Венгрия милли музейы
Венгрия милли музейы (мадьярса Magyar Nemzeti Múzeum) — Венгрия тарихына һәм сәнғәтенә арналған Будапешттағы төп музейҙарҙың береһе. Михай Поллак проекты буйынса төҙөлгән колонналы мөһабәт бинала урынлашҡан. Музей интерьерын биҙәүҙә Карой Лотц һәм Мор Тан ҡатнаша. 1848 йылда ошо бинаның баҫҡысында шағир Шандор Петёфи үҙенең «Милли йырын» уҡып, халыҡты революцияға саҡыра.
Венгрия милли музейы | |
мадьярса Magyar Nemzeti Múzeum[1] | |
Нигеҙләү датаһы | 1802[2] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Magyar Nemzeti Múzeum |
Менеджер/директор | Ласло Чорба[d] |
Дәүләт | Венгрия[3] |
Административ-территориаль берәмек | Йожефварош[d][3] |
Ойошма ағзаһы | Hungarian Publishers’ and Booksellers’ Association[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Будапешт, Венгрия |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Архитектор | Михай Поллак[d][4] |
Адрес | Múzeum körút 14–16.[5] |
Электрон почта | info@mnm.hu[6] |
Рәсми сайт |
mnm.hu mnm.hu/en |
URL-адрес онлайн-каталога | gyujtemenyek.mnm.hu/onli… |
Страница учреждения на Викискладе | Hungarian National Museum, Budapest |
Венгрия милли музейы Викимилектә |
Экспозицияһы
үҙгәртергәМузей граф Ференц Сеченьиның тәңкәләр, китаптар һәм ҡулъяҙмалары коллекциялары нигеҙендә 1802 йылда асылған, әлеге ваҡытта музей фондында миллиондан ашыу төрлө экспонат иҫәпләнә.
Венгрия милли музейының даими күргәҙмәләре дәүләткә нигеҙ һалынғандан алып 1990-сы йылдарға тиклем Венгрия тарихын үҙ эсенә ала. Лапидарийҙа Рим империяһы осоро таштары коллекцияһы һәм башҡа археологик табылдыҡтар халыҡ иғтибарына тәҡдим ителә. Урта быуат осорон һәм Ғосман империяһы дәүерен короллек регалиялары, урта быуат көнкүреш әйберҙәре, ювелир изделиелары, тәңкәләр һәм ҡоралдар коллекциялары һүрәтләй. Залдың 1848—1849 йылдарҙағы революцияға арналған экспозицияһында төрөк армияһы командующийының палаткаһы һәм Венгрияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге сиркәүҙәрҙең береһенең үҙенсәлекле ренессанс өҫтәлдәре урын алған. Тарих залы ике донъя һуғышы ваҡытындағы ҡорал күргәҙмәһе һәм агитацион плакаттар коллекцияһы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Музейҙың айырым залы король мантияһына бағышланған, уның менән Венгрия дәүләтенә нигеҙ һалыусы — король Изге Иштван I тәхеткә ултырған. Ул алтын менән сигелгән византия ебәгенән эшләнгән һәм ынйы менән биҙәлгән. Изге Иштван 1031 йылда сиркәүгә үҙенең мантияһын бүләк иткән.
Музейҙың портрет галереяһында Арпадтар династияһынан королдәрҙең иҫ киткес портреттар йыйынтығы урын алған.
Венгрия милли музейының музыкаль экспозицияһында Моцарт клавикорды, Эстерхази баритоны, Мария-Антуанеттаның арфаһы, Бетховен менән Лист роялдәре күрһәтелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20240228174552/https://mkke.hu/tagoknak/tagok_listaja
- ↑ ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
- ↑ 3,0 3,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Múzeumtörténet | Magyar Nemzeti Múzeum
- ↑ Elérhetőség | Magyar Nemzeti Múzeum
- ↑ https://mnm.hu/hu — Венгрия милли музейы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Венгрия. Издательство «Вокруг света», 2009 ISBN 978-5-98652-226-5
- Михаэль Херл. Будапешт. Издательство Polyglott, 1996 ISBN 5-88395-021-3