Витовт
Ви́товт (Витольд; суҡындырылғас — Александр; яҡынса 1350 — 27 октябрь 1430) — Бөйөк Литва кенәзе (1392—1430). Кейстут улы, Ольгердтың энеһе һәм Ягайлоның ике туған ҡустыһы. Гродно кенәзе (1370—1382), Луцк кенәзе (1387—1389), Трокия кенәзе (1382—1413). Гуситтарҙың короле итеп иғлан ителә[2]. Бөйөк Литва кенәзлегенең иң билдәле хакимдарының береһе, тере сағында уҡ Бөйөк тип аталған[3].
Витовт | ||
| ||
---|---|---|
4 август 1392 — 27 октябрь 1430 | ||
Алдан килеүсе: | Ягайло Ольгерд улы Скиргайло Ольгерд улы (Ягайлоның наместнигы булараҡ, 1386—1392) | |
Дауамсы: | Свидригайло Ольгерд улы | |
Дине: | Христианлыҡ һәм Мәжүсилек | |
Тыуған: | яҡынса 1350 Иҫке Троки | |
Үлгән: | 27 октябрь 1430 Вильнюс, Бөйөк Литва кенәзлеге | |
Ерләнгән: | Изге Станислав кафедраль соборы[d] | |
Нәҫел: | Гедиминдар | |
Атаһы: | Кейстут | |
Әсәһе: | Бирута | |
Ҡатыны: | 1-се: Мария Лукомская (?) 2-се: Анна[1] 3-сө: Юлиана Гольшанская | |
Балалары: | Софья | |
Биографияһы
үҙгәртергәИртә йәштәре
үҙгәртергәВитовт яҡынса 1350 йылда тыуған (тыуған йылы аныҡ билдәле түгел). Хронист Конрад Битшин (нем. Conrad Bitschin) 1370 йылғы Рудау янындағы алышты һүрәтләгәндә, алышта ҡатнашҡан Витовтҡа 20 йәш тип телгә алған. Мартин Кромер буйынса, 1430 йылда Витовтҡа 80 йәш булған[4]. Витовтың атаһы Кейстут һәм олатаһы Ольгерд бергә хакимлыҡ итәләр һәм үҙ-ара власть өсөн көрәшмәгәндәр. Ольгерд бөйөк кенәз була һәм көнсығыш һәм көньяҡ эштәр менән мәшғүл була, Кейстут төньяҡ-көнбайышта Тевтон ордены рыцарҙәре менән көрәш алып бара[5].
Витовт тәүге тапҡыр 1360-сы йылдарҙа телгә алына. 1368 һәм 1372 йылдарҙа Ольгердтың Мәскәүгә ҡаршы булған яуҙарында ҡатнаша. 1376 йылда Гродно кенәзе булараҡ Польшаға ҡаршы яуҙа ҡатнаша. 1377 йылдан Тевтон ордены ерҙәренә походтар ойоштора[4].
1377 йылда Ольгерд вафат булғас Кейстут уның өлкән улын Ягайлоны бөйөк кенәз тип таный һәм тәре тотоусыларға ҡаршы көрәшен дауам итә[6]. Шулай ҙа Ягайло үҙенең олатаһы Кейстуттан хәүефләнгән[7][8]. 1380 йылдың февралендә Ягайло мираҫҡа ҡалған Литвала, шулай уҡ Полоцктағы биләмәләрен һаҡлау маҡсатында Кейстут менән кәңәшләнмәйенсә Ливон ордены менән 5 айлыҡ Довидошков солохон төҙөй[6][9].
