Остготтар
Остготтар (остроготтар (лат. Ostrogothi) йәки грейтунгтар, гревтунгтар (лат. Greutungi)) — боронғо герман ҡәбиләһе, III быуат уртаһына (йә 268—270 йй.) ике ҡәбиләгә: вестготтар һәм остготтарға тарҡалған гот ҡәбиләләр берләшмәһенең көнсығыш тармағын тәшкил иткән.
Остготтар | |
Остготтар Викимилектә |
Европаның ҡайһы бер халыҡтары этногенезында билдәле бер роль уйнай. Атап әйткәндә, лангобардтар менән бер рәттән остготтар хәҙерге итальяндарҙың ата-бабаларының береһе тип иҫәпләнә.
III быуат уртаһынан алып һундар хакимлығынан азат булғанға саҡлы
үҙгәртергәТрадицияға ярашлы, остготтар «далала йәшәүсе»-грейтрунгтарҙан, ә вестготтар — «урман» тервингтарынан тармаҡланған. Готтар араһындағы бүленеш тәүге тапҡыр 291 йылда билдәләнә; ләкин был осорҙа тервингтар ғына билдәле була, ә грейтрунгтарҙы Аммиан Марцеллин.392 менән 395 йылдар араһында ғына күрһәтә.
III—IV быуаттарҙа остготтар йәшәгән ареалды вестготтар ареалынан Днепр-Днестр йылға араһы ғына айырған; остготтар ул саҡта Ҡырымда һәм Аҙау буйы далаларында Днепр һәм Дон йылғалары араһында йәшәгән. Шуға ярашлы, ҡырым готтары был тармаҡҡа яҡыныраҡ.
Археологик тикшеренеүҙәр, IV быуат башында, ярылып ятҡан вельбар традициялары менән, черняхов мәҙәниәтенә ҡараған айырым төркөмдәр, Стугна йылғаһынан, киев мәҙәниәте халҡын ҡыҫырыҡлап, төньяҡҡа шыуыша башлай; Р. В. Терпиловский фекере буйынса, был ситуация Иордан тасуирлаған остготтар менән венеттар[1] араһындағы һуғыштарға күберәк тура килә.
Остгот короллегенә нигеҙ һалыусы тип, ҡасандыр Ойумда бөтә готтар менән идара иткән, сығышы менән Амалдар нәҫеленән булған Германарих һанала. Күршеләре Германарихты батырлығы өсөн хөрмәт иткән, халыҡ риүәйәттәрендә ул күренекле урын биләй. Гот-грейтунгтар башында ул тайфал, герул һ. б., вестготтарҙан башҡа, герман ҡәбиләләрен шулай уҡ Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы ҡәбиләләрен буйһондора.
Яҡынса 370 йылдарҙа түбәнге Донда һундар пәйҙә була һәм остготтарҙың бай биләмәләренә һөжүм итә. Германарих үҙ ғәскәрен һундарға ҡаршы әйҙәй, әммә еңелеүгә дусар була. 375 йылда Германарих үлтерелгәндән һуң, уның вариҫы Витимир — Винитарий («Витимир — венедтарҙы еңеүсе») илдәре буйһоноп һундарға буйһонған анттар иленә һөжүм итә, һәм уларҙың юлбашсыһы Бозды, уның улдарын һәм 70 аҡһаҡалды тәрегә ҡуша ҡағырға ҡуша; был ваҡиғанан һуң бер аҙ ваҡыт үтеүгә Витимир һундар менән һуғыша, еңелә һәм 376 йылда һуғыш яланында һәләк була. Ҡалған остготтар һәм Витимирҙың бәләкәй улы менән полководецтар Алатей һәм Сафрах Днестрға, вестготтар лагеры һағы аҫтына сигенә; ҡалған остготтар, элекке йәшәү урынында ҡалырға рөхсәт биргәнлектән, һундарға буйһона.
Бик күп остгот хәрби түрәләре (начальник) һәм хатта Амалдар вариҫтары остготтар менән берлектә походҡа сыҡҡан Аттила полководецтары араһында осрай. Көнсығыш рим императоры Феодосий заманында остготтарҙың бер өлөшө Кесе Азияла — Лидия һәм Фригияла урынлаша. Аттила үлгәндән һуң, уның дәүләте тарҡала башлай, һәм остготтар Амалдар ырыуынан ағалы-энеле өсәү, Валамир, Теодемир һәм Видимир I етәкселеге аҫтында һундарға ҡаршы баш күтәреп, Паннонияла урынлаша. 454 йылда Паннонияла Недао йылғаһы янындағы алыш һөҙөмтәһендә Европалағы һун хакимлығы һиҙелерлек ҡаҡшатыла.
