Ҡарасәй (Егән ҡушылдығы)
Ҡарасәй — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Егән йылғаһы ҡушылдығы. Йылға системаһы: Егән → Ағиҙел → Кама → Волга.
Ҡарасәй | |
Ҡайҙа ҡоя | Егән |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Ишембай районы Алмалы ауылынан көнсығыштараҡ Эйәртау итәгендә башлана. Алмалының элекке исеме Ҡарасәй, халыҡ уны әле лә онотмаған[1]. Васильевка ауылы аша үтә, бында уға тағы бер йылға ҡушыла (?), унан ары Ҡалмаҡ аша үтеп, Егән йылғаһына барып ҡоя [2].
«Ҡарасәй» атамаһы башҡорт телендәге «ҡара» (чёрная) һәм «сай»(йылға, ҡороған йылға үҙәне, рус. «речка», сухой дол) һүҙҙәренән алынған.[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 68. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.