Буранбаев Нуретдин Хәйретдин улы

совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Буранбаев Нуретдин Хәйретдин улы (25 март 1915 йыл — 2 ноябрь 1987 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, подполковник. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1985) кавалеры[1].

Буранбаев Нуретдин Хәйретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Абдрахман
Вафат булған көнө 1992
Һөнәр төрө сәйәсмән
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы, «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы һәм «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Нуретдин (Нурый) Хәйретдин улы Буранбаев 1915 йылдың 25 мартында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Татлыбай ауыл хакимиәте) Абдрахман ауылында тыуған.

Тыуған ауылында тәүге баҫҡыс белем алғандан һуң — Баймаҡ тау-сәнәғәт өйрәнсеклек мәктәбен, 1931 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай.

1935 йылға тиклем Башҡорт Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә (БВКСХШ) уҡый.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1931-1933 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Татлыбай ауыл советы рәйесе секретары һәм урынбаҫары.

1936 йыл — Башҡорт Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе (БВКСХШ) ғилми хеҙмәткәре.

1936-1937 йылдар — ВКП (б) БАССР Маҡар районы комитетының пропаганда бүлеге мөдире.

1939-1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1940 йылдың 6 мартындағы алышта 16 һалдаттан икеһе генә тере ҡала.

1941 йыл — ВКП(б) Баймаҡ район комитеты пропагандисы.

1941 йылдың 25 июнендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. 850-се «Тыуған ил өсөн» бронепоезды командиры була.

1942 йылдың йәйендә Старый Оскол өсөн барған бик ҡаты алышта ҡатнаша. Бронепоезды шартлатып, төркөмдө ҡамауҙан сығара.

Брянщина, Сталинград, Белоруссия өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана. Еңеү көнөн капитан Нурый Буранбаев Польшала ҡаршылай[2][3].

1947-1948 йылдар — ВКП (б) Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге ике йыллыҡ партия мәктәбе тыңлаусыһы.

1948-1952 йылдар — ВКП (б) Башҡортостан өлкә комитетында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы.

1952-1955 йылдар — КПСС Учалы районы комитетының 1-се секретары[4][5].

1955-1956 йылдар — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары.

1958 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1955-1959 йылдар — БАССР-ҙың 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1956-1961 йылдар — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы канцелярияһы начальнигы.

1961-1968 йылдар — БАССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының кадрҙар бүлеге начальнигы.

1987 йылдың 2 ноябрендә вафат булды, Өфөлә Мосолман зыяратында ерләнгән[6][7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • А. З. Сайгафаров, Р. И. Утягулов, А. И. Багуманов. Баймакский край. — Уфа: Китап, 2002. — 332 с. — С.249 — 250.
  • ЦАМО Ящик: Б-3254

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Буранбаев Нуритдин Хайретдинович
  2. Буранбаев Нурей Хайретдинович
  3. Участники войны. Буранебаев Нурей Хайретдинович
  4. А. З. Сайгафаров, Р. И. Утягулов, А. И. Багуманов. Баймакский край. — Уфа: Китап, 2002. — 332 с. — С.249 — 250.
  5. Буранбаев Нуритдин Хайретдинович
  6. Буранбаев Нуритдин Хайретдинович
  7. А. З. Сайгафаров, Р. И. Утягулов, А. И. Багуманов. Баймакский край. — Уфа: Китап, 2002. — 332 с. — С.249 — 250.
  8. Участники войны. Буранебаев Нурей Хайретдинович