Хакимлыҡ итеү өсөн көрәш
үҙгәртергә1381 йылдың февралендә тәре йөрөтөүселәр Кейстут ерҙәренә баҫып инә һәм Трокиға йүнәлә. Яңы Ҡаласыҡ емерелә һәм 3000 яҡын кеше әсирлеккә алына[10]. Довидошков солохо тураһында белеп ҡалғас, Кейстут Ягайлоға ҡаршы көрәш башларға ҡарар итә[10]. 1381 йылдың аҙағында Кейстут ғәскәр башында Пруссияға йүнәлә, әммә юл барышында ҡапыл Вильноға борола[7]. Атаһының ҡарары менән ризалашмаған Витовт Дрохичин һәм Гродноға китә. Кейстут еңел генә Вильноны ала, Ягайлоны тотҡонда тота. Шулай уҡ Кейстут Ливон ордены менән йәшерен килешеүҙе табып, Ягайлоның ниәттәрен Витовтҡа дәлилләп күрһәтә[8].
Ике туған ағаһы Ягайло менән көрәш барышында Витовт 1382—1384 һәм 1389—1392 йылдарҙа Тевтон ордены биләмәләренә ҡасырға мәжбүр була. 1384 йылда атаһының мираҫының бер өлөшөн ҡайтарып ала. 1385 йылғы Бөйөк Литва кенәзлегенең Польша менән Крев унияһынан һуң Витовт Польша короле Ягайлонан Бөйөк Литва кенәзлегенең наместнигы хоҡуғын таныуҙы ирешә. 1392 йылда Остров килешеүенә ярашлы, Витовтҡа Трокия кенәзлеге ҡайтарыла. 1401 йылда Вильно-Радом килешеүенә ярашлы Витовт рәсми рәүештә Бөйөк Литва кенәзлеге хакимы итеп таныла.
Ворскла буйында алыш
үҙгәртергә1395 йылда Алтын Урҙа хакимы Туҡтамыш хандың Аҡһаҡ Тимер ғәскәренән еңелгәндән һуң, Витовт Туҡтамышҡа үҙ территорияһында һыйыныу бирә. Аҡһаҡ Тимер Урта Азияға ҡайтҡас, урҙа биләмәләренә бер нисә яу ойоштора. Литва ғәскәре Дон аша үтә һәм Волга тирәһендә урҙа ғәскәрен тар-мар итеп, меңләгән әсир ала. 1397 йылда Витовта Ҡырымда Туҡтамышҡа ҡаршы булғандар өҫтөндә йәнә еңеү яулай.
Витовт рус ерҙәрен баҫып алырға һәм король тажын алырға ниәтләп, Рим папаһы Алтын Урҙаға ҡаршы тәре яуын иғлан итеүенә ынтыла[11]. 1399 йылда Ворскла буйындағы алышта Витовт етәкселегендәге берләшкән ғәскәр (Литва армияһы, поляктар, тәре йөрөтөүселәр, рус кенәздәре һәм Туҡтамыш хандың яугирҙәренән торған) Тимер Ҡотлоғ хандың һәм Иҙеүкәй ғәскәре тарафынан тар-мар ителә. Алыш барышында Витовт яралана һәм саҡ ҡына һыуҙа батмай ҡала. Ҡотҡарылыу хөрмәтенә Ковнола (Каунас) католик костёлына нигеҙ һала. Башҡа ҡалаларҙа тағы ла бер нисә костёл һәм ғибәҙәтхана төҙөй.
Ворскла буйында еңелеү Витовтың позицияларын кәметә. Йәнә Смоленск кенәзлеген юғалта. Польшаның талабы буйынса, 1401 йылда Вильно-Радом килешеүҙәре төҙөлә, Витовт һәм уның подданыйҙары Польшаға тоғролоҡҡа яҙма вәғәҙә бирергә мәжбүр булған; Витовт ғүмерлеккә бөйөк Литва кенәзе булып ҡалған, әммә уға бирелгән ерҙәр ул үлгәс Ягайлоға һәм Польша короллегенә күсергә тейеш була.
Бөйөк һуғыш һәм Грюнвальд алышы
үҙгәртергәВитовт һәм Ягайло 1410 йылда Грюнвальд алышында магистр Ульрих фон Юнгинген етәкселегендәге немец рыцарҙәрен ҡыйрата. Торун солохона ярашлы Тевтон ордены Витовтҡа 1398 йылда яулап алынған Жемайтияны (хәҙерге Литваның төньяҡ-көнбайыш өлөшөн) ҡайтарырға тейеш була. Жемайтия өсөн Литва тағы ла ике мәртәбә — 1414 һәм 1422 йылдарҙа Тевтон орденына ҡаршы көрәшкә күтәрелергә тура килә.