Остготтар короллеге
үҙгәртергәИмператор Маркиан дәүерендә остготтар федераттархоҡуғында Паннония провинцияһында урынлаша. Әммә Көнсығыш Рим империяһы императоры Лев I Макелла остготтарға эш хаҡы түләмәгәнлектән, улар, яһаҡ түләүҙе талап итеп, Иллирияға һөжүм итә, артабан Италия менән бергә Иллирияны һәм Далмацияны рус телендә Остготтар короллеге атамаһы менән йөрөтөлгән дәүләттәре составына индерә. Һәм Көнсығыш Рим империяһына һөжүм итеү маҡсатында Гейзерих менән килешеү төҙөй.
454 йылда Теодемирҙың яратҡан кәнизәге Эреливаның (Евсевия йәки Елиена) һуңғараҡ Бөйөк тигән исем менән билдәлелек аласаҡ улы, Теодорих, тыуа. Бала сағында, остготтар һәм Көнсығыш Рим империяһы араһында 461 йылда килешеү төҙөлгәндән һуң, ул аманат итеп Константинополгә ебәрелә, һәм унда белем ала, тәрбиәләнә. 18 йәшендә атаһына әйләнеп ҡайтҡас, яҡынса 475 йылда ул тәхеткә ултыра, ә 481 йылда бөтә остготтар короленә әүерелә. Теодорих император Зенон рөхсәте менән Одоакр хакимлыҡ иткән Италияға походҡа юллана.
488 йылдың ҡышында готтар Паннон тигеҙлектәренән Теодорих короллеге баш ҡалаһы Новыға (en. Novae) килә, һәм 250 меңгә яҡын ғәскәр Италияға юллана. Ныҡлы Равенна арҡаһында Одоакр бер нисә йыл бирешмәй, әммә 493 йылда Одоакр менән Теодорих араһында икеһе бер булып Италия менән идара итәсәге тураһында солох килешеүе төҙөлә. Һуңынан Теодорих Одоакрҙы үлтерә һәм Италияның, шулай уҡ Норик, Реция, Тиролдең берҙән-бер хакимы булып ҡала. Теодорих остготтарҙы һәм римлеләрҙе бер халыҡ итеп ҡушыу, рим менән герман элементтарын берләштереү, рим мәҙәниәтен германдар араһында таратыу һәм варварҙарҙы буйһондороу тураһында хыялланған.
Әммә Теодорих император булмай: Көнсығыш Рим империяһы (dominus rerum) императорының наместнигы һәм гот короле була. Империя менән татыу йәшәргә кәрәккәнлектән, уның менән мөнәсәбәттәре ялған була, шул уҡ ваҡытта ул бойондороҡһоҙ хаким булырға теләй. Теодорихтың тышҡы сәйәсәте тыныс характерға эйә була; булған, ул бөтә варвар королдәре араһында иң өлкәне була. Ул үҙен һәм остготтарҙы боронғо антик донъя һәм варвар донъяһы араһындағы аралашсы итеп һанай. Теодорих ғаиләһе рим өлгөһөндәге белем ала. Арианлығы уны диндәргә айырмай ҡарауға килтерә, әммә гот-ариандарҙың һәм никейлы римлеләрҙең дини антогонизмы уның ынтылыштарының уңышына төп кәртә була. Теодорих һарайында Симмах, Боэций, Кассиодор, Иордан йәшәгән.
Дини ыҙғыштар Остготтар короллеге һәм Көнсығыш Рим империяһы араһында бәрелештәргә сәбәпсе була; был Теодорихтың күңелен ҡатыра, һәм ул ғүмере ахырына рим сенаторҙарын һәм никейлыларҙы эҙәрлекләй башлай. 526 йылда Теодорих вафат була, һәм шул ваҡыттан алып Теодорих хакимлыҡ иткән йылдарҙа юғары дәрәжәлә сәскә атҡан Остгот короллеге тарҡала башлай.
