Василий I Дмитриевич
Васи́лий I Дми́триевич (30 декабрь 1371 йыл — 27 февраль 1425 йыл) —1389 йылдан Мәскәү бөйөк кенәзе һәм Владимир бөйөк кенәзе, Дмитрий Иванович Донскойҙың һәм уның ҡатыны княгиня Евдокияның улы. Литваның бөйөк кенәзе Витовттың ҡыҙы Софьяға өйләнгән.
Василий I Дмитриевич | |
1389 йыл — 1425 йыл | |
---|---|
Алдан килеүсе: | Дмитрий Донской |
Дауамсы: | Василий II Тёмный |
1389 йыл — 1425 йыл | |
Алдан килеүсе: | Дмитрий Донской |
Дауамсы: | Василий II Тёмный |
Дине: | православная церковь[d] |
Тыуған: | 30 декабрь 1371 Мәскәү, Бөйөк Мәскәү кенәзлеге |
Үлгән: | 27 февраль 1425 (53 йәш) Мәскәү, Бөйөк Мәскәү кенәзлеге |
Ерләнгән: | Архангельский собор[d] |
Нәҫел: | Рюриковичи |
Атаһы: | Дмитрий Донской |
Әсәһе: | Евдокия Дмитриевна |
Ҡатыны: | Софья Витовтовна, Витовт ҡыҙы |
Балалары: | Василий II Тёмный |
Алтын Урҙанан рөхсәт ярлығы бирелмәгән килеш, бөйөк кенәз дәрәжәһен дәғүәләй, тәхеткә тәғәйенләнеүен хан илсеһе Шихмәт (Шаһиәхмәт) ҡатнашлығында үткәрә. 1392 йылда Туҡтамыш хандан Түбәнге Новгород, Муром, Ханкирмән (һуңыраҡ Ҡасим ҡалаһы) һ. б. ҡала биләмәләре менән идара итеү ярлығын һатып ала. Урта Азия әмире Аҡһаҡ Тимер Волга буйына һөжүм иткәндә, рус ерҙәрен һаҡлау өсөн ополчение ойоштора (1395). 1396 йылда Тверь кенәзе Михаил Александрович менән тышҡы сәйәсәт мәсьәләләренә кағылышлы килешеү төҙөй. 14 быуат аҙағы — 15 быуат баштарында Двина йылғаһы буйы биләмәләре өсөн Новгород идараһы менән көрәшә, Новгородтың мөстәҡиллеген сикләргә тырыша. Литва бөйөк кенәзе Витовт менән урынлашҡан яҡын мөнәсәбәттәре 14 быуат аҙағында Витовтның Туҡтамыш ханға ярҙамлашыуы сәбәпле өҙөлә. 1402 йылда Василий I Мәскәү кенәзлеге биләмәләренә яу менән килгән Идегәйгә 3 мең һум күләмендә йолом хаҡы түләргә мәжбүр була.
Василий I идара иткәндә феодалдарға ер өләшеү сикләнә, уларҙың иреге бер ни тиклем ҡыҫыла. Был осорҙа Василий I һарайы даирәһенә шаҡтай күләмдә йомошло татарҙар һәм Литва аҡһйөктәре саҡырыла.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЧерепнин Л. В. Русские феодальные архивы XIV—XV вв. М., 1948. Ч. 1; 1951. Ч. 2; шул уҡ. Образование Русского централизованного гоһыуҙарства XIV—XV вв. М., 1960.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Был сәйәси эшмәкәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был Рәсәй тарихы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |