай, улар араһында, мәҫәлән, бер нәмә лә юҡ (программа Королёв хеҙмәт итмәгән СССР Оборона министрлығы етәкселегендә эшләнә), ракета двигателдәренең баш конструкторы В. П. Глушко менән низағтар, шулай уҡ КПСС етәкселегенең алмашыныуы — Л. И. Брежнев был идеяға вайымһыҙ ҡарай. Совет Айға пилотлы экспедицияһы проектының төп техник сиселеше Королёвтың туранан-тура етәкселеге аҫтында эшләнә. Сергей Павлович вафат булғандан һуң һәм Н-1 карабын уңышһыҙ осорорға маташыу Айҙы пилотһыҙ аппараттар менән тикшереү файҙаһына йүнәлтелә.

Ауырыуы һәм вафаты

үҙгәртергә

Королёвтың хәле 1965 йылдың декабрь башында «Луна-8» менән уңышһыҙлыҡтан һуң ҡырҡа насарая. Кремль дауаханаһының хирургия бүлегендә ентекләп тикшергәндән һуң уға тура эсәктәге полипты алып ташлау буйынса операция яһарға тәҡдим ителә. 1966 йылдың 4 ғинуарында Королев үҙенең һуңғы эш көнөн үткәрә, ә 5 ғинуарҙа табипҡа килә[57].

Сергей Павловичҡа операцияны СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры, СССР Медицина Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Б. В. Петровский[58], хирургия бүлеге мөдире, доцент, медицина фәндәре кандидаты Д. Ф. Благовидов ассистенты була[59]. Аҙаҡ операцияға профессор А. А. Вишневский ашығыс рәүештә саҡырыла[60].

Операция барышында Королёвтың ҡанауы туҡтамай. Уны, полиптарҙы алып ташлап та, туҡтатып булмай. Операцияның тәүге планына инмәгән һәм анестезиологтар алдан әҙерләнмәгән ҡорһаҡ ҡыуышлығын асырға ҡарар ителә. Ауырыуҙың йөрәгенең дөйөм анестезияға яуабы нисек булыр, бер кем дә әйтә алмай: дауаханала Королёвҡа бер тапҡыр ҙа ЭКГ эшләмәгән. Ҡанау урынына барып еткәс, йоҙроҡ ҙурлыҡ яман шеш — ангиосаркома табыла. Петровский саркоманы алып ташларға ҡарар итә. Шул уҡ ваҡытта тура эсәктең бер өлөшөн алырға булалар. Ҡорһаҡ ярыһы аша тышҡа сығарырға тура килә. Трахея интубацияһында ауырлыҡтар килеп тыуҙы: уға тын алыу трубкаһын индерә алманылар[61], шуға күрә трахеотомия яһарға тура килә[62]. Ҡыҙы Наталья Королёва, фажиғә Королёвтың ҡыҫҡа муйыны һәм һорау алыу ваҡытында һынған яңаҡтарының ауыр хәрәкәт итеүе арҡаһында булды, тип иҫәпләй[63]. Наркоздан сыҡҡанда, операциянан һуң 30 минут үтеүгә, Королёвтың йөрәге тибеүҙән туҡтай[62].

Рәсми медицина һығымтаһы 1966 йылдың 16 ғинуарында «Правда», № 16 (17333) гәзитендә баҫыла.

Королёв иптәш Сергей Павловичтың ауырыуы һәм үлем сәбәбе тураһында медицина һығымтаһы::

Иптәш С. П. Королёв тура эсәк саркомаһы менән ауырыған. Бынан тыш, уның атеросклеротик кардиосклероз, мейе артериялары склерозы, үпкә эмфиземаһы һәм матдәләр алмашыныуы боҙолған. С. П. Королёвҡа тура һәм сигмоид эсәктең бер өлөшөн экстирпациялап шеште алып ташлау операцияһы эшләнде. С. П. Королёвтың үлеме йөрәк хәлһеҙлегенән (миокардтың киҫкен ишемияһы) тора.

