Васильев Кузьма Андреевич
Васильев Кузьма Андреевич (1 ноябрь 1895 йыл[1] — 1985 йылдан һуң) — совет хәрби етәксеһе, полковник (1942)[2].
Васильев Кузьма Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 ноябрь 1895 (129 йәш) |
Тыуған урыны | Надеждино[d], Рәсәй |
Вафат булған урыны | СССР |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Хәрби звание | Унтер-офицер[d] һәм полковник[d] |
Командалыҡ иткән | 163-я стрелковая дивизия[d] һәм 46-я гвардейская стрелковая дивизия[d] |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКузьма Андреевич Васильев 1895 йылдың 1 ноябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауыл советы территорияһына ҡараған хәҙер бөткән Надеждино ауылында тыуа. Рус. 1913 йылдың мартынан Өфө ҡалаһында сауҙәгәр Платоновтың кондитер фабрикаһында эшләй, 1914 йылдың апреленән — почта-телеграф контораһы рассыльныйы[2].
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышы һәм революция
үҙгәртергә1915 йылдың майында хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Иҫке Петергофта 2-се йыйылма гвардия запас батальонына алына. Шул уҡ йылда уҡыуын тамамлай һәм 1916 йылдың ғинуарында машевой рота менән Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа китә, унда кесе унтер-офицер һәм Гвардия уҡсылар дивизияһының Царскосельский полкының 2-се уҡсылар полкы лейбл-гвардияһы составында отделение командиры була. 1917 йылдың мартында Гатчина авиамәктәбенә уҡырға ебәрелә. Унда радиотелеграф класын тамамлағас, июндә Киев ҡалаһына артиллерия мәктәбенә телеграфист итеп йүнәлтелә. 1917 йылғы Октябрь революцияһы ваҡытында Киевта юнкерҙар фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша. Ноябрь аҙағында Украина радаһы тарафынан Киевтан сығарыла һәм Өфөгә ҡайта. Унда ул декабрҙә эшселәр дружинаһына (Ҡыҙыл гвардия) инә һәм делопроизврдство мөлире итеп тәғәйенләнә. Дружина Ҡыҙыл гвардияның 2-се совет полкы итеп үҙгәртелгәс, хужалыҡ бүлеге начальнигы була[2].
Граждандар һуғышы
үҙгәртергә1918 йылдың февраленән Өфө аҙыҡ-түлек полкында рота командиры булып хеҙмәт итә. Март аҙағында 5-се армияның 1-се запас полкы менән Сызрань ҡалаһына китә һәм унда ирекмәндәр батальоны командиры итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдың декабренән 1919 йылдың мартынан ауырыуы сәбәпле Надеждино ауылында була. Һуңынан Новосибирск ҡалаһында 5-се армияның 1-се һәм 3-сө запас уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Уларҙың составында батальон командиры, командиры ярҙамсыһы һәм полк командиры булып, адмирал А. В. Колчак ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. 1920 йылдың февраленән Томск территориаль полкы командиры менән командалыҡ итә, октябрҙән Обь һәм Енисей губерналарының махсус тәғәйенләнештәге частары (ЧОН) командующийы вазифаһын башҡара. 1921 йылдың ғинуарынан Иркутск ҡалаһында Көнсығыш Себер ЧОН-ы округ идаралығы начальнигы була, апрелдән — Өфө ҡалаһында Башҡорт АССР-ы ЧОН-ы инспекторы[2].
Һуғыш араһы йылдары
үҙгәртергәҺуғыштан һуңғы осорҙа 1923 йылдан Волга буйы хәрби округында штабтың команда бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы була, 1924 йылдан — Ырымбур ҡалаһында 8-се кавалерия дивизияһының территориаль округы начальнигы ярҙамсыһы. 1927 йылдың октябренән 1928 йылдың октябренә тиклем Мәскәүҙә һаҡ ғәскәрҙәренә әҙерлек үтә, һуңынан Ташкент, Һамар-Златоуст һәм Көнбайыш тимер юлдарынның уҡсылар һағы начальнигы вазифаһын биләй. 1931 йылдың мартынан Мәскәү өлкәһе НКВД ғәскәрҙәре идаралығының оператив бүлеге начальнигы. 1933 йылдың декабренән Воронеж ҡалаһында НКВД ғәскәрҙәренең 22-се полкыменән командалыҡ итә, 1937 йылдың майынан — Хабаровскиҙа 71-се полк менән. 1939 йылдың 28 авгусынан 20 декабренә тиклем Хабаровскиҙа НКВД органдары тикшереүе аҫтында була, һуңынан НКВД-нан 43-сө статьяның «б» пункты буйынса ебәрелә. 1940 йылдың 5 апрелендә Балтика буйы хәрби округының Шакяй ҡалаһында айырым уҡсылар батальоны командиры итеп тәғәйенләнә[2].