Башта Теодорихтың ҡыҙы Амаласунта (526—534), үҙенең сабый улы Аталарихтың ҡурсалаусыһы опекун булараҡ, идара итә. Белемле һәм аҡыллы булһа ла, римлеләрҙе ҡанат аҫтына алғаны өсөн, уны готтар яратып етмәй. Ул Боэций һәм Симмах балаларына атаһынан тартып алынған ерҙәрен имение ҡайтарып бирә, эшмәкәрлеге барышында Кассиодор кәңәштәренә таяна, ә улы Аталарихты фән менән шөғөлләнергә мәжбүр итә.
Короллектең ҡолатылыуы
үҙгәртергәВелизарийҙың баҫып инеүе
үҙгәртергәАталарих (534 йылдың октябре) вафат булғандан һуң, Амаласунта үҙенең ике туған ағаһы Теодохадҡа үҙенең ире булыуын тәҡдим итеп, кейәүгә сығыу юлы һәм хакимлыҡты үҙ ҡулына алыу юлы менән король власын ҡайтарырға тырышып ҡарай. Ул Теодахадты король исеменә генә ҡәнәғәт булыуы тураһына ант итергә мәжбүр итә; әммә Теодахад, 534 йылдың ноябрендә үҙ ҡатынының хакимдашы булып килеү менән, шул уҡ йылдың аҙағына ярҙамында римлеләргә ҡаршы торған ариан-гот партияһы ярҙамы менән Амаласунтаны ҡолата һәм Больсен күле утрауына һөргөнгә оҙата, һәм 535 йылдың яҙына үлтертә.
Юстиниан, Амаласунта тере саҡта уҡ, Италияны үҙ империяһына ҡушырға теләп, остготтар менән даими бәйләнештә торған кеше, 535 йылда Амаласунта өсөн үс алыусы ролен үҙ өҫтөнә ала (әйткәндәй, ул Италия рим халҡының һөйөүен яулаған була) һәм остготтарға һуғыш иғлан итә, 20 йылға яҡын һуҙылған был һуғыш Остгот короллегенең ҡолауы менән тамамлана. Был һуғыш башында уҡ (535—536) империяға Далмация, Сицилия, Сардиния һәм Корсика ҡушыла. 536 йылда Велизарий, Юстиниандың полководецы, Неаполде ала, Кампанияны, ә уның артынан — бөтә Көньяҡ Италияны яулай.
Теодохадтың үҙ короллеген яҡларлыҡ көсө булмағанын күреп, остгот ғәскәренең бер өлөшө 536 йылдың ноябрендә яңы остгот короле тип Витигес — билдәһеҙ, ләкин батыр яугирҙы иғлан итә; тиҙҙән Витигес ебәргән һуғышсы ҡулынан Теодахад һәләк була.
Витигес Амаласунтаның ҡыҙына өйләнә һәм һуғышҡа әҙерләнә башлай. Яҡынса 150 000 кешенән торған ғәскәр йыйып, франктарға Провансты бирәм тип, вәғәҙә итеп, уларҙан ярҙам һорай һәм Римде ҡамай (537—538) башлай. Әммә Велизарийҙың хәрби сәнғәттә оҫталығы һәм мәкерлелеге, Римде бер йыл ҡамауҙа тотҡандан һуң да, остготтарҙы ашығыс сигенергә һәм Равеннаға китергә мәжбүр итә; Велизарий Урта Италияны тулыһынса тиерлек яулап ала, мутлыҡ ярҙамында Равеннаға (539 йылдың декабрендә) эйә була һәм 540 йыл башында Константинополгә әсиргә алынған Витигесты алып ҡайта. Витигес православие ҡабул итә һәм Кесе Азияла бай имениелар, шулай уҡ, сенатор санын һәм патриций титулын ала.
Контрһөжүм
үҙгәртергәӘммә остготтар көрәште туҡтатмай. Улар ороль булып һайланған, улар батыр полководецты, вестгот короле туғаны Теудистың улы Ильдебадты (540—541) король итеп һайлай. Ул дошмандың ваҡ отрядтары менән уңышлы алыша, әммә һәләк булған. 541 йылда король итеп Эрарих һайлана, әммә 5 ай ғына хаким булып өлгөрә, Юстиниан менән бәйләнеш тотҡаны өсөн үлтерелә. Остготтар ул үлгәндән һуң король итеп Тотиланы, Ильдебадтың ағаһының улын һайлай. Тотила, таралышҡан остготтар отрядтарын бергә йыйып, Аппенинды буйлай, Беневент, Кума һәм Неаполде ала һәм бөтә Көньяҡ Италияны биләй, ә 546 йылда Римгә инә. Көнсығыш рим чиновниктарынан айырмалы рәүештә, Тотила колондарҙы дәүләт һалымынан азат итә, оброкты ҡаҙнаға йыя, хатта ҡасып киткән ҡолдарҙы ла армияға йәлеп итә.