— СССР һаулыҡ һаҡлау министры, СССР Медицина Фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Б. В. Петровский; СССР Медицина Фәндәр Академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, профессор А. А. Вишневский; дауахананың хирургия бүлеге мөдире, доцент, медицина фәндәре кандидаты Д. Ф. Благовидов; СССР Медицина Фәндәр Академиһының мөхбир ағзаһы, профессор А. И. Струков; СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дүртенсе баш идаралыҡ начальнигы, атҡаҙанған фән эшмәкәре профессор А. М. Марков[64].

Мәрхүмдең табуты Союздар йортоноң Колонналар залында ҡуйыла. 1966 йылдың 17 ғинуарында бина көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем асыҡ була. 18 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында, дәүләт кимәлендә хөрмәт күрһәтеп, Королёвтың яндырылған мәйете көлө һалынған урна Кремль стенаһына ерләнә.

Файл:Могила матери академика Сергея Королёва.JPG
Мәскәү. Әрмән зыяратында М. Н. Баланинаның ҡәбере
  • Әсәһе — Мария Николаевна Баланина (1888—1980).
  • Беренсе ҡатыны — Ксения Максимилиановна Винцентини (1907—1991)[65], С. П. Боткин исемендәге ҡала клиник дауаханаһы хирургы[66].
    • Ҡыҙы Королёва Наталья Сергеевна (1935), медицина фәндәре докторы, И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры, Дәүләт премияһы лауреаты (1982)[66], почётный гражданин города Королёва[67].
  • Икенсе ҡатыны — Нина Ивановна Королёва (Котенкова) (20.10.1920—25.4.1999)[68].

Табыштары

үҙгәртергә

1930 йылда Королев планер өҫтөндә эшләй башлай, унда юғары пилотаж фигураларын — «Ҡыҙыл йондоҙ»ҙо башҡарыу мөмкин була. Яңы профилле ҡанаты һәм корпусты төҙөгәндә ауырлығы артып киткән модель тәүҙә уңышһыҙ кеүек тойола. Тәүге һынауҙы конструктор үҙе үткәрә. Әммә был моделдең ҙур етешһеҙлеге — тотороҡлолоғо насар була. Шуға ҡарамаҫтан пилот Степанчёнок ошо аэропланда өс тапҡыр «тәүәккәл элмәк» эшләй алған.

Маҡтаулы исемдәре һәм дәрәжәләре

үҙгәртергә

Библиографияһы

үҙгәртергә
Файл:Мемориальная доска на доме где жил Королёв (Байконур).JPG
Мемориальная доска на доме где Сергей Королёв жил на Байконуре

Йорт-музейҙары

үҙгәртергә

1970 йылда Житомирҙа, Королёв тыуған йортта С. П. Королёвтың йорт-музейы асыла.

1975 йылда Мәскәүҙә, ғүмеренең һуңғы йылдарында Королёв йәшәгән һәм эшләгән йортта академик С. П. Королёвтың Мемориаль йорт-музейы асыла.

1987 йылда Житомирҙа Сергей Павлович Королёв исемендәге Космонавтика музейы (хәҙер — Сергей Королев исемендәге Милли космонавтика музейы) асыла[71]).

Сергей Королёв һәйкәлдәре исемлеге:

Рәсәйҙә:

Королёв хөрмәтенә аталған объекттар

үҙгәртергә

Тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Урамдар һәм башҡа ҡала объекттары

үҙгәртергә

Йыһан есемдәре

үҙгәртергә

Учреждениелар

үҙгәртергә

Башҡалар

үҙгәртергә

Наградалар һәм билдәләр

үҙгәртергә
  • 1967 йылдан алып 1991 йылға тиклем СССР Фәндәр Академияһы, 1991 йылдан - Рәсәй Фәндәр Академияһы тарафынан бирелеүсе С. П. Королёв исемендәге алтын миҙал.
  • Рәсәй Космонавтика федерацияһы тарафынан бирелеүсе С. П. Королёв исемендәге миҙал.
  • Королёв Билдәһе - Федераль йыһан агентлығының ведомство наградаһы.

Королёв филателияла

үҙгәртергә

Почта маркаларында Королёвтың тыуған йылы төрлөсә — ҡайһыһы иҫке стилдә күрһәтелгән, ҡайһы берҙә — яңы стилдә.