Көнсығыш сәйәсәт
үҙгәртергә1397 йылда Витовт Рязань кенәзлеген бөлдөрә.
1404 йылда Витовта поляк ғәскәрҙәре ярҙамында Смоленскты ҡайтарыуға өлгәшә. Витовт Новгород һәм Псков республикаларының эштәренә ҡыҫыла һәм өс тапҡыр (1406—1408 йылдарҙа) Мәскәү кенәзлеге биләмәләренә һөжүм итә.
Витовт хакимлығы осоронда көнсығышта Бөйөк Литва кенәзлегенең биләмәләре Оканың үрге ағымына һәм Можайскҡа ҡәҙәр булған. Витовт Алтын Урҙанан Көньяҡ Подолияны тартып ала һәм көньяҡта үҙ биләмәләрен Ҡара диңгеҙгә тиклем киңәйтә. Уның хакимлығы осоронда Ҡара диңгеҙ буйында артабанғы ҡалалар һәм ҡәлғәләр барлыҡҡа килә: Дашев (Очаков), Соколец (Вознесенск), Балаклы (Көньяҡ Буг буйында), Краравул (Рашков), Хаджибей (һуңыраҡ Одесса).
Витовтың ҡыҙы Софья Мәскәү кенәзе Василий I Дмитриевичҡа кейәүгә бирелә. Үҙенең 1423 йылғы васыятнамәһендә кенәз Василий ҡатынын һәм балаларын Витовт һағына ҡалдыра[12], бынан һуң 1427 йылда Софья рәсми рәүештә Мәскәү кенәзлеген Витовтҡа тапшыра. 1427 йылдан Тверь кенәзе, 1430 йылдан Рязань кенәзе һәм Пронск кенәзе Витовтың вассалы булып китә.
Витовтың иң көнсығыш биләмәһе Тула ере була, ул 1430—1434 йылдарҙа Рязань кенәзе Иван Фёдорович менән килешеү һөҙөмтәһендә Литва составына ҡушыла.
Алтын Урҙа менән мөнәсәбәттәр
үҙгәртергәТуҡтамыш хандан һуң Витовт уның улдарына ла һыйыныу урыны бирә, шулар араһынан Йәләлетдин үҙ отряды менән Грюнвальд алышында ҡатнаша, ә һуңыраҡ 1412 йылда Алтын Урҙа ханы булып китә.
1422 йылда Витовт Алтын Урҙа ханы Оло Мөхәмәткә лә һыйыныу урыны бирә һәм 1424 йылда уға Ҡырым ярымутрауын, ә 1426 йылда урҙа баш ҡалаһын алырға ярҙам итә[13]
Луцктағы съезд
үҙгәртергә1429 йылдың 9—29 ғинуарында Луцкта Германия короле һәм Изге Рим империяһының буласаҡ императоры Сигизмунда, Витовт, Ягайло, Рим папаһы легатаһы, Рязань кенәзе, Одоев кенәзе, Новгород кенәзе, Псков кенәзе; шулай уҡ Мәскәү кенәзлеге, Тверь кенәзлеге, Тевтон ордены, Алтын Урҙа, Молдавия кенәзлеге, Дания короллеге, Византия империяһы вәкилдәре ҡатнашлығында съезд ойошторла. Был съезд Бөйөк Литва кенәзлегенең күтәрелеүен күрһәтә. Съезд барышында Сигизмунд Витовты тәхеткә ултыртыу тураһында һүҙ ҡуҙғата, Ягайло быға ризалаша, әммә поляк аҡһөйәктәре уға был ризалыҡты кире алырға мәжбүр итә. Шулай ҙа Польшаны урап, тәхеткә ултырытыуға әҙерлек башлана.