Нарсестың баҫып инеүе, короллектең һәләкәте
үҙгәртергәЮстиниан Велизарийҙы Италияға икенсе тапҡыр ебәрә, ләкин уның етерлек кимәлдә запастары булырға тейеш түгел һәм ул 549 йылда Италиянан сығып китергә тейеш була. Остготтар Сицилияны һәм Корсиканы ала, Керкираны һәм Эпир ярҙарын талай. Әммә Юстиниан Тотила тәҡдим иткән тыныслыҡҡа риза булмай һәм ҙур һуғышҡа әҙерләнә. Был хаҡта белеп ҡалғас, әле остготтар тарафынан яуланып өлгөрмәгән диңгеҙ буйы ҡалалары Анкона, Кротон һәм Центум Целлы халҡы оборонаға ҡаты әҙерләнә башлай, ләкин Анкона янында гот флоты ҡыйратыла. Италиялағы көнсығыш рим ғәскәрҙәренең яңы баш командующийы, әрмән сығышлы стратег, Нарсес, Равеннаға ҡарай хәрәкәт итә. 552 йылдың июлендә Тагин (Этрурия) янында хәл иткес алыш була; остготтар ҡыйратыла, ә Тотила үҙе үлемесле яранан һәләк була.
Павияла йыйылып, остгот ғәскәрҙәре Тейяны, Тотиланың ҡыйыу полководецын, король итеп һайлай. Ул остготтарҙың һуңғы короле була. Тере ҡалған остготтарҙың ҙур булмаған отряды башында Павиянан ҡамалған ағаһы Алигернға. ярҙамға йүнәләләр. Неаполитан ҡултығына ҡойған Сарна шишмәһе ярында ул Нарсес менән осраша. Аслыҡ остготтарҙы үтә тәүәккәл һуғышҡа инергә мәжбүр итә, һәм ул өс көн дауам итә; Тейя үлтерелә, остготтарҙың бер өлөшө Павияға китә, ҡалғандары Италия буйынса таралыша. Тейяның ағаһы, Алигерн, король ҡаҙнаһы йәшерелгән Кумыны оҙаҡ һаҡлай. Остготтар, франктар һәм алеманндар ярҙамы менән, Италияны кире ҡайтарыу мөмкинлегенә өмөтләнә, әммә 554 йылда уларҙы Вольтурн ярында, Казилин (en. Casilinum) янында Нарсес тар-мар итә. Остготтар отрядының 7000 һуғышсыһы аҙыҡ-түлек менән яҡшы тәьмин ителгән тау ҡәлғәһе Кампста кәрәшен дауам итеп ҡарай; әммә бер нисә айҙан был отряд та Нарсесҡа бирелә. Егерме йыл көрәшкәндән һуң, Остготтар короллеге ҡолатыла.
Юстиниан «Прагматик санкциялар» иғлан итә, византиялылар баҫып алған Италияла Тотила яңылыҡтарын (милек хужаларының хоҡуғын тергеҙелә, колондар һәм азат ителгән ҡолдар кире ҡайтарылырға тейеш була) һәм уны ғәмәлгә ашырыусы Юстиниан кодексын юҡҡа сығара. Хәйер, тарихсы Прокопий Кесарийский, урындағы остгот халҡына артабан да Италияла йәшәү мөмкинлеге бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Остготтар хакимдары
үҙгәртергә- Острогота (Ostrogotha, 249)
- Книва (Cniva, ок. 250—271)
- Геберих (Geberic, 334—337)
- Германарих (Airmanareiks, ?—376)
- Витимир (Widumers, 375—376)
- Видирих (376—?)