Нумизматикала

үҙгәртергә

Космонавтикала

үҙгәртергә

Союз МС-21 «С. П. Королёв» йыһан карабы 2022 йылдың 18 мартында осоролдо

Фильмдар

үҙгәртергә

Нәфис һәм телевизион

үҙгәртергә

Документаль

үҙгәртергә
  • Главный конструктор. Часть 1-я. Разбег. Документальный фильм. ТО «Экран». 1973 г. Россия-Культура. 08.04.2020. 60 минут.
  • Главный конструктор. Часть 2-я. Взлет. Документальный фильм. ТО «Экран». 1973 г. Россия-Культура. 09.04.2020. 60 минут.
  • Королёв. 1 серия. Научно-популярный фильм (1986). Производство Центрнаучфильм, 54 минуты.
  • Королёв. 2 серия. Научно-популярный фильм (1986). Производство Центрнаучфильм, 59 минут.
  • «Сергей Королёв. Судьба» — творческая мастерская «Студия А», «Первый канал», 2004
  • «Освобождение конструктора» — телекомпания «Цивилизация», цикл «Империя Королёва». Фильм 1. Телеканал «Культура», 2006
  • «Трофейный космос» — телекомпания «Цивилизация», цикл «Империя Королёва». Фильм 2. Телеканал «Культура», 2006
  • «Недосягаемая Луна» — телекомпания «Цивилизация», цикл «Империя Королёва». Фильм 3. Телеканал «Культура», 2006
  • «Царь-ракета. Прерванный полёт» — Телестудия Роскосмоса, «ТВ Центр», 2006
  • «Мир состоит из звёзд и из людей» — Телеканал «Культура», 2006
  • «Первые на Марсе. Неспетая песня Сергея Королёва» — телестудия Роскосмоса, 2007
  • «Сергей Королёв. Достучаться до небес» — телестудия Проспект ТВ, «Первый канал», 2007
  • «Сергій Корольов» — «НТУ», 2007, (на русско-украинском языке)
  • «Пять смертей академика Королёва» — Студия «07 Продакшн», телеканал «Интер», 2009, (на русско-украинском языке)
  • «Королёв. Обратный отсчёт» — телеканал «НТВ», 2010
  • «Сергей Королёв. Жизнь на космической скорости» — телестудия Роскосмоса, программа «Русский космос», телеканал «Россия-2», 2011
  • Открытый космос, 4 серии, 2011
  • Гении, 2015, 8 серий, в 7 серии про ракетно-космическую отрасль.
  • «Колыма — родина нашего страха / 2019 (Дудь Юрий Александрович)
  • «Дудь, Колыма и арест Королёва». Канал «Плохой сигнал», 2019 (авторы: Егор Иванов, Алина Браздейкене).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Космическая любовь. Женщины и ракеты Сергея Королёва. aif.ru. Аргументы и факты (11 ғинуар 2005). Дата обращения: 8 сентябрь 2020. Архивировано 12 сентябрь 2021 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Королёв Сергей Павлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. 3,0 3,1 http://connection.ebscohost.com/c/book-chapters/36578483/sergei-korolev-soviet-space-program
  4. 4,0 4,1 http://link.springer.com/content/pdf/10.1134/S101933160701011X.pdf
  5. 5,0 5,1 http://link.springer.com/content/pdf/10.1007%2F978-1-4419-8150-9_3.pdf
  6. 6,0 6,1 Sergei Pavlovich Korolev // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. 7,0 7,1 http://www.komonews.com/news/tech/10154836.html
  8. Легостаев В. П. Королёв. Большая российская энциклопедия. Дата обращения: 16 ғинуар 2019. Архивировано 17 ғинуар 2019 года.
  9. Запись в Партийном билете КПСС № 08683575 С. П. Королёва. Выдан 4 марта 1960 года Мытищинским заводом им. Калинина.
  10. 10,0 10,1 Королёва Н. С. Глава третья. ДЕТСТВО // Сергей Павлович Королёв. Мой отец. В 2 кн. — 3-е испр. и доп.. — М.: Вече, 2018. — Т. 1. — С. 65. — 384 с. — ISBN 978-5-4484-0150-3.