1430 йылдың 8 сентябренә тәғәйенләнгән церемония уҙғарылмай, сөнки Втовт һәм уның ҡатыны Ульяна өсөн Нюрнбергта яһалған таждарҙы алып барыусы Сигузмундтың делегацияһын поляктар үткәрмәйҙәр. 1430 йылдың 27 октябрендә Троки ҡалаһында Витовт вафат була.
Витовт тәңкәләре
үҙгәртергә1401 йылға тиклем Витовтың ҙур булмаған тәңкәләре Луцкта һәм Вильнола һуғылып сыға.
Втовт бөйөк кенәз титулын алғас, уның пеняздары (денарийҙары) сыға башлай.
Витовт билбауы
үҙгәртергә1994 йылда Белоруссияның Молодечнено районы Литва ауылы эргәһендә клад табыла, бында тәңкәләр араһында алтын ялатылған көмөш билбау табыла. Ҡайһы бер белорус тарихсылары буйынса, был билбау Витовтыҡы булған, уны бөйөк кенәзгә Ҡырым ханы Хажигәрәй бүләк иткән. Хҙерге ваҡытта был билбау Белоруссияның милли тарихи музейында һаҡлана[14].
Хәтер
үҙгәртергәБөйөк кенәз Витовт хөрмәтенә Литвала, Белоруссияла һәм Польшала бихисап объекттар аталған. Витовт (Витаутас, лит. Vytautas) исеме бигерәктә Литвала популяр булып ҡала, шулай уҡ Белоруссияла (бел. Вітаўт) һәм Польшала (пол. Witold) осрай. Каунас ҡалаһындағы университет Бөйөк Витовт исемен йөрөтә.
Бөйөк кенәзгә һәйкәлдәр артабанғы тораҡ пункттарҙа ҡуйылған: Каунас, Кернаве, Вильнюс, Сянейи-Тракай, Бирштонас, Бятигале, Пярлое, Вялюоне, Гродно һ.б. Шулай уҡ Витовт скульптураһы Бөйөк Новгородтағы «Рәсәйҙең мең йыллығы» монументының һәм Краковтағы «Грюнвальд» һәйкәленең бер өлөшө булып тора[15][16].
-
Бөйөк Новгородтағы «Рәсәйҙең мең йыллығы» монументы, 1862 -
Вялюоне ҡалаһында һәйкәл, 1930 -
Краковтағы «Грюнвальд» һәйкәле
(1910, 1976 йылда тергеҙелә)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Анна (имя жен и дочерей русских князей и государей) // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Turnbull S., McBride A. The Hussite Wars 1419-36 // Men-at-arms series. — 409. — Oxford: Osprey Publishing, 2004. — 51 p. — P. 47. — ISBN 1-84176-665-8.
- ↑ Aeneas Sylvius. De Lituania // Scriptores rerum Prussicarum. Band 4. Leipzig. 1870. S. 237—239.
- ↑ 4,0 4,1 Барбашев А. И. Витовт и его политика до Грюнвальдской битвы (1410 г.). — СПб.: Типография Н. Н. Скороходова, 1885. — Глава II. — С. 18.
- ↑ Rowell S. C. Baltic Europe // Michael Jones. The New Cambridge Medieval History c.1300—c.1415. — V. VI. — Cambridge University Press, 2000. — pp. 709—710. — ISBN 0-521-36290-3.
- ↑ 6,0 6,1 Kiaupa Z. Kiaupienė J., Kunevičius A. The History of Lithuania Before 1795 / English ed. — Vilnius: Lithuanian Institute of History, 2000. — P. 124—126. — ISBN 9986-810-13-2.
- ↑ 7,0 7,1 Koncius J. B. Vytautas the Great, Grand Duke of Lithuania. — Miami: Franklin Press, 1964. — pp. 21-23.
- ↑ 8,0 8,1 Барбашев А. И. Витовт и его политика до Грюнвальдской битвы (1410 г.). — СПб.: Типография Н. Н. Скороходова, 1885. — Глава II. — С. 21—22.
- ↑ Jonynas I. Dovydiškės sutartis // Vaclovas Biržiška. Lietuviškoji enciklopedija. — VI. — Kaunas: Spaudos Fondas, 1937. — P. 1341—1344.