- Валамир (Valamir, ок. 440—469)
- Теодемир (Theodemir) и Видимир I (ок. 469—474)
- Видимир II (Videmer II, 474)
- Бөйөк Теодорих (Thiudoric, 489—526)
- Аталарих (Atthalaric, 526—534)
- Теодахад (Thiudahad, 534—536)
- Витигес (Wittigeis, 536—540)
- Ильдебад (Hildibad, 540—541)
- Эрарих (Heraric, Ariaric, 541)
- Тотила (Baduila, 541—552)
- Тейя (Theia, Teja, 552)
Мәҙәниәте
үҙгәртергәV—VI быуаттарҙа Бөйөк Теодорих идара иткән осорҙа Боронғо Римдең күп боронғо архитектура һәйкәлдәре, статуялары, һыу үткәргестәре (акведук), урамдары тергеҙелде.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Терпиловский, 2000, с. 305
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Burns, Thomas S. A History of the Ostrogoths. — Bloomington: Indiana University Press, 1984. — XVII, 299 p. — ISBN 978-0-25332-831-1. (инг.)
- Dahn, Felix. Die Könige der Germanen: Das Wesen des ältesten Königthums der germanischen Stämme und seine Geschichte bis auf die Feudalzeit. 1.—6. Abt. — München: E. A. Fleischmann`s Buchhandlung; Würzburg: A. Stubers Buchhandlung, 1861—1871. (нем.)
- Dahn, Felix. Urgeschichte der germanischen und romanischen Völker. 4 Bde. — Berlin: G. Grote, 1881—89. — (Allgemeine Geschichte in Einzeldarstellungen (нем.)баш.. 2. Hauptabtheilung, 2. Teil). (нем.)
- Deltuf, Paul. Théodoric, roi des ostrogoths et d'Italie: épisode de l'histoire du Bas-Empire. — Paris: Librairie de Firmin Didot Frères, Fils et Cie., 1869. — 482 p. (фр.)
- Manso, Johann Kaspar Friedrich. Geschichte des Ost-Gothischen Reiches in Italien. — Breslau: Josef Max und Comp., 1824. — XIV, 490 S. (нем.)
- The Ostrogoths from the Migration Period to the Sixth Century: An Ethnographic Perspective / Ed. by Sam J. Barnish and Federico Marazzi. — Woodbridge: Boydell Press, 2007. — 497 p. — ISBN 978-1-84383-074-0. (инг.)
- Wietersheim, Eduard Karl August Wilhelm von. Geschichte der Völkerwanderung. 2 Bde. — 2. Aufl., besorgt von Felix Dahn. — Leipzig: T. O. Wiegel, 1880—81. (нем.)
- Виноградовъ, Павелъ Гавриловичъ. Происхожденіе феодальныхъ отношеній въ Лангобардской Италіи. — СПб.: Тип. В. С. Балашева, 1880. — [2], II, III, 338, II с.
- Вольфрам, Хервиг. Готы: От истоков до середины VI в. (Опыт исторической этнографии) = Die Goten. Von den Anfängen bis zur Mitte des sechsten Jahrh. Entwurf einer historischen Ethnographie / Пер. с нем. Б. П. Миловидова, М. Ю. Некрасова; под ред. М. Б. Щукина, Н. А. Бондарко и П. В. Шувалова. — СПб.: Ювента, 2003. — 653 с. — (Историческая библиотека). — 2000 экз. — ISBN 5-87399-142-1.
- Грановскій, Тимофей Николаевичъ. Италія подъ владычествомъ Остъготовъ, Лангобардовъ и Франковъ // Полное собраніе сочиненій Т. Н. Грановскаго. Т. II. — СПб.: Н. Ѳ. Мертц, 1905. — С. 3—44.
- Зиньковская, Ирина Владимировна. Готланд Эрманариха: остроготы в Восточной Европе на рубеже Древности и Средневековья. — М.; Ҡалып:Спб.: Центр гуманитарных инициатив, 2018. — 464 с. — (MEDIAEVALIA. Средневековье как историко-культурный феномен). — 500 экз. — ISBN 978-5-98712-866-4.
- Конский, Пётр Алексеевич. Остготы и Остготское королевство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Кудрявцевъ, Пётръ Николаевичъ. Судьбы Италіи отъ паденія Западной римской имперіи до возстановленія ея Карломъ Великимъ: Обозрѣніе остгото-лангобардскаго періода италіянской исторіи. — М.: Унив. тип., 1850. — XII, 726 с.
- Терпиловский, Ростислав Всеволодович (укр.)баш. Киевская и черняховская культуры. Проблема контактов // Stratum plus. Археология и культурная антропология. — 2000. — № 4. — С. 303—331. — ISSN 1608-9057.