  11. Владимир Томский. Неизвестный Королёв. Главный конструктор будущего 2015 йыл 1 апрель архивланған.. — М.: Эксмо, 2011.
  12. Королёва, 2002, с. 393
  13. Королёва, 2002, с. 394
  14. Королёва, 2002, с. 374
  15. Михаил Ребров. Сергей Павлович Королёв. Жизнь и необыкновенная судьба. — ОЛМА Медиа Групп, 2002. — С. 10.
  16. Алексей Куприянов. Проспект Королёва. О чём предпочитают вспоминать и не вспоминать в дни столетия человека, выведшего нас в космос. Полит.ру (16 ғинуар 2007). Дата обращения: 16 ғинуар 2007. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
  17. Ребров М. Ф. Сергей Павлович Королев. Жизнь и необыкновенная судьба. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2002. — С. 26—29. — 383 с. — ISBN 5-224-03679-8.
  18. Королев Сергей Павлович - ЦАГИ в лицах. ЦАГИ. Дата обращения: 13 июнь 2022. Архивировано 18 июнь 2022 года.
  19. Ярослав Голованов. Королев: факты и мифы. — Москва: Наука, 1994. — С. 22. — ISBN 5-02-000822-2.
  20. РГАНТД: «Зал № 3. Работа в ГИРДе»
  21. Мороз С. Авиационная крылатая ракета конструкции С. П. Королёва «301» 2021 йыл 9 июль архивланған.. Интернет-портал «Наука и техника». naukatehnika.com. 20 сентября 2018 года.
  22. Первушин А. И. Империя Сергея Королёва. — СПб: Пальмира, 2017. — 351 с. — ISBN 978-5-521-00625-0.
  23. Первушин Антон. Первый ракетный. Warspot (28 февраль 2020). Дата обращения: 8 октябрь 2020. Архивировано 26 октябрь 2020 года.
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 24,4 Марков В. А., Овчинников А. Ф., Пусев В. И. О вкладе С. П. Королева в разработку отделяемой боевой части баллистической ракеты Р-2 и о роли этой разработки в развитии баллистических ракет и космических ракет-носителей // ИЗВЕСТИЯ РОССИЙСКОЙ АКАДЕМИИ РАКЕТНЫХ И АРТИЛЛЕРИЙСКИХ НАУК, № 3(88), 2015.
  25. Черток Б. Е. Ракеты и люди. — 2-е изд. — М: Машиностроение, 1999. — 416 с. — 1300 экз. — ISBN 5-217-02934-X.
  26. Черток Б. Е. Ракеты и люди. — М: Машиностроение, 1995. — Т. 1. — С. 169. — 414 с.
  27. Королёв: факты и мифы (3-е издание). aerospaceproject.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2022.
  28. Быков, Николай Федорович. Кадровый состав органов государственной безопасности СССР. 1935−1939. Дата обращения: 14 июнь 2019. Архивировано 17 май 2019 года.
  29. Шестаков, Михаил Николаевич. Кадровый состав органов государственной безопасности СССР. 1935−1939. Дата обращения: 1 июнь 2019. Архивировано 25 май 2019 года.
  30. 30,0 30,1 Ярослав Голованов. Катастрофа. Глава 30 // Королёв: факты и мифы. — 3-е изд., испр. и доп.. — М.: Фонд «Русские Витязи», 2018. — Т. 1. — С. 368—373. — 488 с. — ISBN 978-5-6040158-0-3, 978-5-6040158-1-0.
  31. Письмо С.П.Королева Сталину. 13 июля 1940 года. www.nasledie-rus.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2022.
  32. Анисимов Н. Л., Оппоков В. Г. Происшествие в НИИ-3 // Военно-исторический журнал. — 1989. — № 10. — С. 85—87.
  33. 33,0 33,1 Голованов Я. К. Королёв. Факты и мифы. — М.: Наука, 1994. — 800 с.: ил. — ISBN 5-02-000822-2.
  34. Списки лиц, подлежащих суду Военной коллегии Верховного суда Союза ССР от 25 сентября 1938 года, АП РФ, оп. 24, дело 419, лист 170.
  35. Страница списка с Королёвым. Дата обращения: 1 февраль 2010. Архивировано из оригинала 11 июнь 2018 года.