- ↑ 10,0 10,1 Ivinskis Z. Lietuvos istorija iki Vytauto Didžiojo mirties. — Rome: Lietuvių katalikų mokslo akademij, 1978. — P. 271—273.
- ↑ Bumblauskas A. Senosios Lietuvos istorija 1009—1795. — Vilnius: R. Paknio leidykla, 2005. — ISBN 9986-830-89-3. — P. 146. (лит.)
- ↑ Вернадский Г. В. Россия в средние века. (Тикшерелеү көнө: 6 август 2010).
- ↑ Почекаев Р. Ю. Цари ордынские. Биографии ханов и правителей Золотой Орды. — СПб.: Евразия, 2010. — 408 с. — ISBN 978-5-91852-010-9.
- ↑ Ліцкевіч А. Таямніца «паясоў Вітаўта»// Беларуская думка ― 2007. ― № 12. ― С. 80―85.
- ↑ Смирнов В. Г. Россия в бронзе. Памятник «Тысячелетию России» и его герои. — [2-е изд., перераб. и доп.]. — Москва: Вече, 2002. — 302 c. — ISBN — 5-945382-01-9.
- ↑ Urbańczyk A. Pomnik Grunwaldzki w Krakowie. — Kraków: Wydawn. Literackie, 1974. — 153 s. — S. 151
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Грамота великаго князя Витовта князю Θедору Даниловичу Острожскому на имЂнія: Бродовъ, Радосіолки, Радогоще, Межеричи, Дяково, Свищово и др. (около 1390)// Грамоты Великих князей Литовских с 1390 по 1569 год. — Киев. — 1868.
- Грамота великого князя Витовта 1390 года // Временник императорского общества истории и древностей российских. Книга 3. — 1849.
- Грамота немецким купцам в Полоцке// О правах иностранцев в России до вступления Иоанна III Васильевича на престол Великого княжества Московского. — СПб. — 1854.
- Жалованная грамота великого князя Литовского Витовта Еську Нешевичу на дворище Ярополково в Подольской земле, данная в Остроге 17 сентября 1427 года. Подлинник на пергаменте (13,8 х 20,8 см) // Музей князей Чарторыйских в Кракове (Dypl. № 361).
- Привилегия евреям Витаутаса Великого 1388 года. Реконструкция и анализ текста. — М.-Иерусалим: Еврейский университет в Москве. — 1993.
- Письмо Папы Мартина V Великому князю Литовскому Витовту, в котором он его уговаривает принять участие в крестовом походе для истребления еретиков в Богемии// Собрание государственных и частных актов, касающихся истории Литвы и соединенных с нею владений (от 1387 до 1710 года). — Вильно. — 1858. — С. 9-10.
- Литовско-Руское письмо. Век XIV—XV. № 17-18. Таб. XV// Сахаров И. П. Образцы древней письменности, снимки судебного письма русского, литовско-русского и малорусского (XII—XVIII вв.). — СПб., 1841.
- О снимке жалованной граматы великого князя литовского Витовта каноникам виленским // Вестник Европы. Часть 163. — № 22. — 1828.
- Снимок с грамоты великого князя Литовского Витовта Кестутьевича, данной бискупу Виленскому // Вестник Европы. — Часть 157. — № 23-24. — 1827.
- «Мемарыял Вітаўта» ― першая хроніка Вялікага княства Літоўскага / уступ, пераклад і каментарый ― Алег Ліцкевіч // Беларуская думка ― 2009. ― № 2. ― С. 92-96.
- Грамоти XIV ст. / Упорядк., вступн. стаття, коментарі і словники-покажчики М. М. Пещак. — К., 1974. — С. 63.
- Codex epistolaris Vitoldi Magni Ducis Lithuaniae (1376—1430). — Cracoviae: Acad. Literarum, 1882.
- Kodex dyplomatyczny Litwy = Codex diplomaticus Lithuaniae (1253—1433)/ red. Raczyński Edward. — Wrocław (Vratislaviae). — 1845.