Бөйөк Ватан һуғышы
үҙгәртергәҺуғыш башланғас, сик буйы батальоны менән Төньяҡ-көнбайыш фронттағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1941 йылдың 20 сентябрендә 34-се армия составында Крутики ҡалаһын обороналаған 163-сө уҡсылар дивизияһының 759-сы уҡсылар полкы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 8 ғинуарҙан полк менән командалыҡ итә башлай һәм Демян һөжүм итеү операцияһында, дошман оборонаһын Сухой Ветоши районында өҙөү һәм Лычково эргәһендә һөжүмгә күсеү һуғыштарында ҡатнаша. 1942 йылдың 25 апрелендә подполковник Васильев 241-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 8 майҙа 163-сө уҡсылар дивизияһы менән командалыҡ итә башлай. Сентябрҙә уның частары тағы ла Лычково һөжүмендә (Демянскиҙан төньяҡ-көнсығыштараҡ) ҡатнаша. Дошмандың хәрби һағын бәреп төшөрөп, уның оборонаһын өҙөүгә өлгәшә алмай һәм Беглово менән Выдерка пункттары эргәһендә оборонаға күсә. 1943 йылдың 8 ғинуарында дивизия 11-се армия составына инә һәм Демянск һөжүм операцияһында ҡатнаша. Хәрби хәрәкәттәр барышында полковник Васильев хәрби бурысты үтәгәндә буйһоноусыларына ҡарата етерлек талапсанлыҡ күрһәтмәй һәм был техниканы һәм шәхси составы нигеҙһеҙ юғалтыуға килтерә. 19 мартта ул хәрби вазифаһынан бушатыла, Төньчҡ-Көнбайыш фронттың Хәрби советы ҡарамағына индерелә. 6 июндә К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияға ебәрелә һәм уны тиҙләтелгән курс мпенән тамамлап, 1944 йылдың майында 2-се Балтик буйы фронтының Хәрби советы ҡарамағына йүнәлтелә. 16 майҙан 10-сы гвардия армияһы составындағы 46-сы гвардия уҡсылар дивизияһы командованиеһына индерелә. Июндә ул 1-се Балтика фронтының 6-сы гвардия армияһына индерелә һәм Белоруссия, Витебск-Оршанск һәм Полоцк һөжүм операцияларында ҡатнаша. Уның частары 25 июндә Стрелка, Храповщина ҡасабалары районында Көнбайыш Двина йылғаһын аша сыға һәм артабан сигенеүсе дошманды эҙәрлекләп, Бешенковичи ҡалаһының төньяҡ-көнбайыш сигенә сыға. Һөжүмде арттырып, дивизия ҡаланы ала һәм эргәләге ауылға сыға, Ушача йылғаһын аша сығып, Полоцк-Крулевщизна тимер юлын киҫә һәм 30 июнгә Подпилки-Лушки-Путреница сигенә сыға, шунан оборонаға күсә. 5 июлдә дивизия тағы ла һөжүмгә күсә һәм Шяуляй һөжүм операцияһында, Кокишкис ҡалаһын азат итеүҙә (31 июль) ҡатнаша. Октябрҙә дивизия 1-се Балтик буйы фронтының 6-сы гвардия армияһы составында Мемельск һөжүм операцияһында ҡатнаша. 1944 йылдың 21 ноябрендә ул командалыҡ итеүҙән ситләтелә һәм 1945 йылда Орел хәрби округының 9-сы запас уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Һуғыш ваҡытында Васильев ьер нисә тапҡыр Юғары баш командующийҙың бойороҡтарында һәм рәхмәт белдереүҙәрендә шәхсән телгә алына[3]
Һуғыштан һуңғы осор
үҙгәртергәҺуғыштан һуң шул уҡ дивизияла хеҙмәт итә. Ул тарҡатылғас Округтың хәрби советы ҡарамағына күсә. 1945 йылдың 14 декабрендә гвардия полковнигы Васильев запасҡа сығарыла.
Наградалары
үҙгәртергә- Ленин ордены (1945)[4][5]
- өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1942[6], 1944[7], 1944[8][5])
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[9]
- шул иҫәптән миҙалдар:
- «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945)
- «СССР Ҡораллы Көстәре ветераны» (1976)
- Юғары баш командующийҙың К. А. Васильев билдәләнгән Рәхмәт белдереүҙәре[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ По новому стилю
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Великая Отечественная. Комдивы : военный биографический словарь / [Д. А. Цапаев и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина] ; М-во обороны Российской Федерации, Гл. упр. кадров, Гл. упр. по работе с личным составом, Ин-т военной истории Военной акад. Генерального штаба, Центральный архив. — М. : Кучково поле, 2014. — Т. III. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий (Абакумов — Зюванов). — С. 414—416. — 1102 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0382-3.
- ↑ 3,0 3,1 Приказы Верховного Главнокомандующего в период Великой Отечественной войны Советского Союза. Сборник. М., Воениздат, 1975.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: )
- ↑ 5,0 5,1 Награждён в соответствии с Указом Президиума Верховного Совета СССР от 04.06.1944 «О награждении орденами и медалями за выслугу лет в Красной Армии»
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 116, л. 14)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5953, л. 4)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: )
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Великая Отечественная. Комдивы : военный биографический словарь / [Д. А. Цапаев и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина] ; М-во обороны Российской Федерации, Гл. упр. кадров, Гл. упр. по работе с личным составом, Ин-т военной истории Военной акад. Генерального штаба, Центральный архив. — М. : Кучково поле, 2014. — Т. III. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий (Абакумов — Зюванов). — С. 414—416. — 1102 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9950-0382-3.
- Коллектив авторов: к. и. н. М. Э. Морозов (руководитель), к. и. н. В.Т. Елисеев, к. и. н. К.Л. Кулагин, С.А. Липатов, к. и. н. Б.Н. Петров, к. и. н. А.А. Черняев, к. и. н. А.А. Шабаев. Великая Отечественная война 1941—1945 гг. Кампании и стратегические операции в цифрах. В 2-х томах. — М: Объединённая редакция МВД России, 2010. — Т. 1. — 608 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-8129-0099-1.
- М. Л. Дударенко, Ю. Г. Перечнев, В. Т. Елисеев и др. Освобождение городов: Справочник по освобождению городов в период Великой Отечественной войны 1941–1945 / под общ. ред. генерала армии С. П. Иванова. — Институт военной истории МО СССР. Центральный архив МО СССР. — М: Воениздат, 1985. — 598 с. — (Справочник). — 50 000 экз.