  36. Фотография визы Сталина на списке с Королёвым. Дата обращения: 1 февраль 2010. Архивировано из оригинала 10 октябрь 2009 года.
  37. «Королёв Сергей Павлович. Родился 12.01.1907, Житомир; русский; образование высшее; Инженер-конструктор, в будущем академик. Арестован 27 июня 1938 г. Приговорён: Военная Коллегия Верховного Суда СССР 27 сентября 1938 г., обв.: 58-7, 11. Приговор: 10 л. ИТЛ, 5 л. поражения в правах, 10.06.1940 срок сокращён до 8 лет ИТЛ, осв. 1944 Реабилитирован 18 апреля 1957 г. Военная Коллегия Верховного Суда СССР». Цит. по: Архив НИПЦ «Мемориал», Москва, Жертвы политического террора в СССР. Королёв Савелий Лукьянович — Королёв Фрол Изотович 2011 йыл 31 ғинуар архивланған. // Сайт общества «Мемориал».
  38. 38,0 38,1 Магадан. Конспект прошлого / Сост. и авт. вступ. статей А. Г. Козлов. — Магадан: Магаданское книжное издательство, 1989. — С. 89. — ISBN 5-7581-0066-8.
  39. Набоков О. Династия Королёвых // Таганрогская правда. — 2015. — 10 апр. — С. 4.
  40. 40,0 40,1 Рахманин, 2015, с. 59
  41. Интервью с дочерью легендарного конструктора Сергея Королева. Российское историческое общество. Дата обращения: 20 сентябрь 2021. Архивировано 20 сентябрь 2021 года.
  42. Райзман Д. «Мальдяк» в жизни Королева. — М.: Современный гуманитарный университет. Магаданский филиал, 1998. — 37 с. — 100 экз.
  43. Кербер Л. Л. Туполевская шарага. — 1973.
  44. «Первые на Марсе. Неспетая песня Сергея Королёва»( 2009 йыл 26 февраль архивланған.), д/ф Телестудии Роскосмоса.
  45. Горельеф Сергею Королёву на КМПО открыл Фарид Мухаметшин. Дата обращения: 18 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2011 года.
  46. В. Е. Гудилин, Л. И. Слабкий. Ракетные комплексы Р-11 и Р-11МФ // Ракетно-космические системы (История. Развитие. Перспективы). — М., 1996. — 326 с.
  47. Черток Б. Е. Безымянный главный конструктор: К 100-летию со дня рождения академика С. П. Королёва 2020 йыл 19 сентябрь архивланған.. // Вестник Российской академии наук. — М.: Наука, 2007 — Т.77 — № 1 — С.61
  48. Черток Б. Е. «Нам удалось сделать рывок». Из воспоминаний действительного члена АН СССР (РАН) Б. Е. Чертока. / Публ. подготовили Е. Ю. Башилова, Т. А. Головкина. // Исторический архив : журнал. — М.: РОССПЭН, 2003. — № 4 — С.52 — ISSN 0869-6322.
  49. 49,0 49,1 Ҡалып:Книга:Черток Б. Е.:Ракеты и люди
  50. Королёва Н. С. Отец : в 2-х книгах. — М.: Наука, 2002. — Кн.2 — С.279 — 410 с. — ISBN 5-02-011807-9.
  51. Ребров М. Ф. Сергей Павлович Королев. Жизнь и необыкновенная судьба. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2002. — С.323 — 383 с. — (Архив) — ISBN 5-224-03679-8.
  52. Хрущёв С. Н. Никита Хрущев: Рождение сверхдержавы 2016 йыл 20 август архивланған.. — М.: Время, 2010. — С.210—225, 245—291, 553—576 с. — (Трилогия об отце) — ISBN 978-5-9691-0534-8.
  53. Ямской Н. За кулисами лунных премьер 2016 йыл 6 август архивланған.. // Огонёк : еженедельный общественно-политический и литературно-художественный журнал. — М., 24.09.2006. — № 38 — С.44 — Цитата: «в 1964 году Хрущева сместили, и это рикошетом ударило по „возомнившему себя“ Челомею. А в самом начале 1966 года не стало Королёва. После этого в сфере принятия государственных решений и без того излишне подчиненный административно-бюрократической системе Совет генеральных конструкторов оказался ею окончательно и безраздельно подмят.»
  54. Каманин Н. П. Скрытый космос : в 2-х книгах. — М.: Инфортекст-ИФ, 1997. — Кн.2: 1964—1967 гг. — С.424 — 448 с.
  55. К. Сергеев. С Новым космическим годом! : [рус.] // Правда : газ.. — М. : Правда, 1964. — № 1 (16587) (1 января). — С. 3.
  56. Roger D. Launius. The Smithonian history of space exploration. From the Ancient Word to the Extraterrestrial Future. (инг.) — London: White Lion Publishing, 2018. — P. 261.
  57. Окунев Д. «Сердце не выдержало»: почему Королев умер во время операции (рус.) // Газета.ru : общественно-политическое интернет-издание,. — 2021. Архивировано из первоисточника 15 января 2021.
  58. Черток Б. Е. Ракеты и люди. — М.: Машиностроение, 1999. — Т. 3. — С. 252 — ISBN 5-217-02934-Х: «Накануне нам стало известно, что на операции будет присутствовать министр здравоохранения Советского Союза специалист по сердечной хирургии Борис Петрович Петровский. Потом выяснилось, что Петровский не присутствовал, а сам делал операцию».
  59. Черток Б. Е. Ракеты и люди. — М.: Машиностроение, 1999. — Т. 3. — С. 254 — ISBN 5-217-02934-Х: «Потом к ней вышел Благовидов, который ассистировал Петровскому, и сказал, что положение осложнилось».
  60. Черток Б. Е. Ракеты и люди. — М.: Машиностроение, 1999. — Т. 3. — С. 262 — ISBN 5-217-02934-Х: «На операцию с большим опозданием был вызван Александр Александрович Вишневский».
  61. Первые на Марсе. Неспетая песня Сергея Королёва( 2009 йыл 26 февраль архивланған.), документальный фильм Телестудии Роскосмоса.
  62. 62,0 62,1 Ярослав Голованов. Королев: факты и мифы. — М: Наука, 1994. — С. 761. — ISBN 5-02-000822-2.
  63. Наталия Королёва. С. П. Королев. Отец. Книга 3. 1957—1966 годы. knigism.online. Дата обращения: 11 сентябрь 2021. Архивировано 11 сентябрь 2021 года.
  64. Черток Б. Е. Горячие дни холодной войны Архивная копия от 15 ғинуар 2012 на Wayback Machine / Ракеты и люди. — 2-е изд. — М.: МАШИНОСТРОЕНИЕ, 1999.
  65. Глава 16. ГОРОД СОЛНЦА. Космическая энциклопедия ASTROnote. Дата обращения: 11 апрель 2010. Архивировано 13 май 2008 года.
  66. 66,0 66,1 Константинов Б. А., Соколов В. И. Тридцать лет вместе с Научным центром хирургии Российской академии медицинских наук. — М., 1997. — С. 106—108.
  67. Королёва Наталья Сергеевна. Наукоград Королёв. Дата обращения: 2 июнь 2019. Архивировано 15 июль 2019 года.
  68. Гагарин хотел похоронить Королёва на Луне. Дата обращения: 11 апрель 2010. Архивировано из оригинала 26 июль 2012 года.
  69. Королёв Сергей Павлович. Патриотический интернет-проект «Герои Страны». Дата обращения: 7 март 2022. Архивировано 7 март 2022 года.
  70. Андрей Ваганов. Сергей Королев и его «Ракетный полет в стратосфере» 2018 йыл 15 декабрь архивланған. // Независимая газета. 2018-12-11.
  71. президент Украины Владимир Зеленский в соцсети пригласил Илона Маска приехать в Житомирскую область и посетить Музей космонавтики имени Сергея Королева(недоступная ссылка) // Новости " Курьезы, 26 января 2021
  • С. П. Королёв. Энциклопедия жизни и творчества / под ред. В. А. Лопота. — РКК «Энергия» им. С. П. Королёва, 2014. — 704 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-906674-04-3.
  • Интервью дочери Наталии Королёвой. Газ. Факты, 14 января 2011 г., с. 6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Русские конструкторы ракетно-космических систем