Бөрйән районы хәрби комиссариаты

Бөрйән районы хәрби комиссариаты (рус. военный комиссариат Бурзянского района) — 1991 йылға тиклем СССР, унан һуң Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһыы Бөрйән районындағы органы. Башҡортостан хәрби комиссариатына буйһона.

Бөрйән районы хәрби комиссариаты
Нигеҙләү датаһы 29 сентябрь 1938
Урын Башҡортостан Республикаhы, Бөрйән районы һәм Иҫке Собханғол

Тарихы үҙгәртергә

Бөрйән районы хәрби комиссариаты Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының 1938 йылдың 29 сентябрендәге 0182-се бойороғона ярашлы ойошторола. Хәрби комиссариат Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 12 адресы буйынса 116 квадрат метрлыҡ ағас бинала урынлаша. 1938 йылдың 9 ноябрендә ойоштороу тамамлана.

Райондарҙы эреләтеүгә бәйле, Бөрйән районы хәрби комиссариаты 1996 йылдың 15 апреленән алып бөтөрөлә һәм мобилизациялау, иҫәп һәм финанс документтары Белорет хәрби комиссариатына тапшырыла.

Волга буйы хәрби округы штабының 1966 йылдың 25 ғинуарындағы ОМУ/1/51213-се директиваһына һәм Башҡортостан хәрби комиссариатының 1966 йылдың 3 февралендәге 0129-се директиваһына ярашлы 1966 йылдың 10 мартында Бөрйән район хәрби комиссариаты ҡабаттан ойошторола.

2003 йылдың 10 ноябрендә Бөрйән районы хакимиәте башлығы Зарипов И. Ф. ҡарары менән хәрби комиссариатҡа Иҫке Собханғол ауылы, Ҡыҙыл таш урамы, 26 адресы буйынса яңы бина, майҙаны 396,2 квадрат метрлыҡ ағас бина бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР Ҡораллы Көстәре сафына 2200 кеше саҡырыла[1], шуларҙың 1177-һе кире әйләнеп ҡайтмай[2], 150 яҡташыбыҙҙың ерләнгән урыны йәки хеҙмәт итеү урыны тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.

Афғанстан Халыҡ Республикаһында интернациональ бурыс үтәүҙә райондың 88 кешеһе ҡатнаша, шуларҙың 3-ө Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә — ефрейтор Йәғәфәров Азамат Фазулла улы (үлгәндән һуң), рядовойҙар Газин Хәбир Нәҙир улы[3] һәм Аҫылгужин Нәфис Рәсүл улы[4].

Райондың 14 кешеһе Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, шуларҙың 10-һы орден-миҙалдар, шул иҫәптән ефрейтор С. З. Ғиләжев[5], кесе сержант Ш. А. Нуриев, рядовой Сәғитов Р. Ә. Батырлыҡ ордены ордены менән бүләкләнгән.

2009 йылдың февраленән Бөрйән районының хәрби комиссариаты Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының хәрби комиссариаты менән берләштерелә.

Бөрйән районында хәрби-иҫәп пункты булдырыла, уны Ҡаһарманова Флүзә Рәйес ҡыҙы етәкләй, 12 ауыл биләмәһендә иҫәп алып барыла.

Етәкселәр үҙгәртергә

Бөрйән районы хәрби комиссариаты менән 20 кеше етәкселек итә:

  • сентябрь 1938 йыл — декабрь 1938 — 2-се ранг техник-интендант Путенихин М. А.
  • декабрь 1938 йыл − апрель 1941 йыл — өлкән политрук Баталов М. А.
  • апрель 1941 йыл — октябрь 1942 йыл — политрук Төхфәтуллин
  • октябрь 1942 йыл − март 1950 йыл — батальон комиссары Семенюк Г. П.
  • март 1950 йыл — ноябрь 1957 йыл — капитан Меркулов А. В.
  • ноябрь 1957 йыл − декабрь 1959 йыл — майор Варюхин Г. Д.
  • декабрь 1959 йыл − август 1962 йыл — майор Никольский Н. А.
  • февраль 1962 йыл — апрель 1963 йыл — капитан Хамматов Х. А.
  • апрель 1966 йыл — февраль 1971 йыл — майор Мамлеев Ш. Х.
  • март 1971 йыл — декабрь 1973 йыл — капитан Аллағолов М. Т.
  • декабрь 1973 йыл — март 1977 йыл — майор Шаймарданов И. М.
  • май 1977 йыл — сентябрь 1981 йыл — капитан Рәшитов М. Х.
  • ноябрь 1981 йыл — август 1988 йыл — капитан Әхәтов А. Г.
  • август 1988 йыл — апрель 1990 йыл — майор Михайлов Г. Б.
  • апрель 1990 йыл — ғинуар 1991 йыл — капитан Ғүмәрбәков А. О.
  • июль 1991 йыл — август 1992 йыл — подполковник Вәлиуллин Ғ. Ф.
  • сентябрь 1992 йыл — декабрь 1994 йыл — майор Вәлиәхмәтов О. Т.
  • ғинуар 1995 йыл — март 2004 йыл — майор Рыҫҡолов А. А.[6]
  • март 2004 йыл — октябрь 2007 йыл — подполковник Аҡыев Д. Н.[7]
  • ноябрь 2007 йыл — февраль 2009 йыл — подполковник Сәхәбов Р. М.

Мәрәсов Илгиз Фәйзрахман улы[8] 24 йыл Бөрйән районы хәрби комиссариатында йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса комиссарҙың ярҙамсыһы булып эшләй. I,II, III дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалдары менән наградлана.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Не забыты их имена… 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
  2. Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылып, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалған, яраларынан һәм ауырыуынан вафат булғандар исемлеге 2021 йыл 3 июнь архивланған.
  3. Газин Хабир Надирович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 167. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  4. Асылгужин Нафис Расулович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 70. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  5. Гилязов Салават Зайнетдинович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 181. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  6. Рыскулов Азамат Агзамович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 445. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  7. Акиев Давлетгельди Нургельдиевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 50. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  8. Марясов Сатвал Файзрахманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 338. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.