- Kodeks dyplomatyczny katedry i diecezji Wileńskiej = Codex diplomaticus ecclesiae cathedralis necnon Dioeceseos Vilnensis". T. 1 (1387—1507). — Krakow, 1932.
- Kodeks dyplomatyczny Marcina Dogiela = Codex diplomaticus Regni Poloniae et Magni Ducatus Lituaniae. T.1 — Vilnae, 1758.
- Codex Diplomaticus Prussicus. Bd. 1-6. — Königsberg. 1837.
Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski = Codex diplomaticus Maioris Poloniae:
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 3, wyd. I. Zakrzewski, Poznań 1879.
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 4, wyd. I. Zakrzewski, Poznań 1881.
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 5, wyd. F. Piekosiński, Poznań 1908.
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 6, wyd. A. Gąsiorowski, H. Kowalewicz, Warszawa-Poznań 1982.
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 7, wyd. A. Gąsiorowski, R. Walczak, Warszawa-Poznań 1985.
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 8, wyd. A. Gąsiorowski, T. Jasiński, Warszawa-Poznań 1989.
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 9, wyd. A. Gąsiorowski, T. Jasiński, Warszawa-Poznań 1990.
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 10, wyd. A. Gąsiorowski, T. Jasiński, Poznań 1993.
- Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski, t. 11, wyd. A. Gąsiorowski, T. Jasiński, T. Jurek, I. Skierska, Poznań 1999.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Prochaska A. Ostatnie lata Witolda. — Warszawa: Warszawa Nakl. Gebethnera i Wolffa, 1882. (пол.)
- Барбашев А. И. Витовт и его политика до Грюнвальдской битвы (1410 г.). — СПб.: Типография Н. Н. Скороходова, 1885. (рус.)
- Барбашев А. И. Очерки литовско-русской истории XV века. Витовт. Последние двадцать лет княжения (1410—1430). — СПб.: Типография Н. Н. Скороходова, 1891. (рус.)
- Грушевський М. С. Історія України-Руси. — Киев, 1993—1995. — Т. 4—5. (укр.)
- Prochaska A. Dzieje Witolda wielkiego księcia Litwy. — Wilno: Naklad i druk Ks. A. Rutkowskiego, 1914. (пол.)
- Любавский М. К. Очерк истории Литовско-Русского государства до Люблинской унии включительно 2011 йыл 6 июль архивланған.. — М.: Московская Художественная Печатня, 1915. (рус.)
- Łowmiański H. Witold wielki książę litewski. — Wilno: Wydawnictwo Komitetu obchodu pięćsetnej rocznicy zgonu wielkiego księcia Witolda, 1930. (пол.)
- Pfitzner J. Grossfürst Witold von Litauen als Staatsmann. — Prag-Brunn, 1930. (нем.)
- Koncius J. B. Vytautas the Great: Grand Duke of Lithuania. — Maiami: Franklin Press, 1964. — Vol. 1. (инг.)
- Kosman M. Wielki książę Witold. — Warszawa: Ksiąźka i Wiedza, 1967. (пол.)
- Wasilewski T. Daty urodzin Jagiełły i Witolda: Przyczynki do genealogii Gedyminowiczów // Przegląd Wschodni. — 1991. — T. 1. — Z. 1. (пол.)
- Tęgowski J. Pierwsze pokolenia Gedyminowiczów. — Poznań, Wrocław: Wydawnictwo Historyczne, 1999. (пол.)
- Mickūnaitė G. Making a great ruler: Grand Duke Vytautas of Lithuania. — Budapest: Central European University Press, 2006. (инг.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәВитовт Викимилектә |
- Витовт // Русский биографический словарь. (Тикшерелеү көнө: 6 август 2010).
- Белямук М. Вялікі князь Вітаўт i ягоная маестатная пячатка // Białoruskie Zeszyty Historyczne. — № 31, чэрвень 2009. — С. 147—141. — ISSN 1232-7468
- Витовт // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Потомки Кейстута // Генеалогия русской знати. (Тикшерелеү көнө: 6 август 2010).